«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРАУЫЛСЫ - 2
+  - 


- Әүәлгеләй уныһын-быныһын етештереп, бесеп-тегеп, йүгермәләп йөрөр саҡтарың алда әле. Ҡулың алтын бит һинең, әхирәт, күлдәктәрҙе тәнгә һылаштырып ҡойоп, кәртинкәләй матур итеп ҡайып, һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡарарлыҡ килештереп тегәһең!
- Бигерәк телгә бөткәнһең инде, Ҡыҙбикә, телеңдән шәрбәт, бал тама. - Әлмәғиҙә һүрәнке йылмайҙы. - Ҡуй, артыҡлап маҡтама, йә ышандырып ҡуйырһың!
- Маҡтамайым, нисек бар, шулай әйтәм, ауылдың ҡыҙ-ҡырҡыны, бисә-сәсәһе һинең ҡулыңа ғына ҡарап тора бит. Тиҙҙән үктәбер байрамы, сәләмәтләнереңде көтөп кенә йөрөйҙәрҙер әле.
- Көтәләр микән? - Ауырыуҙың күҙҙәре дәртле янып китте. - Әүәле ни шәм яҡтыһында кистән иртәнгәсә бер күлдәкте тып иттереп әҙерләй инем. Арымағанымды әйт... Үктәбер, тиһең, уға саҡлы ла әллә күпме ваҡыт бар әле, ураҡ тамамланмаған, мал ҡураға инмәгән.
- Түҙгәнгә - түш ите, шул көндәрҙең килеренә өмөт итәйек, иншалла! - Өләсәйем йоҡа ирендәрен йыбырлатып, ауыҙы эсенән аят уҡырға тотоноп китте. Әлмәғиҙә ауырлыҡ менән тороп ултырып, ә мин сүкәйгән килеш ҡулдарыбыҙҙы алға һоноп, тынып ҡалдыҡ. Ниһайәт, өләсәйем биттәрен һыпырып әпәр итте. - Бына ошо сәләмәтләнеү доғаһы үтә лә килешә ул, сир-зәхмәтте ситкә ҡыуа, тәнгә сихәт өҫтәй. Һин дә, әхирәт, уны ҡайта-ҡайта ҡабатлап ят.
- Бөгөн таңда үҙемә ясин сыҡтым әле... - Тиҙ арала күҙ нурҙары һиҙелеп тоноҡланған Әлмәғиҙә талсыҡҡандай кире түшәгенә бөршәйеп ятып, йөҙөн стена яғына борҙо.
Тышҡа сыҡтыҡ. Артыбыҙҙан Ҡупшыҡай күренде лә, тотҡарланыр инегеҙ аҙыраҡ, тигәндәй, аяҡтарыма килеп һырпаланды. Ошоғаса ирәбе ҡараған өләсәйемдең йөҙө төмһәрҙе, саҡ ишетелерлек итеп шыбырланы:
- Им-том килешмәҫ, үткәндә килтергән өшкөртөлгән тоҙҙан рәт сыҡмаҫ, моғайын... Тормаҫтан ятып тамаҡ һайлай башлаған, әләйгәс, эштәре шәптән түгел. Өҫтәүенә үҙемә-үҙем ясин сыҡтым, ти бит әле. - Бесәйгә өндәште. - Донъя хәлдәре төрләнеп, ул-был була ҡалһа, кемдең генә ҡулына ҡарап ҡалаһың инде, бисара? Сит-яттар һине хужабикәң һымаҡ әпәүләп ҡарамаҫ, ҡәҙерләмәҫ шул... - Әлмәғиҙә ҡарсыҡтың аяҡҡа баҫып китеренә ныҡ икеләнә, шикләнә, тимәк.
Йортобоҙ янына еткәс, өләсәйем ишек алдына үтте, ә мин урам яҡтағы баҡса ултырғысына барып һаҡтым. Селлә етһә, өй эсендә яғылған мунсалай тынсыу була, ғәҙәттә, ә бында, муйыл ҡыуағының күләгәһендә еләҫ, рәхәт. Күршелә йәшәгән Батырйән дуҫым ҡайтып күренеремде тәҙрәләренән күҙәтеп торғандыр, тиҙ арала яныма килә һалып етеп, усы менән асыуһыҙ ғына таҡыр маңлайымды сәпелдәтте, мин еңелсә, ауырттырмай ғына уның ҡорһағын төйөрҙөм. Беҙҙең сәләмләшеүебеҙ шулайыраҡ.
- Ниндәй хыялый уйға баттың, мулла бесәйе? - Ул миңә ҡушаматым менән өндәште. - Һимеҙ эсеңде ҡояшта ҡыҙҙырып ултырғасың, моғайын да, яңы айыртылған ҡаймаҡты ялағанһыңдыр?
Йәнемә тейгән ҡушамат шунан килә, беҙҙән өй аша ғына мулла олатай ҡарсығы менән йәшәй. Торлаҡтары сыйырсыҡ ояһылай ыҡсым, яҫы таш тупһалы, бура соланлы, балсыҡ һылап аҡбалсыҡ менән аҡланған дүрт мөйөшлө йорт. Өй ҡыйығы ла транса менән ябылған. Әйткәндәй, ундай таҡта ҡыйыҡлылар силсәүит рәйесендә, колхоз хужаһында, йәнә мәктәп директорында, ҡалғандары арыш һаламынан, йә йүкә ҡабығынан бөтөрөлгән, балсыҡтан ҡойоп, баштарында билсән, әрем ярпылдап, ауылды йәмһеҙләгәндәр ҙә юҡ түгел. Мулла өйөнөң эсендә, һулаҡайҙа, ян-тирәһе, ишеге быялалап ҡулдан эшләнгән һауыт-һаба шкафы, ҡаршы яҡта урындыҡ. Һуғылған балаҫ түшәлгән урындыҡтың уң яғында маҡбаллы һандыҡ, уның өҫтөнә тәңкләп түшәнер-яҫтаныр өйөлгән. Шкаф янындағы стенаға өс буй итеп асыҡ зәңгәр төҫкә буялған таҡталар беркетелгән, унда дин китаптарынан тыш, әҙәби, тарихи китаптар теҙелгән. Шунда уҡ төҫлө карталар йыйылмаһы ла бар. Уны ҡулыма алып ҡыҙыҡһынып, Ер шары илдәре буйлап сәйәхәт ҡылғандай, асҡылап ултырғаным да бар. Тирә-яҡта киң билдәле дин әһеленең бар мөлкәте ошо тәфсирләп иҫәпләгәндәрҙән ғибәрәт. Мин хәҙрәткә йоҡом болара башлаһа, әсәйем әҙерләгән саҙаҡаны алып, ылғый өшкөртөлөүгә йөрөйөм. Саҙаҡаны, ғәҙәттә, төрлөләп, аҙыҡлата илтәм: баш бармаҡтан ҙурыраҡ таҡта сәй, туҫтаҡ самаһы бойҙай, көрөшкә менән иртәнге һауылған һөт, йә яңы бешкән бер йомарлам май, унан ҡалһа, ярты тиҫтә тауыҡ йомортҡаһы. Мулла олатайҙы бик йыш ҡунаҡҡа, йә аят ашына саҡыралар. Шул хаҡта ишетеп ҡалыу менән баҡса ултырғысына сығып ултырам да тегенең әбейен эйәртеп кире боролоуын көтә башлайым. Сысҡан аулаған бесәйҙәй һиҙгер аңдыйым. Бына улар оҙаҡ көттөргәндән һуң күҙ күреме ерҙә пәйҙә булалар. Ныҡ, ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлағандарҙыр, күрәһең, көтөүҙән аушаңлата баҫып, туйып ҡайтып килгән һыйыр ише үтә лә яй, ығыш, теләр-теләмәҫ ҡымғырлайҙар былар. Ни хәл ҡылмаҡ, сабыр иткән, мораҙына еткән, тиҙәр бит, сыҙамлыҡ күрһәтергә кәрәк, уларҙы көткәнлегемде һиҙҙермәҫкә тырышам, йәнәһе лә, былай ғына, һауа һулар өсөн генә сығып һаҡҡанмын ултырғысҡа. Олатай миңә иғтибар ҙа итмәгәндәй, күрмәгәндәй, имән таяғына таянып, йөҙөн күккә сөйөп, төҙ атлап, тура ҡарап үтеп китә, ә тәбәнәк буйлы, йыбырлаҡ аҙымлы Зөләйха абыстай туҡтала, сөнки миңә биреләһе күстәнәс унда. Ул яныма сүгә, бөрләнтин күлдәгенең иҙеүенә ҡулын тығып ебәреп, ҡырҡынды тауарҙан ҡоршап тегелгән булыр-булмаҫ һөлгөләй ҙур түшелдереген килтереп сығара ла инселәнгән күстәнәсте алдыма бушатырға тотона. Нимә генә алмаған ул: тумалаҡ манпасый, нәҙек билле баллы перәник, өрөк, май-шәкәргә әүәләп йомарланған ҡыҙыл эремсек, хәлүә, кетерҙәк печенье, бер һүҙ менән әйткәндә, күҙ менән ҡаш араһында күктән йомарт Раббы төшөргән затлы хан һыйына күмеләм, әйҙә, һайлап, тәмләп ҡабып рәхәтләнеп һыйлан. Ҡыҫмыр, һаран түгелмен, саманан арттырмай ғына Батырйәнгә лә өлөш эләгә, әммә оҡшамағандары, тәме-таты күңелемә ятмағандары. Һыйымдың муллығын, табынымдың байманлығын күргән дуҫымдың талағы таша, шуға көнләшеүенә сыҙаша алмай, бик йыш ҡына, кәйефе килмәгәндә, мулла бесәйе, монтағай малы, тип үсекләргә әүәҫ. Шыпа ла үпкәләмәйем, бик йыш асыуыма, зитыма тейһә лә, һәйбәт кеше ул Батырйән: эскерһеҙ, ярҙамсыл, иң мөһиме, дуҫлыҡҡа тоғро.
- Өләсәй менән мәшәҡәт артынан йөрөп әйләндек тә һауа һулап кинәнәм, ыңғайы бер уйҙарға ла бирелеп кителә. - Дуҫыма һынамсыл ҡарап алдым. - Күрәм, кәйефең киткән, балтаң һыуға төшкән?
- Баҙар көндө атай-әсәй Йылайыр баҙарына барырға йыйыналар. Үҙҙәре менән мине алғылары килмәй нишләптер, шуға ҡыуанайыммы тағы? - Батырйән илтифатһыҙ ҡул һелтәне. - Бер баш һәйбәт, икәү тағы ла яҡшыраҡ, тигәндәй, бәлки, миңә лә ишеттерерһең уйыңды? - Әйтеренә гелән фекер, мәғәнә һалырға яратҡан, ҡыҙыҡһыныусан холоҡло Батырйән ҡыҫҡа итеп һөйләй белмәй, был юлы ла һыу буйы итеп теҙҙе.
- Оҙаҡҡа һуҙмай ғына ҡарбуз тәмләп ҡарағы килә.
- Бына һиңә, мә, мулла олатай, абыстай инәй ташығандарына мөрхәтһенмәйһеңме? Мал-тыуар бер ашай ҙа көйөшкә туҡтала, ә бына талымһыҙ әҙәм балаһын күпме генә тығындырһаң да туя белмәй. Уй тигәнең, ҡомағай теләк тә баһа. Мулла малайы гел шулай тамаҡ ҡайғырта инде ул, уға һурпалы аш, майлы ҡоймаҡ менән ҡаймаҡлы сәй кәрәк. Ярай оҙаҡҡа һуҙмай ғына, тиһәң дә атайымдан таптырырмын, ул баҙарға эйәртмәүҙең ташламаһы итеп, моғайын, үтенесемде кире ҡаҡмаҫ. - Оҙон-оҙаҡ көтә алмайым шу, миңә тиҙ арала ауыҙ итергә ине.
- Оҙаҡҡа һуҙмай, тиһең инде?
- Иртәгә иртәнсәктән дә ҡалмай.
- Нәпсеңде кеҫәңә йәшереп тор, йәме, аҙна аҙағы тигәс, аҙна аҙағы! Ярай, пока, миңә танабыҙҙың быҙауын эҙләп апҡайтырға кәрәк! - Ус яңынан түбәмә сәпелдәне. - Мин киттем!
Әжәл дарыуылай таптырмаҫ булды ла баһа был ҡарбуз, тигәнең. Күңелһеҙләнеп тә өлгөрмәнем, Батырйән ҡабаттан яныма килеп ҡунды:
- Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман, ти минең ҡартәсәй. Асығып ултыраһыңмы, әллә ҡанығыпмы?
- Сарсап.
- Ыслушай, һинең кипкән асмәйел тамағыңды тиҙ арала, оҙаҡҡа һуҙмай ғына сылатып була ул, бик тырышһаң!
- Нисегерәк итеп? - Ҡыҙыҡһына төштөм.
- Уның өсөн башты эшләтергә кәрәк, дәдәңдеке һымаҡ аҡыллы башты! - Батырйән ҡайсы менән ентекләп мөнтәлгән йомро башын ыуҙы. - Әгәр юлдарын өйрәтһәм, шул эштә туранан-тура ҡатнашһам, әжеренә ни бирерһең?
- Уныһын икенсе берәүҙән һора.
- Мулла нәҫеле шулай ҡыҫмыр була шул, гел үҙ яғына тарта, ҡайыра, ә бирә белмәй, был - бирәнләнеү, ҡарунланыу билдәһе!
- Ҡарбуз минең бирән ҡорһаҡҡа кәрәкмәй.
- Кемгә улайһа?
- Әлмәғиҙә ҡарсыҡҡа.
Батырйән уйланғандай итте:
- Бер аҙ аңлашылды һымаҡ. Тик бер генә нимә башыма барып етмәй, ҡартәсәйем үткәндә аштан уҙған ул, тигәйне лә, бер аяғы түрҙә, икенсеһе гүрҙә, тип тә өҫтәгәйне.
- Әле генә унан килеп ултырам. Бер ҙә бирешмәгән, сәләмәтләнер, ти өләсәйем, ә һин аштан уҙған тигән булаһың, уның үткәндәге аштан уҙған тамағы бөгөн ҡарбуз таптыра, шулай булғас, йәшәр әле!
- Алай икән...
- Шулай шул, бар юлыңда бул, түрә малайы!
- Янмай тор әле, давай, былай итәбеҙ...
- Ҡайһылай?
- Һаҡмарҙың теге яҡ ярында, ике йыл инде Михайловка урыҫы баҡса тота. Абайлағаның барҙыр?
- Сәүелле туғайға еләккә барғанда асыҡ күренеп тора бит.
- Башҡа йәшелсәләрҙән тыш, ҡарбуз ҙа үҫтерә теге.
- Баҡсала нимә үҫкәнен ҡайҙан беләһең?
- Был донъяла мин белмәгән берәй нимә бармы икән? Ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙә ул, абзыйың!
- Унда ҡарауылсы барҙыр.
- Булһа ни!
- Ул бушлай тоттороп ебәрмәйәсәк, һатып алырға, билдәле, аҡса кәрәк.
- Ә нишләп һатып алырға, аҡса тәҡдим итергә, уның һыналған үтә лә ябай әмәле бар.
- Ниндәйерәк әмәл?
- Улайтып тәүфиҡлы итеп ҡарама миңә, ҡараңғы төшөү менән барабыҙ ҙа сәлдерәбеҙ!
- Урларға, тимәк? Мин ҡараҡ түгел!
- Мин дә! Ҡарайым да, - Батырйән ҡылыйыраҡ ҡараған уң күҙен турайтып мине тәү тапҡыр осратҡан кешеләй баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе, - тағы ла бер ҡарап ҡуям, аҡыллыға тиңләп яңылышҡанмын, баҡтиһәң, һин шыр тиле икәнһең дә баһа. Урлау ул иң әүәл насар ниәттән эшләнә.
- Ә беҙҙең ниәт ниндәйерәк һуң?
- Яңы ғына әйттең дә баһа, ҡарбузды үҙебеҙгә түгел, ауырыу өсөн алабыҙ. Изге уй менән һорауһыҙ ҡылынған ғәмәл сәлдереүгә инә, ул эште Хоҙай Тәғәлә күреп торһа ла гонаһһыҙ ҡылынған ғәмәлде кисерә һәм ғәфү итә! - Батырйән шулай тине лә, ғәҙәтенә ярашлы әйткәндәрен раҫлап, һуҡ бармағын юғарыға сәнсте.
- Юҡ-бар лыбырҙап, башты бутама, йәме? Урлау, сәлдереү, айыу майы һөртөү һәммәһе лә уғрылыҡ хисабында.
- Ярай, һинеңсә булһын, сәлдерәмме, урлайыммы, йыпырам, йомаммы, йәшерәмме - уныһы минең эш. Ә һин миңә, мулланың һимеҙ бохар бесәйе, уңыштар телә. Пока, иртәгә осрашҡанға тиклем!
Апаруҡ ара киткән Батырйәнде ҡыуып етеп, еңенән тарттым:
- Туҡта әле, ней, мин риза, тик бер генә шартым бар.
- Ниндәй шарт ул тағы?
- Һаҡмарҙың теге яҡ ярында йөрөп ҡайтҡандан һуң һин минән мулла бесәйе ҡушаматын алып ташлайһың.
- Нишләп уны алып ырғытырға, мулланың изге малы иҫәбендә йөрөү шәп тә баһа. Ҡушамат - һыпырып ташлап булмай торған нәмә ул. Бына мине күп бытылдағас, Бытбылдыҡ, тиҙәр. Тиһендәр, иҫем дә китеп бармай әле!
- Шулайын шулай, әммә мулла малы бурлыҡ менән шөғөлләнмәй.
- Әҙерҙе хәҙер, бушлай йыпыра, тимәксеһеңме, ярай, һинеңсә булһын! Улайһа мин барып әйләнермен теге баҡсаға, ә һин ситтән күҙәтеп кенә торорһоң.
- Юҡ инде, бергә булғас бергә!
- Риза. Айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр, иртәгәнән ҡушаматыңды үҙгәртәм, әгәр матур итеп, еренә еткереп урлаһаң!

(Дауамы. Башы 39-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 747

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru