«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ - МИҺРАН ҠАРТТЫҢ БАЛАЛАРЫ
+  - 


15-20 йыллап элек Матбуғат йортонда эшләүселәр гәзит сыҡҡан көндәрҙә арҡаһына биштәрен аҫҡан олпат кәүҙәле ағайҙың редакцияларға ҡояштай балҡып килеп ингәнен күрә торғайны. Революция урамындағы "Киске Өфө" гәзите редакцияһына ла шулай килеп инә ине ҡояш-ағай. Килеп инә лә, яңы ғына сыҡҡан гәзит һандарын күмәртәләп һатып алып, нурын ҡалдырып сығып та китә. Таң менән шулай электричкала баш ҡалаға килеп, матбуғат баҫмаларын йыйып, кемдәргәлер үҙе яҙған мәҡәләләрҙе лә ҡалдырып китеүсе кеше - ул Белорет районының Манышты ауылы мәктәбе директоры Миһранов Нурулла Мөхөтдин улы ине.
Баҡтиһәң, ул Өфөлә уҡыған ул-ҡыҙҙарына ошо рәүешле ауыл күстәнәсе менән бергә башҡортса баҫмаларҙы ла алып барып ҡыуандырған булған икән. Ул бынамын тигән дүрт уланды, өс ҡыҙҙы тәрбиәләгән ҡаһарман атай, бының өсөн "Атай ҡаһарманлығы" тигән йәмәғәт наградаһына лайыҡ. Ҡаһарман атайҙың тырышлығы бушҡа китмәгәнен, уларҙан итәғәтлек, милли рух урғылып торғанын уның улдары менән ҡорған әңгәмәлә тойорһоғоҙ. Әңгәмәне аталары башлап ебәрер ҙә, Рөстәм, Нәзир, Раян улдары күтәреп алыр. Ҡайҙа кемгә уҡыуҙарын, хәҙер ҡайҙа кем булып эшләүҙәрен уларҙың үҙҙәренән белешәйек.

Һеҙгә фамилия биргән данлыҡлы Миһран олатайығыҙ хаҡында нимәләр әйтер инегеҙ?

Нурулла Мөхөтдин улы:
Миһран олатайыбыҙҙың дүрт ҡатыны булған. Ғаиләһе ишле булғас, хужалығында ялсы тотмаған. Олатайҙың ҡатындары өй эсендәге һәм хужалыҡтағы эштәрҙе тигеҙ бүлешеп башҡарған, малдарын да үҙенең балалары көткән. Ҡатындарынан тыуған балалары, артабанғы нәҫелдәштәре, күберәген Архангел районында йәшәгән һәм йәшәй. Минең әсәйем Белореттағы Мәйгәште ауылынан.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән дә осрашҡан бит әле Миһран олатайығыҙ?

Нурулла Мөхөтдин улы:
Мәжит Ғафури эш эҙләп беҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡан. Ул заманда ауыл һайын тиерлек приискылар эшләгән бит, шағир һәр береһенә инеп, эш һорашып йөрөгән. Шулай йөрөй торғас, ул Инйәргә килеп еткән. Унда ла эш булмағас, хәҙерге Архангел районына ҡараған Аҙау ауылының был яғындағы француз заводына юл алған. Унда ла эш таба алмағас, тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Әммә ул яҡтан тура ҡайтып китер урынға, ниңәлер, кире Инйәр яғына юлланыуы әле булһын мине аптырата.

Етмәһә, ул заманда хәҙерге һымаҡ электричка ла йөрөмәгән тиһегеҙме?

Нурулла Мөхөтдин улы:
Эйе, шағир кирегә тартып, беҙҙең Манышты ауылына килеп етә. Инйәр йылғаһын кисеп сығып барғанда Ғафури көслө ағымға ҡаршы тора алмай һәм аға башлай. Ярай әле шул ваҡытта бер һыбайлы үтеп барған була. Ул шағирҙы атының ҡойроғонан эләктертеп һөйрәтеп алып сыға. Ошо урында уның ни өсөн урау юл булһа ла, Маныштыға килеүе лә аңлашыла. Сөнки беҙҙең ауылда Мәжит Ғафури менән мәҙрәсәлә бергә уҡыған егет йәшәгән. Ул кисләтеп ауылға килеп ингәндә, ике генә өйҙә шәм янған була. Шуларҙың береһе Миһран олатайыбыҙҙың өйөндә. Иң тәүҙә Ғафури һабаҡташының йортона инә. Әммә унда йоҡлап сығыу мөмкинлеге булмай сыға. Һабаҡташы уға Миһран ҡарттың өйөн өйрәтеп ебәрә. Ысынлап та, ауылда ошо ике генә йортта кеше йәшәгән була ул саҡта, ҡалғандар йәйләүгә күскән.
Олатайым ҡатындары менән сәй эсеп ултырған саҡҡа тура килә. Ғафуриға сәй эсерәләр ҙә, урын һалып бирәләр, үҙҙәре аласыҡҡа йоҡларға сығалар. Ул саҡта өйҙәрҙә ҡандалалар күп була. Ҡунаҡ уларҙан таланып, тәҡәте ҡороғас, соланға сығып ята. Унда ла ҡандалалар тынғылыҡ бирмәгәс, ауылдағы бер бушап ҡалған йортҡа барып, төн үткәрергә ҡарар итә. Унда кәзәләр ҙә була, хужалары йәйләүгә күсһә лә, кәзәләре күсмәгән булғандыр инде. Кәзәләр уға нигеҙ буйынан урын бирә. Иртәнсәк олатайым Ғафуриға сәй эсереп, ҡулына 5 һум аҡса тоттороп, ҡайтыр юлды өйрәтеп ебәрә.

Рөстәм, Раян, Нәзир, атайығыҙҙың Миһран олатайығыҙ хаҡындағы ҡыҙыҡлы әңгәмәһен тыңлап алдыҡ. Ана ниндәй иҫтәлекле булған олатайығыҙ йортондағы тормош. Һеҙ нимәләр әйтерһегеҙ?

Раян:
Миһран олатайыбыҙ тураһында һөйләгәндә уны һунарсы булған, ағас, йәнлек тиреһе эшкәрткән, малы күп булған, дүрт ҡатын менән йәшәгән, тигән мәғлүмәтте килтереү менән генә сикләнәләр. Табылған документтар буйынса, 1735 йылда Маныштыла йөҙ ҙә һикһән самаһы хужалыҡ иҫәпләнгән. Ауылдағы мәҙрәсәнең аҙансыһы, имамы, мөғәллиме булған. Инйәрҙә йә Уҫманғәлелә мәҙрәсә булғанлығы тураһында уҡығаным юҡ. Мәҙрәсәлә уҡытырға ебәрелгән кешене мөғәллим итеп тәғәйенләү тураһында указ да һаҡлана архивта. Ауылыбыҙҙа дин тотоусылар күп булған.
Нәзир: Миһран олатайыбыҙҙың дүрт ҡатыны булып, уларҙан таралғандарҙың һаны өс йөҙҙән ашыу кеше. Былары әле табылғандары, теркәлгәндәре генә. Затыбыҙға ҡараусылар араһында күпселеге уҡытыусы, табип йә юрист, йә дин әһеле. Беҙ, асылда, ошо дүрт юлдың береһен һайлайбыҙ.
Раян: Совет осоронда ла ауылыбыҙҙа мулла булды. Намаҙын да уҡынылар, ураҙа ла тоттолар, йәғни ҡырҡа тыйыуҙар булманы.
Атайыбыҙ мәктәптә ғүмер буйы парторг булды, өләсәйҙәр, олатайҙар намаҙ уҡып ултырҙы. Улар бер ваҡытта ла үҙҙәрен ике ярҙа тойманы.

Ә бына һеҙҙең бала сағығыҙҙың ғүмер буйы онота алмаҫлыҡ ниндәй ваҡиғалары булды? Атайығыҙҙан ниндәй тәрбиә алдығыҙ?

Рөстәм:
Иң күңелле ваҡиғалар йәйге мәлдәрҙә, бесән сапҡан саҡтарҙа булғандыр. Атайыбыҙ етди генә итеп бер әйтһә, беҙгә шул етә торғайны. Үҙе мәктәптә уҡытыусы, директор, силсәүит рәйесе лә булып эшләне. Беҙгә эштәрҙе бүлеп-бүлеп бирә лә, аҙаҡ уның шелтәһенә тарымаҫ өсөн тырышабыҙ инде. Күп эшләне, бер ваҡытта ла өйҙә ҡул ҡаушырып ултырманы. Ул йә йорт янында нимәлер эшләй, йә яҙышып ултыра.
Нәзир: Атай ҙа, әсәй ҙә уҡытыусы, әммә улар беҙ уҡыған кластарҙа уҡытманылар. Икеһе бер һүҙҙән булдылар, йәғни береһенең һүҙенә икенсеһе ҡаршы килмәне. Атайыбыҙ менән гел бергә йөрөргә тырыштыҡ. Француз заводы яғына барып, сәтләүек йыйыу ваҡиғаһы ла күңелгә уйылып ҡалған.
Раян: Иң иҫтә ҡалғаны - балыҡ тоторға барыу, шамбыға сығыу. Тағы шул: бер ваҡытта ла атай-әсәйебеҙҙең әрләшкәнен ишетмәнек. Әсәйебеҙ ҡыҙа башлаһа, атайыбыҙ тиҙ генә кейенә һалып сыға ла китә торғайны. Тышта йөрөп-йөрөй ҙә, ишекте асып: "Мөнирә, бөттөмө?" - тип һораша. Яңы йылға өйҙө биҙәү ҙә иң иҫтә ҡалғаны. Атайыбыҙ урманға барып, шыршы алып ҡайта ла, төбөн иҙәнгә, осон түбә таҡтаһына нығытҡас, беҙ биҙәргә тотонабыҙ. Яңы йыл кисендә Ҡыш бабай - атайыбыҙ үҙе.

Һәр бала үҙ атаһын донъялағы иң көслө кеше итеп һанай, шулай бит?

Рөстәм:
Һикһән йәшенә тиклем дә беҙ өсәүләп күтәргән бүрәнә башын атайыбыҙ бер үҙе күтәрҙе. Әлбиттә, беҙҙең атай иң көслө кеше.
Раян: Бер заман Олоялан тигән ерҙәге һарҡыу урында аты йөктө тарта алмай туҡтап ҡалған. Шул саҡта атайыбыҙ атын туғарып, йөктө үҙе һөйрәп, ҡалҡыу урынға сығарып, атын киренән егеп ҡуҙғалып киткән.

Халыҡта шундай бер әйтем бар: "Атайым һаҡал ебәрмәйенсә, мин мыйыҡ үҫтермәйем". Ошоноң мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?

Раян:
Бәлки, атайҙың һүҙе ҡанунға тиң булыуы хаҡындалыр был әйтем. Әгәр ҙә атайың ниндәйҙер һүҙ әйтте икән, уның һүҙе дөрөҫ булмаған хәлдә лә, уны инҡар итергә тейеш түгелһең. Һаҡал төшөнсәһендә абруй тигән мәғәнә лә ята кеүек. Рөстәм: Бында атайҙың абруйы хаҡында ла һүҙ баралыр. Кем генә булмаһын, нисек кенә булмаһын, ул һинең атайың. Уның әйткәне һәр саҡ дөрөҫ. Беҙҙең яҡта хатта: "Тороп тор әле, һинән олораҡ ағайың бар", - тип тә әйтәләр. "Атайыңдан аша сыҡма, оло булма", тигән һүҙ ҙә бар халыҡта. Был әйтемдә тыйыу ҙа, олаларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү ҙә ята.
Нәзир: Атайыңдың ризалығы булмайынса, һин бер нәмә лә эшләргә тейеш түгелһеңдер, мин шулай уйлайым. Беҙҙең халыҡта табынға ултырғанда ла иң тәүҙә оло кеше, атай ризыҡҡа үрелә, башҡалар унан һуң ғына ашай башлай.

Беҙҙе атайыбыҙ образында әсәйҙәр тәрбиәләй. Һеҙҙе тәрбиәләүҙә әсәйегеҙҙең роле ниндәй булды?

Рөстәм:
Беҙҙе юғары белем алыуға этәреүсе күберәген әсәйебеҙ булды инде. Атайыбыҙ күп ваҡытын йәмәғәт эштәрендә үткәргәс, уны күрмәнек тә тиерлек. Әммә быуын ултырғас, әсәйебеҙ: "Һеҙ буласаҡ ирҙәр, ана, атайығыҙ янында йөрөгөҙ, уға ҡарағыҙ", - тине. Дөрөҫөрәге, ул беҙҙе атайҙар тәрбиәләрлек йәшкә тиклем үҫтерҙе. Аҙаҡ эстафета атайыбыҙға күсте.
Нәзир: Әсәйем беҙгә бер нәмәне лә тыйманы, бының менән ул беҙҙе үҙенең ышанысы аша ярамағанды эшләүҙән араланы. Нимә генә тимә, тыйылған татлы була бит инде. Эсергә, тартырға ярамай тип кенә әйтә инеләр.

Малай саҡта эш боҙмайынса ла булмай. Эш боҙһағыҙ, ниндәй язалар алдығыҙ атай-әсәйегеҙҙән?

Раян:
Мине мөйөшкә баҫтыра торғайнылар. Башҡалар ашаған саҡта ла һаман баҫып тора инем. Тик ҡасан мөйөштән сығырға кәрәклеген улар әйтмәне. Йәғни ғәйебеңде танығандан һуң ғына мөйөштән үҙем сыға инем. Сығам да, үҙемдең ғәйебемде таныуымды белдерәм, ҡабат уны ҡабатламаҫҡа һүҙ бирәм.
Рөстәм: Ҙурая биргәс, бер саҡ кис клубҡа сығырға рөхсәт һораныҡ. Атай-әсәйебеҙ рөхсәт итте. Уйынға әүрәп йөрөп, таңғы алтыла ғына ҡайтып индек. Ҡайтыуыбыҙға атайыбыҙ салғылар әҙерләп ҡуйып: "Киттек бесәнгә", - ти бит инде. Тоттоҡ та бесән сабырға киттек, һуңлап ҡайтҡан өсөн язаһы ла шул булды. Тик атай-әсәй һуңлап ҡайтҡаныбыҙ өсөн беҙҙе әрләмәне.
Раян: Атайыбыҙ силсәүит рәйесе сағында ауылда йыйылыштар үтә торғайны. Яңы фильм башланыр алдынан да атайыбыҙ сәхнәгә сығып, политинформация үткәрә. Бәләкәй генә булһаҡ та, шундай халыҡты ауыҙына ҡаратып ултыртып ҡуйған атайыбыҙҙың абруйына тап төшөрөргә ярамағанын тәрән аңлай торғайныҡ. Беҙ шул рәүешле үҙебеҙҙе тоторға өйрәндек, насар уҡымаҫҡа тырыштыҡ.
Әсәйебеҙ туғандарыбыҙға бәйле фәһемле тарихтар һөйләр ине. Туғандарыбыҙҙың береһе лә эскесе булмаған, енәйәт ҡылып төрмәгә ултырмаған. Шәхес культы ваҡытында халыҡ дошманы тип иғлан ителеп, иркенән мәхрүм ителеүселәр булған, әлбиттә.

Һөнәр һайлауығыҙҙа атай-әсәйегеҙҙең йоғонтоһо нисек булды?

Нәзир:
Һигеҙенсе класты тамамлағас, атай мине хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһына алып китте. Мине урынлаштырғас, өс һум бирҙе лә: "Ҡайтыр юлды беләһең", - тип, ҡайтып китте. Гимназияны тамамлағас, бер кем дә миңә һөнәр һайлау буйынса кәңәш бирмәне. Физкультура уҡытыусыһы булырға ҡарар итеп, Башҡорт дәүләт педагогия университетына барҙым, әммә инә алманым. Шәп йүгереүемде лә иҫәпкә алманылар, ниңәлер. Аграр университеттың ветеринария факультетына уҡырға индем. Шунда уҡып йөрөгәндә мөмкинлек барлыҡҡа килеп, иҡтисадсы һәм төҙөүсе һөнәренә уҡыу өсөн Төркиәгә юлландым. Хәҙер ошо алған һөнәрем буйынса Ишембайҙа торлаҡ-коммуналь хужалығында хеҙмәт итәм.
Рөстәм: Атайым силсәүит рәйесе булып эшләгәндә беҙҙең ауыл хакимиәтендә бер генә милиция хеҙмәткәре була торғайны. Силсәүит рәйесе үҙе лә штаттан тыш милиция хеҙмәткәре булып торҙо. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең штаттан тыш хеҙмәткәре лә атайыбыҙ. Атайымдың милиция органдарындағы шундай штаттан тыш вазифалары тәьҫир иттеме, мин дә шул йүнәлештәге һөнәр һайланым. Һигеҙенселә уҡығанда Илдар тигән дуҫым менән милиционерҙар тураһында кино ҡараныҡ. Фильмда милиция хеҙмәткәре бандиттарҙы тотоуҙа батырлыҡ күрһәтә. Картинаның йоғонтоһо шул тиклем көслө булды, иртәгәһенә мәктәп директоры: "Мәктәпте тамамлағандан һуң кем буласаҡһығыҙ?" - тигән һорау бирҙе. Илдар менән икебеҙ ҙә "Милиционер булабыҙ" тип яуапланыҡ. Ул беҙҙе әрләргә тотондо ла: "Һеҙ мәктәпте тамамлағанда 2000 йыл була, ул ваҡытта беҙ коммунизмға барып етәбеҙ. Ә коммунизмда милиция хеҙмәте кәрәк булмаясаҡ. Һөнәрегеҙҙе үҙгәртегеҙ", - тимәһенме директорыбыҙ.
Аптырашта ҡалдыҡ. Мәктәптән ҡайтышлай бик ныҡ уйландыҡ. Әсәйем миңә уҡытыусы һөнәрен тәҡдим итте. Педучилищеға киттем. Уны тамамлағас, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайттым. Шунан Сибай институтында граждандар хоҡуғы буйынса юрисҡа уҡыным. Белорет Эске эштәр бүлегендә тәфтишселәр бүлеге начальнигы вазифаһына тиклем 27 йыл эшләргә тура килде. 2013 йылдан Өфөлә юридик институтта уҡытам.
Раян: Әсәйем олатайымдың кешеләрҙе нисек дауалауы тураһында һөйләй торғайны. Шул тәьҫир иттеме, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында уҡығандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлап, Белоретта интернатура үтеп, участка табибы булып эшләп, аҙаҡ төрлө урындарҙа эшләгәндән һуң Йылайырға баш табип итеп ебәрҙеләр. Бөгөн Башҡортостан миграция үҙәге поликлиникаһында баш табип булып хеҙмәт итәм.

Нурулла ағай, һеҙгә бер һорауым бар. Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта. Бармағығыҙҙың ҡайһыһын нығыраҡ тешләргә тура килде?

Нурулла Мөхөтдин улы:
Бер тигеҙ итеп тешләргә тура килде. Икенсенән, уландарым зирәк һәм аҡыллы булдылар, тешләргә сәбәп сығарманылар.

Уларға бағлаған өмөттәрегеҙ аҡландымы, бөгөн улдарығыҙҙы тап ошолай булып үҫеп етерҙәр тип хыялланғайнығыҙмы?

Нурулла Мөхөтдин улы:
Әлегә улар менән ризамын, артабан да һынатмаҫтар тип ышанам.

Бер халыҡта: "Улыңа дошман бул, үҫеп еткәс, ул һинең иң яҡын дуҫыңа әүерелер",- тигән әйтем бар. Быны нисек аңлайһығыҙ?

Нурулла Мөхөтдин улы:
Уландарын тәрбиәләй алмаған атай кеше әйткәндер был һүҙҙе. Әммә бындай фәлсәфә беҙҙең халыҡҡа ят.

Ә бына һеҙ, Рәстәм, Нәзир, Раян, был әйтемдәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

Рөстәм:
Элек законда балаларға ҡул менән тейгән өсөн ата-әсәне язаға тарттырыу статьяһы бар ине. Ярар, уны алып ташланылар. Атайыбыҙҙың ҡамсы урынына кесерткән була торғайны. Ул кесерткәнде аҡыл сыбығы урынына күрһәтеп элеп ҡуя торғайны. Уныһы кибеп бөтөр ине. Уның һуғырлыҡ, саҡтырырлыҡ сифаты ла ҡалмай, әммә кесерткән кесерткән инде. Ҡайһы ата-әсәләр балаларын артыҡ шаштыра. Тәфтишсе булып эшләгәндә ундай осраҡтар күп булды. Бала бәләкәй сағынан яҙыҡ менән яҡшыны айырып өйрәнергә тейеш. Үҙемдең малайҙарыма ла нимәлер эшләр алдынан уйларға кәңәш бирҙем. Ҡайһы ваҡыт уларға енәйәт кодексын да биреп, уҡып сығырға ҡушам: ниндәй ҡылыҡ өсөн һиңә нимә булырға мөмкин, тигән һорау ҡуям.
"Улыңа дошман бул" тигән әйтемде лә тура мәғәнәһендә аңларға ярамайҙыр, бында талапсанлыҡ хаҡында һүҙ баралыр. "Ҡулыңдағы ҡамсы" ға килгәндә, бәләкәй саҡта Зөлфиә апайым менән һыу ташып йөрөгәндә юлда торған бер йөк машинаһының ярыҡ фарынан бәләкәй лампочкаһы күренеп тора. Атайымдың мотоциклының лампочкаһы булмауын иҫкә төшөрөп, тегене-быны уйламай, бороп алдым. Алып ҡайтып әсәйемә күрһәттем. Әсәйем урам буйлап шарылдатып алып барып кире борҙороп ҡуйҙы. Ғүмергә һабаҡ булырҙай ваҡиға булды ул.
Раян: Эшләгәнең минең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн, тиҙәр. Шуның һымаҡ, был әйтемдәрҙә балаларға ҡарата талапсан булыу зарурлығы яталыр. Ваҡытында ҡайыш алыу ҙурыраҡ бәләләрҙән яҡшыраҡ. Макаренконың "Өс йәшкә тиклем һәм унан һуң" тигән хеҙмәте бар. Унда әйтелгәнсә, баланы өс йәшкә тиклем тәрбиәләмәһәң, өс йәштән һуң һуң була.

Улдарығыҙҙың - атайығыҙға, ҡыҙҙарығыҙҙың әсәйегеҙгә оҡшауын теләр инегеҙме? Ни өсөн?

Рөстәм:
Балаларыбыҙға, әгәр ҙә ҡырын эш эшләһәгеҙ, затыбыҙға тап төшөрәһегеҙ, һеҙҙең өсөн иң тәүҙә олатайығыҙ менән өләсәйегеҙгә ҡыҙарырға тура киләсәк, тип өйрәтәбеҙ инде.
Нәзир: Мин ситуацияға ҡарап, балаларыма олаталары һәм өләсәләре менән булған ваҡиғаларҙы һөйләйем. Балаларымдың атайыма оҡшауҙарын бик теләр инем.
Раян: Атайыбыҙ нисек уҡ юнһа, беҙ ҙә уға ҡарап юнабыҙ, балаларыбыҙ беҙгә ҡарай. Генетика төшөнсәһе бар. Уҡыған саҡта бер профессор менән бәхәсләшеп киттек бер мәл. Һорау шулай ҡуйылды: ижтимағи тәрбиә көслөмө, әллә генетикамы? Профессор ижтимағи тәрбиәне өҫтөн күрә, мин - киреһенсә. Мин уға төрлө дәлилдәремде килтерҙем һәм үҙ һүҙемдә ҡалдым. Ни өсөн тигәндә, совет осоронда коммунистар өс быуын кешеләрен тәрбиәләүгә ҡарамаҫтан, 1991 йылдан һуң золом ҡорбаны булғандарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре алғы планға сыҡты. Мендель законы буйынса ҡарағанда ла, ике быуын элекке ата-бабаларының сифатын ҡабул итмәгән хәлдә лә, артабанғы быуындарҙа ата-бабаларҙың асылы өҫкә сыға. Шул уҡ ваҡытта йөҙ борсаҡтың унауы ваҡланып, сорттан бөтөнләй ситкә сығып китә, юғала.
Рөстәм: Раяндың дәлилдәренә өҫтәп, шуны ла әйтер инем. Хәҙерге ваҡытта нимәгәлер өлгәшкән кешеләрҙең нәҫел төптәрен ҡарай башлаһаң, шәжәрәләрендә муллалар ҙа, байҙар ҙа булыуы асыҡлана.

Һеҙгә уңайһыҙ һорау бирәйемме?

Нәзир:
Бирегеҙ, беҙ уға уңайһыҙ итеп булһа ла яуап бирергә тырышырбыҙ...

Ниңә Миһран олатайығыҙҙың рәсми рәүештә дүрт ҡатыны булған?

Раян:
Һәр бер ауылда заттар, аралар бар. Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, йыуан беләктәр, йыландар, ҡарғалар һ.б. Ауылыбыҙҙа һәр кеше ниндәй затҡа ниндәй һыҙаттар хас булыуын да яҡшы белә. Был заттар кеше менән мөнәсәбәт ҡора белә, былары балта оҫталары, был затҡа ҡараусылар һунарсылар, тегеләре һатыу эшенә маһирҙар, анауҙары матур хәбәр һөйләйҙәр. Беҙҙең араның атамаһы тарамыш. Миһран олатайыбыҙ бай булған өсөн генә дүрт ҡатын алмаған. Ул ҡатындарына яйын таба белгән, улар ҙа уға тартылып торған. Әгәр ҙә унан бала тапһам, балаларым да аталарына оҡшар, тип уйлағандар. Был уңайһыҙ һорау түгел, генетик яҡтан ҡарағанда аңлайышлы, яҡшы һорау.

Нәзир, һин тарихта бер һарай гарем тотҡан Сөләймән солтан иленә, Төркиәгә уҡырға барып ҡайтҡандан һуң был мәсьәләгә ҡарашың нисек?

Нәзир:
Бында Төркиәлә уҡыуым-уҡымауымдың ҡыҫылышы юҡтыр ул. Беҙ ҙә күп осраҡта "Беҙ Миһран ҡарттың балалары", тибеҙ. Ислам дине буйынса, мөмкинлегең булһа, башҡа ҡатындарың риза булһа, ала алаһың. Был осраҡта башҡа ҡатындарыңдан, балаларыңдан баш тартырға тейеш түгелһең.
Яңыраҡ бер ағай менән һөйләшеп ултырғанда Миһран олатайыбыҙҙың 9 ҡатыны булғанлығын билдәләнек. Мең баш аты булған. Аттарын һанамаған, әммә бер ҡарауҙа көтөүҙә ике баш аты етмәүе хаҡында әйтеп бирә алған, тиҙәр.

Нурулла ағай, Миһран ҡарттың дүрт ҡатыны булған, ҡатындары нисек һыйышып көн итте икән, хәҙерге заманда был мөмкин дә түгел бит, шулаймы? Хатта закон рөхсәт иткән хәлдә лә...

Нурулла Мөхөтдин улы:
Заман башҡа, заң башҡа, тиҙәр. Ул заманда, бәлки, күп ҡатын менән йәшәү мөмкин дә булғандыр. Хәҙер иһә дүртәү түгел, ике ҡатын менән дә йәшәп булмайҙыр ул. Етмәһә, уларҙың береһе немецсә, икенсеһе русса һөйләшһә.
Рөстәм: Әгәр ҙә закон ҡабул ителһә, икешәр ҡатын менән йәшәрлек хәлле башҡорттар ҙа юҡ түгел.
Раян: Ниңә рөхсәт, ниңә закон, былай ҙа ике ҡатын менән йәшәүселәр бар бит инде.
Нәзир: Элек бит күп ҡатынлылыҡтың нигеҙендә ир-ат аҙғынлығы ятмаған. Ғаилә башлығы булған ирҙең вафатынан һуң балаларын етемлеккә дусар итмәү маҡсаты килеп тыуған һәм тол ҡалған ҡатынды балалары менән хәлле генә икенсе иргә биргәндәр. Яуға китер алдынан дуҫтар бер-береһенә: "Әгәр ҙә ҡайта алмаһам, балаларымды етем итмә", - тип тә әйтер булған.

Миһран ҡарттың ейән-ейәнсәрҙәре, бүләр-бүләсәрҙәре бер-береһен беләме, аралашамы?

Рөстәм:
Әле "Миһран ҡарт вариҫтары" тигән чат асҡанбыҙ. Осрашып торабыҙ, туғандар араһындағы берәүебеҙҙең проблемалары килеп тыуһа ла, ярҙам итешәбеҙ.
Раян: Тау зонаһында йәшәгәндәр менән далала йәшәгәндәр менталитеты ныҡ айырыла. Далала өйҙәр алыҫ ултырғас, ундағы халыҡ та тарҡау һымаҡ. Ә беҙҙә өйҙәр тығыҙ ултыра, әгәр ҙә берәүҙең өйө янып китеп, ярҙам итмәһәң, һинеке лә янасаҡ. Беҙҙең яҡта халыҡ бер-береһенә ярҙам итешмәһә, барыһы ла зыян күрә икәнен яҡшы аңлай, шуға ла "Минең йортом ауылдың ситендә", тигән принцип менән йәшәп булмай. Туғандар араһында ла берҙәмлек көслө беҙҙең яҡта. Ауылыбыҙҙа 90-сы йылдарҙа эскеселәр күп ине, хәҙер юҡ кимәлендә. Ағинәйҙәр хәрәкәте барлыҡҡа килде һәм улар иман юлында бик күп эштәр башҡара.
Рөстәм: Үҫмер йәшкә еткәс, әсәйебеҙ беҙҙе ҡыуып тиерлек клубҡа сығара торғайны. "Кеше араһында йөрөргә өйрән", тип әйтер ине. Шулай уҡ кәләштәребеҙ менән мөнәсәбәтте дөрөҫ итеп ҡорорға, улар өсөн яуаплы булырға ла өйрәтте. Миһран ҡарттың балалары араһынан барлыҡ ҡәйнештәренә лә әсәйебеҙ кәләш алып бирҙе. Ҡоҙа булып һөйләшергә барғанда ла уға мөрәжәғәт иттелер. Ҡайһы ваҡыт барып һөйләшеп ҡайта ла, заттарын күҙ уңынан үткәреп, юҡ, быларҙан килен алмайыҡ, тип кире дүндерә белде. Шул уҡ ваҡытта ул димләп өйләндергән туғандарыбыҙ әле булһын матур итеп йәшәп яталар.
Нәзир: Сәғәт алтыла бесәндән ҡайтып, ул-был итеп, ауылға яңы килгән ҡыҙ менән танышырға, осрашырға клубҡа сығып китәбеҙ. Таңға ҡайтыуыбыҙға ул ҡыҙ тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт әсәйебеҙгә мәғлүм була: кемдең балаһы, шәжәрәһе, зат-зәүере ҡайһылай һ.б.
Рөстәм: Әсәйебеҙ психолог ине. Утыҙ йылдан ашыу мәктәптә рус теленән һәм әҙәбиәтенән, немец теленән уҡытты, атайыбыҙ ҡырҡ өс йыл математика, физика, геометриянан һабаҡ бирҙе. Ул юғары белемде ситтән тороп уҡып алды. Уның мәктәптәге һәр балаға, өлкән кешегә үҙенсә айырым мөғәмәләһе булды. Балаларының проблемалары менән дә уға килделәр, ҡыҫҡаһы, ул мәктәптең генә түгел, ауылыбыҙҙың да психологы булды.

Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт һеҙгә, Миһран ҡарттың вариҫтары!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.22 | Ҡаралған: 573

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru