«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты.

Арҡайым тибындағы ҡаласыҡ-ҡәлғәләр

Бронза эпохаһында Көньяҡ Уралда тәү башлап яңы типтағы ҡомартҡылар - ур һәм оҙон соҡорҙар менән уратылып алынған ҡаласыҡ-ҡәлғәләр барлыҡҡа килә. Ошо типтағы ҡомартҡыларҙан иң тәүҙә Силәбе өлкәһенең көньяғында, Һынташты йылғаһы буйында Һынташты комплексы (ҡаласыҡ-ҡәлғә, ҡәберлек) ҡаҙып асылған (уны асыусы - күренекле совет археологы В.Ф. Генинг). Унан һуң Г.Б. Зданович етәкселегендә Силәбе дәүләт университеты ғалимдары Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Башҡортостан сиктәрендәге ҙур территорияла ҡаласыҡ-ҡәлғәләр серияһын асыуға өлгәште (Аҙаҡтан ошо территория "Ҡалалар иле", тип атала башланы. - Тәрж. иҫк.). Донъя фәне Һынташты-Арҡайым төркөмө ҡомартҡыларын асыуҙы һәм тикшереүҙе, табылған материалдарҙы ғилми әйләнешкә индереүҙе Көньяҡ Уралдың боронғо тарихын өйрәнеү өлкәһендә өлгәшелгән оло ҡаҙаныш итеп таныны.
Уҡыусы ошо ҡомартҡылар хаҡында Арҡайым ҡаласыҡ-ҡәлғәһенә арналған баҫма материалдар буйынса яҡшы мәғлүмәтле. Арҡайым ҡаласыҡ-ҡәлғәһе Силәбе өлкәһендә, Сибай ҡалаһынан 60-70 саҡрым тирәһендә урынлашҡан. Ул бер-береһе эсенә индереп төҙөлгән ике һаҡ (оборона) ҡоролмалары ҡуласаһынан хасил булған, унда майҙаны 200 кв. метрға тиклем еткән торлаҡ биналары һәм цитадель була. Һаҡ ҡоролмалары стеналарының ҡалынлығы 4,5 - 6 м тәшкил итә. Тышҡы һәм эске һаҡ ҡоролмалары яндырылмаған кирбес, ағас һәм кәҫтән торған диуарҙар, шулай уҡ оҙон соҡор (канау) менән сикләнгән. Тышҡы һәм эске ҡәлғә стеналары арауығы тотошлайы менән 4x12 м ҙурлығындағы ярым ер өйҙәрҙән тора. Өйҙәр радиаль йүнәлештә төҙөлөп, уларҙың ике оҙон стенаһы бер үк ваҡытта йәнәштәге бүлмәләрҙең дә стеналарын хасил иткән. Торлаҡ стеналары һәм ҡыйыҡтары ер иҙәнгә ҡаҙып ултыртылған бағаналар менән тотторолған. Һәр өйҙә ике инеп-сығып йөрөү урыны була. Береһе тышҡы стенаның бер мөйөшөндә булһа, икенсеһе киңлеге 6 м булған ағас түшәлгән юл менән тоташтырылған эске ихата яғына сыға. Ағас түшәлгән урам (мостовой) аҫтынан канализация системаһы үтә. Өйҙәр иҙәндәге усаҡтар менән йылытыла; һәр бер өйҙә ҡойо, һыу ағыҙыу торбалары була. Хәҙер беҙ Көньяҡ Уралдың Арҡайым тибындағы ҡаласыҡ-ҡәлғәләре тирәләй иҙәндәрендә усаҡтары һәм тәрән ҡойолары булған дүрт мөйөшлө ярым ер өйҙәрҙән торған асыҡ торлаҡтар булыуы хаҡында ышаныслы итеп әйтә алабыҙ.
1995 йылда БР Фәндәр академияһының комплекслы археологик экспедицияһы Башҡортостандың Хәйбулла районында, Таналыҡ ауыл биләмәһе территорияһында 10-дан ашыу ошондай торлаҡ ҡалдыҡтарын тикшерҙе. Конструкцияһы һәм табылдыҡтар составы буйынса улар Арҡайым торлаҡтары менән бер иш.
Көньяҡ Уралдың иртә бронза эпохаһына ҡараған ҡаласыҡ-ҡәлғәләрен тикшереү яңыраҡ башланғанлыҡтан, уларҙың барлыҡҡа килеүе һәм йәшәүе менән бәйле күп мәсьәләләр асыҡланмаған көйө ҡала. Әммә Арҡайым ҡаласығында оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған ҡаҙыныу эштәре материалдары бындағы ҡомартҡыларҙың үҙҙәренең түңәрәк планировкаһы, фортификацион һәм бәләкәй ҡоролмаларҙың ҡатмарлы булыуы, төҙөлөштә яндырылмаған кирбестең киң ҡулланылыуы менән ғәҙәти булмауы хаҡындағы фекерҙе раҫларға нигеҙ була ала. Улар формалары буйынса боронғо Хорезм, Бактрия һәм Урта Азияның башҡа дәүләттәренең ҡала-ҡәлғәләрен ныҡ хәтерләтә, әммә Арҡайым тибындағы ҡомартҡылар быларынан 600 - 800 йылға боронғораҡ. Әйтергә кәрәк, планировкаһы, төҙөлөш техникаһы һәм табылдыҡтар составы (балсыҡ көршәктәр, бронза бысаҡтар) буйынса тулыһынса оҡшаш булған ҡаласыҡ-ҡәлғәләр Сирияның әлеге ваҡытта Израиль тарафынан оккупацияланған Голан ҡалҡыулыҡтарында табылған. Был ҡаласыҡтар америка спутниктары ярҙамында асылып, Израиль археологтары тарафынан өйрәнелгән, ҡаҙыныу һөҙөмтәләре Израиль журналдарының береһендә тулыһынса баҫылып сыҡҡан. Көньяҡ Уралдың Арҡайым тибындағы ҡаласыҡ-ҡәлғәләренең Голан ҡалҡыулыҡтарындағы әле иҫкә алынғандары менән оҡшашлығы иҫ китмәле, һәм был аңлатыу талап итә. Беҙгә килгәндә, үрҙәрәк телгә алынғанса, иртә бронза эпохаһында (III - II мең йыллыҡтар сиктәрендә) Көньяҡ Уралға көньяҡ далаларынан Яҡын Көнсығыш халыҡтары менән тығыҙ мәҙәни-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә йәшәгән ҙур халыҡ төркөмдәре күсеп килә. Сағыштырылған төбәктәрҙә йәшәүсе ҡәүемдәрҙең ошондай аралашыуы өсөн бик яҡшы мөмкинлектәр булған: улар тәгәрмәсле транспорт - ике тәгәрмәсле арбаларҙы ҡуллана алған, был хаҡта түбәндәрәк бәйән ителер.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 172

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru