«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАНЫШ ТҮГЕЛ ТАНЫШТАР
+  - 

Әгәр биологик төрҙәр йөҙәр мең йылдар дауамында формалашһа, уларҙың тәбиғәттән юҡҡа сығыуы күпкә тиҙерәк бара. Шуға ла биологик күптөрлөлөктө һаҡлау, өйрәнеү өсөн айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булдырыла. Бөрйән районындағы ике ҡурсаулыҡ, милли парк, заказниктар ошондай биләмәләргә инә лә инде.

Беҙгә беленмәһә лә, һәр төр - үҫемлек, хайуан, микроорганизм һ.б. - тәбиғәттә үҙенең төп ролен уйнап ҡына ҡалмай, экологик тигеҙлекте һаҡлауға ла үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, пенициллинды иҫкә төшөрһәк, ул да бит тик зарар ғына килтереүсе тип һаналған үңәҙ бәшмәктәрҙән алына һәм уның ярҙамында күпме кешенең, хайуандарҙың ғүмере ҡотҡарыла!
Бәшмәктәрҙе өйрәнеүсе белгестәр һирәк, беҙҙең ҡурсаулыҡта ла уларҙың төрҙәре яҡшы өйрәнелмәгән. Мин "Шүлгән-Таш" дәүләт ҡурсаулығының ботанигымын - үҫемлектәр донъяһын өйрәнәм. Һуңғы йылдарҙа бәшмәктәрҙең төрҙәре менән дә ҡыҙыҡһына башланым, осратҡандарының төрҙәрен билдәләй һалып, исемлеккә теркәп ҡуям. Составына "Шүлгән-Таш" дәүләт ҡурсаулығы ла ингән "Башҡорт Уралы" биосфера резерватында әлеге көндә 650 төр бәшмәк иҫәпләнә, шуларҙың 247 төрө ябай күҙгә күренмәгән бик бәләкәс, ваҡтар. Улар башлыса мәмерйәләрҙә өйрәнелгән. Беҙҙең урмандарҙа һәм урманлы далала был организмдар өсөн шарттар яҡшыларҙан түгел - дымлылыҡ етмәй. Әммә ағастарҙы тарҡатыусы бәшмәктәр күп, сөнки улар өсөн урман тулы ауған һәм кипкән ағас. Улар бәшмәклектәре (мицелий) һәм саң кеүек ваҡ споралары ярҙамында яҡшы үрсеүгә һәләтле. Ҡурсаулыҡтағы тиҫтәләрсә йылдар ҡулланылған ботаник маршрутта (яҙҙан көҙгәсә айырым майҙансыҡтарҙа үҫемлектәрҙең үҫешеү процесын өйрәнәбеҙ) ҡайһы саҡ яңы төр бәшмәктәр осрап ҡуя. Ер өҫтөнә килеп сығыу өсөн улар тейешле шарттарҙы оҙаҡ көтөргә мәжбүр булалар. Бәшмәклек тәне, ҡыу бәшмәктәрҙекенән (трутовик - 3-сө һүрәт) айырмалы, оҙаҡ йәшәмәй: 2-7 көн генә була ла, башҡаса йылдар дауамында күренмәй.
Беҙ үҙебеҙгә ашарға яраҡлы бер нисә генә эшләпәле бәшмәкте танып беләбеҙ - ҡайын бәшмәге, баллы бәшмәк, уҫаҡ бәшмәге һ.б. Шуныһына иғтибар иттем: бәшмәктәр тураһында күберәк белгән һайын, улар шул тиклем йышыраҡ күҙгә салына башлай. Мәҫәлән, бер ваҡыт күҙемә ағас олононда юйманы хәтерләткән ваҡ ҡына алһыу шарҙар салынды. Был ағас ликогалаһы (ликогала древесинная - 2-се һүрәт) тигән бәшмәк булып сыҡты. Бер-ике көндән, споралары өлгөрөп еткәс, шарсыҡтар ҡурғаш кеүек һоро төҫкә инде. Ә ҡайһы бер бәшмәктәр хатта бер көндән юҡҡа сығалар, мәҫәлән, бәләкәс кенә, нескә эшләпәле һөтлө мицена (мицена молочная - 4-се һүрәт) икенсе көнөнә булмаясаҡ. Ҡайһы ваҡыт ҡыҙыҡлы табыштарға ла юлығып ҡуябыҙ. Милли парк биләмәһендә ғилми хеҙмәткәребеҙ Илдус Нурмөхәмәтов шәмәхә төҫөндәге бәшмәктәргә юлыҡҡан. Был матур эшләпәләр хужаһының русса атамаһы "волоконница земляная" (1-се һүрәт). Шуныһы ҡыҙыҡ, ул һарғылт аҡ төҫтә лә булырға мөмкин һәм был осраҡта уның тап ошо төргә ҡарауын билдәләүе ауырыраҡҡа тура килә. Илдус Марат улы Кәшәлә йылғаһы буйында трутовик зонтичный тип аталған тағы бер бәшмәк төрөн тапҡан. Уны бер тапҡыр күрһәң, ғүмергә иҫтә ҡала, башҡалар менән бутау мөмкин түгел. Әммә бәшмәктәрҙең был төрө бик һирәк осрай, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Әйткәндәй, гәзит уҡыусыларға ла мөрәжәғәт итке килә: әгәр ҡыҙыҡлы тип тапҡан бәшмәктәрҙең (шулай уҡ үҫемлектәр, бөжәктәр, хайуандар) фотолары бар икән, уларҙы беҙҙең ҡурсаулыҡтың kapova@inbox.ru электрон адресына ебәрә алаһығыҙ, беҙ уларҙың төрөн билдәләп, һеҙгә мәғлүмәт еткерербеҙ. Бәшмәктәрҙе фотоға ситтән, шулай уҡ эшләпәһен өҫтән һәм аҫтан төшөрөргә кәрәк. Былар бөтәһе лә уларҙы икенсе төр менән бутап ҡуймаҫ өсөн эшләнелә. Яҡташтарыбыҙҙы иҫкәртергә лә теләр инем: бәшмәктәрҙе ҡулланғанда бик һаҡ булырға кәрәк, үҙегеҙ белгән, тик яҡшы тороштағы, йәш бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Шулай уҡ уларҙы юл эргәһендә, сүп-сар түгелгән урындарҙа ла йыйырға ярамай, сөнки бәшмәктәр үҙендә зарарлы матдәләрҙе тупларға һәләтле.

Наилә СӘЙФУЛЛИНА,
"Шүлгән-Таш" дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, биология фәндәре кандидаты.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 171

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru