«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫНЫ МЕНӘН АРАЛАШҠАНДА ИР-ЕГЕТ ҮТӘРГӘ ТЕЙЕШЛЕ 30 ҠАҒИҘӘ
+  - 


Күп кешеләрҙә, шул иҫәптән үҙен мосолман тип һанағандарҙа ла, ислам динендә ҡатын-ҡыҙ бар хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителгән, иренә ҡаршы һүҙ әйтергә ирке булмаған йән эйәһе итеп ҡабул ителә. Ләкин был дөрөҫ түгел. Ислам динендә Аллаһы Тәғәлә хаҡынан һуң икенсе урында әсәй кешенең хаҡы тороуы ла был ялғанды юҡҡа сығара. Ә хәләл ефеткә ҡарата мөнәсәбәткә килгәндә, Бәйғәмбәребеҙ "Үҙ ҡатындарына файҙалы булған һәм уларға яҡшы мөғәмәлә иткәндәрегеҙ һеҙҙең арала иң яҡшыларығыҙ", тип әйтә. Ир-егеттәрҙең ҡатындары алдындағы бурыстары күп дини китаптарҙа яҙылған. Түбәндә Ибраһим Хаҡҡиҙың "Мәғрифәтнамә" китабынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Уларҙа ир-егеттең ҡатынына (хәләл ефетенә) ҡарата мөнәсәбәте шәриғәт күҙлегенән ниндәй булырға тейешлеге тураһында бәйән ителә.

1. Ир-егет ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә үҙенең тәбиғәтенең иң яҡшы яҡтарын күрһәтергә тейеш. Аллаһы Тәғәлә күндәм холоҡло кешеләрҙе ярата. Насар холоҡ Аллаһы Тәғәләнең асыуын килтерә. Кемделер үпкәләтеү, кәмһетеү ҡәтғи тыйыу аҫтында. Башҡаларҙы ҡыйырһытыуҙан ҡәнәғәтлек алған насар холоҡло ирҙәргә хатта ғаилә ҡороу тыйыла.

2. Хәләл ефетең менән аралашҡанда йомшаҡ, илтифатлы булырға кәрәк. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм): "Үҙ ҡатындарына файҙалы булған һәм уларға яҡшы мөғәмәлә иткәндәрегеҙ һеҙҙең арала иң яҡшыларығыҙ", - тип әйтә.

3. Өйгә ҡайтҡас, ҡатыныңды "Әссәләмәғәләйкүм!" һүҙҙәре менән сәләмләү һәм уның эштәре, хәле хаҡында ҡыҙыҡһыныу мөһим.

4. Ҡатыныңдың кәйефе яҡшы икәнен күргәс, уны ҡосаҡлап, үбеп алырға кәрәк (ят күҙҙәр күрмәгәндә).

5. Ир-егет ҡатынының проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашырға бурыслы. Борсоулы ултырғанын, кәйефе юҡлығын күргәндә күңеле ҡырылыуының сәбәбен мотлаҡ һорашырға кәрәк. Уны (ҡатынығыҙҙы) ныҡ итеп яратыуығыҙ хаҡында әйтегеҙ, уның кәйефен төшөргән нәмә үҙегеҙҙе лә борсоуон белдерегеҙ. Ҡатынығыҙ ишетергә теләгән матур һүҙҙәр менән уны тынысландырыу мөһим.

6. Ҡатынығыҙҙы тынысландырыу өсөн әлеге мәлдә үтәргә хәлегеҙҙән килмәгәнде лә вәғәҙә итегеҙ. Тағы ла кем һеҙҙән дә яҡшы уны тынысландыра ала? Ул бит бар өмөтөн һеҙгә төбәгән. Аллаһы Тәғәләнең идараһы буйынса һеҙ ғаиләне тәьмин итеүсе, балаларҙы тәрбиәләүсе уның берҙән-бер яратҡан кешеһе.

7. Бала тәрбиәләүҙә ҡатынығыҙға әүҙем ярҙам итегеҙ. Бәләкәй бала үҙенең көйһөҙләнеүҙәре менән әсәһенә көндөҙ ҙә, төндә лә йоҡо бирмәй. Ә ҙурыраҡ балалар тағы ла шуғыраҡ, тыңлашмаусан, үҙҙәренең ҡылыҡтары менән әсәләрен даими борсоуға һалыусан. Шуға күрә лә ҡатынығыҙға ярҙам итегеҙ һәм Аллаһ үҙегеҙгә лә ярҙам итәсәк.

8. Ҡатынығыҙҙы ҡулығыҙҙан килгәнсә иң яҡшы кейем менән тәьмин итегеҙ. Өй эсендә уға үҙе теләгәнсә биҙәнергә һәм кейенергә ирек бирегеҙ. Әммә урамға сыҡҡас та ул үҙенең матурлығын ят ир күҙҙәренән йәшерергә бурыслы.

9. Әгәр бай булһағыҙ, ҡатынығыҙ яратҡан хәләл ризыҡтарҙың иң яҡшыһын килтерегеҙ. Һеҙ ҡатынығыҙҙы иң яҡшы ризыҡ һәм кейем менән тәьмин итеүҙе үҙ бурысығыҙ итергә тейешһегеҙ. Мосолман ҡатын-ҡыҙы быға лайыҡлы. Имам Ғазали үҙенең "Бәхет эликсиры" китабында: "Мосолманға хәләл ефетенә ҡарата һаран булыу килешмәй, - тип яҙа. - Үтә исрафлы булырға ла ярамай, әммә ғаиләне ҡарауға сарыф ителгән аҡса Аллаһ әжерен саҙаҡаға ҡарағанда күберәк килтерә". Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: "Изге һуғышҡа, ҡолдо азат итеүгә, ғаиләне ҡарауға сарыф ителгән сығымдар араһында ғаилә өсөн сарыф итеүселәр иң ҙур сауапты ала", - ти. Тағы ла бәғзе бер ғалимдар: "Ғаиләһен тәьмин итә алырлыҡ мөмкинлеге булмаған кешеләргә өйләнеү - харам", - тип әйтә.

10. Ҡатын-ҡыҙға һис ҡул күтәрергә ярамай. Ҡайһы бер кешеләр Ҡөрьән аяттарын яңылыш аңлап, көсһөҙ заттарға ҡарата көс ҡуллана башлай. Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә "Әгәр ир-егет ҡатынына ҡул күтәрә икән, Ҡиәмәт көнөндә мин үҙем Аллаһ алдында был кешегә ҡаршы геүәһлек итәсәкмен", тип әйтә.

11. Аллаһ әмерен үтәүҙә иғтибарһыҙлыҡ күрһәткәне өсөн хәләл ефет менән бер көндән дә оҙағыраҡ ыҙғышта булырға ярамай.

12. Шулай уҡ ир-егет ҡатынының бәғзе бер осраҡтарҙа күрһәткән тәрбиәһеҙлегенә лә түҙергә бурыслы. Ҡатын кешенең салыш ҡабырға һөйәгенән яратылғанын һәм ир кешегә аманатҡа бирелгәнен оноторға ярамай.

13. Ҡатынының холҡонда насар яҡтарға үҙгәреүҙәрҙе күргәс, ир кеше беренсе сираттта үҙен ғәйепләргә тейеш. "Мин үҙемде дөрөҫ тотһам, ул бындайға әйләнмәҫ ине", тип уйларға тейеш. Бер әүлиәнән, ни өсөн уның оҙаҡ итеп үҙенең мыжыҡ ҡатынының ҡыланыштарына түҙеүен һорағандар. Ул: "Мин ҡатынымды айырғандан һуң ул башҡа берәүгә сығасаҡ. Ә ул кеше минең кеүек түҙемле булмаясаҡ. Минең арҡала улар икеһе лә бәхетһеҙ буласаҡ", - тип яуап биргән.

14. Ҡатын кеше асыуланһа һәм бәхәс низағҡа әйләнә башлаһа, ир кешегә шымып ҡалыу иң яҡшыһы. Ҡатын уйланыр һәм ғәфү үтенер, сөнки гүзәл заттар ир-егеттәрҙең уҫал тынлығы алдында көсһөҙ.

15. Ҡатыны ғаиләләге бурыстарын урынына еткереп һәм ҙур ҡәнәғәтлек менән эшләй икән, ир-егет доғаларында Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтен белдерергә тейеш. Сөнки бындай ҡатын - Аллаһы Тәғәләнең иң ҡиммәтле донъя бүләге.

16. Ҡатын менән иғтибарлы һәм мөләйем мөғәмәлә итергә кәрәк. Шул саҡта ғына ул үҙенең яратылғанын аңлаясаҡ һәм иренең ҡәҙерен беләсәк.

17. Ир кеше магазинға һәм баҙарға аҙыҡ-түлек артынан йөрөүҙе үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Ғаилә мәсьәләләрендә хәләл ефет менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта ғаиләгә бәйле булмаған башҡа (мәҫәлән, эштәге) мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡатынды йәлеп итергә кәрәкмәй. Уның былай ҙа хәстәрҙәре етерлек.

18. Ир-егет, ҡатынының гонаһҡа килтерә торған кәңәштәренә эйәреп китмәҫ өсөн, уяу булырға бурыслы. Ғаилә башлығы ҡатын-ҡыҙ түгел, ә ир-егет.

19. Ҡатынының гонаһҡа килтермәгән етешһеҙлектәрен, хаталарын күрмәмешкә һалышһа, ир-егет зирәклек күрһәтәсәк. Әгәр хәләл ефете гонаһ эшләүгә алып барған һүҙҙәр әйтһә һәм ҡылыҡтар эшләһә, ир-егет хаталаныуын аңлатып, уны туҡтатырға тейеш. Әгәр ниндәйҙер етешһеҙлегенән ваз кисһә, ҡатын-ҡыҙға бүләк вәғәҙә итергә һәм вәғәҙәне үтәргә кәрәк. Һәр осраҡта сабырлыҡты юғалтмау мөһим.

20. Бер-береңдең серҙәрен һәм етешһеҙлектәрен башҡаларға таратырға ярамай.

21. Ғаилә ялын ойоштора белеү ҙә бик мөһим. Тормош иптәшең менән шаярып, уйнап алыуҙың да бер зыяны юҡ. Мәҫәлән, Бәйғәмбәребеҙ ҡатыны Ғәйшә менән йүгереүҙә ярышҡан.

22. Өйләнер алдынан ир-егет үҙҙәренең ҡайҙа йәшәйәсәктәрен алдан хәстәрләргә бурыслы. Әгәр улар йортто ҡуртымға йә һатып ала икән, ғаилә именлеге өсөн зыян килтерерҙәй (экологик таҙалыҡ менән бергә, төнгө клуб кеүек кешенең рухи донъяһына зыян килтергән) урындарҙан йырағыраҡ булыу мөһим. Дин ҡәрҙәштәр күп йәшәгән урындарҙа йәшәү хуплана. Уртаҡ ҡиммәттәр булған кешеләр генә яҡшы күрше, кәңәшсе булып китә ала.

23. Ир-егет ҡатынын шәриғәт буйынса йөрөргә ярамаған урындарға барыуҙан тыйырға бурыслы.

24. Ир-егет ҡатынын Ҡөрьән уҡырға, хәләлде харамдан айырырға өйрәтергә тейеш. Ғаилә ағзаларын ярамағандан тыйылырға өйрәтмәгәндә, ғаилә башлығын тамуҡ уты көтөүен онотмаҫҡа тейеш.

25. Шәриғәткә ярашлы, енси тормошҡа бәйле мәсьәләләрҙе белеү мотлаҡ. Был ғилемде имамдарҙан, дини китаптарҙан алырға кәрәк.

26. Ғаиләләге ҡатын-ҡыҙ затынан булған ағзалар шәриғәт буйынса кейенмәйенсә йөрөйҙәр икән, ул саҡта ғаилә башлығы һәм өйҙәге бар ирҙәр Ҡиәмәт көнөндә бының өсөн яуап бирәсәктәрен аңларға тейеш.

27. Хәләл ефетенең ризалығын алмайынса ир кеше сәйәхәткә сыға алмай. Шулай уҡ икенсе һәм сираттағы хаж ғәмәлен үтәгәндә ҡатын-ҡыҙҙың ризалығын алыу мөһим.

28. Әгәр беренсе ҡатыны шәриғәт талаптарын урынына еткереп үтәй, иренә итәғәтлек күрһәтә икән, ир-егеткә икенсе ҡатын алыу кәңәш ителмәй. Бәйғәмбәр "Әгәр берәү ике кәләше була тороп, уларға ғәҙел мөғәмәлә итмәһә, Ҡиәмәт көнөндә мәхшәр яланына яртылаш кәкрәйгән килеш киләсәк", тип әйтә.

29. Ир-егет хәләл ефетенә үҙенең проблемалары, дошмандары, бурыстары хаҡында һөйләргә тейеш түгел.

30. Ир-егет ҡайҙа ғына булһа ла, ҡатыныма бәрәкәт, бәхет, ниғмәттәр бир, тип, Аллаһы Тәғәләгә ялбарырға тейеш. Сөнки хәләл ефет - ир-егеттең тормош иптәше генә түгел, дуҫы, балаларының тәрбиәсеһе, өй усағын һаҡлаусы.

Динде яратҡан һәм белгән ир-егеттәр бар эштәрендә лә шәриғәткә эйәрергә тырыша. Шәриғәткә эйәреү кешенең үҙенә генә файҙа килтермәйәсәк, ғаиләһенә лә яҡшы йоғонто яһаясаҡ. Ғаиләлә, йәмғиәттә шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртасаҡ. Шуға күрә лә ҡатынын, балаларын яратҡан, уларға ике донъя бәхетен теләгән мосолман, рухи яҡтан үҙен камиллаштырып, ҡулы аҫтында булғандарға яҡшы остазға әйләнергә тейеш. Харамға илткән нәмәләр тулып ятҡан дәүерҙә, ғүмер юлын ошо бысраҡлыҡтарға буямайынса һәм ғаиләһен буятмайынса үткән иманлы ир-егеттәр Раббыһының ризалығына ирешәсәк. Әхирәттә лә ғаиләһе менән бергә йәннәттә осрашасаҡ.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.22 | Ҡаралған: 692

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru