«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮҠ, БЕҘ БЫУЫНДЫ ЮҒАЛТМАНЫҠ!
+  - 


Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындырған йәштәре менән осрашып, уларҙың бөгөнгө һәм киләсәк тураһындағы уй-фекерҙәрен, йәмғиәттәге төрлө күренештәргә булған ҡараштарын белештек һәм "Бөгөнгө йәштәр ниндәй ынтылыш-хыялдар менән йәшәй?" тигән һорауға яуап эҙләнек.

Сулпан Вәлиева, Баймаҡ районынан:
Хәҙерге заман йәштәре популяр булырға теләй. Күбеһенең һөнәре лә ошо төп ынтылыштарына бәйле: блогерлыҡ, социаль селтәрҙәр һәм интернет ярҙамындағы башҡа төр эшмәкәрлек ҡыҙыҡһындыра уларҙы. Көн дауамында офиста ултырып, йәки башҡа төр ауыр хеҙмәт менән аҡса табыуҙан баш тартырға, еңел эш менән күп аҡса алып йәшәргә теләүселәр ҙә бихисап. Арабыҙҙа шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ниәт итеүселәр ҙә бар, ундайҙар баштан уҡ маҡсаттарына ирешер өсөн бөтә көсөн һала һәм миңә бына тап ошо сифатҡа эйә булған тиҫтерҙәрем оҡшай. Теләктәре ҡабул булһын өсөн ҡул ҡаушырып ултырырға ярамағанлыҡты аңлайҙар һәм тырышалар. Әммә ҡайһы берҙә эш һәм юғары уҡыу йортонда белем алыуҙы бер юлы алып барырға теләп, уҡыуҙы икенсе планға ҡуйыуҙары ғына дөрөҫ түгел, минеңсә. Һөҙөмтәлә, уҡыуҙы ташлап ҡуйыуҙары ла, йәки ваҡытлыса тип урынлашҡан эштәрендә университетты тамамлағандан һуң бөтөнләйгә ҡалыуҙары ла ихтимал. Ә бит юғары уҡыу йортона ҡасандыр үҙе теләп уҡырға ингән, үҙләштерәсәк һөнәренә бәйле хыялы ла булғандыр. Аҡса табырға өйрәнеп алғас, шул хыялдарына хыянат итеүҙәре йәл...
Йәштәр иң тәүҙә уҡыһын, белем алһын ине ул. Өлкән быуын кешеләренә беҙҙең замандаштарҙыҡы кеүек яҡшы шарттар булмаған, барыбер уҡығандар. Быға күптәребеҙҙең ата-әсәләрен миҫал итеп килтерергә була. Юғары белемдең ҡәҙерен күп йәштәр белмәй, аҡса артынан сыға ла китә. Бәлки, ата-әсәһенең ярҙамын көтөп ултырырға теләмәгән, бигерәк тә ауыл еренән ҡалаға уҡырға килгән студенттарға стипендия күләмен арттырыу был мәсьәләне ыңғай хәл итергә ярҙамлашыр. Аҡса табам, тип, эшкә урынлашыу урынына, юғары стипендия алам, тип, тырышып уҡырҙар ине.

Миләүшә Яхина, Әбйәлил районы: Бөгөнгө йәштәр араһындағы барлыҡ хәл-күренештәр Көнбайыштан килгән тенденцияларға бәйле. Уларҙың еңел аҡса эшләү, бай һәм матур йәшәү теләктәре лә интернет селтәрҙәрендә киң таралған видеоларҙы күреп, башҡаларҙың тормошона ҡарап ҡыҙығыуҙарына бәйле. Үҙҙәре уңышлы тип иҫәпләгән кешеләрҙе ҡабат-ҡабат ҡарайҙар шунан. Йәштәш ҡыҙҙар араһында үҙ эшен асыу теләген ғаилә ҡороуҙан өҫтөнөрәк ҡуйыусылар күп булыуы - был да ҡыҙыҡлы бер күҙәтеүем. Бер әхирәтем утыҙҙан һуң ғына кейәүгә сығасаҡмын, ти. Тағы ла йәштәштәрем үҙ-ара һирәк аралаша, күптәре үҙенә йомолған, ҡулдарында телефон. Быны мәктәп уҡыусылары араһында ла күҙәтергә мөмкин, балалар урамға уйнарға ла сыҡмай. Нисек кенә буламаһын, кешегә кеше кәрәк бит. Шуны өлкәндәр ҙә аңлаһын, ғаиләләрендә аңлатып үҫтерһендәр ине.

Юлдаш Мусин, Баймаҡ районы: Минең кеүек үк, күп кенә тиҫтерҙәремдең үҙ эшен асыу теләге ҙур. Беҙҙең факультетта белем алған егеттәр араһында ла университетта үҙләштергән һөнәрҙән тыш тағы ла үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған өлкәлә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә хыялланған, ниәт ҡороп йәки тәүге аҙымдарын яһағандар күп. Мин үҙем дә күберәк аҡса эшләүгә ҡарағанда әлегә ҡыҙыҡһындырған эш менән шөғөлләнеү һәм бынан ҡәнәғәтлек кисереүҙе өҫтөн ҡуям. Әле тәүге аҙым яһау өсөн башланғыс капитал туплау маҡсатында эшләйем. Бизнес тип ынтылһаҡ та, матди байлыҡты ғына өҫтөн күргән быуын түгелбеҙ. Иман һәм рухиәтте лә үҙ итәбеҙ. Мин шиғырҙар яҙам, Шәйехзада Бабич ижадын бик үҙ итәм, ғәрәп телен өйрәнәм, донъяуи һәм дини белем алыуға берҙәй иғтибар бүләм.
Һәр егет-ҡыҙҙа тыйнаҡлыҡ булырға тейеш, ләкин хәҙерге заманда башҡорт егеттәренә ҡыйыулыҡ та ҡамасау итмәй. Уйлап ҡараһаң, бер нисә йыл элек кенә социаль селтәрҙәрҙә, ғөмүмән, интернетта башҡортса контент, башҡорт блогерҙары юҡ ине, ә хәҙер хатта аҡса эшләй алғандары бар. Мин бындай башҡорт йәштәрен хуплайым ғына. Улар интернет ҡолона әүерелгән, ваҡыттарын бушҡа үткәрә тип тә иҫәпләмәйем. Ҡалала йәшәгәндәрҙең, бәлки, оҙайлы ялдарҙа быға ваҡыты ҡалалыр, ә бына минең кеүек ауыл егеттәренә ундай форсат эләкмәй: әле бына утын ярырға сыҡтым, урманға барырғамы, мал һуғарып килергәме йәки башҡа төрлө эше сығып ҡына тора. Бушты бушҡа ауҙарып йәшәүҙе мин донъяға пессимистик ҡарашта булыуға тиңләйем һәм үҙ итмәйем. Төрлө яҡлап үҫешкә ынтылған, алдына маҡсаттар ҡуйып йәшәгән тиҫтерҙәрем күберәктер, тим. Һәм улар Башҡортостанға килеп башҡалар эшен булдырғанда, әллә ҡайҙа Себер тарафтарында оҙон аҡса артынан йөрөргә тейеш түгелдәр. Ҡыйыуыраҡ булып, ошонда үҙ эшебеҙҙе асып, республикабыҙға һәм халҡыбыҙға файҙа килтереп йәшәргә кәрәк.

Зилиә Буранбаева, Бөрйән районы: "Шәхси бренд" тигән төшөнсә бар, был йәмғиәттә бер кеше тураһында барлыҡҡа килгән таныулы образ тигәнде аңлата. Хәҙерге егеттәр-ҡыҙҙар бөтәһе лә үҙенең шәхси брендын булдырырға ашыға. Шулай уҡ йәш кеше меңәр һум түләп, ҡиммәтле тренингтар, курстар үтә икән, тимәк, киләсәге тураһында хәстәрләй һәм үҫешергә теләй. Беҙ үҙебеҙҙе аҡса йәһәтенән дә, хеҙмәт урынынан да ирекле тойорға теләйбеҙ. Күптәр балаларына ла киләсәктә шундай азатлыҡ тәрбиәләүҙе маҡсат иткән. Матди етешлек артынан ҡыуып, рухи яҡтан үҙҙәрен юғалтҡандар, тип тә әйтеп булмай йәштәштәрем тураһында. Улар илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр ҙә. Быны үҙем уҡыған университет студенттары миҫалында ла әйтергә мөмкин: саф башҡортса һөйләшкән, файҙалы эштәр атҡарырға тырышҡан, аҡыллы, халҡын хөрмәт иткән йәштәр уҡый бында.

Рәлиә Ғөбәйҙуллина, Архангел районы: Ололарҙың йыш ҡына: "Йәштәр китап уҡымай", йәки "Йәштәр хәҙер тәртипһеҙ", "Йәштәр интернет ҡоло" тигәнерәк һүҙҙәр әйтеүен беләбеҙ. Улар "Беҙ улай булманыҡ", - тиҙәр. Ә беҙ шундай заманда йәшәүебеҙгә ғәйепле түгел, интернет, йәки башҡа йоғонтолар булмаһа, беҙ ҙә өлкән быуын кеүек булыр инек. Шулай ҙа интернет тик насарлыҡ сығанағы ғына түгел бит, аҡылы булған кеше уны үҙенә файҙаға әүерелдерә, шуның ярҙамында аң даирәһен киңәйтә ала. Өлкәндәр беҙҙе бушҡа-юҡҡа әрләп ташламаһын, аңларға тырышһын һәм кәңәш менән ярҙам итһен ине...
Мин университетҡа уҡырға ингәс, мәктәптә уҡығанға ҡарағанда әүҙемерәк була башланым. Сөнки мәктәптә уҡығандың һуңғы ике йылында уҡытыусылар тик Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйыу тураһында тылҡып торҙолар, башҡаға ваҡытыбыҙ ҙа ҡалмай ине. Хәҙер иркен тын алдыҡ. Шуға быйылғы Ҡуян йылында уҡыу йортонда үткәрелгән төрлө сараларҙа тағы ла әүҙемерәк ҡатнашырға, өлгәшемде яҡшыртырға, ваҡытлыса урынлашҡан эшемдә лә уңыштарға өлгәшергә өмөт итәм.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Яңы йылға - яңы өмөттәр бағлап торған йәштәрҙең тиҫтерҙәре тураһындағы фекерҙәрен дә, яҡты теләктәрен дә тыңлағандан һуң, күптәр кеүек "Был быуынды юғалтҡанбыҙ, шикелле" тип әйтергә тел әйләнмәй. Йәштәребеҙ аңлы, аҡыллы, киләсәктәрен дә ҡайғыртыусан икәненә тағы бер ҡат инандыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.23 | Ҡаралған: 181

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru