«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТУРЛЫҠ ДОНЪЯНЫ ҠОТҠАРЫР
+  - 


Был гүзәл зат ҡулындағы иң көслө ҡорал

"Матур ҡатын, ҡояш кеүек, бар донъяға нур сәсергә теләй", тигән бер тапҡыр һүҙле кеше. Был һүҙҙәрҙә йөҙ, буй-һын сибәрлеге тураһында ғына түгел, тәү сиратта гүзәл заттың күңел торошона бәйле ынтылышы сағылыш тапҡандыр һымаҡ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан килгән ҡунаҡтарыбыҙ - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы ҒӘзетдинова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Абдулхай ҡыҙы Буранбаева менән әңгәмә ҡорғанда матурлыҡ темаһы, әлбиттә, үҙәктә булды.

Һеҙҙең өсөн матурлыҡтың асылы ниҙә?

Илсөйәр Ғәзетдинова:
Матурлыҡ тураһында һүҙ сыҡһа, мин тышҡы һылыулыҡты ғына уйламайым, ә кешенең күңел байлығын өҫтөн ҡуям. Ҡайһы берәүҙең буй-һыны, йөҙө беҙ күнеккән матурлыҡ критерийҙарына тулыһынса яуап бирмәһә лә, уның күңел матурлығын тойорға мөмкин. Бындай кеше менән аралашыуы рәхәт, уға тартылаһың һәм уның бер йылмайыуынан бар донъя яҡтырып киткәндәй тойола. Шундай эске матурлығы менән балҡып йәшәгәндәр бихисап беҙҙең арала. Сара Буранбаева: Матурлыҡ кешегә тәбиғәттән бирелгән сибәр йөҙ, зифа буй-һындан ғына тормай, матурлыҡ кешегә иң тәүҙә ғаиләлә атай-әсәй тәрбиәһе аша һалына. Донъяның матурлығын күрә белгән генә башҡаларға ла шул нурҙы өләшә ала, ә быға беҙ бәләкәйҙән ғаиләлә өйрәнәбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең әсәй барыбыҙҙы ла һөйөп-яратып үҫтерҙе, беҙгә иң яратылған, иң һөйкөмлө бала, тимәк, иң матуры ла һеҙ, тигән тойғоно ла һеңдерҙе. Был бит бик мөһим тәрбиә. Ошондай тәрбиә алмаған кеше матурлыҡтың ни икәнен тулыһынса аса ла алмайҙыр ул.

Тимәк, матурлыҡты йөҙ-ҡиәфәтегеҙгә, күңелегеҙгә һалыусылар атай-әсәйҙәрегеҙ, тиергә буламы? Ғөмүмән, ниндәйерәк ине атай-әсәй эргәһендәге бала саҡ осороғоҙ?

Илсөйәр Ғәзетдинова:
Күңел йылыһын өләшеүсе кешеләр бала сағымда күп булды. Миңә нисә йәш булғандыр, атайымдың туғаны, ҡоҙаса тейеш Ғәйшә әбей беҙгә йәшәргә килде. Әсәйем уҡытыусы, мәктәптә ике сменала уҡыта, атайым көнө-төнө колхозда эшләй. Ә Ғәйшә әбей беҙгә, балаларға, күҙ-ҡолаҡ булып, тәрбиә-тәртипкә күндереп, апайым менән мине ҡул эшенә өйрәтеп, беҙҙең менән йәшәне. Әсәйем тары ярмаһынан тәикмәк - ҡабартма бешерә лә: "Балам, бар, Хәтирә әбейеңә керетеп сыҡ, бар Яҡын әбейеңә (Хөснә апайҙы шулай тип йөрөттөк), бар Сибәр әбейеңә алып бар", - тип ебәрә. Беҙҙең ауылда Тәтәй әбей, Сибәр әбей, Аҡ әбей тигән һәм башҡа шундай матур ҡушаматлы кешеләр күп ине. Аҡ әбей тигәнебеҙ минең атайымдың ҡуңыр йөҙлө апаһы, Тәтәй әбей тигәнебеҙ ғәрип кеше ине. Ошо инәйҙәргә барып инһәң, "Әҙерәк бейеп күрһәтмәйһеңме һуң?" тиҙәр. Үҙем көй әйтеп, өйөрөлөп бейеп күрһәтһәм, хушбуй һәм одеколондан бушаған һауыттарҙы уйнарға биреп сығарырҙар ине. Беҙ үҫкәндә бөтәһе лә етеш йәшәмәне, әммә күрше-күлән, ауылдаштар араһында бер-береһенә ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө, йылы мөнәсәбәттә булдылар. Бына шуға ла мин дә бик ҡунаҡсылмын. Кемделер саҡырып, яратҡан ризыҡтарым менән һыйлап ҡайтарһам, күңелемә рәхәт. Бына ошондай әйберҙәр бөтәһе лә бергә йыйылып, кешенең күңелен биҙәйҙер ҙә, беҙ кемгәлер ҡарап, уны матур тип беләбеҙҙер.
Сара Буранбаева: Мин төҫ-башҡа атайға ла, әсәйгә лә оҡшамағанмын, ә әсәйемдең бер туған апаһы Рауза инәйемә тартҡанмын. Ғөмүмән, әле Илсөйәр апай һөйләгәндәрҙе тыңлап, уйлап ултырам: ысынлап та, бала саҡта беҙҙе ғаиләлә яратып үҫтерҙеләр, ошо һөйөүҙе мин туғандарым яғынан да тоя инем. Атайым мине малай булыр тип көткән. Ололар һөйләүенсә, мин имгәкләп йөрөй башлағас ҡына ҡулына алып, иркәләй, иғтибар итә башлаған һәм ҡушылған исемемде үҙгәртеп, яңынан үҙенә оҡшағанды ҡуштырған. Апайым менән мине һәм һеңлебеҙҙе хан ҡыҙҙарылай күрҙе, ә ике ҡустымды бәләкәйҙән үҙе менән бергә эшкә өйрәтеп үҫтерҙе һәм улар 7-се кластан уҡ үҙҙәре аҡса таба башланылар. Беҙ, ҡыҙҙар, бик наҙлы, ауыр хужалыҡ эштәренә йәлеп ителмәй, китап уҡып һәм әхирәттәр менән күп аралашып үҫтек. Мин бесән саба, икмәк бешерә белмәнем, әммә ҡатын-ҡыҙға тормошта кәрәк аш-һыу яраштырыу, ҡул эше кеүеккә һуңыраҡ үҙем теләп өйрәндем. Әсәй ҡайсаҡ: "Ана, күрше ҡыҙы әллә нисә тапҡыр һыуға барып ҡайтты, һеҙ һаман китап уҡып ултыраһығыҙ", - тип һуҡранып алһа ла, бер ҡасан да яман итеп әрләгәндәре лә булманы, ҡайыш йә ҡул күтәреү тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Хәҙер быларҙы уйлайым да, дөрөҫ тәрбиә булғанмы икән, тип шикләнәм. Нисек беҙ уғата наҙлыҡайланып, донъя ҡәҙерен белмәгән кешегә әүерелеп китмәгәнбеҙҙер?
Илсөйәр Ғәзетдинова: Беҙҙең быуын физик эшкә күнегеп үҫте бит инде ул. Башланғыс кластарҙа ғына уҡығанда уҡ ағайым менән утын бысырға тура килде, аҙаҡ утын ярырға ла өйрәндем. Мәктәп йылдарында прививкалар эшләтеү мотлаҡ ине. Ошо прививканан һуң икенсе көнөнә ярты класс уҡырға килмәй: ҡайһыныһының температураһы күтәрелгән, ҡайһыныһының укол ҡаҙаған урыны шешеп сыҡҡан. Ә мин шул көндө үк ҡайтып ике сәғәт эсендә бер сана утынды балта менән ярып ташлай инем дә, температурам да күтәрелмәй, ҡулым да шешмәй. Кәрәкмәгәнсә "артыҡ уңған кеше инем". Хәҙер әкренәйҙем инде, әммә кәрәге тейһә, ҡайҙан киләлер ул көс, йыш ҡына йәш саҡтағы уңғанлығым килә лә сыға. Мин шулай бик өлгөр, шуҡ булдым һәм ҡайһы саҡ үҙемдең холоҡто ла күрһәтеп алғылағанмын. Беҙҙә аҡ һәм ҡара солан була торғайны, ағында бер карауат тора, аҙаҡ мин унда Ленин мөйөшө эшләп ҡуйҙым. Ә ҡара соланда он, ярмалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ һаҡланды. Бер мәл шулай мине тәртип боҙған өсөн аҡ соланға бикләп ҡуйғандар. Йөрөй торғас, ҡолаҡ һалһалар, нимәлер "шыҡ" итә лә, бер аҙ тынып торғас, тағы ла шул тауыш сыға икән. Асып ҡарарға булғандар былар, мин: "Ярай астығыҙ, атыу бөтә күкәйегеҙҙе ашап-эсеп бөтөрә инем", - тип торам ти. Әллә 5-6 күкәй һытып эскәнмен. Шул хәлде йыш ҡына көлөп иҫкә алды апайым, бына шундай булғанмын мин. Мәктәп йылдарында ла бик әүҙем булдым, хатта кеҫәлә ике ҡулъяулыҡ йөрөтә инем: береһе үҙемә, икенсеһе маңҡалап йөрөгән малайҙарҙың танауҙарын һөртөр өсөн.

Заман ҡатын-ҡыҙҙары һылыулығын һаҡлау өсөн фитнесҡа ла йөрөй, моданы ла күҙәтә, ҡашын-керпеген, тән "етешһеҙлектәрен" да төҙәтә. Ә һеҙ йөҙ, тән матурлығын һаҡлау өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?

Сара Буранбаева:
Йәш саҡта бер туйҙа булырға тура килде. Шунда ауылдың аҡһаҡалы ла саҡырылғайны, уның тураһында барыһы ла оло хөрмәт менән телгә алды. Шуға, йәштәргә мөрәжәғәт итеп әйтер һүҙен түҙемһеҙләнеп көтөп ултырҙым. Ул бары тик: "Һәр нәмәлә сама кәрәк", - тине. Йәш саҡтағы аҡыл менән "Нимә тураһында әйтергә теләне инде ул, бер аҡыллы һүҙ һөйләмәне", тип уйлағаным һаман хәтерҙә. Тик йәшәй-йәшәй генә аҡһаҡалдың был һүҙҙәрендә ниндәй тәрән мәғәнә йәшеренеүенә төшөндөм.
Һәр заманда ҡатын-ҡыҙ дөйөм ҡабул ителгән гүзәллек ҡанундарына ярарға тырыша. Бөгөн, мәҫәлән, һәр ҡыҙ үҙенә килешәме-юҡмы ирендәрен бүрттерә, йә булмаһа бер иш ҡаштар һыҙҙыра, барыһы ла бер үк керпек йәбештертә. Ә бына беҙҙең театрҙа эшләгән ҡыҙҙар был йәһәттән барыһы ла бик аңлы, үҙенең тәбиғи матурлығын һаҡлай белә. Уларға һоҡланып ҡарайым. Тимәк, матур булып күренеү өсөн дә сама белергә кәрәк.
Мин үҙем ваҡыт булғанда биткә күнекмәләр яһарға, бассейнға йөрөргә, күберәк хәрәкәт итергә тырышам. Төрлө физик күнекмәләрҙе беләм, әммә даими эшләмәйем. Шулай ҙа һәр актриса кеүек, үҙемде сәхнә өсөн әҙер формала тоторға тырышып торам. Илсөйәр апай, бәлки, үҙе лә әйтер, мин уның көн дә зарядка яһауы, ролгә әҙерләнгәндә аҙ туҡланыуын беләм.
Илсөйәр Ғәзетдинова: Беҙҙең быуынға хәҙерге һымаҡ төрлө косметик саралар эләкмәне. Хәҙер төрлө тәҡдимдәр күп, әммә мин Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итәм. Әммә кәрәкле кремдарға аҡса йәлләмәҫкә тырышам. Көн дә күнекмәләр эшләйем, Сара әйтте инде. Ә бына йәйгеһен баҡсала ял иткәндә үҙемде туҡланыуҙа сикләмәйем, шуға таҙарынып китәм. Эшкә ике аҙна ҡалғас, тотонам үҙемде бер формаға килтерергә. Уның өсөн кискеһен ашамаҫҡа, еңел үҙләштерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә, витаминлы һәм файҙалы ризыҡтар менән туҡланырға кәрәк. Быларҙың барыһын да йәштәр хәҙер беҙҙән дә яҡшыраҡ белә.
40 йәштәр тирәһе ине миңә, урамда билдәле бер ханым туҡтатып, сәхнәнән бик сағыу күренеүемде әйтте һәм тормошта ла аҙыраҡ биҙәнә башларға ваҡыт еткәнлеге тураһында киҫәтте. Шул йәшкә тиклем сәхнәгә сыҡҡанда ғына грим һалдыра ла, көндәлек тормошта косметика ҡулланмай, хатта иренемде лә буямай торғайным. Әммә киҫәтеүҙе иҫәпкә алып, биҙәнеп ҡарарға булдым һәм көҙгөгә баҡһам, әллә ниндәй ят кеше ҡарап тора һымаҡ, үҙемде шул ҡиәфәттә ҡабул итә алмай оҙаҡ аҙапландым. Шулай интегә-интегә биҙәнергә өйрәнгәйнем, хәҙер битемә, күҙемә, иренемә һөртмәйенсә урамға ла сыҡмайым.
Сара Буранбаева: Кешене кейеме лә биҙәй бит ул. Ҡатын-ҡыҙҙың зауыҡлы итеп кейенә белеүе мөһим. Бер ҡасан да күҙгә салынған беренсе әйберҙе эләктереп кейеп сығып киткәнем булманы. Әллә бала саҡтан атайым шулай өйрәткәнгәме - ул эш буйынса командировкаларға йөрөгәндә апайым менән миңә һәр ваҡыт матур-матур күлдәктәр, әсәйемә шул заман модаһындағы кейемдәрен алып ҡайтыр булды. Студент саҡтарым үткән быуаттың етешһеҙ туҡһанынсы йылдарына тура килһә лә мин үҙемә килешле кейемдә йөрөнөм. Йыш ҡына туҡыма һатып алып, күлдәктәрҙе үҙем бесеп, тегеп ала инем. Хәҙер генә бөтә донъя уңайлылыҡты өҫтөн ҡуйып, гүзәл заттар ҙа салбар, кроссовки, үксәһеҙ башҡа төр аяҡ кейемдәренә күсеп бөттө. Ә беҙҙең заманда күлдәк һәм бейек үксәле туфлиҙарҙа ғына йөрөй торғайныҡ.
Илсөйәр Ғәзетдинова: Эйе, ҡыҙҙар һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтыла инде ул. Беренсе курста мин, ауыл ҡыҙы, зауыҡ менән кейенә лә белмәгәнмендер инде. Ә бына икенсе курсҡа килгәндә модаға ярашлы капрон ойоҡтар кейеп, толом-толом сәстәремә прическалар яһап йөрөй башланым. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла шулай ҡупшыланып йөрөп, аяҡтарға һыуыҡ үткәреп, аҙаҡ бик һыҙландым. Бөгөн кеше алдында матурлыҡ һәм уңайлыҡ, йә һаулыҡҡа файҙалы булыу-булмау араһында һайлау тормай, шуныһы менән дә оҡшай хәҙерге заман миңә.

Шундай мөмкинлек бирелеп, йәшлегегеҙ һәм бөгөнгө осор араһында һайлап булһа, ҡайһыныһы күңелегеҙгә яҡыныраҡ?

Илсөйәр Ғәзетдинова:
Бик ҡатмарлы һорау минең өсөн. Шулай ҙа йәшлегем, оло тормошҡа аяҡ баҫҡан, ғаилә ҡорған йылдарымды бөгөнгө осорҙа йәшәгем килмәҫ ине. Сөнки хәҙерге байманлыҡҡа беҙ йәшәй-йәшәй, өйрәнә-өйрәнә яйлап килдек һәм күк йөҙөбөҙ аяҙ булды. Мин ул йылдарҙы бик һағынып иҫкә алам. Рәис ағайың менән 4 йыл дуҫлашып йөрөнөк, шунан 1976 йылдың көҙөндә ике яҡлап та туй яһап өйләнештек. Ә ғүмеремдең ҡайһы осорон һайлар инем тигән һорауға: Хоҙай Тәғәләнең биргәненә һәм һәр миҙгелдең үҙ осорома төшкән өлөшөнә ризамын.
Сара Буранбаева: Ундай мөмкинлек бирелһә лә тормошомдоң һәр миҙгеле үҙ урынында, тип иҫәпләйем. Бөгөнгө етеш, әммә ығы-зығылы заманды ҡабул итеп бөтмәйем. Йәштәр тормоштоң тәмен, йәмен тойоп өлгөрмәй, кешеләр бер-береһенә иғтибар итмәй, ваҡыт ағышы йәшен тиҙлегендәй шәп кеүек. Беҙ күберәк аралаштыҡ, йәшлегебеҙ илдәге һынылыш осорона тура килеп, етешһеҙлек кисерһәк тә, күңелдәребеҙ асыҡ, ихлас булдыҡ. Бөгөн һәр кем үҙенә бикләнгән, бигерәк тә йәш-елкенсәк телефон донъяһына сумған. Өлкәндәр матди байлыҡ артынан ҡыуа, балаһын да үҙ кимәлендәге кешеләрҙең ул-ҡыҙҙары менән ҡауыштыра, машинаһына ҡарап хужаһы тураһында фекер йөрөтә, кейемеңде һәм нисек ял итеүеңде тикшерә. Ә бит миңә киләсәктә киленгә ҡәйнә булырға ла кәрәк. Шулай уйланып китһәм, ҡайһы саҡта йәшлегемә кире ҡайтырға теләп китәм.

Ҡатын ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше ир ҡатыны, әсәй булыу. Һеҙ шул йәһәттән бәхетлеме?

Илсөйәр Ғәзетдинова:
"Бәхетлемен" тигән һүҙҙе бер кемгә лә ҡысҡырып әйткәнем юҡ. Һәр кем үҙенсә бәхетле була. Ике төрлө һөнәр кешеһе бер-береһен аңлап, ҡырҡ алты йыл бергә йәшәйҙәр, ҡайны-ҡәйнәгә тулы мәғәнәһендә килен була алғанмын икән, балабыҙға тейешле тәрбиә биреп, уның оло тормош юлынан ныҡлы баҫып атлап барыуын күрәбеҙ икән, шөкөр. Бөгөн беҙ балаларыбыҙға ҡәҙерле атай-әсәй, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә яратҡан олатай-өләсәй. Миңә шундай яҙмыш ебәргәне өсөн Хоҙай Тәғәләгә рәхмәтемде генә белдерәм, бәхетлемен тип ҡысҡырмайым. Ғөмүмән, донъяға килгән һәр кеше үҙ бәхете менән тыуа. Тик шул бәхетенә үҙе ҡул һалмаһын: уҫал булып үҫмәһен, кешегә насарлыҡ теләмәһен.
Сара Буранбаева: Әсә булыу бәхетен татымаған, яңғыҙлыҡта йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ысын мәғәнәһендә бәхетле, матур була алмайҙыр кеүек. Сөнки иренән һөйөлөп, йорттарында ырыҫ, ҡот һаҡлап, әсә булыу бәхетен татып, тирә-йүндәгеләргә наҙын, күңел йылыһын бүлеп йәшәү - уның тәбиғи асылы. Ошо йәһәттән беҙҙең атай-әсәйҙәр тәрбиәне дөрөҫ биргән, ҡорған оябыҙҙы бөтөн итеп, ғаиләбеҙҙе һаҡлап йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Һәр ғаилә үҙенсә үткәрә һынауҙарҙы, шулай ҙа тәү сиратта бер-береңде аңларға тырышыу, тыңлай белеү мөһим.
Илсөйәр Ғәзетдинова: Беҙҙең быуын йәйҙе гастролдәрҙә үткәрҙе, Саралар йәш саҡта ла театр оҙайлы гастролдәргә йыш сыға ине. Бер гастролдән һуң хеҙмәттәшебеҙ Рәүис Заһитовтың балалары уны танымай торған хатта, тип көлөп һөйләгәндәре хәтерҙә. Бына был да ғаиләләге мөнәсәбәттәр өсөн бер һынау. Шулай ҙа ошоға тиклем бик лайыҡлы үтеп киләбеҙ был һынауҙы.

Һеҙ уйнаған ролдәр бихисап. Үҙегеҙ тыуҙырған образдарҙың береһенә оҡшарға теләгән, үҙегеҙҙә лә шундай сифаттарҙы тәрбиәләргә ынтылыш тыуҙырған күңелегеҙгә яҡын, матур ролдәрегеҙ булдымы?

Сара Буранбаева:
Уйнаған ролдәребеҙ беҙҙе ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәләй, нимәгәлер өйрәтә. Һәр береһе күңелдәрҙә йәшәй. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә 25 йыл элек уйнаған ролдәремде һаман да күңелемдә йөрөтәм. Мостай Кәримдең Аҡйондоҙон күп уйнарға тура килмәһә лә, уның моңо күңелемдә йәшәй. Тәңкәбикәнең ниндәйҙер сифаттары сағылып-сағылып киткән төҫлө. Ә бына Шәфәғен уйнарға насип булманы, әммә шул сабыр, түҙемле, һоҡланғыс образға ғашиҡмын. Милли йәштәр театрында Азат Нәҙерғолов һәм Башҡорт академия драма театрында Ғабдулла Ғиләжев ҡуйылышында уйнаған Гөлнәзирәләр - икеһе ике төрлө ине. Әммә мөхәббәте өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер Гөлнәзирә мөхәббәттә тоғролоҡ үрнәге булып зиһенемдә уйылып ҡалды. Әнғәм Атнабайҙың "Мөхәббәт тураһында йыр" спектаклендә Дилбәрҙе шул тиклем яратып уйнаным, уның матур-матур һыҙаттары миндә әле лә йәшәгән кеүек. Бәлки, киләсәктә "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"та башҡорт ҡатын-ҡыҙының идеалы - Оло Инәйҙе уйнарға насип булыр.
Илсөйәр Ғәзетдинова: Театр донъяһына килеп кергәс тә миңә бирелгән тәүге ролдәр ауыл ҡыҙҙары булды. Гел тәбиғәтемә тап килгән сая, шаян, бөтә ауырлыҡтарға еңел ҡарап, тиҙ генә эшләп ҡуя торған ҡыҙҙар ролен башҡарҙым. "Һыу юлы", "Йырланмаған йыр" спектаклдәрендә ауыл ҡыҙҙары образдарын тыуҙырҙым. "Бәхтигәрәй" спектаклендәге Мөнирә һөйгән йәре менән хат ҡына алышып өлгөргән, әммә нисә йәштә булған ҡатын-ҡыҙға ла үрнәк булырлыҡ хисле образ ине. Йәш саҡта йырлы героиняларҙы уйнау бәхете бөтә кешегә лә татып бөтмәй. Әммә мин был яҡтан да зарлана алмайым. "Ғәлиәбаныу"ҙа төп героиняны, "Ҡара йөҙҙәр" - Ғәлимә, "Еҙнәкәй"ҙә - Сажидә, "Бажалар"ҙа - Зөлдәнә, "Тальян гармун"да - Һөйөклө, "Тере мәйет"тә - сиған ҡыҙы Маша һ.б. бик күп моңло образдар ижад иттем. Улар араһында егерме йыл дауамында сәхнәләрҙән төшмәгән Ғәлиәбаныуым йөрәгемдә айырым урын биләй. Йәш героиняларҙы уйнайһың-уйнайһың да, өлкән быуын кешеләрен уйнауға күп артистар күсә алмай аҙаплана. Әммә мин ҡаймаҡ йотҡан кеүек кенә күстем дә киттем. Был йәһәттән Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғоловҡа бик рәхмәтлемен, тап ул эшләгән осорҙа өлкән быуын кешеләрен уйнай башланым. "Айгөл иле"ндә Зөлхәбирә, "Аты барҙың - дәрте бар"ҙа Октябрина, аҙағыраҡ "Балаҡайҙарым"да Хазина образы тыуҙы. Һәр бер матур ролем менән тыуған ауылыма йәки районыма ҡайтырға тырыштым. Туғандарымдың: "Апай, илап тик ултырҙыҡ, хас әниемһең", - тиеүенән дә юғарыраҡ баһа кәрәкмәй ине. Үҙең теләгән генә ролдәрҙе уйнап йөрөп булмай, ә бына холоҡ-фиғелеңә тап килгәне булһа - бәхет.

Әйткәндәй, асылығыҙға тап килмәгән, һеҙгә бөтөнләй ят тойолған ролдәр булдымы?

Илсөйәр Ғәзетдинова:
Ундай ролдәргә мин ауырыраҡ индем. Сираттағы бер съезд алдынан Әсхәт Мирзаһитовтың "Ғүмер ике килмәй" тигән спектаклендә яһил, уҫал, мөхәббәтһеҙ, ҡустыһы менән йөрөп, ағаһына кейәүгә сығып тормош көткән ҡатынды уйнарға тура килде. Спектаклде тиҙ арала сығарҙыҡ. Бик интегеп эшләнем, әммә шул тиклем шәп килеп сыҡты. Гастролдәрҙә йөрөгәндә кешеләр: "Балаҡайым, рәхмәт, киленем шулай булырға ярамай тигән үрнәк кенә ала күрһен инде", - тип әйтеп ҡалды. Тимәк, тамашасыбыҙ күңеленә, былай булырға ярамай, тигәнде еткерә алғанмын икән, шул кире образдар ҙа кәрәк булған. Театрыбыҙға Вәзих Сәйфуллин килгәс, "Төштәр оҙон булмай"ҙа картуф та әрсей белмәгән, иркә генә ҡала ҡыҙын уйнарға тура килде. Мин бала саҡтан дөбөр-шатыр бөтә эште эшләп үҫкән кеше, физик яҡтан да, асылым менән дә ундай наҙлыҡай түгел инем. Ярай әле бер аҙ уйнағас, ул ролдән "ҡотолдом".
Сара Буранбаева: Шулай, теләйһеңме-юҡмы, матур героиняларҙы ғына уйнап йөрөп булмай. Актер кеше үҙен камиллаштырырға, төрлө холоҡло образдар тыуҙырырға тейеш. Йәш ҡыҙҙар роленән яйлап әсәй, өләсәйҙәргә күсергә тура килә һәм быны аңлап ҡабул итергә кәрәктер. "Ай тотолған төндә" спектаклендәге Тәңкәбикә ролен үҙемдең берҙән-бер улыма әсәй булғас ижад иттем һәм миңә ул ҡатынды аңлауы шул тиклем ауыр бирелде. Үҙем әсәйем кеүек бала йәнлемен, ә Тәңкәбикә, йола, тип, балаларының күңелен ҡыйырға һәләтле кеше. Шулай, бер уйнағанда Аҡъегет ролендәге Руслан Хайсаровтың "Әсәй, айырма мине", тип өҙөлөп ялбарған мәлендә уның күҙҙәренә баҡтым да, йөрәгемдән тотто, әйтер һүҙемде әйтә алмайым да ҡуям, ҡалтыранам. Эстән генә үҙемә: "Бирешмә, Тәңкәбикә ундай түгел!" - тим. Көскә ялғап алып киттем шул урында. Күңелең менән ҡабул итмәһәң, аңың менән эшләргә тура килә шул.

Әңгәмәбеҙҙе йомғаҡлап, гүзәл заттарға әйтер һүҙҙәрегеҙҙе лә еткерәйек әле...

Сара Буранбаева:
Ҡатын-ҡыҙҙар иңенә яуаплылыҡ күберәк һалынған, беҙ - донъя тотҡаһы. Ғаиләләге татыулыҡ, ҡот, ир менән мөнәсәбәттәр, баланы һәр яҡлап бағып үҫтереү беҙгә бурыс итеп йөкмәтелгән. Һәр гүзәл зат ире өсөн матур ҡатын булырға, балаһы өсөн ул тиҫтерҙәре алдында оялмаҫлыҡ матур әсәй булырға ынтылырға тейеш. Бала күңеленә яҡшылыҡ, изгелек, әхлаҡ төшөнсәләре менән бер рәттән, матурлыҡты күрә белеү һәләтен дә үҫтереүҙе хәстәрләү ҙә - беҙҙең бурыс. Улыбыҙ бәләкәйҙән ҡурай, баян, гитарала уйнарға өйрәнде, бергәләп йырлашып та алабыҙ. Тирә-яҡтағы тәбиғәттең хозурлығына иғтибар итергә лә өйрәтәм уны һәм ул бөгөн килеп: "Әсәй, ҡара ниндәй йәйғор ҡалҡҡан", - ти икән, тимәк, күңелендә шул орлоҡтар шытым биргән. Матурлыҡты күрә белгән кеше насар булмай, тип уйлайым һәм йыуаныс табам. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тип тә юҡҡа ғына әйтелмәгән һәм был беҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулындағы иң көслө ҡорал. Шуны аңлап, оло яуаплылыҡ тойоп йәшәйек.
Илсөйәр Ғәзетдинова: Ғаиләлә төрлө хәлдәр булыуы бар, татыу һәм тыныс көндәр араһына уртаҡ тел таба алмай киткән осраҡтар ҙа килеп инергә мөмкин. Шундай мәлдә ир һәм ҡатын араһындағы аңлашмаусылыҡтарҙы бала эргәһендә асыҡлау ярамай, был уның аңына һеңеп ҡалмаһын. Бигерәк тә йәш ғаиләләр, балалар алдында түбәнлеккә төшөп, ҡысҡырышыуҙарҙы уларға ишеттермәгеҙ. Бала өсөн һәр ваҡыт матур күңелле атай-әсәй булып, туғандарығыҙ алдында йөҙөгөҙ яҡты булыуҙан да өҫтөнөрәге юҡ. Тик яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа күңелегеҙ менән ынтылып йәшәгеҙ һәм тирә-яҡтағыларға ла шул нурығыҙ менән бүлешергә онотмағыҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт халҡында ҡояшты ла "апай", тиҙәр, гүзәл заттан тимәк. Шуға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ҡояш кеүек бар тирә-йүнгә нур һибергә, йөрәк йылыһын өләшергә, күңел матурлығы менән бүлешергә ынтылышын аңларға мөмкин. Шулай булмаһа, был тормоштоң йәме, ҡото, ырыҫы ҡалыр инеме лә, уның тәмен тойоп йәшәй алыр инекме?

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.22 | Ҡаралған: 300

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru