«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НОҒМАН АТЛЫ МӘҒРУР ҠАРАҒАЙ
+  - 


Халҡыбыҙҙың Ноғман атлы мәғрур ҡарағайы ауыуына бер йыл... Уның менән бергә тотош дәүеребеҙ - бер быуатлыҡ тарихыбыҙ убылғандай тойолоп, күңелдәребеҙ етемһерәп, яҡлауһыҙ, һаҡлауһыҙ тороп ҡалдыҡ. Мәңгелек урманыбыҙҙың Рух солоғо, башҡорт прозаһының алтын бағанаһы ине ул. Халыҡ яҙыусыһы тигән титулға Ноғман Мусин тигән дәрәжә, олпатлыҡ, оһоллоҡ өҫтәй ине.

Юғалтыуҙы барлыҡ Башҡортостан халҡы ауыр кисерҙе. Һәм бына уның вафатына бер йыл тулыр алдынан Ноғман Мусин 1983-2021 йылдарҙа йәшәгән йортта (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 7/1) яҙыусының яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Таҡтаташҡа әҙиптең портреты һәм уның ижад кредоһын билдәләгән "Мин - мәңгелек урман" тигән һүҙҙәр яҙылған. Халыҡ күп йыйылды, барыһы ла халыҡ яҙыусыһы тураһындағы йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Таҡтаташ асыуҙың бар мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған "Мин - патриот" ойошмаһына һәм яҙыусының туғаны, журналист Уйылдан Галинға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Яҙыусының таҫмаға яҙылған тере тауышын ишетеү барыбыҙҙы ла һиҫкәндерҙе: "... бәхет күп яҡлы, ҡайһы саҡ ҡайғылар, ауырлыҡтар, хәсрәттәр аша ла килә бәхет. Тормоштоң асылы шунда...".
Тормоштоң асылы, Ноғман Мусиндың әҙәбиәттә яулаған бейеклектәре, ул ҡалдырған рухи мираҫтың әһәмиәте хаҡында һөйләшеү Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапханала дауам итте. Олуғ яҙыусыбыҙ тураһында иҫтәлектәр китабы ла донъя күрер бер саҡ, тик унда ташҡа баҫылыр һүҙҙәр ҡат-ҡат шымартылған булыр, ә был һөйләшеүҙә бәйән ителгән хәтирәләр - һәр береһенең күңел түрендә йөрөгән үтә лә шәхсән тойғолар яңғыраны. Күңел йылылығына сорналған Хәтер кисәһенә әйләнде был һөйләшеү.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Шәкүр: "Ноғман Мусин менән алтмыш йылдан артыҡ тығыҙ аралашып йәшәү бәхете тейҙе миңә, кешелекле, ихлас фекерҙәшем булды ул минең. Фатирһыҙ йөрөгән саҡта, беҙҙең ғаиләгә ике бүлмәле фатирын ышанып тапшырып, отпускыға ҡайтып китте. Бына ошондай ағайҙарса хәстәрлеген тойоп йәшәнем мин уның", - тип, матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Рәшит Шәкүр Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре - "Зөһрә" повесына рецензия яҙған булһа, күренекле прозаик Әмир Әминев уның бөтә әҫәрҙәрен дә рецензиялаған икән. "Ноғман ағайҙың иң яҡын дуҫы Әнүр Вәхитов - әсәйемдең бер туған ағаһы. Ғаилә байрамдарыбыҙ һәр ваҡыт бергә үтте, алты йыл бер йортта күршеләр булып йәшәнек, - тип башланы һүҙен Әмир ағай. - Йәшәү урындарыбыҙ алышынып, ҡаланың ике осонда йәшәгән дәүерҙә лә уның үҙе менән дә, ижады менән дә күршеләр булып ҡалдыҡ. Тормошта ла, ижадта ла дуҫлығыбыҙ дауам итте, ижади пландарыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ, әҙәби мөхит хаҡында фекерҙәребеҙ менән ихлас уртаҡлашыр күрше лә, ағай ҙа, дуҫ та, кәңәшсе лә була белде ул. Тормошобоҙҙоң бәхетле миҙгелдәрен дә, ауыр мәлдәрен дә бергә кисерҙек".
Ноғман Мусиндың фекер-кәңәштәрен йәш прозаик Мөнир Ҡунафин да күңел түрендә йөрөтә: "Ағайыбыҙҙың: "Буш ваҡытығыҙҙы әрәмгә үткәрмәгеҙ", - тигән һүҙен йәшәү принцибы итеп алырға мөмкин. Ул үҙе, халыҡ араһында йөрөгәндә, ижади командировкаларҙан, гәзиткә тәғәйен материалдан тыш, яҙыласаҡ әҙәрҙәренә бол туплап, ишеткән-күргәндәрен эҫе мәлендә ҡағыҙға теркәп ҡайта торған булған. Беҙҙе лә шулай егелеп эшләргә саҡырҙы, ижад серҙәре менән йомарт бүлеште. "Егеттәр, бер-берегеҙгә терәк булығыҙ, бер-берегеҙҙе ваҡытында күтәрә белегеҙ", - тип тормош һабаҡтары ла өйрәтте. Уның тормошо, эшләү һәм йәшәү рәүеше беҙгә, йәштәргә, оло һабаҡ".
Шағир Әхмәр Үтәбәй "Мәңгелек урман" дилогияһының төп геройы Төлкөсураның портретын ятҡа һөйләп биреп, барыбыҙҙы ла хайран итте. Баҡһаң, "Мәңгелек урман"ды үҫмер ваҡытында ҡат-ҡат уҡыған Әхмәр, Төлкөсура һымаҡ мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, бөркөт ҡарашлы булырға теләп, иртәле-кисле физик күнегеүҙәр эшләргә өйрәнеп алған икән. Әхмәр һөйләгәндән һуң шундай уйға киленде: Ноғман Мусин ижадында герой концепцияһы өйрәнелмәгән икән әле (Бөгөнгө йәштәр үҙҙәренә кумирҙы сит мөхиттән эҙләй). Әмир Әминев үҙ сығышында: "Беҙ Ноғман Мусинды "урман йырсыһы" тип кенә атап, уның киң ҡоласлы ижадының тематикаһын тарайтабыҙ", - тигәйне - бына уның һүҙҙәренә ҡеүәт! Ноғман Мусин әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыған быуын өсөн шәхес булып формалашыуҙа әҫәр геройҙарының йәшәү рәүеше ниндәй роль уйнаған! Тергеҙергә кәрәк был мәктәпте.
"Беҙҙең бурыс - олатайымдың әҙәби мираҫын өйрәнеү, уның исемен мәңгеләштереү. Ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тырышырбыҙ", - тип ышандырҙы яҙыусының түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусы ейәне Тимур Ғарифуллин. Барыбыҙ ҙа еңел һулап ҡуйҙыҡ: ҡарағайҙың тамырҙары иҫән икән, тимәк, урман - мәңгелек!
...Хәтер кисәһе икенсе көнөнә яҙыусының тыуған ауылы Ҡолғонала дауам итте. Ноғман ағайҙың тәүге ғаиләһендә уның үҙенә оҡшап ҡына торған Нурсилә исемле ҡыҙы ҡалған. Ауылдаштарының күҙ алдында үҫеп буй еткерә Нурсилә. Тормош ҡороп, атаһына, Ноғман ағайҙың үҙе әйтмешләй, ҡарағайҙай өс ейән бүләк итә. Иң өлкәндәре Флүргә 40 йәш, ул Санкт-Петербург ҡалаһында донъя көтә. Фотоларҙан ҡарап таныным үҙен: шул уҡ яҫы маңлай, һыҙылып киткән ҡап-ҡара ҡаштар, һынсыл ҡараш - олатаһы!
Нурсилә апайҙың Марат исемле уртансы улы алып ҡайтты мине Ҡолғонаға. Унда ла олатаһының сифаттарын күрергә теләп, юл буйына күҙәтеп барҙым. Буй-һынында әллә ни оҡшашлыҡ сырамыта алманым, ә бына йылмайып ебәрҙеме - ул да олатаһы ғына була ла ҡуя икән. Тик һирәгерәк йылмая. Ҡолғона тирәһендәге ер-һыу атамаларын яҡшы белеүе, машинаны оҫта, ышаныслы йөрөтөүе һоҡландырҙы.
Нурсилә апай беҙҙе ҡапҡа төбөндә ҡаршы алып тора ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, танышҡандан һуң, ни эшләргә белмәй, ҡулымдағы күстәнәсемде уға һондом. Балаларса ҡыуанып, ихлас йылмайып ебәрҙе. Йылмайыуы, йөҙө, күҙ ҡараштары - барыһы ла атаһынан. Халыҡса әйткәндә, һуйған да ҡаплаған!
Сәй артында ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына сетерекле лә, серле лә теманы дауам итәбеҙ. "Үҙемде иҫләгәндән алып Ноғман Мусиндың ҡыҙы икәнемде белеп, һәр саҡ уның иғтибарын, хәстәрен тойоп йәшәнем. Атайымдың бер туған апайҙарына, уларҙың балаларына рәхмәт, улар менән тығыҙ аралашып йәшәнек, атайым Ҡолғонаға ҡайтҡанда, уның менән бергә мине ҡунаҡ табынына саҡырып ала һалдылар. Балалығым менән атайымдың һәр саҡ эргәмдә булыуын теләп, дыуамаллашҡан ваҡыттарым да булды инде, әлбиттә. Ләкин йәшәй-йәшәй үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙҙе нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәндем. Атайымдың "Шоңҡар" журналында (2016 йыл, июль һаны) баҫылып сыҡҡан интервьюһында "...тәүге ҡатынымдан үҙемә оҡшап торған ҡыҙым, ҡарағайҙай һомғол буйлы өс ейәнем бар" тигән һүҙҙәрен уҡығанда минән дә бәхетле кеше юҡ ине. Аллаға шөкөр, атайымдың хәҙер бер бүләре, биш бүләсәһе бар..."
Ноғман ағай менән уның ғүмер буйы бергә йәшәгән ҡатыны Фәймә инәйҙең, был донъяны бик иртә ташлап киткән ҡыҙҙары Фәрзәнә менән Гөлшат апайҙарҙың яҡты иҫтәлегенә арнап аят уҡытты Нурсилә апай һәм уның балалары.
Мобилизацияланып, Украинаға, хәрби операцияға юлланған Ҡолғона егеттәренең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп тә доға ҡылдылар мәжлескә йыйылыусылар. Изге, матур, сауаплы эш эшләнде.
...Хәтер кисәләре барышында Ноғман ағайҙың таҫмаға яҙылған бәхет тураһындағы уйланыуҙары ҡолаҡта яңғырап тик торҙо: "... бәхет күп яҡлы, ҡайһы саҡ ҡайғылар, ауырлыҡтар, хәсрәттәр аша ла килә ул бәхет. Тормоштоң асылы шунда...". Нурсилә апай менән уның ҡарағайҙай өс улына мәшһүр яҙыусының - Рух солоғобоҙҙоң тамырҙары булыу бәхете яҙған. Был бәхет - оло яуаплылыҡ, оло һынау ҙа. Ошо һынауҙы лайыҡлы үтә алһындар ине егеттәр. Ноғман ағайҙың әле һаман күҙ алдында торған һынсыл ҡарашы ла шуны иҫкәртә кеүек: һынатмағыҙ, уландар!.. Беҙ, Ноғман ағайҙың тоғро уҡыусылары ла, һеҙҙән мәшһүр яҙыусының исеменә торошло эштәр көтөргә хаҡлы.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.11.22 | Ҡаралған: 583

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru