«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘЙКӘЛ БУЛЫП ҠАЙТТЫ УТТА ЯНМАҪ, ҺЫУҘА БАТМАҪ БАТЫР
+  - 


Республика көнө байрамында баш ҡаланың Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Был тарихи ваҡиғала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Денис Пушилин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Әбдрәшитов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Башҡортостан халҡын республика көнө менән ҡотларға һәм иҫтәлекле ваҡиға шатлығын уртаҡлашырға Чечен, Татарстан, Ҡалмыҡ республикалары, Ульяновск өлкәһе вәкилдәре килде. Совет майҙанына ағылған халыҡтың күплеге был көндөң һәм был ваҡиғаның Башҡортостан өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуын асыҡ күрһәтте.

Һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, республика Башлығы: "Бөгөн бөтә республика өсөн көтөп алынған һәм иҫтәлекле ваҡиға - Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙ, тыуған илебеҙ һаҡсыларына арнап, монументаль композицияны асыу тантанаһы. Был мөһабәт һәйкәл менән беҙ халҡыбыҙҙың даны һәм рухы, батырлыҡ символы булған шәхесебеҙ - Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Тарихи ғәҙеллекте аяҡҡа баҫтырып, дивизия командирына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреүе өсөн илебеҙ Президентына рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Был һәйкәл янына килгән һайын беҙ батырҙарыбыҙ рухы алдында баш эйеп, балаларға, ейәндәргә уларҙың батырлығы тураһында һөйләп, уларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләйәсәкбеҙ", - тине.
"Легендар командир хаҡында яҡты иҫтәлек мәңге хәтерҙә һаҡланасаҡ, Шайморатовтың һәм уның яуҙаштарының, башҡорт иле батырҙарының ҡаһарманлығы әллә күпме быуындарға үрнәк булып торасаҡ, - тине үҙенең телмәрендә Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский. - Шайморатовтың фигураһы иҫ киткес - ул һоҡланғыс командир, легендар дивизияның рухы. Үҙенең үткән тормош юлы менән күптән халыҡ геройы исемен яулаған шәхес. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Ҡыҙыл Армияның барлыҡ ҡоро ер ғәскәрҙәре дивизиялары араһында иң күп Советтар Союзы Геройҙарын биргән дивизия. Әлеге монументаль һәйкәлгә уларҙың барыһының да исемдәре алтын менән ҡайып яҙылған. Бөгөн асылған һәйкәл ябай түгел, ул башҡорт еренең һәр бер геройына ҡарата тарихи ғәҙеллектең тергеҙелеүе, уларға хөрмәт билдәһе. Беҙ генерал Шайморатовты баһалаған кеүек һәр яугирҙы хөрмәт итергә бурыслыбыҙ".
Миңлеғәле Шайморатов үҙенең Ҡыҙыл Йондоҙон ҡулына алып өлгөрмәйенсә яу ҡырында һәләк була. Архивтарҙа юғалған Ҡыҙыл Йондоҙ тик 2015 йылда ғына табылып, генерал-майорҙың тыуған еренә алып килеп тапшырыла. Башҡортостан халҡы генералыбыҙға Герой исеме биреү тураһындағы мәсьәләне күп тапҡырҙар ҡуҙғата, Кремлгә меңәрләгән ҡултамғалар йыйып оҙатыла тора. Ләкин тарихи ғәҙеллек бынан ике йыл элек кенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән тормошҡа ашырыла: Рәсәй Президенты ҡарарына ярашлы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Тамырҙары менән башҡорт, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков менән Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтың берҙәм проекты буйынса эшләнгән монументаль һәйкәл үҙенең мөһабәтлеге менән хайран ҡалдыра. Архитектура-скульптура комплексы колоннада менән бергә 62х29 метр тәшкил итә. Композицияның бейеклеге, рельеф менән бергә 15 метр, гранит колоннаданың бейеклеге 7,7 метр, мемориал башняларының бейеклеге 8,8 метр, ә атлының иң юғары нөктәһе 13,5 метр. Көнсығыш һәм көнбайыш ҡанаттарҙан торған колоннада 24 бағананы һәм 6 ярымтүңәрәкте үҙ эсенә ала. 6,5 метрлыҡ бейеклектәге ат скульптураһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәм боронғо башҡорт һуғышсыларының данлыҡлы күренештәрен сағылдырған ике бронза горельеф менән тулыландырылған. Мемориаль манараларҙа Рәсәй һәм Башҡортостан гербы, генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы ҡарар һәм Башҡорт кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының 5 тулы кавалерҙары исемлеге урынлаштырылған.
Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл монументаль ансамблдең мәғәнәле үҙәге булып кәүҙәләнә. Скульптор уны көсөргәнешле кавалерия һөжүме ваҡытындағы кеүек итеп һынландырған. Уның ҡыйыу һәм тәүәккәл торошонда күренекле шәхес - ҡурҡыу белмәҫ кавалерист һыҙаттары ярылып ята. Һәйкәлдә, Миңлеғәле Шайморатовтың шәхесендә, башҡорт халҡында булған иң яҡшы һыҙаттарҙың тарихи күсәгилешлеге һынландырылған һәм был скульптура композицияһында ла сағылыш тапҡан. Монументаль һәйкәлдең һәр бер элементы айырым символик мәғәнәгә эйә, постаментҡа ике яҡлап ҡуйылған рельефтарҙың һәр береһе айырым теманы аса. Уларҙа беҙ башҡорт халҡының быуаттар дауамындағы йәшәйешен һәм яугирлыҡ юлын асыҡ күрә алабыҙ. Мәҫәлән, беренсе рельефтағы бәләкәй гармунсы малай Миңлеғәленең бала сағын һынландыра, бурлактар һәм ябай халыҡ иңенә төшкән ауыр өлөш тураһында һөйләй. Әсәһе үлгәндән һуң Миңлеғәленең Өфөлә матрос булып хеҙмәт итеүе тураһында рельефтағы пароход "һөйләй". Башҡортостандың символы - ҡурай, Шайморатовтың ырыуы гербы - бөркөт, башҡорт эпосы геройы Урал батыр, 1812 йылғы Ватан һуғышында "Төньяҡ амурҙары" исемен алған башҡорт яугирҙары, 1814 йылда башҡорттар еңеү маршы менән ингән Париждағы Триумфаль ҡапҡа һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы һәм хәрби наградалары - шулай уҡ рельефты тулыландырып, уны мәғәнәүи йәһәттән асып, һәйкәлде ҡарарға килеүселәргә тарихи сығанаҡ ролен үтәй. Икенсе рельефта һүрәтләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән хәрби юл, уның командирҙары һәм дивизия составына ингән полктар, Рейхстаг бинаһы һәм тар-мар ителгән дошман символдарына ҡарап, легендар дивизияның ғына түгел, ә тотош Совет ғәскәрҙәренең бөйөк яу юлын күҙ алдына баҫтыра алабыҙ.
Эйе, Бөйөк Ватан һуғышындағы яу юлы ла еңел булмаған халҡыбыҙ өсөн. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының генераль инспекторы Валерий Баранов тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө үҙенең сығышында: "Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең ил өсөн ҡырыҫ, ҡаты һынау булды. Советтар Союзы 27 миллионға яҡын кешеһен юғалтты. - тине ул. - Һуғыш алдынан Башҡортостанда, мәҫәлән, 3 миллиондан ашыу кеше йәшәй, Ҡыҙыл Армия һәм Хәрби флот сафына 700 меңдән ашыу кеше алынып, уларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡала. Республика 4 кавалерия дивизияһы, 5 уҡсылар (стрелковый) дивизияһы ойоштороп, һуғышҡа ебәрә. Яугирҙарҙың 208 меңе орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, ә 278 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Ә 250-нән ашыу хәрби осош яһаған летчик Муса Гәрәевҡа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бөгөнгө көндә лә республиканың батыр улдары намыҫ менән алдарына ҡуйылған бурысты атҡара".

Шулай итеп...
Был һандар артында күпме ҡыйралған яҙмыштар, ҡоролмаған ғаиләләр, атайһыҙ үҫкән балалар, ғазап һәм һағыш, күҙ йәше һәм төҙәлмәҫ күңел яралары. Әллә күпме йылдар үтһә лә, был ҡанлы тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Балалар йөрәгендә Миңлеғәле Шайморатов кеүек азамат ирҙәрҙең, һуғышты үтеп тере ҡайтҡан һәм яу ҡырында һәләк булған башҡа яугирҙарҙың данлыҡлы тормош юлы тураһында яҡты иҫтәлек һаҡланһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ. Һәм әлегеләй һәйкәлдәр был бурысты атҡарып сығыуҙа ҙур роль уйнай һәм оло әһәмиәткә эйә.

Гөлназ САФУАНОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.22 | Ҡаралған: 210

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru