«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты.

Арҡайым ишендәге ҡаласыҡ-ҡәлғәләрҙең Һынташты тибындағы ҡәберлектәр менән тығыҙ бәйләнеше булыуы асыҡланды, был ҡомартҡылар бронза эпохаһының Көньяҡ Урал өсөн көтөлмәгән материалдарын бирҙе. Ҡәберлектәрҙә ике тәгәрмәсле боевой арбалары (колесницалары) менән ерләнгән яугирҙарҙың ҡалдыҡтары табылды, был уларҙан ҡалған асыҡ эҙҙәрҙең гипс күсермәләрен (отпечатоктарын) яһау мөмкинлеген бирҙе. Тәгәрмәстәрҙең диаметры 1-1,2 м, көпсәктәр араһы 1,2-1,4 м. Уҡыусыбыҙ китабыбыҙҙың беренсе бүлегендә бирелгән мәғлүмәттәр аша Көньяҡ Уралда ике тәгәрмәсле арбаларҙың тәүләп б.э. тиклем III-II мең йыллыҡтар арауығында ҡулланыла башлауын, Һынташты арбаларының иртә металл эпохаһына ҡараған Шумаев ҡурғандарында табылғандарын (Ырымбур өлкәһе) камиллаштырыу менән бәйле булыуын белә.
Мәйеттәрҙе тәрәнлеге 1,2-1,5 метрға еткән, 4x2,5 метр үлсәмле дүрт мөйөшлө ҡәберҙәрҙә ерләгәндәр. Бынан башҡа уларҙа ат ҡалдыҡтары ла күп осрай. Ҡәберҙәр ер ҡатламының ул замандағы кимәлендә арҡырыға ағас ярҡалар йә иһә бүрәнә менән ҡапланған, ҡағиҙә булараҡ, япмаға ҡабырғаларына ятҡырылған ат түшкәләре (һөлдәләре) һалынған. Үлгәндәр эргәһенә 7-гә тиклем ат кәүҙәһе ҡуйылған осраҡтар бар. Уларҙың ҡайһылары ҡәбер янындағы һай ғына соҡорҙарға күмелгән. Һис шикһеҙ, улар махсус рәүештә һуйылып һалынған. Тотош мал түшкәләренән башҡа, ҡәбер эсенә лә, уның өҫкө өлөшөнә лә тиҫтәләгән ат, һыйыр, һарыҡтарҙың баштарын, тиреләрен һәм аяҡтарын ритуаль ерләү башҡарылған. Ҡорбанға салынған ат, туҡал үгеҙ, һарыҡ тәкәләре һөйәктәре ҡәберҙәр араһында махсус рәүештә ҡаҙылған һай ғына соҡорҙарға өйөм-өйөм итеп һалынған.
Атап үтелгән типтағы ҡәберлек материалдары андронов ҡәбиләләренең ҡатмарлы матди һәм рухи донъяһын тулырыҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Улар андроновсыларҙың малсылыҡ хужалығының шундай юғары кимәлгә етеүен дәлилләй: аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итеүҙән башҡа ерләү йолаларын үтәү өсөн үлгәндәр хөрмәтенә күпләп йылҡы, һыйыр, үгеҙ һәм һарыҡ малы ҡорбан ителә алған. Ошо малдарҙың һуңғы өсәүһе, күрәһең, ерләү процессияһында ҡатнашыусыларҙы һәм үлгән кеше йәндәрен ризыҡ менән тәьмин итеү маҡсатында ҡорбан ителһә, ат кешенең ерҙәге генә түгел, ә теге донъялағы тормошоноң да алыштырғыһыҙ бер өлөшө итеп ҡарала. Тарихтың барса артабанғы осорҙарында, һуң урта быуаттарға тиклем үк (XII-XIV б.б.), Евразия далаларында, шул иҫәптән Көньяҡ Уралда ла, малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең ҡәберлектәрендә ат булыуы массовый, йәғни тәбиғи күренешкә әйләнһә, андронов ҡәбиләләре ҡурғандарында был иң тәүгеләренән булараҡ теркәлә. Аттың күскенселәр тормошонда һәр заманда ла кешенең юлдашы итеп ҡабул ителеүе күп кенә халыҡтарҙа үҙгәрешһеҙ ҡала. Быға боронғо дәүерҙәрҙә һәм урта быуаттарҙа йәшәгән авторҙарҙың мәғлүмәттәре бик асыҡ дәлил булып тора. Бына, мәҫәлән, 921-922 йылдарҙа Көньяҡ Урал далалары аша Волга Болғарияһына сәйәхәт иткән ғәрәп илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙлан башҡорттарҙың яҡын күршеһе булған уғыҙҙарҙың холоҡ-йолалары хаҡында билдәле бер мәғлүмәт теркәп ҡалдыра. Ул уғыҙ кешеһен ерләгән саҡта уны аты менән бергә күмеп, ошолай тип әйтеүҙәре хаҡында яҙа: "Былар уның аттары, ул ошо аттарҙа ожмахҡа барасаҡ". Сәйәхәтсе йәнә ошондай мәғлүмәт бирә. Ҡайһы бер саҡта уғыҙ кешеһен атһыҙ ерләйҙәр (күрәһең, һүҙ ярлы уғыҙ хаҡында бара), шунан һуң аҡһаҡалдарҙың береһе ерләнгән кешенең иптәштәренең аттарында алға сабып китеүе, ә быныһының уларҙы ҡыуып етә алмауы хаҡында зарланыуын төшөндә күреүен белдерә. Аҡһаҡалдар, ошо төштө нисек юрау хаҡында һөйләшкәс, үлгән кеше хөрмәтенә ат һуйырға ҡарар итә: ҡорбан ителгән аттың итен ашайҙар, тиреһен, башын, ҡойроғон һәм дүрт аяғын ерләнгән кешенең ҡәбере өҫтөнә йәйеп һалалар. X быуат авторының әле килтерелгән мәғлүмәте Евразия күскенселәренең барса археологик эпохаларында йәшәүселәргә, шул иҫәптән андронов мәҙәниәте ҡәбиләләренә лә ҡағыла.
Бронза эпохаһындағы Көньяҡ Урал халҡы мәҙәниәтенең формалашыу үҙенсәлектәрен асыҡлау йәһәтенән андронов ҡәбиләләре материалдарынан түбәндәге факттар иғтибарға лайыҡ. Күп кенә осраҡтарҙа (мәҫәлән, Берлик ҡурғандары) ҡәбер стеналары аҫтан өҫкә тиклем яндырылмаған кирбес менән көпләнеп, аҙаҡтан балсыҡ менән һыланған була. Ошондай кирбес стенаның ҡалынлығы 10-15 см тәшкил итә. Әгәр ҡәбер эсендәге ҡоролманы һәр саҡта ла билдәле бер төркөм кешеләренә хас булған торлаҡ символы икәнлеген иҫәпкә алһаҡ, ерләү йолаһының әле һүҙ барған деталенең саман өйҙәр һалыу традицион булған этник мөхиттә барлыҡҡа килеүен раҫлап була. Был андронов мәҙәниәтенең формалашыуында көньяҡ сығышлы (Көньяҡ Ҡаҙағстан, Урта Азия) ҡәбиләләрҙең әүҙем ҡатнашыуына тағы ла бер дәлил булып тора.

Карта №2. Көньяҡ Уралда бронза эпохаһының "ҡалалар иле" ҡәлғәләре картаһы (Г.Б. Зданович буйынса). 1 - Степное, 2 - Черноречье, 3 - Устье, 4 - Чекотай, 5 - Куйсак, 6 - Сарым-Саклы, 7 - Родники, 8 - Исиней, 9 - Ҡыҙыл, 10 - Арҡайым, 11 - Коноплянка, 12 - Журумбай, 13 - Ольгинское, 14 - Камысты, 15 - Һынташты (Синташта), 16 - Һынташты-II (Синташта-II), 17 - Андреевское, 18 - Аландское, 19 - Берсуат, 20 - Шөкөртау (Шикуртау), 21 - Бахта, 22 - Париж, 23 - Улак-1.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.11.22 | Ҡаралған: 142

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru