«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕГЕРМЕ ЙЫЛ БЕРГӘМЕН
+  - 

Яратҡан гәзитем "Киске Өфө"нө 20 йыллыҡ матур юбилейы менән ҡотлайым, тип ҡулға ҡәләм алдым да, уның айырым баҫма булып сығасаҡ тигәнен тәүгә ишеткәнемде иҫкә төшөрөп, ныҡ тулҡынланыу кисереп ултырам. Ул ваҡыт уйҙарыбыҙҙы аныҡ итеп, ҡурҡмай уҡыусыға еткереү, гәзит уҡыусының уйҙары менән тап килерлек фекерҙәр яҙыу осоро ине. Яңы гәзит бына тап шулай тура, аҡыллы һүҙле булып, беҙ өмөт иткәндән дә яҡшыраҡ булып сыҡты, шөкөр.

Ошо гәзит менән егерме йыл бергә булыуым менән ғорурмын. "Өфө матбуғат" киоскыһынан беренсе һанын һатып ала ла алманым әле мин. Икенсе һанын алып, уҡып сығып, "Киске Өфө", ҡотлайым һине", тип, хат та яҙып һалдым. Өсөнсө һанында минең ҡыҫҡа ғына ҡотлау һүҙем баҫылып та сыҡты. Шатлығымдың сиге булманы, ябай рәссамдың һүҙе гәзиттә баҫылһын әле! Шул мәлдән алып гәзитебеҙҙе уҡып, уға хаттар яҙып йәшәйем. Ошо ваҡыт эсендә унан күпме йылылыҡ алғанмын, матурлыҡҡа, камиллыҡҡа, ыңғай уй-фекерҙәргә көйләнгәнмен.
Баш мөхәррирҙең талапсан, оҫта ойоштороусы булыуы гәзиттең һәр һанынан күренә. Бер шулай Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы минән, рәссам булараҡ, тиҙ генә ҡулланма сәнғәт белгесе Әлмира Йәнбухтина тураһында мәҡәлә яҙыуымды һораны. "Тиҙ генә" тигән һүҙе ашыҡтырғыс булғас, тоттом да Ә. Йәнбухтинаның китабынан күсереп яҙып, хатымды редакцияға оҙаттым - ҡотолдом булды инде үҙемсә. Икенсе көндө баш мөхәррир өйөмә шылтыратып, улай яҙырға ярамай, тип кенә әйтте. Был ваҡиға миңә бер һабаҡ булды. Тағы ла тырышыбыраҡ яҙырға тотондом. Фекерҙәрем, уйҙарым, хәтирәләремде уҡып, күңел төпкөлөмдәгеләрҙе аңлап, миңә ышанған гәзитебеҙҙең лауреаты ла булырға тура килде хатта. Ул минең тоғро дуҫыма әүерелде шулай.
Егерме йыллыҡ юбилей, тип әйтеүе генә анһат. Ошо йылдар эсендә эшләнгәндәрҙең һәр көнө илгә, халыҡҡа тоғро хеҙмәт өлгөһө бит. Яратҡан гәзитебеҙҙең киләсәге лә шулай яҡты, ижад офоҡтары киң булһын, тип теләйем.

Фәүзиә УСМАНОВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.22 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru