«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕ БЕРЛӘШТЕРӘСӘК НЕЙРОСЕЛТӘРҘЕ БАШҠОРТСАҒА ӨЙРӘТЕҮ ПРОЕКТТАРЫ
+  - 


Үҙебеҙҙең ниндәйҙер фекергә, идеяға, башланғысҡа теләктәштәр, арҡаҙаштар тапмаһаҡ, күп осраҡта: "Яңғыҙ яугир яу ҡайтармаҫ", - тип уйлай һалабыҙ. Ә бына бөгөнгө әңгәмәсебеҙ һис улай уйламай. Уның яңғыҙы башлаған эштәре бихисап һәм һәр ҡайһыһы башҡорт теле үҫешендә айырым урын алып тора. Ҡайһы берҙә ул ел менән көрәшеүсе Дон Кихотҡа ла, ваҡыты менән күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, ғазап сиккән йәш Вертерға ла оҡшап китә. Ә көндәлек тормошта ул Ихтик, йәғни Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала документтарҙы цифрлау бүлеге мөдире Искәндәр ШАКИРОВ. БДУ-ның Хоҡуҡ институтында уҡыған, әммә аспирантураны философия буйынса тамамлай. Философия фәндәре кандидаты, БДУ-ның философия һәм культурология кафедраһы доценты. Башҡорт телендәге сығанаҡтар менән эшләгән, эшмәкәрлегендә даими рәүештә һүҙлек ҡулланғандар белә: ул 20 йылдан ашыу Ихтиктың электрон китапханаһы - Ихтика.ру (ihtika.ru) проектын алып бара; 2017 йылдан алып Глосбе платформаһында башҡорт теленең электрон һүҙлеген төҙөй. Әлеге ваҡытта яһалма интеллектҡа башҡорт телен өйрәтеү менән шөғөлләнә. Бөгөн ул редакциябыҙ ҡунағы.

Искәндәр, яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тиҙәр. Ә һеҙ, киреһенсә, теләк булғанда яңғыҙ ҙа күп файҙалы эштәр башҡарырға мөмкин икәнен раҫлайһығыҙ. Ә шулай ҙа, барыһы ла ҡасан башланды?

- Ғаиләбеҙҙә патефон булды, ә атайым ҡайҙа ғына барһа ла әкиәттәр яҙылған пластинкалар алып ҡайта ине. Мин шуларҙы тыңлап үҫтем. Шунан башлап әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡығанға ҡарағанда тыңлауҙы нығыраҡ үҙ итәм. Минеңсә, телде өйрәнеүҙең ысулдары күп, әммә иң яҡшы ысулы - ул аудиотекстар тыңлау. Әҙәби әҫәрҙәр мине үҙенә тартты, әммә мәктәпте тамамлағас, атай-әсәйем тәҡдиме менән БДУ-ның Хоҡуҡ институтына уҡырға индем. Ләкин әҙәбиәткә булған һөйөүем барыбер көслөрәк ине. Атайым Өфөлә беренселәрҙән булып тигәндәй компьютерға эйә булды, ә әсәйем сканер алып бирҙе һәм мин китаптарҙы сканлау менән мауығып киттем. "Ихтик китапханаһы" шулай барлыҡҡа килде.
Ә бынан 4-5 йыл элек, баламды туған телебеҙҙә һөйләштерергә тигән теләк менән, башымда электрон һүҙлек төҙөү идеяһы барлыҡҡа килде. Шулай итеп Глосбе платформаһында русса-башҡортса һүҙлек эшләй башланым. Эйе, һүҙлектән айырым һүҙҙәрҙе ҡарарға була, ә бына тотош һөйләмдәрҙе нисек тәржемә итергә? Тотош китаптарҙы, хатта рәсми документтарҙы... Һәм ошо идея яңы эҙләнеүҙәргә килтерҙе. Баҡтиһәң, был идея күптән йәшәй һәм, аныҡлап әйткәндә, башҡорт Википедияһы ирекмәндәре башҡорт һәм рус телендә булған параллель сығанаҡтарҙы йыя, ниндәйҙер база тупланған да икән. Әммә етерлек түгел. Википедия - ирекле сығанаҡ булғас, ошо базаны алдым һәм уны төрлө платформаларға урынлаштыра, бер үк ваҡытта параллель текстар эҙләй башланым. База тулыланған һайын, тәржемә сифаты ла яҡшыра барҙы. Эшеңдең һөҙөмтәһен күрһәң, ҡанаттар үҫкәндәй була бит, мин дә шулай дәртләнеп киттем. Тәржемәсе рус теленән башҡортсаға тәржемә итә, баҡтиһәң, рус теле аша башҡа телдәргә лә тәржемә итергә була икән. Был тағы "текәрәк"! Һуңынан асыҡланыуынса, баҡтиһәң, машина тәржемәсеһен ҡайҙа теләйһең, шунда ҡулланып була: мәҫәлән, субтитрҙар яҙырға, аудиокитаптар булдырырға. Әйткәндәй, беҙ күптән түгел бер аудиокитап эшләп ҡараныҡ, унда тексты машина башҡорт теленә тәржемә итә һәм шулай уҡ машина булдырған яһалма тауыш уҡый. Әгәр технологиялар шундай темптар менән үҫешһә, киләсәктә бөтә нәмәне тәржемә итеп буласаҡ. Бының өсөн беҙгә яҡшы рус-инглиз тәржемәсеһе түгел, ә яҡшы рус-башҡорт тәржемәсеһе эшләргә кәрәк. Бында инде беҙҙең электрон һүҙлектәр, телмәр синтезаторҙары, телмәрҙе таныусылар барыһы ла ярҙам итә, сөнки улар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән.

Ни өсөн был эш кәрәк, тип уйлайһығыҙ?

- Сөнки кеше хәтере барлыҡ һүҙҙәрҙе лә иҫендә ҡалдыра алмай. Ә нейроселтәрҙәр, мәғлүмәттәр базаһы ҙур күләм менән эшләй. Мәҫәлән, беҙҙең параллель корпуста яҡынса 600 мең һөйләм бар, уға тағы ла 300 мең самаһы һөйләм өҫтәргә ниәтләйбеҙ һәм был эштең башы ғына әле. Китаптар күп, текстар күп, әҫәрҙәр күп - уларҙы корпусҡа индерергә кеше юҡ. Ә барыһын да тиҙ эшләге килә, күрше-тирәнән артта ҡалғы килмәй. Көн һайын тамсылап ҡына эшләп, бер нәмәгә лә өлгәшеп булмай. Шулай уҡ эштең тамамланмай тороуы ла тынғы бирмәй, исмаһам, ниндәйҙер этап тамамланһа, еңелерәк булыр ине. Башҡорт теле башҡа телдәр менән бер рәттән цифрлы киңлеккә эләгеп ҡалһын тиһәк, ваҡыты булғанда ярҙам иткән ирекмәндәр кәрәк. Сөнки беҙ, айтишниктар, программистар бары тик мөхит кенә булдырабыҙ, ә контентты тулыландырыу - туҡтамай дауам итеүсе процесс.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса Глосбе һүҙлегендә 350 меңдән ашыу һүҙ һәм һүҙбәйләнеш бар, һәм беҙ әле башланғыс стадияла ғына торабыҙ. Уға тел буйынса барлыҡ һүҙлектәрҙе индереп бөтһәк тә ни бары 500 мең һүҙгә генә эйә буласаҡбыҙ. Ә башҡорт теле бик бай, беҙҙең тағы ла төрлө тармаҡтар буйынса һүҙлектәребеҙ бар, уларҙың барыһын да индереп бөтөү өсөн ҙур эш башҡарырға кәрәк. Был бер кешенең генә көсөнән килмәй.

Нейроселтәрҙе лә уҡытырға, өйрәтергә кәрәк. Кешене уҡытыуы еңелерәкме, әллә нейтроселтәрҙеме?

- Әлбиттә, нейроселтәрҙе өйрәтеү ябайыраҡ, сөнки унда математик алгоритмдар ҡулланыла. Бына Көнбайышта ошоға - компьютер лингвистикаһына вуздарҙа 5 йыл уҡыталар. Беҙҙең Башҡортостанда был йүнәлештә белем алыусы бер генә кеше лә, студенттарҙың бер генә төркөмө лә юҡ, үкенескә күрә. Ә был - иң алдынғы технологиялар. Минең өсөн нейроселтәр - бәләкәй бала кеүек: уны бөтөн нәмәгә өйрәтергә кәрәк. Уға ҡабат-ҡабат ҡабатлайһың, шулай яйлап ул аңлай башлай. Ни өсөн? Сөнки бер һөйләмде төрлөсә тәржемә итергә була. Нейроселтәр шуларҙың барыһын да аңларға, белергә тейеш.
Икенсе яҡтан, компьютер беренсе тапҡыр шахмат буйынса донъя чемпионын еңгәс, барыһы ла шаңҡып ҡалғайны. Хәҙер иһә береһе лә аптырамай, хатта компьютерҙы берәү ҙә еңә алмаясағын, бының мөмкин түгеллеген белә, сөнки компьютер донъяла булған барлыҡ шахмат комбинацияларын хәтерендә һаҡлай. Беҙ хыялланған һәм эшләгән тәржемәсе лә шундай буласаҡ - компьютер тел тураһында бөтөн нәмәне, һәр китапты, бәләкәй генә хикәйәне, барлыҡ яҙыусыларҙы - ғөмүмән, бар мәғлүмәтте үҙенә туплаясаҡ һәм күпте беләсәк. Бер генә кеше лә ул тиклемде белә алмай, быға мейе лә сыҙамаҫ ине.

Нейроселтәр тағы нимә эшләй ала?

- Ул тексты тәржемә итеп кенә ҡалмай, ә уның йөкмәткеһен аңлап, үҙе иллюстрациялар эшләй, биҙәй ала. Мәҫәлән, һүҙ йылғала һыу ингән эт тураһында бара икән, нейроселтәр уны һүрәт итеп эшләй. Йәғни, ул китапты уҡып та бара, фильм да төшөрә. Киләсәктә шулай булыр ҙа, моғайын. Һәм бындай алым балаларға ныҡ оҡшай.

Прогресты, артыҡ хәрәкәтләнмәҫ өсөн, ялҡауҙар уйлап сығарған, тиҙәр. Яһалма интеллект, нейроселтәр кеше өсөн бөтә нәмәне аңлатып, әйтеп, эшләп торһа, һомо сапиенс тағы ла нығыраҡ ялҡауланмаҫмы икән?

- Эйе, был бәхәсле тема, ысынлап та, тормошобоҙҙо роботтар баҫып алһа, кеше нимә эшләр? Мин кешеләргә ҡарағанда яһалма интеллектҡа нығыраҡ ышанам, сөнки кешеләрҙән бик йыш күңел ҡайта, ул бик нескә, төрлө йоғонтоларға бирелә. Ә машина - ул бөтөнләй икенсе. Мәҫәлән, бөгөн һәр кем ҡулланған смартфондар. Улар бит үҙе бер мөғжизә! Улар беҙҙе аңһыҙ итмәй бит.
Әлбиттә, киң күләмле мәҙәниәт (маскульт) тигән проблема бар. Был осраҡта кешене аңраландырыу бара, кеше ҡулланыусыға әйләнә. Кемдер, эшләмәй генә йәшәргә ине, тип хыялланған, бөгөн улар пособиеға ғына йәшәй. Әммә һәләте булған айырым кешеләр, киреһенсә, тағы ла аҡыллы, зирәк була бара. Ләкин улар күп түгел. Шуға күрә мин яһалма интеллект тыуҙырған кире йоғонтоға ҡаршы тора алырға ғына аҡылыбыҙ етер, тип ышанам. Әгәр кире йоғонтоға ҡаршы тора алмайбыҙ икән, тимәк, лайыҡ түгелбеҙ.

Хәҙер бөтә ерҙә "диван эксперттары" бар, улар үҙҙәре ҡатнашмай, ситтән генә ҡарап, "нишләп улай түгел", "нишләп былай түгел", тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Төрлө сараларҙа булһынмы, социаль селтәрҙәрҙәме - башҡорт теле тураһында һөйләүселәр күп, әммә аныҡ эште тотоп эшләүселәр әҙ. Һеҙҙең эште күҙәтеүсе "диван эксперттары" бармы?

- Беҙҙә был мәсьәлә бик киҫкен тормай, сөнки күптәр әле аңлап та етмәй тип уйлайым, сөнки "диван эксперты" булыу өсөн дә теманы белергә, аңларға тейешһең, ә беҙҙә хатта аңларға ла ялҡауҙары килә. Мәҫәлән, әле беҙ барыһын да Телеграм-каналда параллель текстарҙы тикшергән чат-ботҡа ҡушылырға саҡырабыҙ. Нейроселтәр уларҙы тап килтерергә тырыша. Ундағы хаталарҙы бөтөрөр өсөн кеше тикшерергә һәм йә һөйләмде ҡабул итергә, йә кире ҡағырға тейеш. Ошо эшкә ҡушылмайҙар түгел, ҡушылалар, әммә әүҙем эшләүселәр бик аҙ. Ҡалғандар балласт булып тора. Ә беҙҙең күршеләрҙән артта ҡалғы килмәй. Волга буйы федераль округында марийҙар, сыуаштар, удмурттар кеүек "монстрҙар" бар. Улар тау аҡтара, тиергә мөмкин. Марийҙарҙа Андрей Чемышев - ҙур эштәр башҡарырға һәләтле "ғифрит", ул беҙгә һәр саҡ ярҙам итә, аңлата һәм: "Егеттәр, артабан үҙегеҙ эшләгеҙ. Һеҙҙә хәл-торош күпкә яҡшы, ерегеҙ ҙур, халҡығыҙ күп, нимәгә мыжыйһығыҙ. Һеҙ түгел, беҙ мыжырға тейеш. Һеҙ шундай мөмкинлегегеҙ булғанға Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булып, ҙур эштәр атҡарырға тейеш, ә һеҙ эт һуғараһығыҙ. Ваҡыт көтмәй, балалар тыуа, бөгөн эшләмәһәгеҙ киләсәктә уларҙы туған телдән мәхрүм итәһегеҙ. Был бик аяныслы буласаҡ", - ти.
Тағы шуны билдәләп китер инем: быға тиклем күптәр машина тәржемәсеһенең тәржемәләренән көлә, ҡәнәғәтһеҙлек белдерә ине, ә хәҙер "Һеҙҙең тәржемәсегеҙ шымара бара", тиҙәр, шул уҡ ваҡытта уның һөйләмдәрҙе ябайлаштырыуын, хаталар ебәреүен белдерәләр, әммә берәү ҙә көлмәй. Был да ҡыуаныслы, сөнки яйлап шымара-шымара, бер көн килеп юғары сифатлы тәржемә итә лә башлар, тигән өмөттәбеҙ.
"Диван эксперттары", әлбиттә, булған һәм буласаҡ. Әммә беҙҙең мөхиттә эшлекле кешеләр тупланған, улар аҙ һөйләй, күп эшләй, шунан кинәнес ала. Беҙҙең өсөн иң ҙур баһа - башҡалар һөйләнеп торғанда ла ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү, хатта аяҡ салырға тырышыусылар ниндәйҙер кимәлдә сәмләндереп тә ебәрә әле ул.

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты башҡорт теленең корпусын эшләй. Һеҙ уны ҡулланаһығыҙмы, сөнки әҙер корпусты ҡулланып, уны тәржемә итеп ҡуйыуы еңелерәк, корпусты ирекле ҡулланыу мөмкинлеге бармы?

- Бик сетерекле тема һәм һорау... Хәйер, хәҙер бик сетерекле лә түгел инде. Мин үҙем унда ете йыл эшләнем. Машина фонды лабораторияһында эшләгән барлыҡ лингвистарҙы ла яҡшы беләм. Шуға ҡарамаҫтан, ошо йылдар эсендә беҙгә бер генә файл да бирмәнеләр. Беҙ китаптарҙы китапхананан алып, уларҙы үҙебеҙ сканлап эшләй башланыҡ. Был алйотлоҡ, әлбиттә, әммә ысынбарлыҡ шулай. Ни тиһәң дә, Фәндәр академияһы - бюджет ойошмаһы, унда хеҙмәткәрҙәр бюджет аҡсаһына, яуланған гранттар иҫәбенә, йәғни һалым түләүселәр аҡсаһына эшләй. Бер-бер хәл була ҡалһа, беҙ унда ниндәй дискылар булғанын да белмәйәсәкбеҙ. Шуныһы йәнде көйҙөрә.
Әммә хәҙер беҙ был турала уйламайбыҙ, сөнки уларға ҡарағанда күберәк эшләй алдыҡ. Бында нимә әйтеп киткем килә: бына Фирҙәүес Хисаметдинова - ул башҡорт теле ғилеменең апостолы, командаһы менән Башҡорт теленең аңлатмалы академик һүҙлегенең 10 томын сығарыуға өлгәште. Был - буй етмәҫ бейеклек. Беҙ ошо күп томлыҡты цифрлап, ундағы барлыҡ мәғлүмәтте базаға индерәбеҙ. Һәм шуның менән телде кодификациялау тамамланасаҡ, тиергә мөмкин, сөнки 10 том үҙенә барлыҡ һүҙлектәрҙе алған. Унда хатта диалектизмдар һәм күп миҫалдар ҙа бар. Миҫалдар, әйткәндәй, машина фондынан алынған.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты үҙе корпус эшләй, БДУ - үҙе айырым. Волонтерҙар үҙҙәре үҙ алдына тырыша. Ни өсөн ошо бер үк эште башҡарыусылар берләшеп, эште еңеләйтергә һәм тиҙләтергә тырышмай? Сәбәп нимәлә? Ни өсөн берҙәмлек юҡ?

- Мин административ вертикаль яҡлы түгел, селтәр структураһы (горизонталь) яҡлы. Әйҙә, төрлө төркөмдәр, йәмғиәттәр күп булһын. Улар үҙ-ара нисек тә булһа аңлашыр, сөнки бер ҡаҙанда ҡайнайбыҙ бит. БР Хөкүмәтенән Тәржемәләр үҙәге ойоштороу тураһында белдерҙеләр. Шәп яңғырай! Унда алтаҡталарҙан алып рәсми ҡағыҙҙарға тиклем тәржемә итәсәктәр. Әммә унда, ғәҙәттә, төрлө кимәлле чиновниктар йыйыла һәм эш алға бармай. Шул уҡ ваҡытта улар ирекмәндәрҙе артҡы планға ҡыҫырыҡлай. Административ рәүештә эшләнгән эш ҡамасаулай ғына, уның менән алға китеп булмай. Шул уҡ Машина фонды ла дәүләт тарафынан булдырылғайны, ә ул беҙ теләгәнсә эшләмәй...

Ихтик китапханаһы ла - ирекмәнлек һөҙөмтәһе. Википедия ирекмәндәре, мәҫәлән, кәрәкле сығанаҡтарҙы рәсми китапхана сайтынан түгел, ә Ихтик китапханаһынан табырға мөмкин, тиҙәр. Ни өсөн грант алып эшләгән дәүләт учреждениелары эшенә ҡарағанда ирекмәндәрҙең эшмәкәрлек һөҙөмтәһе яҡшыраҡ килеп сыға?

- Һөҙөмтәлелеккә килгәндә, шәхси фирмалар күпкә яҡшыраҡ, һөҙөмтәлерәк эшләй, сөнки уларҙа эшкә ҡараш бөтөнләй икенсе. Бында ла шулай: дәүләт эшләгән эштә һөҙөмтә ҡыҙыҡһындырмаған кешеләр төркөмө йыйыла, мотивация юҡ. Ә бөгөнгө баҙар иҡтисады осоронда үҙен-үҙе алға һөргән нимәлер уйлап тапҡы килә. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт теле өлкәһендә баҙар механизмы бөтөнләй эшләмәй, сөнки тел менән аҡса эшләп булмай. Нимәлер эшләүселәр булһа ла, улар үҙҙәренә зыян килтереп, үҙ иҫәбенә эшләй. Бары тик тормоштан, эшләгән эшенән ҡәнәғәтлек ала. Моғайын, улар өсөн ошо кисереш матди байлыҡҡа ҡарағанда ҡиммәтерәктер. Ҡайһы ваҡыт шуны үҙемдә күҙәтәм: бер кемгә бер нәмә кәрәк түгел, ә һин һаман да нимәлер эшләргә тырышаһың, эшләйһең - әйтерһең дә, яңғыҙ яу ҡайтарған яугирһың һәм шуның менән бәхетлеһең!

Ғәҙәттә, күптәр ҙур энтузиазм менән башлай ҙа, бер ниндәй ҙә яҡлау, терәк, ярҙам тапмайынса, яйлап "яна"... "Янмаҫ" өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- "Яныу" - бик ауыр тема. Күп дуҫтарым "янды", күптәр беҙҙең мөхиттән юғалды. Үҙем дә шундай хәл-торош кисерҙем, ике тапҡыр йәнем көйөп: "Башҡаса был эштәрҙең береһе менән дә шөғөлләнмәйем, үҙем өсөн йәшәгем килә, мин донъя буйлап сәйәхәт итер инем, китаптарҙы сканлап ултырғансы, уларҙы иркенләп уҡыр инем, нимәгә миңә былар барыһы ла", - тип ташлап ҡуйғаным булды. Шунан мин туған телгә биргәнгә ҡарағанда, был эштән үҙемә күберәк алғанымды аңлап, ҡабат тотонам... Күңелем менән был эштең минеке икәнен аңлайым, сөнки мин телем менән бер бөтөн.

Бөгөн төп маҡсат - ошо параллель текстарҙы тикшереү буйынса чат-боттың эшен тағы ла әүҙемләштереү. Хәҙер уҡыуҙар башланды, шөкөр, башҡорт теле мәктәптәрҙә уҡытыла. Ә бына ошо чат-ботты бит дәрестә лә ҡулланырға йәки уҡыусыларға өйгә эш итеп бирергә була...

- Коллегам Ислам Байғужин, төркиәтсе, шәреҡ телдәре буйынса белгес, шул уҡ ваҡытта ул БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм шәрҡиәт факультетында ла уҡыта. Мин чат-ботҡа еңел генә инер өсөн QR-кодтар менән визиткалар эшләнем, ә Ислам факультеттағы тәржемәсе һөнәренә уҡыған студенттарына уны таратып, ошо чат-ботта тәжрибә тупларға ҡушты. Студенттар тәүҙә теләр-теләмәҫ кенә эшләһә, һуңынан үҙҙәренә лә был шөғөл оҡшап ҡалды, тиҙәр. Әлбиттә, уны уҡытыусылар ҙа үҙ эшендә ҡуллана ала. Әлегә, әлбиттә, чат-бот бик ябай ғына, әммә беҙ уны Айгиз Ҡунафин менән киңәйтергә, статистика күрһәткесен өҫтәргә ниәтләйбеҙ. Мәҫәлән, һәр кеше үҙенең бер көндә, бер аҙнала ниндәй өлөш индергәнен ҡарай аласаҡ. Әгәр ошондай күрһәткес булһа, бағыусылар табып, ирекмәндәрҙе нисектер дәртләндерергә лә булыр ине. Статистика бит был эшкә кемдең ниндәй өлөш индергәнен асыҡ күрһәтеп тора. Чат-ботты шулай яйлап камиллаштырһаҡ, киләсәктә ул бар халыҡты берләштергән милли проект булыр тип өмөтләнәбеҙ.

Бөгөн һәр тармаҡта ирекмәнлек киң ҡолас ала. Ә бына интеллектуаль ирекмәнлеккә кешеләрҙе нисек ылыҡтырырға? Нисек улар күңеленә дәрт һалырға?

- Һуңғы ваҡытта шуға инандым: әгәр кемделер үҙеңдең командаңа алырға теләһәң, шул кешегә шәхсән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Башҡа ысулдарҙы белмәйем. Быға тиклем ҡулланып ҡараған башҡа ысулдар ниңәлер эшләмәй... Ғөмүмән, интеллектуаль ирекмәнлеккә ағзалар йәлеп итеүҙе мин философик мәсьәлә тиер инем. Сөнки бер үк нәмәне аңлатаһың, аңлатаһың, һөйләйһең, сығыш яһайһың - һөҙөмтә юҡ. Тимәк, бында мин, йәғни уҡытыусы, башҡаларға төп фекерҙе еткерә алмайым, йәиһә улар мине аңлар кимәлдә түгел. Йә булмаһа, беҙ, энтузиа
стар, бик аҙбыҙ һәм башҡорт теленең киләсәге ошо бер төркөм кешеләрҙән башҡа береһенә лә кәрәкмәй... Бәлки, башҡорт теле ошо ҙур тиҙлек ала барған поезд вагонына эләгергә тейеш түгелдер, ә беҙ уны шунда тығырға тырышабыҙҙыр?.. Әгәр минән: "Һуңғы туҡталышығыҙ ниндәй?" - тип һораһалар, "Ул башҡортса яһалма интеллект, йәғни гаджеттарҙағы Алиса, Siri, Alexa, Cortana һ.б. кеүек виртуаль ассистенттар булдырыу", тип яуаплар инем. Был - яһалма интеллекттың беренсе стадияһы ғына. Телде ҡулланыуҙың киләсәге - заманса технологияларҙа. Башҡорт телен шунда индереп ҡалһаҡ, телебеҙ йәшәйәсәк. Әлегә беҙ уй-фекерҙе текст аша ғына ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ, ә яһалма интеллект быны инҡар итеп, беҙҙе икенсе кимәлгә алып сығасаҡ.
Бөгөн бик күп балаларҙың һәләте асылмай ҡала һәм беҙҙең белем биреү системаһының быға көсө һәм ҡеүәте етмәй. Әгәр баланың барыһын да белгән, бәләкәй саҡтан уны аңлаған һәм уның теләктәрен үтәгән, уны үҫтергән дуҫы булһа, һәр бала вундеркинд булыр һәм тормошобоҙ үҙгәрер ине. Телдәр ҙә күп булыр һәм был бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмаҫ ине, сөнки туған теле аша башҡа теләһә ниндәй телде аңлай алыр ине бала. Был әлегә хыял, әммә уны тормошҡа ашырыу мөмкин. Ҡайһы берҙә башҡорт телен, юғары мәҙәниәт йәки классик музыка кеүек үк, элитар телдер, тип тә уйлайым. Һәр кем Чайковскийҙы тыңламай бит. Ә тыңлаусылар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Башҡорт телен заманса технологияларға индерергә тырышыусыларҙы ла тулы ҡанлы тормош менән йәшәй тип уйлайым...

Йәғни һинең яҙмышың тел яҙмышы менән үрелеп бара, һин үҙең тел булып, уның һәр өнө булып яңғырайһың?..

- Мин бәләкәйҙән әсәйемдең тыуған ауылы Малайҙа (Ҡырмыҫҡалы районы) үҫтем. Һәр йәй башҡорттар араһында, тәбиғәттә йәшәнем һәм башҡорт телен, алаһы ла, ҡолаһы ла булһа ла, башҡорттарҙы яраттым. Был һөйөү минең ҡаныма һеңгән. Атай-әсәйҙе яратмау мөмкин түгел, башҡа атай-әсәй кәрәк тә түгел. Туған тел менән дә шулай.

Шулай итеп...
"Барлыҡ башҡорттарҙы берләштергән проекттар күп түгел, ҡайһы берҙәре хатта кешеләрҙе айыра. Ә нейроселтәрҙе башҡортсаға өйрәтеү проекттары (Глосбе, параллель һөйләмдәрҙе тикшереү чат-боты) берләштереүсе проект тип уйлайым һәм беҙ барыбыҙ бер булып, дәррәү тотоноп, башҡорттоң да төшөп ҡалғандарҙан, телебеҙҙең дә бер телдән дә кәм түгеллеген күрһәтергә тейешбеҙ. Әлегә беҙ ниндәй байлыҡ тауы өҫтөндә баҫып торғаныбыҙҙы ла аңлай алмай, һаман бер урында тапаныуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
Башҡорт тарихы бик оҙон, ә алда нимә буласағы - билдәһеҙ. Ә тел - ул шул тиклем тәрән метафизик донъя, уға бер сумһаң, сығып булмай, сөнки тормош физик донъя менән сағыштырғанда күпкә байыраҡ, күпкә сағыуыраҡ", - ти Искәндәр Алик улы. Ә һеҙ һаман башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу өсөн нимә эшләргә тип баш ватаһығыҙмы? Артыҡ баш ватырға кәрәкмәй - тоторға ла эшләй башларға! Иң еңел юл - Телеграмм каналда "Параллель һөйләмдәрҙе тикшереү" тип яҙып, чат-ботҡа ҡушылырға һәм алға!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.22 | Ҡаралған: 539

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru