«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУРИСТАР ӨФӨГӘ АҒЫЛА
+  - 

OneTwoTrip компанияһы белгестәре ҡулланыусылар мәғлүмәттәре буйынса ноябрҙә Башҡортостандың Рәсәйҙәге 10 иң популяр туристик йүнәлеше рейтингына инеүен белдерә. Ә республикаға килеүселәр иң элек уның баш ҡалаһы менән таныша.

- Ә хәҙерге Өфө - Урал алдының бай тарихлы тиҙ үҫешеүсе мегаполисы, эре сәнәғәт, фәнни-белем биреү, спорт һәм мәҙәни үҙәге. Башҡортостандың баш ҡалаһын йылғалар һәм урмандар урап алған, ҡала үҙе лә, йыл һайын ҡарт ағастарҙы ҡырҡып, улар урынына яңыларын ултыртыу һөҙөмтәһендә, йәшеллеккә төрөнгән. Бында матур һәм төҙөкләндерелгән парктар, скверҙар, шулай уҡ архитектура һәйкәлдәре һәм тарихи урындар бик күп, ҡала йылдан-йыл ял итеү өсөн уңайлы була бара. Шулай уҡ унда төрлө ҙур саралар: иҡтисади форумдар, мәҙәни фестивалдәр, спорт ярыштары, киң күләмле фәнни конференциялар үтеп тора.

- Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығы уңайынан баш ҡалаға көньяҡтан ингәндә "Көньяҡ ҡапҡалары" территорияһын комплекслы төҙөү буйынса ҙур проект тормошҡа ашырыла. Уның бер өлөшө булып генерал Рыленко һәм Пугачев урамдары киҫелешендәге транспорт сиселеше тора. Проект буйынса ул ике кимәлле буласаҡ. Уның беренсе этабында юл-төҙөлөш эштәре зонаһына тура килгән коммерция һәм торлаҡ күсемһеҙ милеге, барлығы 82 участка (176 милексе) һүтеләсәк. Әлеге ваҡытта бина һәм йорттарҙың, ерҙең баҙар хаҡы билдәләнә.

- Шулай уҡ Ленин урамында Пушкин урамынан Киров урамына тиклем арауыҡта башҡа эштәр менән бер рәттән, электр һәм бәйләнеш селтәрҙәре линияһы үҙгәртелә, сымдар һәм башҡа коммуникациялар хәҙер ер аҫтынан үтәсәк. Был эш 2022-2023 йылдарҙа башҡарыласаҡ. Шулай уҡ йәйәүлеләр зонаһында еңел автомобилдәрҙе парковкалауға юл ҡуймау өсөн юлға сығып торған киртләстәр эшләнә. Һөҙөмтәлә бындай урындарҙа транспорт тиҙлеген кәметергә мәжбүр була.

l Ҡаланың тарихи үҙәге булған Октябрь революцияһы урамында мәҙәни мираҫ объекттары һәм юлдар реконструкцияланасаҡ. Бында ла төбәк адреслы программаһына ярашлы торлаҡ йорттарҙа йәшәүсе граждандар күсерелә. Исемлеккә ингән 47 өйҙөң 36-һы мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Әле 24 йортта йәшәүселәр күсерелгән. Бушаған биналарҙы реставрациялау һәм заман талаптарына ярашлы ҡулланыуға тапшырыу өсөн конкурс процедураһы әҙерләнә.
l Урамды яңыртыуға килгәндә, ул Ленин урамынан алып Сочи урамына тиклем 1,8 километр арауыҡты үҙ эсенә ала һәм проект ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Беренсе этапта Ленин урамынан Салауат Юлаев проспектына тиклемге 1,3 километр ара яңыртыласаҡ. 19 октябрҙә төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау өсөн "Дортрансстрой" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт менән муниципаль килешеү төҙөлгән.
l Әлеге ваҡытта Өфө биология институты Октябрь революцияһы урамындағы ағастарҙың һәм башҡа үҫемлектәрҙең торошон тикшерә. Дендроплан төҙөү менән шөғөлләнә. Һығымта яһалғандан һуң, тикшереү һөҙөмтәләре йәмәғәтселеккә еткереләсәк. Юл эштәре тамамланғас, экологик акциялар барышында урамға эре ағастар ултыртыласаҡ һәм башҡа йәшелләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Әле эре ағастар өсөн 200 урын ҡаралған. 2023 йылдың яҙында эш майҙанында махсус ойошма археологик эштәр алып барасаҡ. Уларҙың отчетынан һуң подряд ойошмаһы эш башлаясаҡ. Реконструкцияның беренсе этабын 2024 йылда тамамлау планлаштырыла.
l Туристарҙы йәлеп итеүҙә шулай уҡ йәмәғәт транспорты һәм уларҙы көтөү павильондары ла мөһим роль уйнай. Сөнки үҙаллы хәрәкәт итергә теләүселәр ҡыҫҡа ваҡытта күп урындар менән танышырға, кәрәк ваҡытта гаджеттарын зарядкаға ҡуйып алырға теләй. Бөгөн баш ҡалала 1280 туҡталҡа бар, уларҙың 144-е берҙәм технологик принцип буйынса эшләнгән. Яңы павильондар светодиод яҡтыртыу сығанаҡтары, видеокамералар, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу төймәһе, кеҫә телефондарын зарядкалау функцияһы менән йыһазландырылған. Барлыҡ "Аҡыллы туҡталыштар" ҙа интернетҡа тоташтырылған, һөҙөмтәлә йәмәғәт транспортының ҡасан килеүе электрон таблола күренеп тора. Әммә бындай уңайлылыҡ бәғзеләргә оҡшап етмәй, күрәһең, сөнки вандалдар көн һайын туҡталҡаларға зыян килтерә. Мәҫәлән, туҡталҡаларҙа ватылған оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың 14 төймәһен ремонтлау мөмкин булһа, 16 төймәне бер нисек тә тергеҙеп булмай. Ватылған электрон таблоларҙың иһә 7-һе тергеҙелһә, һигеҙе ремонтлана.
Бәлки, берәй заман беҙ ҙә тәртипкә, кеше эшен хөрмәтләргә, булғандың ҡәҙерен белергә өйрәнербеҙ. Ә әлегә, вандаллыҡҡа һәм башҡа етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан, туристар Башҡортостанға, Өфөгә ағыла...

"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 161

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru