«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҢГЕЛЕК ХӘҠИҠӘТ,
+  - 


йәки яҙып ҡалдырылған тарихыбыҙҙы ынйы бөртөгөләй йыйыу фарыз

Үҙ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһынмаған һәм уны белергә теләмәгән инсандарҙы аңлауы ҡыйын. Тарихҡа ҡарата битарафлыҡ маңҡортлоҡҡа илтә. Ә башҡорт тарихы шундай боронғо, ҡатмарлы һәм серле, уға бер эҫенһәң, һис айырылырлыҡ түгел. Тарих ҡабатланмай, уның барса хәл-ваҡиғаларын беҙ төрлө яҙмаларҙан уҡып ҡына күҙ алдына килтерәбеҙ. Мине бигерәк тә башҡорттар тураһында хәбәрҙар булған, улар тураһында үҙ ҡараш-баһаларын аҡҡа төшөргән шәхестәр ҡыҙыҡһындыра. Тарихнамәләр менән танышҡанда уйланаһың да, хисләнәһең дә, хыялға ла биреләһең. Ҡай сағында күңелеңде күтәрһә, бәғзе осраҡта йөрәгеңде лә һыҙлата ул. Ошондай мәлдәрҙә быуаттар томаны эсендә ҡалған шәхестәр, үҙ заманы хаҡында бәйән иткән сәйәхәтселәр, уҡымышлы заттар, тарих ҡаҙанында ҡайнаған башҡа зыялылар менән осрашҡандай булам. Уй-фекер аша, хәҙергесә әйткәндә, виртуаль ысынбарлыҡтың түңәрәк ҡорона саҡырып, улар менән бына тигән әңгәмә ҡороп була бит! Әйҙәгеҙ, шулай итәйек, "Киске Өфө"нөң виртуаль ҡорона саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙҙы тыңлап ҡарайыҡ.

Хәҙерге Башҡортостан Көньяҡ Уралды, Урал алды һәм аръяғын, уның көньяғындағы далаларҙы биләй. Тарихи Башҡортостан күпкә ҙурыраҡ булып, уны төйәк иткән ҡәүемдәр меңәр йылдар элек үк донъяның төрлө тарафтарында көн иткән халыҡтарға билдәле булған. Ислам нурынан аҡыл һәм иман алып йәшәүсе боронғо ғәрәп уҡымышлылары башҡорттар тураһында ниҙәр белә ине икән?

ИБН ХОРДАДБЕК (IX быуат):
Бөйөк Ғәрәп хәлифәтенең танылған инсаны Сәлләм Тәрджемән ошо быуаттың 40-сы йылдарында Хазар иленә һәм артабан унан көнсығышта булған илдәргә сәйәхәт ҡылды. Ул бәйән иткәндәрҙән Итил йылғаһының тамағынан 27 көнлөк юл үтеүгә, Башҡорт иле башланыуы тураһында хәбәрҙар инек.
ӘЛ МАСУДИ (X быуат): Мин баджғардтар тураһында бер аҙ мәғлүмәтте "Китаб әт Тәнбих" тигән әҫәремде яҙған саҡта таптым.Төрки ҡәүемдәр араһында 840 йылдар тирәләрендә низағ сығып, Джурджания күле (һеҙ уны Арал диңгеҙе тип беләһегеҙ) янында орош булды. Ғуздар, ҡарлуҡтар һәм ҡимаҡтарға ҡаршы дүрт төрки ҡәүеме - бәджнәк, бәджнә, баджғард һәм нәүкәрдтәр берләшеп һуғышты. Һуңғылары еңелеүгә дусар булғас, Хазар өлкәһенә сигенергә мәжбүр булды. Һуңынан бәджнәктәр, баджғардтар Византияға ла йыш ҡына һөжүм итеп торҙо.
ӘБҮ ЗӘИД ӘЛ БӘЛХИ (X быуаттың беренсе яртыһы): Эске башджарҙарҙан Булғарға тиклем 25 көнлөк юл. Башджарҙар ике ҡәбиләгә бүленә, уларҙың береһе Ғуздар (ҡомандар иле) сигендә, булғарҙарға яҡын йәшәй. Ул 2000 кешенән хасил булып, үҙҙәренең урмандары менән шул тиклем яҡшы ҡурсаланған, хатта уларҙы бер кем дә баҫып ала алмай икән, тип һөйләйҙәр. Улар булғар ҡулы аҫтында йәшәй. Икенсе башджарҙар бәшәнәктәр менән сиктәш. Улар һәм бәшәнәктәр - төркиҙәр.
ӘБҮ ХӘМИТ ӘЛ ҒАРНАТИ (XII быуат): Илдәр буйлап сәйәхәт ҡылғанымда Күйәв ҡалаһына барып сыҡтым. Бында төркисә һөйләшкән, улар кеүек уҡ атырға маһир мәғриб кешеләре йәшәй ине. Был илдә уларҙы беджнәк тип атайҙар. Ҡайһы бер юлдаштарымды шунда ҡалдырып, был илдән өҫтәрәк ҡырҡ көн юллыҡ алыҫлыҡтағы башкирдтарға юлландым. Иҫәпһеҙ күп булған мәжүси ҡәүемдәр эргәһенән үтергә тура килде. Улар бейек ағастар һәм баҡсалар араһында йәшәй, бындай ҙур ағастарҙы минең бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине, ә уларҙың емештәре лә күренмәне. Унҡурийа иленә барып еттем, бында йәшәүсе халыҡты башкирд тип атайҙар. Төркиҙәр иленән сығып, франк иленә беренселәрҙән булып барып еткән ҡәүемдән улар, иҫәпһеҙ күптәр һәм бик ҡыйыуҙар.

Ә хәҙер Урта быуаттарҙа киң мәғлүмәтле географ булып танылған мөхтәрәм ғәрәп ғалимы әл Иҙриси әйткәндәргә ҡолаҡ һалайыҡ.

ӘЛ ИҘРИСИ ( XII быуат):
Мин үҙ заманымдағы халыҡтар, уларҙың илдәре тураһында киң һәм бай мәғлүмәт туплап, "Донъя гиҙеүҙе хушһынғанға йыуаныс" исемле китап яҙҙым. Басджирттар тураһында ла байтаҡ мәғлүмәт йыя алдым. Китабымда алтынсы климаттың етенсе секцияһында Хазар диңгеҙенең бер өлөшө, эске һәм тышҡы басджирт илдәренең территорияһы һәм уларға төньяҡтан сиктәш булған Аскутийа иле ерҙәре тураһында бәйән ителә. Алла ярҙамы менән беҙгә тиклем яҙылған китаптарҙан ошо илдәрҙең ябай һәм билдәле кешеләре тураһында өйрәнеп белдек.
Басджирттарҙың иле ҙур, уның айырым өлөштәре бер-береһенән ҙур алыҫлыҡта ята. Эске басджирттар иле үҙәге менән тышҡы басджирттар иле үҙәге араһы ун бер күсем ер. Үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса басджирт халҡы төрки-булғарҙарға оҡшаш. Кейемдәре - оҙон ҡуртаҡ. Басджирттар булғарҙар аръяғында гуз иле сиктәренә яҡын йәшәүсе ике ҡәбиләгә бүленә. Уларҙың ғәскәрендә ике мең тирәһе яугир бар. Урман араларына инеп боҫһа, уларҙы сиктәш йәшәгәндерҙең береһе лә таба алмай. Улар тәүәккәл һәм көслөләр. Басджирт халҡы бәджнәктәргә сиктәш. Басджирт ерҙәре Һаҫыҡ ергә (Себер һаҙлыҡтарына) тиклем йәйрәп ята. Тышҡы басджирт ере көнсығышҡа табан шулай уҡ Һаҫыҡ ергә тиклем етә.

Беҙҙең замандың зыялылары араһында башҡорттарҙың ҡалалары булмаған, улар цивилизацияһыҙ күсмә дала халҡы ғына булған икән, тип фекерләүселәр бар. Ошо хаҡта ни әйтер ине икән хөрмәтле географ әфәнде?

ӘЛ ИҘРИСИ:
Тышҡы басджирттар иленә Ҡаруҡийа, Нәмджан һәм Гүрхан ҡалалары ҡарай. Был ҡалаларҙа йәшәүселәр, үҙҙәренә етерлек кимәлдә сауҙа һәм һөнәрселек менән шөғөлләнеп, үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Был илдәр уңдырышлы, мул үҫемлекле һәм мал көтөүҙәре күп.
Нәмджан ҡалаһы - ҙур булмаған сәскә атыусы ҡаласыҡ. Был ҡала Суҡан тип аталған йылға буйында урынлашҡан. Был ҡаланан көнсығышта Арджика тауында баҡыр рудниктары бар, унда меңдән ашыу кеше эшләй. Унда баҡыр күп табылып, Хуваразм еренә, Шаш иленә һәм ғуз иленең яҡын өлкәләренә алып барыла. Был ҡаланан шулай уҡ төлкө һәм әл бабр тигән йәнлек тиреләре сығарыла, улар йылға буйлап Хазар диңгеҙенә тиклем алып барылып, бында һәм Дайламала юғары хаҡҡа һатыла. Был ҡалала балсыҡтан төрлө нәмәләр, шул иҫәптән юғары сифатлы һәм тиҙ ватылмай торған көршәктәр яһала. Был йылғаның ярҙарында төрлө төҫтәге ҡиммәтле таштар осрай, улар араһында лазурит күп. Нәмджан ҡалаһынан Гүрханға тиклем һигеҙ күсем ер. Был Аскутийа ере төркиҙәренең күп халыҡлы ҙур ҡалаһы. Был илдә һөнәрселек тауарҙары һәм сәнғәт әйберҙәренән тик көнкүреш өсөн кәрәклеләрен генә эшләмәйҙәр, шулай уҡ улар яһаған эйәр һәм ҡоралдар шул тиклем күркәм һәм камил - бындайҙар төркиҙәрҙең башҡа бер илендә лә етештерелмәй.
Эске басджирттарҙың ҡалаларынан Мастр һәм Ҡастрҙы атап була. Был ике ҡала ҙур түгел, һәм сауҙагәрҙәр бында һирәк килә. Унда бер кемдең дә булғаны юҡ, сөнки урындағы халыҡ илдәре аша үтеп сығырға теләүсе бөтә сит ил кешеләрен үлтереп тора. Был ике ҡала Исилгә ҡойған йылға буйында урынлашҡан.
НИЯЗ МӘЖИТОВ: Ҡалалар тиҙ генә барлыҡҡа килмәй, шуның өсөн әл Иҙриси һәм уның информаторҙары һүрәтләгән башҡорт ҡалаларының оҙайлы тәү тарихы V-VIII быуаттарға, бәлки, унан да әүәлерәк ваҡыттарға барып тоташалыр. Ҡалалары булыу факты башҡорттарҙың башында билдәле хандар торған үҙ дәүләтселеген, властың нәҫел буйынса тапшырылыуын раҫлай.
ӘЛ ИҘРИСИ: Нәмджан ҡалаһы менән төркиҙәрҙән булған бер кеше идара итә ине. Уларҙа власты атанан улға тапшырыу ғәҙәте игелекле эштәре һәм ябай халыҡҡа, арҙаҡлы заттарға яҡшы мөнәсәбәтле булыуҙары арҡаһында өҙөлмәй килә.
НИЯЗ МӘЖИТОВ: Баш ҡалабыҙ үҙәгендә Өфө-II тип исемләгән боронғо ҡаласыҡ тирәһендә ҙур ҡала булып, уның IV-V быуаттарҙан XVI быуат баштарына тиклем тарихи-географик сығанаҡтарҙа телгә алынған Башҡорт ҡалаһы икәнлегенә шик юҡ. Баш ҡалабыҙҙың боронғолоғо тураһында төрлө быуатта, төрлө илдәрҙә йәшәгән ғалимдар бер үк фекерҙе хуплап торғанда, иң тәүҙә беҙ, Башҡортостан ғалимдары, быны танырға һәм халҡыбыҙға еткерергә тейешбеҙ. Икенсенән, боронғо Өфөнө ентекле өйрәнеү, киләсәк быуындар өсөн уны һаҡлап ҡалыу бурысы ла беҙҙең намыҫта. Ғалим булараҡ, шуны ғына әйтә алам: Өфө-II ҡаласығының боронғо Башҡорт ҡалаһы икәнен иҫбатлар өсөн беҙҙә Ҡаҙандың мең йыллығын иҫбатлауға ҡарағанда ун тапҡырға күберәк, тағы ла төплөрәк, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр һәм материалдар бар.



Ҡоробоҙҙа боронғо башҡорттар тураһында һүҙ барғас, халҡыбыҙ тарихы буйынса үтә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ҡарашын 1852-1855 йылдарҙа "Башҡорт-мишәр ғәскәрен тарихи һәм статистик яҡтан байҡау" тип аталған документҡа яҙып ҡалдырған билдәһеҙ рус зыялыһын да тыңлап ҡарайыҡ.

АНОНИМ РУС ТАРИХСЫҺЫ:
Хәҙер Ырымбур крайында көн иткән төрлө ҡәүемдәр араһында башҡорттар үҙҙәре биләгән ерҙәрҙә борон-борондан йәшәгән берҙән-бер халыҡ булып тора. Уларҙың Волга аръяғында йәшәүе тураһындағы мәғлүмәт Христос тыуғандан һуң X быуат башында уҡ билдәле булһа, бында осраған башҡа ҡәүемдәрҙең барыһы ла тарихи ҡомартҡыларҙа XVI быуат урталарынан, Грозныйҙың Ҡаҙанға яһаған походтарынан да иртәрәк иҫкә алынмай.
X быуат башҡорттары тураһында Хиванан (Джорджак) Волга булғарҙары батшаһына барышлай уларҙың ерҙәре аша үтеп сыҡҡан Моҡтадир хәлиф илсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан аша хәбәрҙарбыҙ. Ул ошо халыҡтың атамаһы Башғырд булыуын билдәләй һәм, башҡорттарҙы төрки ҡәүемдәр иҫәбенә индереп, уларҙың иң көслөһө һәм уҫалы булыуы тураһында яҙа. Артабан ул, башҡорттарҙың мәжүси диндәре тураһында бер аҙ мәғлүмәт биреп, уларҙың ҡайһы берҙәренең мосолман булыуын да иҫкә ала...

Олуғ хәлиф Әл Моҡтадир тарафынан Булғар ханы Алмышҡа 921 йылда ебәрелгән илселек кәтибе Әхмәт ибн Фаҙланды, ошо дәүерҙән бирле мең йылдан артыҡ ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, белмәгән башҡорт һирәктер. Һеҙҙең юлъяҙмағыҙҙы күп ғалимдар уҡып тикшерҙе, ә үҙен Көҙән башҡорто тип атаған арҙаҡлы затыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди ошо хеҙмәт буйынса Берлинда докторлыҡ диссертацияһы яҡланы. Әхмәт ибн Фаҙлан үҙ күҙҙәре менән күргән һәм башҡаларҙан һорашып белгән башҡорттарҙан ни эшләп хәүефләнде икән һуң?

ӘХМӘТ ИБН ФАҘЛАН (922 йыл):
Беҙгә "Башғырдтарҙан ҡурҡығыҙ!" тинеләр. Уғыҙ урҙаһынан китеп, Яғынды йылғаһына еткәс, каруанды аръяҡҡа турһыҡтар өҫтөндә сығарыр алдынан, башғырдтарҙың һөжүменә эләкмәҫ өсөн, һағауылдарҙың бер өлөшөн йылға аша алдан сығарып, һаҡлыҡ сараларын күрҙек. Джайих йылғаһы аша сыҡҡас, башғырд тигән ошо төрөк ҡәүеменең илендә булдыҡ. Беҙ уларҙан хәтәр ҡурҡтыҡ, сөнки улар төркиҙәрҙең иң яманы һәм ҡыйыуы, шулай уҡ кеше үлтереүҙә аяуһыҙы; шулай, әгәр бер кеше дошманын осратһа, уның башын өҙә, башты үҙе менән ала һәм кәүҙәһен үлтергән урында ҡалдыра.

Замандаштарыбыҙға Әхмәт ибн Фаҙландың башҡорттарҙың ҡайһы бер инаныстары тураһында яҙып ҡалдырыуы бик ҡәҙерле. Шул уҡ сыңрау торна тураһындағы риүәйәт бынан мең йыл элек үк башҡорттарҙа боронғолар һүҙе булып, торна бөгөн дә изге ҡоштар иҫәбендә йөрөй…

ӘХМӘТ ИБН ФАҘЛАН:
Беҙ башҡорттарҙан торналарға табыныусы бер таифә күрҙек. Улар миңә шулай аңлатты: үҙҙәренә дошман булған бер ҡәүем менән һуғыш алып барғанда дошмандары уларҙы еңелеүгә дусар итә. Шул саҡта дошмандарының артында торналар ҡысҡыра башлаған, ә улары ҡурҡыуға төшөп, инде еңдем тигәндә, үҙҙәре еңелә. Ошо арҡала улар торналарҙы ололайҙар һәм шулай тиҙәр: "Быларҙы беҙҙең раббыларыбыҙ ебәрҙе, сөнки улар дошмандарыбыҙҙы ҡыйратты".
БИЛДӘҺЕҘ РУС ТАРИХСЫҺЫ: Вәлиди әфәнде әйткәнсә, ибн Фаҙландан һуң башҡорттар һәм Башҡортостан XIII быуатта Көнбайыш Европанан Урта Азияға бөйөк монгол хандарына Папа илселәре сифатында килеп йөрөгән католик миссионерҙар яҙмаларында телгә алына. Уларҙың береһе, Плано Карпини, Половецтар (Ҡыпсаҡ) ере тураһында бәйән итеп, уның төньяҡтан "башҡорттар иле, венгрҙарҙың ватаны менән" сиктәш булыуы тураһында әйтә. Икенсеһе, Руисбрек (Рубрук), Башҡортостандың Волга менән Урал араһында, Волга булғарҙары еренә күрше булыуын иҫкә ала. Шулай уҡ ул Паскатир кешеләре "венгр телендә һөйләшә", тип билдәләй.

Ысынлап та, тарих фәнендә Дунай тамағында йәшәгән Мадъярстан башҡорттары тураһында мәғлүмәт байтаҡ. Ҡасандыр мадъяр һәм башҡорттарҙың аралашҡанда бер-береһен еңел аңлай алыуы хаҡында ла яҙыусылар бар...

БИЛДӘҺЕҘ РУС ТАРИХСЫҺЫ:
Башҡорттарҙың венгрҙар менән оҡшашлығы тураһында иҫкә алынған миссионерҙар тарафынан әйтелгәндәр хәҙер ошо хаҡтағы күп тикшеренеүҙәрҙән һуң аҙ ғына булһа ла шик тыуҙырмай. Былары ла, тегеләре лә бер үк боронғо Урал ҡәбиләһенән килеп сыҡҡан. Хәҙерге заман этнографтары аңлатыуынса, был ҡәбилә тәүтормош дәүере ҡәбиләһе булып, бик боронғо замандарҙа уның нигеҙендә фин, монгол һәм төрки ҡәбиләләре, ә унан да һуңыраҡ бөтә хәҙерге фин-татар халыҡтары тип аталып йөрөлгәндәре барлыҡҡа килгән. Ул Урал ҡәбиләһе тип аталған, сөнки Урал тауҙары уның тәү төйәге итеп һаналған... Ҡәбиләнең үҙ Ватаны булған тауҙарҙа, Көньяҡ Урал һырттарында тороп ҡалған өлөшө иң кәмендә X быуаттан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем башҡорттар тип аталып йөрөүсе халыҡты барлыҡҡа килтергән...
ӘБҮ ХӘМИТ ӘЛ АНДАЛУЗИ (XII быуат): Мин Мадъярстан башҡорттарын яҡындан белә инем, улар араһында байтаҡ йылдар йәшәнем. Ике улым башҡорт ҡыҙҙарына өйләнде, уларҙан ейәндәрем дә булды. 1135 йылда Итил болғарҙарына сәйәхәт иткән саҡта башҡорттарға ла барҙым. Улар мәрхүмдәрҙе оҙон итеп ҡаҙылған ҡәберҙәргә күмә, 1160 йылда Анатолиялағы Конья ҡалаһы янында Дауыт ибн Ғәли исемле башҡортто күреп һөйләшкән саҡта ул да ошоно дөрөҫләне. 1158 йылда беҙ Гур Керман тип йөрөткән Киевҡа, унан Итилдәге Саҡсын ҡалаһына, Хорезм юлы менән Бағдадҡа һәм Һижазға килдем, хаж ҡылдым. Дунай мадъярҙары башҡорттар менән бер үк ҡәүемдән, уларҙың королен беҙ "башҡорт падишаһы", тип атайбыҙ.
ИБН СӘЙЕТ ӘЛ МӘҒРИБИ (XIII быуат): Дунайҙың көнсығышында йәшәгән мадъярҙарҙы һунғар, тип тә атайҙар. Улар ошо уҡ йылғаның көньяғында ерләшкән мосолман башҡорттар менән ҡәрҙәш ҡәүем. Һунғарҙар пайтәхете Торобтыуа тип аталһа, мосолман башҡорттарҙың баш ҡалаһы Ҡорат исемле. Уларҙы бер төркмән фәҡихы (дин ғалимы) мосолманлыҡҡа йөгөндөргән.
ЯҠУТ ӘЛ ХАМАУИ (XIII быуат): Миңә Халебҡа уҡырға килгән Мадъярстан башҡорттарының берәүһе менән һөйләшергә тура килде. Уның әйтеүенсә, ундағы мосолман башҡорттар барыһы ла хәнәфи мәҙһәбенә ҡарай, имеш. Уларҙы мосолманлыҡҡа бик борон заманда Болғар мәмләкәтенән килгән ете кеше өйрәткән. Ул был риүәйәтте атай-олатайҙарынан ишеткән. Дунай башҡорттары 30-ға тиклем ҡәрйә тәшкил итеп йәшәй. Уларҙың һәр береһе ҡала хәтле ҙур, тик Мадъяр падишаһтары, башҡорттарҙың күтәрелешенән ҡурҡып, ҡәлғә төҙөргә рөхсәт итмәй икән. Телдәре лә инде төркисә түгел, мадъярса булып бөткән, ҡиәфәттәре лә европаса, имеш. Ғәскәр сифатында мадъяр короле хеҙмәтендә мосолман булмаған ҡәүемдәргә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашалар; һаҡалдарын ҡыралар, бәғзеләре Ислам ғилемдәрен өйрәнеп фәҡих булыу өсөн Халебҡа килә икән.

XX быуатта башҡорт халҡының тарихи этнографияһына нигеҙ һалған арҙаҡлы рус ғалимы Сергей Руденконың бик нигеҙле фекерҙәрен дә иғтибарға алыу фарыздыр.

СЕРГЕЙ РУДЕНКО:
Этник яҡтан боронғо башҡорттарҙы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш территорияһы буйынса Геродоттың тиссагеттары, ә уның көньяҡ һәм көнсығыш яғында савроматтар һәм иирктар менән бәйләү мөмкин, тип иҫәпләйем. Шулай ҙа беҙҙең эраның I мең йыллығының беренсе быуаттарынан ғына башҡорттарҙы көнкүреше дала яғында күсмә малсылыҡ менән ҡуша алып барылған һунарсылыҡ, таулы һәм урманлы тарафта - өҫтөн торған һунар итеү һәм ҡортсолоҡ шөғөлдәре, билдәле кимәлдә ер эшкәртеү менән ҡуша барған ултыраҡ малсылыҡ менән бәйле берҙәм ҡәбиләләр төркөмө, тип ҡарап була.
Башҡорттарҙың ҡатмарлы тарихи үткәне, бигерәк тә халыҡтарҙың бөйөк күсеше тип аталған дәүерҙән башлап, ниндәйҙер кимәлдә уларҙың физик тибында, шулай уҡ телендә һәм көнкүрешендә сағылыш тапмай ҡалмаған. Әммә төньяҡ фин-уғыр ҡәбиләләре менән бәйләнешкә инеү ҙә, Башҡортостан территорияһына һундарҙың, һуңынан татар-монгол, ҡаҙаҡ ҡәбиләләренең үтеп инеүе лә, ҡалмыҡтар менән үҙ-ара бәйләнеш тә, һәм, ахырҙа, һуңғы осорҙа көнбайыштан Ҡаҙан татарҙарының, мишәр кеүек халыҡтарҙың үтеп инеүе лә башҡорттарҙың физик тибын да, телен дә, көнкүрешен дә тамырҙан үҙгәртә алмаған.



Ул боронғо башҡорттарҙың теле тураһында бик матур фекерҙәр әйтә.

СЕРГЕЙ РУДЕНКО:
Моғайын, ошо заманда уҡ Башҡортостан халҡының күпселеге аралашҡан тел әлегә беҙгә билдәле булмаған урындағы телдәрҙе ассимиляциялаған боронғо башҡорт теле булғандыр. Уларҙың үҙенсәлектәрен башҡорт телен күрше халыҡтарҙың телдәре менән тәрәндән сағыштырып, лингвистик тикшереү юлы аша ғына асыҡлап буласаҡ. Башҡорт халҡы составына ингән ҡәбиләләргә хас диалекттар, урындағы һөйләштәр булыуына ҡарамаҫтан, халыҡтың берҙәм һәм уртаҡ теле был диалекттарҙан өҫтөнлөк алып, уларҙы үҙенә бойһондорорға тейеш була. Бынан башҡа башҡорттар халыҡ булып йәшәй алмаҫ ине. Башҡорт теле, башлыса үҙенең элекке замандарҙан урынлашҡан грамматик төҙөлөшөн һаҡлап ҡалып, һүҙлек фонды яғынан байый барған.
МӘХМҮТ ӘЛ ҠАШҒАРИ (XI быуат): Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире һәм мәрхәмәте менән миңә "Диуану лөғәт әт-төрк" тип аталған төрки ҡәүемдәре телдәренең һүҙлеген төҙөү насип булды. Төрки телле халыҡтарҙы бик ихлас һәм ентекләп өйрәндем. Башҡорттар тураһында ла хәбәрҙар булдым. Улар - төп һәм беренсел булған 20 төрки ҡәүеменең береһе. Башҡорт теле ҡырғыҙ, ҡыфджаҡ, уғыҙ, тухси, яғма һәм башҡа төрки ҡәүемдәренең теленә яҡын. Башҡорт һөйләше төркисәнең йемек (кимәк-ҡыпсаҡ) һөйләше лә ингән тел төркөмөнә ҡарай.

Башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосында һүрәтләнгән боронғо тәү тарихы рәсми фән тарафынан да раҫлана бара түгелме һуң?

ВЛАДИМИР ОВСЯННИКОВ:
Башҡорт халҡының бишеге булған Көньяҡ Урал ландшафтының тарихи әһәмиәте уның сиктәрендә мәҙәни традицияның өҙөлмәүенән күренә. Дәүерҙәр, матди мәҙәниәт алмашыныуына, климат һәм сәйәси үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, бында һәр саҡта ла киләсәк быуындар өсөн аралашсы һәм коммуникатор булып торған этник ядро һаҡланып ҡалған. Үҙ мәҙәниәтендә бөтә уҙған дәүерҙәрҙең эҙҙәрен һаҡлаусы хәҙерге башҡорт халҡының формалашыуы ошо традицияның үҫеш һөҙөмтәһе булып тора. НИЯЗ МӘЖИТОВ: Беҙ Көньяҡ Уралда иң боронғо дәүерҙәрҙән XVI быуатҡа тиклем бер-береһен алмаштыра килеп йәшәүсе халыҡтар тураһында мөмкин булғанса тулыраҡ ҡараш булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайныҡ. Һуңғы 2-2,5 мең йылдарҙағы халыҡтар тарихын яҙғанда, беҙҙең инаныуыбыҙса, хәҙерге башҡорт халҡының алыҫ һәм яҡын ата-бабалары булған боронғо һәм урта быуат ҡәбиләләре иғтибарыбыҙ үҙәгендә булды. Башҡорт халҡының формалашыуы оҙайлы ваҡыт арауығында барып, VI-X быуаттарҙың һәм унан алдағы йөҙ йыллыҡтарҙың да ошо процестың айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итеүе хаҡындағы һығымтабыҙ үҙебеҙ өсөн дә көтөлмәгәнерәк булды.

Ватансыллыҡ - башҡорттарҙың милли йөҙөн билдәләүсе төп сифат, тип әйтергә була. Уларҙың үҙ Ватанын, үҙ ерен дошмандан һаҡлағанда күрһәткән батырлығы, яугирлығы хаҡында бар донъя белә. Шулай булмаһа, үҙенең аҫыл аҫаба ерендә - Иҙел-Урал-Көнсығыш Себер арауығында - улар хәҙерге көнгә тиклем төп ерле халыҡ булып һаналмаҫ ине. Быны 200 йыл элек Рәсәйгә баҫып ингән Наполеон ғәскәренә ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына бирелгән баһа ла раҫлай.

МАРБО (Наполеон генералы):
Улар беҙҙең ғәскәрҙе һәр саҡ һағалап ҡына торҙо. Саҡ ҡына уңайы сығыу менән, һағыҙаҡ күсе һымаҡ ябырылалар. Ә уларҙы ҡыуып етеүе бик ҡыйын ине. Уҡтарынан уғата мәргән атҡанлыҡтан, уларҙы ватандаштарым "Төньяҡ амурҙары" тип атаны.
МИХАИЛ КУТУЗОВ: Бородино алышынан һуң мин башҡорт атлылары башлыҡтарынан Ҡаһым түрә исемен йөрөткән батыр затҡа: "Ах, любезные мои башкирцы, какие вы молодцы!" - тип әйткәйнем. Һуңынан йыр-моң һөйөүсе башҡорттар ошо хаҡта "Любезники, любизар, маладис, маладис!" тип йыр ҙа сығарған икән. 1812 йылда Ырымбур губернаторы кенәз Волконскийға яҙған хатымда: "Һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ, Ваше сиятельство, нисек итеп һәр рус һалдаты ҡасыусы дошманды туҡмап, кинәнес алғанын, батырлыҡ ҡылғанын. Шулай уҡ казактар һәм башҡорт полктарының уларҙы ҡырғанын!" тип тә яҙғайным.
ПЕТР КУДРЯШЕВ (декабрист, рус шағиры): Мин ул саҡта башҡорт яугирҙары менән һоҡланыуымды бына нисек белдергәйнем:
"Друзья! Гордитесь: целый мир
узнает, сколь могуч башкир!"

ИОГАН ВОЛЬФГАНГ ГЕТЕ (бөйөк немец шағиры): Ошо ваҡытта үҙем йәшәгән Веймар ҡалаһында миңә лә башҡорт яугирҙарын күреү насип булды: был ғәскәр миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо. Улар осло башлы ҡыҙыл кәпәс кейгән. Ҡоралдары: һөңгө, уҡ-һаҙаҡ. Аттары тәбәнәк кенә. Беҙҙе, улар ҡурҡыныс, ҡырағай әҙәмдәр, кеше ашай, тип ҡурҡытҡайнылар. Былар ни, бик итәғәтле булып сыҡты. Ҡалаға инеү менән оцепление ҡуйҙылар, бер кемгә лә теймәнеләр, фатирға рөхсәт һорап ҡына урынлаштылар. Уларҙың принцын (башлығын) һәм бер төркөм офицерҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙым. Улар шул хәтлем эскерһеҙ, ихлас кешеләр булып сыҡты. Минең ижадыма юғары баһа бирҙеләр. Баҡсаға сығып, улар миңә йәйәнән уҡ атып күрһәтте. Мин дә атып ҡараным, ләкин мин атҡан уҡ дүрт метрҙан да ары осмай, кире төштө. Уларҙың ағасҡа ҡаҙалған уғын кире тартып алырлыҡ түгел ине.

Бик күп рус зыялыларының башҡорттарға борон-борондан хас булған башҡа гүзәл сифаттар хаҡында әйткәндәре бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмағандыр ул...

ЛЕВ ТОЛСТОЙ (бөйөк рус яҙыусыһы):
Үҙ-үҙемә ҡул һалыр сиккә еткәндә лә изге һәм саф тәбиғәтле башҡорттар тураһында хәтерләп, әллә шул гүзәл халыҡ араһына китеп йәшәргәме икән, тип, үҙемдең "Тәүбә ҡылыу" тигән философик әҫәремдә лә яҙғайным. Кәрәлеккә икенсе килгәнемдә (1871 йылда) башҡорттарым бөтөнөһө лә мине таныны һәм ҡыуанып ҡаршы алды: әммә уларҙың тормошо элекке менән сағыштырырлыҡ түгел, хөртәйгән. Иң яҡшы ерҙәрен киҫеп алғандар. Яңы тәҫьораттар күп булды: Геродотлыҡ аңҡып торған башҡорттар ҙа, халыҡтың ябайлығы һәм киң күңеллелеге арҡаһында ғәжәп матур күренгән ауылдар ҙа... Башҡорттар ғәжәп һәйбәттәр. Улар ябай, тоғро, саф күңелле, аҡыллы.
ВЛАДИМИР ЛЬВОВ (яҙыусы): Башҡорттар араһында оҙағыраҡ йәшәгән һайын мин был халыҡтың һоҡланғыс күңел матурлығы сифатын баһаларға өйрәндем. Киң күңелле, кешегә яғымлы, баҫалҡы, әммә бер кем алдында ла дәрәжәһен төшөрмәгән был ғорур халыҡты яҡын иттем. Хатта иң ярлы башҡорт та үҙен кәмһетеп тотмай һәм кемгәлер ярарға ла тырышмай. Кем генә булма, башҡортҡа һин уға тиң кеше, ҡунаҡ, һәм ул күрешергә ихлас ҡул бирә.

Улар башҡорт халҡының киләсәге өмөтлө булыуын ниндәй сәбәптәр менән аңлатҡан икән?

ВАСИЛИЙ ФЛОРИНСКИЙ (табип, яҙыусы):
Башҡорттар менән осрашҡан ваҡытта уларҙың айыҡ аҡылы ғына түгел, ә уйлап табыу һәләтенә маһир икәне асыҡ күренә. Ғөмүмән, уларҙың аҡылы зирәк һәм отҡор булыуы менән айырылып тора, был сифаттар башҡорттарҙың холҡонда ла ярылып ята; бер механик ғәҙәт кенә түгел, ә төрлө алымдар талап иткән һәм шәхси хыялдарға урын булған шөғөлдәргә тартылыуҙары ла шуның менән аңлатылалыр. Минеңсә, башҡорттарҙан бик яҡшы малсылар, һөнәрселәр, фабриканттар, сауҙагәрҙәр килеп сығырына ышанып була. Башҡорттарҙың киләсәк быуындарына цивилизация ниндәй йоғонто яһаясағын әйтеүе ҡыйын ине, әммә улар үҙҙәренең ҡәрҙәштәре булған венгрҙарҙан ҡалышмаҫтар кеүек тойолдо.
МИХАИЛ ЛОССИЕВСКИЙ (ғалим-этнограф, яҙыусы): Иҡтисади яҡтан башҡорттарҙың ауыр хәлдә ҡалыуына нигеҙләнеп, ҡайһы бер тикшеренеүселәр XIX быуат аҙағында ошо халыҡ юҡҡа сығыр, бөтөр, тип яҙып сыҡты. Әммә бөтөнләйгә икенсе, ҡапма-ҡаршы ҡараш та булды: башҡорттар бөтмәй, арта бара. Башҡорттарҙы бик күп йылдар дауамында өйрәнгән доктор Д.П. Никольский бына ниндәй һығымтаға килде: бик ыңғай булмаған тормош шарттарына ҡарамаҫтан, уларҙы физик үҫеше буйынса бөтөп барыусы халыҡтар рәтенә ҡуйып булмай. Уларҙың үҫеш мөмкинлектәре күп, ә аҡыл үҫеше кимәле буйынса улар башҡа күп рус булмаған Рәсәй халыҡтарынан алдымыраҡ. Доктор Никольскийҙың ҡарашы ысынбарлыҡҡа тура килә, тип фекер йөрөтөргә ныҡлы нигеҙ бар.

Виртуаль тарихи ҡорҙо
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 175

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru