«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТЛЕ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ ҮҘЕҢ ДӘ КЕМДЕЛЕР БӘХЕТЛЕ ИТ!
+  - 


Күптән түгел Сибай ҡалаһында йәшәгән Әбдрәшитов Риза Ғәҡиф улын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова "Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте өлкәһендә күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн" тип билдәләп, Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Быйыл алтмыштың бишен имен-аман тултырған ошо синыфташым хаҡында һүҙем.

Сибай ҡалаһы урамы буйлап 9-сы май көндө "Үлемһеҙ полк" колоннаһы сафында килгәндә сираттағы мәртәбә осратҡайным уны. Ҡулына атаһы Ғәҡиф Фәйзрахман улының ҙурайтылған фотоһүрәтен тотҡан ине Риза. Байтаҡтан бирле күрмәгән һабаҡташым менән бер туғандар һымаҡ ҡосаҡлашып күрешеп алғас, ҡулындағы портретҡа ныҡлап иғтибар иттем һәм "Атаһына былай уҡ та оҡшар икән кеше!" тип хайран ҡалдым. Әйтерһең, класташым үҙенең һүрәтен тотоп тора.
Бер аҙ хәл-әхүәлдәр һорашып алғас, әлбиттә, әлеге портреттағы яугир ағай хаҡында ҡыҙыҡһындым. Бөйөк Еңеүҙе яҡынлатҡан меңәрләгән ватандаштарыбыҙ араһында булған атаһын ғорурланып иҫкә алды Риза. Шул саҡта "Бөйөк Ватан һуғышы ордены", "За отвагу", "За боевые заслуги" һәм башҡа күп миҙалдар кавалеры булған Ғәҡиф ағайҙың улы - Ризаның үҙенең дә маҡтауға лайыҡ кеше булыуы тураһында уйланып алдым. Яратҡан гәзитебеҙ аша яҡташтарыма уның эшен, ғаилә тормошон бәйән иткем килде. Өлгөлө ғаилә башлығы, эшендә арыу-талыу белмәгән үҙенсәлекле ошо синыфташым хаҡында ишетә йөрөгән кеше булараҡ, уның хәләл ефете Нурзиә менән әңгәмә ҡороуҙы кәрәк тип таптым. Икеһен дә бала саҡтан яҡшы белә инем, әлбиттә (әйткәндәй, Нурзиә лә минең класташ). Әммә һәр кемде уның менән оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән тормош иптәшенән дә яҡшыраҡ белгән һәм унан да дөрөҫөрәк баһа бирә алған бүтән кеше булмауы көн кеүек асыҡ. Шуға күрә Нурзиә ханымдың үҙенән Ризаның ниндәйерәк шәхес булыуы хаҡында һөйләп китеүен һораным. "Риза менән мин ғүмерем буйы риза булып ҡына йәшәйем. Тыныс холоҡло, сабыр, һәр тарафтан төплө белемле, кешеләргә иғтибарлы, ярҙамсыл, ышаныслы. Балалары өсөн, минең өсөн бар булмышын фиҙа ҡылырҙай был кеше менән юл үтеүе еңел, уның менән мин сикһеҙ бәхетлемен…" - тип башлап алып китте ул һүҙен.
Үҙенең яҡыны - эшһөйәр ире хаҡында хисләнеп-хисләнеп, байтаҡ ҡына нәмәләр һөйләне Нурзиә. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләп, әлегеләй юғары наградаларға, маҡтауға лайыҡ булған кешеләрҙе беҙ, әлбиттә, халыҡ алдында һәр саҡ күренеп, йөҙөн күптәр танып белгән артист халҡы араһында күреп ғәҙәтләнеп киткәнбеҙ. Әммә мәҡәләмдең төп геройы Риза бейеүсе йә йырсы, музыкант та, актер йә һүҙ оҫтаһы ла түгел. Киреһенсә, бик аҙ һүҙле, ғәжәп баҫалҡы был иптәш ҡырҡ йылдан ашыу Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында автобус водителе булып эшләй. Үҙ һөнәрен, йәғни, машинаһын "биш бармағы" һымаҡ белгән был кешенең ышаныслылығы тиҫтәләгән йылдар буйы иҫбатланған. Үҙ эшенә һәр саҡ намыҫлы ҡараған Ризаға тапшырылған техникаһы уның оҫта ҡулында һәр саҡ төҙөк хәлдә була. Театр артистарын йыш ҡына төрлө райондарға гастролдәргә алып йөрөү өсөн, әлбиттә, тап шундай кеше кәрәк тә.
Артист халҡының барыһы ла был водителгә тәрән ихтирам йөҙө менән ҡарай. Сибай театрында элегерәк эшләп киткән күп кенә сәхнә оҫталары ла уның хаҡында тик яҡшы фекерҙә. Башҡа ҡалаларға гастролдәргә йөрөгән актерҙар йыш ҡына унда бала-сағаларын үҙҙәре менән алырға мәжбүр. Ана шул мөхиттә үҫкән һәр баланың "үҙен ултыртып йөрөткән Риза ағай"ҙы яҡын күреүе лә ғәжәп түгел. Бала күңелле был водителде бәләкәстәр айырыуса ярата.
Риза 1957 йылда Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында Ғәҡиф һәм Зөбәржәт ғаиләһендә донъяға килә. Бала сағынан эшкә егәрле, аҡыллы, әҙәпле булып үҫә. Бер аҙ "ҡул аҫтына инә" башлағас, өй эштәрен урын-еренә еткереп үтәгән малай һәр саҡ эшһөйәр атаһынан үрнәк алырға, уға оҡшарға тырыша. Хатта күрше-тирәгә лә ярҙам итеүҙе үҙ бурысы итеп һанай малай. Ҡыштарын, ат егеп, алыҫ ҡына ятҡан ҡоҙоҡтан ауылдаштарына һыу ташыуҙы ғәҙәт итеп ала. Мәктәптә лә тырыш, өлгөлө тәртипле, спорт алдынғыһы була Риза. Туғыҙынсы синыфҡа Баймаҡ интернат-мәктәбенә уҡырға килгәс, буласаҡ хәләл ефете - сибәр ҡыҙ Нурзиә менән таныша. Тажик-Афған сигендәге погранзаставала ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, үҙен әрменән көтөп алған Нурзиәһе янына ашҡынып ҡайта, шунда уҡ уға өйләнешергә тәҡдим яһай. Әле институтын тамамлап та бөтмәгән ҡыҙ ҙа никах төҙөүгә ҡаршы булмай. Мәктәптә һәләтле уҡыусы булыуына ла ҡарамаҫтан, башҡаларҙың да вузға инергә өгөтләүенә иғтибар итмәйенсә, Риза үҙенең яратҡан водитель кәсебенә тотона. Етемлектә үҫкән хәләл ефетенә уҡыуҙы тамамларға ярҙам итеүҙе үҙенең беренсе бурысы тип һанай. Ниһайәт, уның Нурзиәһе дипломлы һөнәрмән булып сыға, Сибай ҡалаһына эшкә тәғәйенләнә. Шул мәлдән алып Риза драма театрына автобус йөрөтөүсе булып эшкә урынлаша һәм бөгөнгө көнгәсә шул яратҡан эшен дауам итә..
Баштараҡ әйткәндәй, мәҡәләмдең төп маҡсаты - халыҡ күҙенә ҡапылда күренә һалып бармаған, әммә йәшәйешебеҙ өсөн ифрат та мөһим булған ябай эшсәндерҙең береһе хаҡында һөйләү булғанға күрә, Ризаның хәләл ефете тураһында мәғлүмәт биреүҙе юрый иң аҙаҡҡа ҡалдырҙым. "Тормош үрҙәре яңғыҙ үрләнмәй. Аллаһ насип иткән ҡушағың менән бергә ғүмер юлын үтәһең. Ғаиләлә бәхетле булғың килһә, тәүҙә яртыңды баҡ, уға ныҡ иғтибарыңды бүл, йөрәк йылыңды йәлләмә. Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк…" Был ялҡынлы һүҙҙәрҙе әйтеүсе лә - Ризаның ҡатыны. Сәхнәлә уйнаған үҙенең ролдәре менән күптәрҙе таң ҡалдырған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова ул! Әле булһа театрҙа эшен дауам итә.
"Ситтән ҡарағанда, һеҙҙең тормошоғоҙ һәр саҡ ал да гөл, бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡһыҙ, бәғзе ваҡыт сәхнәләрҙә күрһәтелгән саф мөхәббәт тантана иткән ғаиләләге һымаҡ. Был - ысынбарлыҡмы?" тигән һорауыма Нурзиә ханым ошолайыраҡ итеп яуап бирҙе: "Бындай һорауҙы биререңә шикләнмәгәйнем. Һәр саҡ бөтә нәмә шыма ғына бара тиһәң, әлбиттә, бер кем дә ышанмаясаҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк. Ҡайһы саҡта килтереп-килтереп тормоштоң "арт һабағын" уҡытҡы килә. Шатлыҡ менән йәнәш ҡайғы ла, уңышлыҡтар менән бергә уңышһыҙлыҡтар ҙа булғылауы - тәбиғи. Һау-сәләмәт йөрөгән ерҙән, бәғзе ваҡыт, сирләп тә китәһең. Әммә, мин үҙем ғаиләлә сабырлыҡты иң беренсе кәрәк нәмә тип һанайым. Сабыр була белеп, һәр нәмәгә объектив ҡараш менән бағып, бер-береңә ҡарата ғәҙел булырға тырышһаң, бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға була. Артист - ижад кешеһе. Сәхнәлә көлөп-йылмайып йөрөүеңә ҡарамаҫтан, артист булыуы еңелдән түгел. Уның янында һәр саҡ уны аңлаусы, яҡлаусы, хәстәрләүсе яҡыны булыуы мөһим. Әлхәмдүлилаһ, Ризам минең тап ана шундай кеше. Ул мине бына ошолай бәхетле иткән һымаҡ, үҙем дә уны бәхетле иткәнмендер, тигән инаныуҙамын әле".
Бына ошо бәхетле пар ике ул үҫтергән. Икеһе лә юғары, махсус белемле. Бала саҡтан уҡ һәр төрлө спектаклдәрҙең ваҡ эпизодтарында ҡатнашҡылап йөрөп үҫкән икән малайҙар. Бөгөнгө көндә өлкәне Илгиз әсәһе менән бергә шул уҡ драма театры артисы булып эшләй. Ә ойоштороусанлыҡ һәләтенә эйә булған кесе улдары Илнур - театрҙың директоры ("Кинйә улығыҙ барығыҙға ла хужа булып алған икән" тип шаяртам был һабаҡташтарымды). Уландар ҙа, атаһы һымаҡ, өлгөлө ғаилә башлыҡтары. Икеһе лә дәртләнеп, бынамын тигән йорт һалып ята, хәләл ефеттәре менән татыу ғаилә ҡороп, бала-саға үҫтерә.
Халҡыбыҙҙа тәү ҡарауҙа бер-береһенә ҡапма-ҡаршы һымағыраҡ яңғыраған ике әйтем йөрөй. Бәғзе берәүҙең, уңайын тура килтереп: "Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә - ҡатын", - тип әйткәнен ишеткәнем бар. Ә икенселәр: "Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә - ир", - тип тә ебәрә. Әммә күләмлерәк итеп фекерләһәк, халҡыбыҙҙың был ике аҡыллы фекере тик бер-береһен тулыландырып ҡына килә, тип һанарға була. Шуға күрә лә уларҙы берләштереп күрһәтергә тырыштым. Бер-береһенә ышаныслы терәк, береһе "силәк", ә икенсеһе - "ҡапҡас", береһе "ут" булған саҡта, икенсеһе мотлаҡ "һыу" булып, үҙ-ара "кәлепләшеп", ғүмер буйы бергә тормош көткән бына ошондай матур ғаиләләрҙең күберәк булыуын теләр инем.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 246

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru