«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПРЕМИЯЛАРҘЫҢ ИКЕ ЯҘМЫШЫ БАР
+  - 

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура буйынса Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендәге иң юғары наградаһы һанала. Ул БАССР Министрҙар Советының 1967 йылдың 28 ғинуары ҡарары нигеҙендә барлыҡҡа килеп, ошо йылдың октябрендә СССР-ҙың 50 йыллыҡ юбилейы уңайынан Фәйзи Ғәскәровҡа, Заһир Исмәғилевҡа, Мостай Кәримгә, Һәҙиә Дәүләтшинаға тапшырыла. 2020 йылға тиклем Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы барлығы 143 кешегә бирелә. Быйыл был премияның булдырылыуына 55 йыл тулды.

1995 йылда мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләк йәш ижадсыларҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булып, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе бүлмәһендә: "Рауил ағай, мин был премияны Салауат Юлаев исемендәге премияның авансы итеп алам", - тип мәрәкәләгәс, ул саҡтағы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаев: "Атай-олатайҙарыбыҙ яуға сапҡанда бер ҙә аванс һорап тормаған", - тип ҡырҡа ғына әйтеп ҡуйғайны. Уларҙың был әңгәмәһе хәҙер лаҡап ҡына булып йөрөй, әммә, кемдер берәү әйтмешләй, "юморҙа ла хәҡиҡәттең бер өлөшө булғандай", заманыбыҙҙың мәшһүр шағиры Рәйес Түләктең ижады һәр йәһәттән дә Салауат Юлаев премияһына лайыҡ ине. "Ине" тиеүем шунан, мәшһүр Шәйехзада Бабич ХХ быуат башы башҡорт шиғриәте шоңҡары булғанда, XXI быуат башы башҡорт шиғриәте шоңҡары Рәйес Түләк үҙ ижадына лайыҡлы баһаларҙы алмайынса, донъяларҙан китеп барҙы. Ундайҙар бер Рәйес Түләк кенә түгел. Шағир һәм прозаик Мәүлит Ямалетдинов, шағирә Рәмзилә Хисаметдинова, шағирҙар Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рәмил Ҡолдәүләт, тарих яҙарманы Спартак Ильясов, парадоксаль ижадсы Буранбай һәм башҡалар был премияға лайыҡ түгелдәр инеме ни? Премияларҙың, күрәһең, ике яҙмышы булалыр. Уларҙы бирәләр йә алалар. Халҡыбыҙ яҙыусыһы, башҡорт әҙәбиәтенең мәңгелек "урманы" Ноғман Мусин ижады күптән инде халҡыбыҙҙың күңел сәхифәһенә, рухи йылъяҙмаһына әүерелгән. Яратҡан яҙыусыбыҙ Салауат Юлаев премияһына дүрт тапҡыр тәҡдим ителеп, 1991 йылда ғына уға был премия бирелә. Уныһында ла комиссия ағзалары араһынан берәү тороп, Ноғман Мусин менән икенсе бер дәғүәсегә бер премияны бүлеп бирергә тәҡдим индерә. Әммә халыҡ яҙыусыһы премияны барып алыуҙан баш тарта. Һуңынан ғына тыуған яғында бер сара барғанда уға дәүләт бүләге тапшырыла. Ошондай күренештәр премияларҙың ике яҙмышы барлығы хаҡында һөйләй ҙә инде. Йәғни бүләкте юллап алыу мөмкинлектәре барлығы хаҡында.
Былары премияға бәйле айырым күңелһеҙ күренештәр хаҡында. Күрәһең, донъя булғас, симпатия һәм антипатия тигән ҡотолғоһоҙ төшөнсәләр булғас, уларҙы ла урап үтеү мөмкин түгелдер инде. Шуға күрә беҙ бындай хәлдәргә артабан юл ҡуймаҫ өсөн барыһын да асыҡтан-асыҡ яҙырға, фекер алышырға тейешбеҙҙер.
Нисек кенә булмаһын, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бар, ул халҡыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың аҫыл заттарына тапшырыла. Уларҙың араһында Фәйзи Ғәскәров, Һәҙиә Дәүләтшина, Заһир Исмәғилев, Мостай Кәрим, Хөсәйен Әхмәтов, Зәйнәб Биишева, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Баязит Бикбай, Ғата Сөләймәнов, Ким Әхмәтйәнов, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Арыҫлан Мөбәрәков, Булат Рафиҡов, Абдулхаҡ Игебаев, Ноғман Мусин, Ғәзим Шафиҡов, Динис Бүләков, Флорид Бүләков, Риф Ғәбитов, Факиһа Туғыҙбаева, Ибраһим Абдуллин, Ҡәҙим Аралбай, Юлай Ғәйнетдинов, Абдулла Солтанов, Таңсулпан Ғарипова, Салауат Хәмиҙуллин, Рәшит Шәкүр, Ғәлим Хисамов һ.б. арҙаҡлыларыбыҙ булыуы күңелгә һөйөнөс өҫтәй. Сәғит Ағиш, Нариман Сабитов, Рәми Ғарипов, Арыҫлан Мөбәрәков, Фәнил Байышев, Дан Кинельский үлгәндән һуң ғына Салауат Юлаев премияһы лауреаты тип таныла.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шундай шиғыр юлдары бар:
Үҙ баһаһын белмәгәндәр
Баһалы - күпкә.
Үҙен күтәрмәҫте генә
Күтәрәм күккә...
Ижадсы шәхесенең кимәле, әлбиттә, премиялар менән генә лә билдәләнмәй. Шул уҡ ошо юлдарҙы яҙыусы Рәми Ғариповҡа ла халыҡ шағиры исеме, Салауат Юлаев премияһы үлгәндән һуң ғына бирелде бит. Шулай ҙа лайыҡлы ижадсылар үҙҙәре иҫән саҡта премияларға һәм исемдәргә лайыҡ булһа, улар ижадҡа тағы ла нығыраҡ дәртләнер ине, юҡҡа ғына ундай баһаларҙы дәртләндереү саралары тип әйтмәйҙәр бит.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаттары билдәләнде. Быйыл ошо абруйлы наградаға Бөрйән районында "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты өсөн "Архтамға" эксперт-проект бюроһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре: генераль директор Рөстәм Әлибаев, баш инженер Илфат Аҡтуғанов, баш архитектор Гөлфиә Тажетдинова; "Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре" проекты өсөн Башҡортостандың Милли симфоник оркестры хеҙмәткәрҙәре: генераль директор Артур Нәзиуллин, баш дирижер Дмитрий Крюков; "Ат уйнатып алдан бара... " спектакле өсөн Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Артур Кәбиров, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәис Низаметдинов лайыҡ булды.

Әмир ҒҮМӘРОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.22 | Ҡаралған: 205

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru