«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ҮҘЕМДЕ СӘХНӘЛӘ ТАПТЫМ, Ә АСЫЛЫМДЫ ҺАМАН ЭҘЛӘЙЕМ
+  - 


Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы Фәрзәнә ҒӨбӘйҘуллина береһенән-береһе сағыуыраҡ, йөкмәткелерәк образдары менән тамашасылар күңелен күптән яулап өлгөрҙө. Сәхнәлә үҙен тапты инде ул. Ә бына "Был донъяға ниңә килгәнбеҙ?", "Ҡайҙа китеп барабыҙ?" тигән һорауҙарға яуап таба алғаны юҡ әле. Һаман эҙләй. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрзәнә Йәһүҙә ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Фәрзәнә, сәхнәгә тәүге тапҡыр бейеүсе булып аяҡ баҫҡанығыҙҙы беләм. Һомғол буй-һынығыҙ, бейеүселәргә генә хас ихлас йылмайыуығыҙға, атлап йөрөшөгөҙгә ҡарап та һеҙҙә бейеүсене танып була. Артист булмаһағыҙ, ихтимал, төп һөнәрегеҙ итеп бейеү сәнғәтен һайлар инегеҙ. Сәнғәткә тартылыуҙан ҡаса алмаҫ инегеҙ, моғайын. Ҡасан һәм нисек драма артисы булырға ҡарар иттегеҙ?

- Нәҫелебеҙҙә атайым яғынан да, әсәйем яғынан да йыр-моңға маһирҙар булған һәм бар. Олатайым аслыҡ заманында ла скрипкаһын ҡулынан төшөрмәгән. Ауыл халҡы атайым яғынан олатайымдың скрипкала уйнауын тыңлар өсөн кистәрен беҙгә йыйылыр булған, хатта күрше ауылдарҙан да килгәндәр скрипка тигән серле музыка ҡоралының сихри моңон тыңларға. Ә әсәйемдең бер туған ҡустыһы Муллағәле Латипов Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләне. Йырлай башлаһа, тауышы менән өй тула ла ҡуя ине, көслө тауышлы, киң диапазонлы йырсы ине ул. Халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара ине. Шуға күрә сәхнәгә тартылыуым ҡан аша ла бирелгәндер, тием. Ә шулай ҙа һигеҙ бала араһынан мин бер үҙем сәнғәт юлын һайланым. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яраттым. Торараҡ был шөғөлөмдө бейеү алмаштырҙы.
Мәктәпте тамамларға йөрөгән йылды Салауат театрына тәғәйенләнгән курс өсөн һайлап алыу туры үткәрергә килгәйнеләр. Йырлап, бейеп, шиғыр һөйләп күрһәттем, кемде һынландырырға ҡушалар (ул ваҡытта этюд һүҙен белмәйем әле), шуны үтәнем. Һайлап алыу турын үттем, артабанғы һынауҙар өсөн Өфө сәнғәт академияһына барырға ҡуштылар. Тап шул йылды әсәйем ныҡ итеп ауырып китте. Иң бәләкәй бала булараҡ, әсәйемде мин ҡарарға, киләсәктә, бәлки, эргәһендә ултырырға ла тейеш буласағымды аңлап, үҙемде медицина менән бәйләргә ҡарар иттем һәм Салауат медицина училищеһына уҡырға индем. Ике айҙан һуң, хаталанғанымды аңлап, икенсе йыл Өфө сәнғәт академияһына барыу ниәте менән ауылға, әсәйем эргәһенә ҡайтып киттем. Йәйгә тиклем мәктәптә пионервожатый булып эшләп, Өфөгә юлландым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йылды башҡорт төркөмө йыймағайнылар, шулай ҙа һынауҙар тоттом һәм рус төркөмөнә уҡырға инеп киттем. Ауыл балаһына ҡала ҡыҙҙары менән бер төркөмдә уҡыуы ауырыраҡ бирелде һәм бер курс уҡығандан һуң, тағы ла ҡайтып киттем. Етмәһә, әсәйемдең ауырыуы ла көсәйгәйне ул мәлдә. Тағы бер йыл үтеп китте.
Йәй көнө гәзиттә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Илшат Йомағоловтоң театр-студияһы асылыуы хаҡында иғлан күреп ҡалдым. Бер аҙ нығынып алған әсәйем дә уҡырға барырға кәрәклекте тылҡый башланы. Мин ниндәйҙер ҡарарға килгәндә йәй үткәйне инде. Һуң булһа ла Стәрлетамаҡҡа юлландым. Театрҙа Гөлдәр апай Ильясованы осраттым. Хәлемде һөйләп бирҙем. "Ул һорауҙы мин үҙем генә хәл итә алмайым, Илшат ағай әле генә сығып китте, бар, уны табып, үҙе менән һөйләш", - тине. Театрҙан сыҡтым да, нимә эшләргә белмәй, тирә-яҡҡа ҡарап торам. Ҡараһам, театрҙың ҡаршыһындағы парк буйлап һап-һары ҡайындар араһынан ғорур атлап, мөһабәт кәүҙәле, ҡара эшләпә, ҡара плащ кейгән ир кеше китеп бара. "Илшат аға-а-а-ай!" тип ҡысҡыра-ҡысҡыра шул һын артынан йүгерҙем. Үҙемде таныштырҙым, хәлдәремде һөйләп бирҙем, ул мине тыңланы һәм дәрестәренә саҡырҙы. Иртәгәһенә дәрескә барҙым, әле һынау үтмәгәнлегемде лә онотоп, бер ай самаһы уҡып өлгөргөн студенттар менән бергә этюдтарҙа ҡатнаштым. Илшат ағайҙан алған тәүге дәресем минең өсөн имтихан да булды - студияла уҡып алып киттем. Аллаға шөкөр, Илшат ағайҙың класында актерлыҡ оҫталығына уҡыу бәхете тейҙе миңә. Башҡорт театры тарихында ул булдырған сәнғәт мәктәбен үтеү, ысынлап та, бәхет.

Тәбиғи матурлыҡ, нәзәҡәтлелек - ҡатын-ҡыҙ артистың ярты уңышылыр ҙа, бәлки. Әммә артист һөнәрен һайлағанһың икән, 20 йәшеңдә әбейҙәр һынына инергә лә, йә булмаһа, тәбиғәтеңә бөтөнләй тура килмәгән образдарҙы ла уйнарға тура килә. Бөтә ролдәргә лә еңел инәһегеҙме, әллә ролде сығарыу өсөн булмышығыҙ менән тартҡылашҡан саҡтарығыҙ ҙа бармы?
- Аллаға шөкөр, сәхнәләге яҙмышымда үҙемде төрлө амплуала һынап ҡарарға насип булды. Карпенко-Ҡарыйҙың "Бәхетһеҙ мөхәббәт" драмаһындағы (режиссеры Гөлдәр Ильясова) төп героиня Варьканың холҡон тыуҙырыу, уның менән сәхнәлә булһа ла килешеп йәшәү ауыр ғына булды, әммә ҙур сәхнәләге тәүге ролем булараҡ ҡәҙерле, ғәзиз ул миңә. Үҙемде ниндәйҙер кимәлдә һындырырға ла, сәхнәлә үҙемде табырға ла ярҙам итте миңә был роль, талапсанлыҡҡа, иң беренсе үҙ-үҙемә талапсанлыҡҡа өйрәтте. Флорид Бүләковтың "Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" драмаһындағы Алһыу образында, әйтерһең дә, үҙемдең бала сағымды һынландырҙым! Үҙемдең булмышымдағы эскерһеҙлек, ярҙамсыллыҡ, башҡаларҙың проблемаларын үҙ йөрәгең аша үткәреү кеүек сифаттарҙы Алһыуға күсереү ҡыйын булманы.
Туфан Миңнуллиндың "Ай булмаһа, йондоҙ бар" драмаһындағы (режиссеры Азат Йыһаншин) Хәмиҙә роле - тәбиғәтемә бөтөнләй ят холоҡло образ. Булмышым менән тартҡылаша торғас, яһиллыҡ, ялағайлыҡ, көнсөллөк бөркөп торған образды тыуҙыра алдым. Хәмит Ирғәлиндың "Инә бүре ҡарғышы" драмаһындағы (режиссеры Г.Ильясова) Ғәшүрә образы өҫтөндә эшләгәндә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, шәхес булараҡ та бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙом үҙемде. Сабыр ҙа, оялсан да башҡорт ҡатындары, Тыуған илгә ҡурҡыныс янағанда, ат атланып яуға сабыр батыр, сая, көслө рухлы ил инәләренә әйләнә.
Борис Васильевтың "Ә таңдар бында тыныс..." әҫәре буйынса (режиссеры Фәнис Кәримов) ҡуйылған драмала кесе сержант Маргарита Осянина образын да күңелдәге ҡапма-ҡаршылыҡ аша тыуҙырҙым. Ҡатын-ҡыҙҙың һуғыш михнәттәре аша үтеүен күңел ҡабул итмәй, шуға ла Осяниналағы ҡатын-ҡыҙ асылы менән һуғыштың бөтөнләй килешеп йәшәй алмағанлығын, һуғышҡа ҡаршы нәфрәтте ышаныслы күрһәтә алдым, тип уйлайым. Руслан Юлтаевтың "Өс хат" картинаһында һуғыштың икенсе яғы - тыл тормошо һүрәтләнә. Унда мин почтальонканы уйнаным. Шулай уҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы менән иҫтә ҡалған образ. Өйҙән-өйгә үлем хәбәре ташып йөрөү еңел булғанмы ни почтальондарға! Мостай Кәримдең Мәскәү режиссеры Антон Федоров сәхнәләштергән "Өс таған" драмаһындағы Әсә ролендә әсәйемдең булмышын һынландырырға тырыштым. Үҙемә лә әсәй булараҡ ситтән ҡарау мөмкинлеге булды был ролем. Сәбәләнмәйенсә, ғазапланмайынса, һынауҙар менән бәхәскә инмәйенсә генә балаларың өсөн ғүмереңде бирергә әҙер булыуыңды күрһәтеү еңел түгел, ә тамашасыны ышандырырға кәрәк. Тәрән уйланыуҙар аша тыуҙы был образ. Һанай китһәң, ролдәрем байтаҡ йыйылған. Уларҙың һәр береһе ғәзиз, яҡын, үҙ.

Хәләл ефетегеҙ менән танышыуығыҙ хәс тә кинофильмдарҙағы һымаҡ. Һөнәре буйынса театрҙан бөтөнләй алыҫ йәш егет осраҡлы рәүештә генә һеҙ уйнаған спектаклгә килә. Сәхнәләге Фәрзәнәгә ғашиҡ була. Һеҙҙе тағы бер күрер өсөн театрға йөрөй башлай. Бер барғанында, осраҡлы ғына иғлан күреп ҡалып, отпускыла булыуынан файҙаланып, театрға эшкә урынлаша. Театр һеҙҙе таныштыра, ҡауыштыра. Тормош - ул театр, тиһәләр ҙә, тормош сәхнә уйыны түгел. Сәхнәләге артист Фәрзәнә менән тормоштағы Фәрзәнә араһында ла айырма барҙыр. Һеҙ тормошта ниндәй?

- Эйе, танышыуыбыҙ тап шулай булды. Аллаға шөкөр, бына 26 йыл бергәбеҙ, Батырхан исемле ул тәрбиәләйбеҙ. Сәхнә шәхси тормошто йота. Әгәр ҙә актерҙарҙы яҡындары аңламаһа, һанламаһа, театр менән ғаилә араһында өҙгөләнергә тура килә. Ғаиләң - ҡәлғәң булһа, еңелерәк. Аллаға шөкөр, ғаиләмде ҡәлғәм тип әйтә алам. Беҙҙе осраштырған өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡыйым. Уның һәр премьераға гөлләмә тотоп килеп, минән күҙен алмай ҡарап ултырыуы икебеҙгә лә оло кинәнес бирә.
Тормошта мин ниндәйме? Нисек бармын - шулаймын: алсаҡмын, ихласмын, рәхмәтлемен, иплемен. Ҡыҙып та киткеләйем, әлбиттә, әммә кешене рәнйетеүҙән тыйылам, хатта ҡурҡам. Тирә-яғыңда матурлыҡ тыуҙырырға ынтылыу, йыйнаҡлыҡ кеүек сифаттар әсәйемдән күскән. Әсәйем тегенсе ине. Ҡурсаҡтар һымаҡ, аллы-гөллө күлдәктәр кейеп үҫтек беҙ. Шул күлдәктәрҙе кейеп, көҙгө алдында өйөрөлөп-сөйөрөлгәндә һәр саҡ матур булырға ынтылыу теләге һалынғандыр, тием. Әсәйем менән атайымдың бер ҡасан да эшһеҙ ултырғанын күрмәнем. Колхозға эшләп ҡайтҡандан һуң, һарай тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраны улар, беҙҙе лә ошо эшкә йәлеп итеп, донъя көтөргә өйрәттеләр. Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ улар өлгөһөндә тәрбиәләнде.
Йәшәйеш менән мөнәсәбәттәрҙе көйләргә тағы бәләкәйҙән үҙемдә күҙәткән бер холҡом да ярҙам итә. Мин бала саҡтан уйланырға, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен күҙәтергә һәм һығымта эшләргә яраттым. Башҡалар сыр-сыу уйнағанда, мин урманға, ҡайындар араһына, йылға буйына сығып китеп уйланып йөрөй торғайным. Тәбиғәткә сығып, үҙ-үҙем менән аралашып үҫтем. Мине борсоған һорауҙар бала саҡта үҙемә лә бик сәйер тойола ине: япраҡ ни өсөн тап ошолай яралған, йылға ни өсөн аға, беҙ был донъяға ни өсөн килгәнбеҙ, ҡайҙа китеп барабыҙ, ни өсөн кешеләрҙең холоҡтары төрлөсә, үлгәс, кеше менән нимә була - бына ошолайыраҡ һорауҙарға яуап эҙләй инем. Әле лә уйланырға яратам, үҙ-үҙем менән диалогҡа инә белеүем холҡомдо көйләргә, телеңде йүгәнләргә, уйҙарыңды барларға ла ярҙам итә. Уйланған арала ҡыҙған булһаң - һыуынап, асыуланған булһаң - асыуыңды онотоп өлгөрәһең. Героиняларымдың холоҡ-һыҙаттарын да ошолай уйланып, эҙләнеп табам. Тап уйлана белеүем, үҙ-үҙемә һорауҙар бирергә өйрәнеүем, күҙәтеүсән булыуым мине театрға ла алып килгәндер әле, бәлки. Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, мин үҙемде тетрҙа, сәхнәлә таптым, ә асылымды һаман эҙләйем.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.22 | Ҡаралған: 240

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru