«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СПОРТТА ЛА - БЕҘҘЕКЕЛӘР!
+  - 

Иҫәпләүҙәр буйынса, донъяла яҡынса 200 меңдән ашыу спорт төрө бар һәм белгестәр әйтеүенсә, был һан көн һайын тиерлек арта бара. Спорттың шахбокс спорт төрө улар араһында сағыштырмаса "йәш" булһа ла, спорт яратыусылар араһында ул киң билдәлелек яулаған. Шахмат һәм бокс кеүек ике төрлө спортты үҙенә берләштергән шахбокс буйынса рәсми ярыштар 2003 йылдан уҙғарыла. Яңыраҡ Төркиәнең Алания ҡалаһында шахбоксты үҙ итеүсе спортсылар араһында Донъя чемпионаты үтте. Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы егете Илсур ИСХАҠОВ чемпионатта мәртәбәле исем - Шахбокс буйынса Донъя чемпионы исемен яуланы. Һүҙ - чемпионға.

- Шахбокс - шахмат һәм бокс ҡағиҙәләрен берләштергән гибрид спорт төрө. Шахбокста спортсының интеллектуаль һәләттәре һәм көрәш (единоборство) оҫталығы һанлана, йәғни үҙенең аҡылы менән физик көсөн бер кимәлдә һәм оптималь ҡуллана белгән спортсы еңеүгә дәғүә итә: таҡ раундта шахмат буйынса ярыш уҙа, ә йоп раундта ярышташтар рингка сығып, бокс буйынса көслөнө асыҡлай.
Шахматты бәләкәйҙән уйнайым. Тренерым - атайым Исхаҡов Сабир Сабит улы. Ул миндә шахматҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты, уйнау алымдарын өйрәтте, тәүге еңеү һәм еңелеү тойғоларын нисек ҡабул итеүемде күҙәтеүсе лә нәҡ атайым. Шахмат кешене уйларға, тиҙ генә фекер тупларға, көрәштәшеңдең шахмат таҡтаһында ниндәй аҙымдар эшләйәсәген күҙалларға ярҙам итә, шулай уҡ мейенең эшмәкәрлеген яҡшырта, хәтерҙе нығыта, һәр аҙымды анализларға өйрәтә.

Өфөлә уҡый башлағас, боксҡа ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде, даими шөғөлләндем. Уҡып бөтөп, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, шахбокс менән таныштым. Бер йыл шөғөлләнгәндән һуң Рәсәй чемпионы исемен яуланым һәм донъя чемпионатына әҙерләнә башланым. Чемпионатҡа әҙерләнеү өсөн эштән киттем, сөнки көнөнә ике тапҡыр күнегеүҙәр үткәрергә кәрәк ине. Ләкин был аҙымым үҙен аҡланы, тип әйтә алам. Финалда мин ике тапҡыр донъя чемпионы булған Франция вәкиле менән көс һынаштым. Алыш көсөргәнешле булды, бер кем дә алдынғылыҡты бирергә теләмәйенсә, бар тырышлығын һалды. Шулай ҙа уңыш миңә йылмайҙы һәм ярыш һөҙөмтәләре буйынса Донъя чемпионы титулын мин яуланым. Көрәштәшем алдағы йылда реванш алыу ниәтен белдерҙе, тимәк, миңә ул алышҡа ныҡлы әҙерлек менән барырға һәм быйылғы еңеүемде тағы ла ҡабатлау өсөн бар тырышлығымды һалырға кәрәк буласаҡ. Шуға күрә алда мине көсөргәнешле күнегеүҙәр көтә.
Спорт кешене үҫтерә, рухи көс бирә, сыныҡтыра, маҡсатҡа ынтылышлы итә, яуаплы булырға өйрәтә.

Шулай итеп...
Спорт менән шөғөлләнгән һәр кем һоҡланғыс шәхес, сөнки барыһында ла оҙайлы йылдар дауамында көсөргәнешле күнекмәләрҙе ҡалдырмайынса шөғөлләнерлек ихтыяр көсө юҡ. Шулай уҡ ярыштар ҙа физик йәһәттән генә түгел, ә рухи көслөлөктө лә талап итә, сөнки тиҫтәләгән спортсыға ҡаршы сығырлыҡ күңел ныҡлығы кәрәк. Көслө яҡташыбыҙ, Башҡортостан, Рәсәй данын бөтә донъя кимәлендә лайыҡлы яҡлап сыҡҡан Илсур Исхаҡов ошондай һоҡланғыс спортсыларҙың береһе. Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Гөлназ САФУАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.22 | Ҡаралған: 156

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru