«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙҘАР КӨНӨ УҢАЙЫНАН
+  - 

Үтеп барған аҙнала Атайҙар көнө билдәләнде бит инде. Иртәнге сәй табынында Атайҙар көнө уңайынан иремде ҡотланым да һөйләшеүҙе дауам итеп, уйынлы-ысынлы һорау бирәм:
- Шунан, - тием, - нисек йәшәйһең, был тормош һиңә нисек, оҡшаймы?
- Күңелле! - ти был. Шулай тип бер һүҙ генә әйтте...
Юҡ, юҡ, мобилизацияға эләкмәгәнгә ҡыуанып ултыра, тип уйлай күрмәгеҙ, уға, ғөмүмән, йәшәү оҡшай. Зарланғанын, мыжығанын, кемгәлер үсегеп, кемделер, нимәнелер яманлап йөрөгәнен күргәнем булманы. Булғанына шөкөр итә, килеп сыҡҡан ҡатмарлы, ҡайғылы хәлдәрҙе һәр ваҡыт һалҡын ҡан, айыҡ аҡыл менән кисерә белә. Бушҡа бошоноп, юҡҡа ҡайғырып йөрөй торған кеше түгел ул. Шуға ла бөтә нәмәнән күңелле мәл табып, ҡәнәғәт йәшәп ята.
Алкоголле эсемлек һемереп, тәмәке тартып күңелләнеү уға хас түгел. Ул шулай күңелле итеп йәшәй белә. Әйләнә-тирәләгеләрҙе лә шәйләмәҫкә мөмкин әле ул. Шулай, эшенән баш күтәрмәй эшләп йөрөгәнендә бер ҡыҙыҡ хәлгә тарығанын һөйләгәйне. Бер-ике йыл мәктәптә лә эшләп алды ул. Шул мәлдә бер уҡыусыһын филармонияға конкурсҡа алып барған. Кейемен гардеробҡа тапшырып торғанда эргәһенә шат йылмайып, бер ҡатын килеп баҫҡан. Һаулыҡ һорашҡан да быны көтөп тора икән. Нишләп мине көтөп тора икән был апай, тип аптыраған беҙҙең Азаматович һәм уға уңайһыҙланып ҡына: "Һеҙҙең йөҙөгөҙ таныш һымаҡ та ул, тик мин һеҙҙе танымайым", - тигән. Теге ҡатын көлөп: "Мин һеҙҙең коллегағыҙ ҙа һуң, бер мәктәптә эшләйбеҙ бит", - тигән. Бер коллективта эшләгән коллегаһын танымаҫлыҡ булғас, мәктәптә балаларҙы ҡурайға уйнарға өйрәтеү менән мәшғүллеге шул хәтлем мөкиббән китеп атҡарырлыҡ күңелле булғандыр инде...
...Атайҙар көнө булғас, ҡайным менән атайымды ла иҫләп алдыҡ әле. Атайым ҡурайсы булған һәм алты кейәүе араһынан иң кесеһе, минең ирем генә ҡурайсы бит инде. Беҙ өйләнешер алдынан буласаҡ иремдең ҡурайсы икәнен белеп ҡалған апайымдар: "Әсәйҙең был кейәүе ҡурайҙа уйнай, ҡалғандары нервыла ғына уйнай",- тип көлгәйнеләр... Атайым иҫән булһа, беҙҙе үҙ нигеҙенә йыйып, тарҡатмай, киреһенсә, берләштереп, ҡурайында уйнап, түрҙә генә ултырыр ине микән, тип моңһоуланып алам...
Ә иремә моңһоуланыу хас түгел, был осраҡта ҡайнымды иҫләп алабыҙ... Азаматович армияла саҡта ҡайнымдар ҡаланан ҡәйнәмдең ауылына күсеп йәшәп торғандар. Кеше донъяһында йәшәгәс ни, мал көтмәгәндәр, мал көтмәгәс, бесән дә эшләмәгәндәрҙер инде. Шул саҡта ҡайным армиялағы улына: "Бөтә ауыл йығылып ятып бесән эшләй - ә беҙгә барыбер..."- тип хат яҙған... Азаматовичты, йәғни минең иремде лә шундай юҡ-барға көймәгән кеше итеп тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт атай-әсәйенә. Уның булыр-булмаҫ нәмәгә ҡайғырып, бошоп, үкенеп йөрөмәй торған кеше булыуы миңә лә ҡулай һәм тыныс. Ошондай яҡшы сифаттарын малайҙарына ла тапшырып, артабан да күңелле йәшәүен теләйбеҙ Айҙар Азамат улы Байтимеровҡа.

Таңсулпан РӘСҮЛ.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.22 | Ҡаралған: 172

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru