«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ ӘЙТТЕ!
+  - 


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл алдынан "Башинформ", Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм "Башҡортостан" ДТРК-һы журналистары һорауҙарына яуап бирҙе. Түбәндә гәзит уҡыусыларға ҡыҫҡаса төп мәлдәр менән танышырға тәҡдим итәбеҙ.

Йылдың иң мөһим ваҡиғаһы

- Республика халҡының берләшеүе. Быға ир-егеттәребеҙҙең ил һағына баҫыуы этәргес булды, ә республика уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары системаһын киң йәйелдерҙе. Беҙ кешеләрҙең ниндәй икәнен аңлай башланыҡ.

- Бер нисә ай инде Радий Хәбировты Донбасҡа күсерәләр икән, тигән имеш-мимештәр йөрөй. Был - ялған хәбәр, ул Башҡортостандан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай, әммә ил етәкселеге: "Радий Фәрит улы, шунда-шунда барып эшләгеҙ", - тиһә, бер һүҙһеҙ барасағын белдерҙе, сөнки ул хәрби түгел, граждан хеҙмәте хеҙмәткәре булһа ла, принциптар шул уҡ.

- Хәбировҡа АҠШ, Канада, Бөйөк Британия шәхси санкциялар иғлан итеүгә ҡарамаҫтан, был уға бер нисек тә йоғонто яһамай, сөнки уның сит илдә иҫәбе лә, активтары ла, күсемһеҙ милеге лә юҡ.

- Радий Хәбиров уға һәр саҡ махсус хәрби операция барышында һәләк булған егеттәрҙе һуңғы юлға оҙатырға барыуы ауыр булыуын белдерҙе, әммә матәм сараһына Республика Башлығы килә, яугирҙы барлыҡ хәрби шарттарға ярашлы ерләйҙәр икән, яҡындары һәм дуҫтары уның бушҡа һәләк булмағанлығын, Тыуған илен яҡлап башын һалғанлығын аңлай. Һәм был тойғо шәһиттәрҙең туғандарына саҡ ҡына булһа ла ярҙам итә.

- Һуңғы ваҡытта ғына беҙгә Донбастан 800-ҙән ашыу мәжбүри күсенеүсе килгән. Кемдер ваҡытлыса лагерҙарҙа, кемдер туғандарында йәшәй, күптәр эш тапҡан. "Миңә улар беҙҙә яңы Ватанын табыр кеүек тойола", - ти Республика Башлығы.

- Радий Хәбировтың төп принциптарының береһе - ҡасандыр актер Сергей Бодров әйткән һүҙҙәр: "Һуғыш ваҡытында үҙеңдекеләр тураһында насар һөйләргә ярамай. Бер ваҡытта ла. Хатта улар хаҡ булмағанда ла". Бөгөн илгә һәм халыҡҡа ауыр, егеттәр Ватаныбыҙҙы һаҡлап һәләк була. Бындай ваҡытта арҡаға бысаҡ ҡаҙарға ярамай.

450 йыллыҡҡа ниндәй бүләк?

- Әгәр халыҡтың ихатаһында соҡор-саҡыр, бысраҡ булһа, хатта иң киң күләмле объект та бик ҡыуандырмаясаҡ. Шуға күрә ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм подъездарҙы капиталь ремонтлау тәү сираттағы бурыс булып тора. Республика артабан да ихаталар, подъездар, скверҙар, парктар эшләүҙе дауам итәсәк.

- 2024 йылға Өфөнөң парктар системаһы тәртипкә килтереләсәк. Тиҙҙән Черниковкала тағы бер матур йәмәғәт киңлеге - Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркы барлыҡҡа киләсәк, әммә республика Башлығының шәхси рейтингында тәүге урындарҙы "Ҡашҡаҙан", "Беренсе Май" һәм Бәләбәйҙәге "Йырлаусы фонтандар" алып тора.

- Баш ҡала юбилейына яңыртылған Пугачев урамына, ҡалаға Көнсығыш инеү юлына, Көрәш һарайына, фехтование, ишеү слаломы үҙәктәренә, ябыҡ футбол манежына, реконструкцияланған Ҡурсаҡ театрына эйә буласаҡбыҙ.

- Совет майҙанының исемен үҙгәртеү ихтыяжы юҡ. Бары тик ул артабан да төҙөкләндереләсәк, Совет урамында Октябрь революцияһы киҫелешенә тиклем фонарҙар ҡуйыласаҡ, визит-үҙәк төҙөләсәк, музейҙар һәм туристарҙы ылыҡтырырлыҡ башҡа нөктәләр булдырыласаҡ. Бының өсөн ошо майҙан эргәһендәге биналарҙа урынлашҡан министрлыҡтарҙы икенсе урынға күсерергә тура киләсәк. "Шулай уҡ республика халҡы менән майҙанда почетлы ҡарауыл кәрәкме, юҡмы икәнлеге тураһында кәңәшләшергә теләйем. Был илһөйәрлек тәрбиәләүҙә әһәмиәте ҙур булған матур йола", - ти Радий Хәбиров.

- Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауҙы алда торған юбилей менән бәйләргә кәрәкмәй. Монумент - беҙҙең ғорурлыҡ һәм уны еренә еткереп эшләргә кәрәк, ә был ваҡыт һәм аҡса талап итә. Яҡынса баһалауҙар буйынса, һүҙ бер нисә йөҙ миллион һум тураһында бара.

- "Әр-Рәхим" йәмиғ мәсете 2026 йылдан да алда төҙөлөп бөтмәйәсәк. Төҙөлөштө тамамлау өсөн яҡынса дүрт миллиард һум бюджеттан тыш аҡса кәрәк, ә әлегә ундай күләм юҡ, барлыҡ аҡса хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға, иҡтисадты үҫтереүгә китә.

Команда эшенә баһа

- Һуңғы йылдарҙа барыһы ла ҙур тиҙлектә, ғәҙәттән тыш режимда эшләне. Ауырлыҡтар булһа ла, күп нәмәгә өлгәштек. Андрей Назаров - мин бергә эшләргә теләгән иң яҡшы премьер-министр, Хөкүмәттең барлыҡ ағзалары - намыҫлы кешеләр. Хакимиәт етәксеһе Максим Забелин - шәхси сифаттары буйынса беренсе кеше, миңә уның менән эшләү уңайлы. Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев бик тырыша, әммә һынауҙы тулыһынса үтмәгән әле. Киләһе йылда яҙғыһын беҙ уның эшмәкәрлек арауығына баһа бирербеҙ. "Папкалы" башҡорттарҙың - төбәктән ситтә эшләгән республика вәкилдәренең эш һөҙөмтәлелеген тейешле кимәлдә түгел тип иҫәпләйем. РФ Дәүләт Думаһында беҙҙең ныҡлы депутат составы бар, әммә мин үҙемә лә, башҡаларға ла бик талапсан, шуға уларҙан күберәкте көтәм.

- Махсус хәрби операцияға киткән Азат Бадранов Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры булып ҡала, уның урынын һәм кабинетын берәү ҙә биләмәй. Вәкәләттәренең бер өлөшө тиҙҙән Луганскиҙан оҙайлы командировканан ҡайтасаҡ Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов үҙ иңенә аласаҡ.

Поликлиникаларға сират - чиновниктарҙың эшләп еткермәүе

- Табипҡа яҙылыу буйынса ялыуҙар һәм поликлиникаларҙағы ҙур сират - чиновниктарҙың эшләп еткермәүе һәм миҙгел ауырыуҙарының ҡотороуы һөҙөмтәһе. "Мин кемделер әрләгәндән генә поликлиникалар киңәйеп, табиптар һаны биш һәм унан күберәк тапҡырға артып китмәйәсәк. Әммә ябай ғына ойоштороу мәлдәре бар - шылтыратып яҙылыу мөмкинлеген бирергә, пациенттарҙы шәмбе көнө лә ҡабул итә башларға кәрәк", - ти Радий Хәбиров.

Тағы ла...

- Башҡортостан, бөтөн Рәсәй кеүек үк, игендән ҙур уңыш алды. 5,2 миллион тонна уңыш менән ғорурланырға була һәм кәрәк тә. Әммә ниндәй генә хәл-торошта ла республика йылына 4 миллион тоннанан да кәм булмаған иген йыйырға тейеш, ә уңышты һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн талап ителгән комплекстарҙы әүҙемерәк төҙөргә кәрәк.

- Элегерәк беҙ йылына 10 мәктәпте ремонтлай инек, хәҙер был һан, ҡайһы бер урындарҙа ваҡыт оҙағыраҡҡа һуҙылһа ла, 63-кә етте. Киләһе йылда 77 мәктәп ремонтланасаҡ һәм әле үк 2024-2025 йылдарға заявкалар ҡабул ителә.

- Шишмә районында төҙөләсәк Күсмән халыҡтар цивилизацияһы музейында кәсепселек ауылын асыу планлаштырыла, ул күсмәндәрҙең көнкүрешен һәм шөғөлдәрен сағылдырырға тейеш. Шулай уҡ ипподром, спорт ярыштары, ял урындары зоналарын булдырыу күҙаллана. XIV-XV быуаттарҙағы Түрәхан кәшәнәһе төп объект буласаҡ.

- Республика Башлығы "Батырҙар ярышы" өсөн ҡаршылыҡ һыҙаты булған "Патриот" паркы менән ғорурлана. Унда бөтә республиканан өлкән синыф егеттәре килә. "Балалар түгел, ә ысын ирҙәр тора. Беҙ уларҙың мейеһенә "һалабыҙ", йөрәктәренә үтеп инергә тырышабыҙ. Парк республика өсөн бик ваҡытлы барлыҡҡа килде", - ти Радий Хәбиров.

- Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе Президенты менән аралашыуын дауам итә, даими рәүештә уға бара һәм, ғөмүмән, Мортаза Ғөбәйҙулла улына тәрән ихтирамлы мөнәсәбәттә.

- Үҙенең көс сығанағы тип республика Башлығы оятҡа ҡалыуҙан ҡурҡыуын һанай. "Малай ғына саҡта ата-әсәйемде оятҡа ҡалдырыуҙан ҡурҡтым. Хәҙер миңә ышанған халыҡтың ышанысын аҡламаҫмын тип ҡурҡам. Исемем менән ғорурланам һәм балаларыма, ҡатыныма минең өсөн оят булыуын теләмәйем. Бына минең төп көс сығанағым", - ти ул.

- Яңы йылды Хәбировтар ғаиләһе барыһы бергә өйҙә ҡаршылаясаҡ. Йылға йомғаҡ яһаясаҡтар, бер-береһенә бүләктәр бирәсәктәр, һуңынан Совет майҙанына сығасаҡтар. График тығыҙ булыу һөҙөмтәһендә уның балаларына ваҡыты бик аҙ ҡала. Бәлкәйе уны саф башҡортса "атай" тип ҡаршылай, олоһо - Фәрит менән ул, уның йәшенә ҡарамаҫтан, бөтөн нәмә тураһында һөйләшә.

Станислав ШАХОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.22 | Ҡаралған: 162

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru