«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫСЫН ИЖАДСЫЛАРҘЫҢ РУХЫ АЗАТ БУЛҒАН,
+  - 


яңы Рәмиҙәрҙе тыуҙыра торған заман килеренә ышанам

Яңы йыл алдынан үтеп барған йылдың ваҡиғаларын барлап, шәхси тормошоңа, уңыштарыңа баһа биреү, киләһе йылды фаразлау кеүек яҙылмаған ҡанун йәшәй йәмғиәттә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа донъяла социаль, мәҙәни, сәйәси, иҡтисади өлкәләге әленән-әле һиҫкәндереп торған төрлө яңылыҡтар, пандемия фонында байрам кәйефе лә юғыраҡ халыҡта, былтырғы йылдың геополитик ваҡиғалары ла һәр кемебеҙҙең тормошона үҙенең эҙемтәләрен индерҙе. Бына ошондай ваҡытта образлы фекерләү аша халҡына, заманына оран ташлай, замандаштары күңелендә киләсәккә өмөт уята алырлыҡ шағир һүҙенә мохтажлыҡ тыуа. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - шағир, журналист һәм заманыбыҙҙың йәш кешеһе ошо йәһәттән үткән йылға ниндәй ҡарашта? Киләсәккә ниндәй күҙҙәр һәм өмөттәр менән баға? Ошолар хаҡында Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм журналистар берлектәре ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының өлкән референты Алмас Рауил улы ШАММАСОВ менән әңгәмәләштек.

Йыл уңыштары

Былтыр бөтөн ил, тотош донъя өсөн ауыр йыл булды - йәшерен-батырыны юҡ, һәр беребеҙҙең ғаиләһенә, туғандарына, дуҫтарына хәҙерге заман еле ҡағылды. Йыл беҙгә кемдең кем икәнлеген дә күрһәтте. Ысын дуҫтарҙы, ысын дуҫ булмағандарҙы белдек, быға тиклем уйлап та ҡарамаған ҡайһы бер кешеләр тарафынан яһалған ниндәйҙер рухи батырлыҡтарға шаһит булдыҡ. Бына ошо йәһәттән дә йыл миңә мөһим булды, сөнки кешеләрҙең ысын йөҙөн, эске донъяһын асты. Был яҙыусы өсөн үҙе бер ваҡиға тип уйлайым, сөнки беҙ һәр ваҡыт кешеләрҙе, тормошто күҙәтәбеҙ һәм үҙебеҙгә геройҙар, сюжеттар, темалар, деталдәр эҙләйбеҙ. Ошолар бер әҫәр өсөн миңә тема бирҙе һәм әлеге ваҡытта драма өҫтөндә эшләйем.
Үҙемә килгәндә, былтыр 35 йәшем тулды. Элек тә донъяла барған процестарға, тормошҡа ҡарашымды белгәс, ололарса фекер йөрөтәһең, тип әйтә торғайнылар. Шулай ҙа 35 йәшкә тиклем йәшлек осоро булалыр, хәҙер бына үҙемде ярайһы тәжрибә туплаған, тормошҡа ҡараштары төрлөләнгән, яуаплыраҡ була барған бер кеше итеп тоям. Ошо йәһәттән мөһим булды йыл.
"Хушығыҙ!" - тиеп, шарт ябып ишекте,
Бүлмәмде ташлап йүгерҙе йәшлек.
Үткәнде һәм киләсәкте бүлгән стеналағы тишекте
Ямай алмай, аптыраным, интегеп:
Һыуыҡ иҫтәлектәр еле һаман торҙо шунан өрөп, -
тип яҙғайным элегерәк, ижадымдағы бер романтизм осоронда. Элек үткәндәр, ниндәйҙер хәтирәләр менән йәшәһәм, хәҙер иртәгәгә йышыраҡ ҡарай башланым: ул ниндәй булыр, замандар нисек килер икән? Атай булараҡ та киләсәк тураһында йышыраҡ уйлайһың. Ижад йәһәтенән дә ҡараштар күберәк киләсәккә йүнәлтелгән.

Киләсәк кешеһе образы

Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер инде Өфө фән һәм технологиялар университетында) байтаҡтан уҡытам. Төп эшемдән бушағаныраҡ ваҡыттарҙа, кистәрен эшләргә тура килһә лә, йәштәр менән аралашыу миңә бик ҡәҙерле тәжрибә. Мин уларҙы тағы ла яҡшыраҡ аңлай башланым, хатта үҙем өсөн яңынан астым кеүек. Беҙҙең йәш арабыҙ байтаҡ ҡына һәм миңә уларҙы тыңлауы һәм күҙәтеүе, уларҙың нимә менән ҡайнап йәшәүен аңларға тырышыу ысынлап ҡыҙыҡ. Йәштәрҙең идеалдары, өҫтөн ҡуйған ҡиммәттәре минең өсөн ҙур асыш булды, ниһайәт, мин киләсәк кешеһенең образын күҙаллай башланым. Элек башлыса йәштәргә тәнҡит күҙлегенән баҡһам, уларҙың уҡыған китаптарын уҡып, ҡараған киноларын ҡарап, ниндәй социаль селтәрҙәрҙә ултырыуын, унда нимәләр яҙыуын, цифрлы технологиялар ҡулланып, нимәләр эшләүен күҙәтеп, ҡарашым үҙгәрҙе. Мәҫәлән, элек йәштәр китап уҡымай тип уйлай инем. Гәзит уҡымайҙар, әммә ҡайһы бер журналдарҙы, төрлө ил яҙыусылары китаптарын уҡыйҙар. Араларында миңә бығаса таныш булмаған философтар, социологтарҙың хеҙмәттәре бар, уҡып ҡарайым да, уларҙа ни тиклем фекер донъяһының ҡайнауын күрәм, был тормошто үҙгәртеп ҡороу буйынса ғәжәйеп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар унда.
Беҙ бер ҡалыптан ғына ҡарап, донъяны тарайтабыҙ, йәштәр уға киңерәк ҡарай һәм үҙҙәренең күңеленә бөтөн донъяны һыйҙыра ала. Был яҡшымы, насармы - белмәйем, бәлки, традицион ҡиммәттәр өсөн хәүефлерәктер ҙә. Шулай ҙа мин йәштәрҙе насар тимәҫ инем, студенттарға, мәктәп уҡыусыларына, хатта үҙемдең ике йәшлек улыма ҡарайым да, яңы быуынды күрәм. Мин уларҙа өмөтлө киләсәкте күҙаллайым. Йәштәр алдынғы ҡарашлы хәҙер һәм улар, минең уйымса, күпкә камилыраҡ, күпкә яҡшыраҡ тормош төҙөй аласаҡ. Бына ошо ышаныс миңә былтырғы йылдағы кисерештәрҙе үткәрергә ярҙам итте.

Әҙәби тәнҡит кәрәк

Бөгөнгө көндә социаль селтәрҙәргә күсеп, үҙенең классик формаһын юғалта төшкән әҙәбиәткә тәнҡит күҙлегенән ҡарамайым. Халыҡ яратҡан әҫәрҙәр ҙә, халыҡ яратҡан яҙыусылар ҙа була һәм халыҡ уларҙы үҙ кимәленән сығып ярата. Әйтәйек, Умберто Эконың интеллектуаль прозаһын социаль селтәрҙәргә һалһаҡ, әллә нимә яҙған ул, уҡырлыҡ та түгел, был яҙыусымы ул, тип әйтеүҙәре бар. Шул уҡ ваҡытта, һәр кемдең тормошонда көн һайын осрап торған берәй ваҡиғаны 1-2 биткә һыйҙырып, матур тел менән тәфсирләп яҙып ҡуйһаң, 100 кешенең 90-ны унда үҙен күреп, йәки үҙе кисергән ошондай хәлде иҫенә төшөрөп, бик шәп яҙылған, тип әйтәсәк. Сөнки бөтөн кеше лә матур итеп яҙа алмай. Ҡайһы бер яҙыусылар шуға әүәҫләнеп, еңелләшеп китте. Альбом шиғриәте тигән төшөнсә бар, элек, мәҫәлән, һөйгән йәреңә, дуҫыңа, туғаныңа яҙылған, йәки тәбиғәт күренештәрен һүрәтләп сыҡҡан һәм һиңә тиклем дә был турала йөҙҙәрсә ҡабат яҙылған ундай шиғриәтте матбуғатҡа биреп, сит кеше күҙенә күрһәтеү оят һанала торғайны. Шуға ла социаль селтәрҙә меңәрләгән уҡыусыһы булған кешене ысын яҙыусы тип әйтеп буламы икән? Телеграм каналда шиғырҙарҙы күҙәтеп барам һәм шуныһы ҡыҙыҡ: ҡайһы саҡта билдәле шағирҙың шиғырына ҡарағанда билдәһеҙ исемдең шиғыры тетрәндереп ҡуя. Быныһы ҡыуаныс, был йәһәттән социаль селтәрҙәр яңы исемдәр табырға ярҙам итә.
Башҡорт әҙәбиәтенә авторитеттарға ҡарамаған, шәп, абруйлы тәнҡитсе кәрәк. Әлегә яҙылған бар мәҡәләләр ҙә әҙәбиәт ғилемен генә хәтерләтә. Тәнҡитсе әҙәбиәткә һаҙлыҡҡа әйләнеп китмәҫкә ярҙам итеүсе кеше ул. Сөнки еңел-елпе өлгөләрҙе әҙәбиәт итеп күрә башлаһаҡ, бер үк темаларға, идеяларға, сюжеттарға, геройҙарға ҡул сабып, бер урында тапанып торасаҡбыҙ һәм башҡа милли әҙәбиәттәрҙән күпкә ҡалыша барасаҡбыҙ. Беҙҙә яңы идеялар үҫешмәйәсәк һәм яңы генийҙар ҙа барлыҡҡа килмәйәсәк.

Әҙәбиәт заманы түгел

Әҙәбиәттә таланттар бар ул, үҙенсәлекле яҙған кешеләр бар. Әммә шуныһы ҡыҙғаныс, уларҙың яҙышырға ваҡыты юҡ. Шул тиклем динамикалы заманда йәшәйбеҙ, тиҙ осҡос машиналармы ни - тегендә-бында сабып йөрөйбөҙ, һәр кемдең ғаиләһе, балалары, эш урыны: бар ергә лә өлгөрөргә кәрәк. Ә күпме мәғлүмәт беҙҙе уратып алған, уның тулҡынында тирбәләбеҙ, һәр кешенең психикаһы быға түҙә алмай. Яҙыусы өсөн иң мөһиме - образға, темаға ныҡлап тотоноу өсөн үҙ фекерҙәрең менән тыныслыҡта ҡалыу. Бөгөнгө заман был шарттарҙы тыуҙыра ла алмай, сөнки бының өсөн һин телефоныңдан, компьютерыңдан һ.б арынырға тейеш булаһың. Ни өсөн бөгөнгө көндә әҙәби процесс һүлпәнәйгән тиһәгеҙ, уның үҫеше өсөн шарттар әлегә юҡ.
Әйтәйек, күп йәштәрҙең торлағы юҡ, һәр ваҡыт, ҡалайтып аҡса эшләйем икән тип уйланып йөрөгәндән әҫәр тыумай. Бер эштә генә эшләп тә йәшәп булмай. Элек Яҙыусылар берлеге ағзаһы икәнһең, фатир биргәндә мотлаҡ эш кабинеты өсөн өҫтәмә бүлмә ҡаралған. Хатта рәссамдар, композиторҙар, яҙыусыларға бер йорттан фатирҙар бирелгән, үҙ-ара ҡайнашып йәшәүҙән яңы әҫәрҙәр тыуған. Ижад йорттары эшләгән, унда ижади мөхит булған. Яҙыусылар берлеген, мәҫәлән, мин Динис Бүләков етәкләгән замандан алып хәтерләйем. 4-5 йәшлек сағымда атайыма эйәреп бара торғайным. Коридорына ҡыҙыл балаҫтар түшәлгән, кабинеттарҙа кеше ҡайнап тора ине. Яҙыусыны күрергә теләгән бар кеше лә килә ала ине унда. Бөгөн керһәң, кеше лә юҡ, түбәһенән һыу ағып тора тигәндәй. Ә улай булырға тейеш түгел. Был да әҙәби процестың ниндәй кимәлдә икәнен күрһәтеп тора.
Бөгөнгө ижадсылар - һәр беребеҙ үҙ алдыбыҙға. Социаль селтәрҙәрҙә барбыҙ, аралашып торабыҙ һымаҡ, бер-беребеҙҙе уҡып, фекерҙәрҙе лә әйтеп барабыҙ кеүек, әммә был рәүешле йәнле ижади мөхит тыуҙырып булмай. Шуның өсөн әлегә әҙәбиәт заманы, ижад кешеһенең ҡәҙерен белгән заман түгелдер, тейем.

Усаҡ тоҡанасаҡ әле

Электән тарихты циклдар итеп ҡабул итәм, күтәрелеш осоронан һуң һүлпәнәйеү осоро, артабан тағы - күтәрелеш. Иҡтисад та шулай тулҡын һымаҡ бара ул, йә күтәрелә, йә аҫҡа төшә. Әлегә бына әҙәбиәттә төрлө урындарҙа осҡондар барлыҡҡа килгән осор, улар берҙәм булһа, берәй мәл дөрләп янған усаҡҡа әйләнеп китер ул.
Бала саҡты хәтерләһәм, Салауат Юлаев майҙанында шағирҙар сәғәттәр буйына шиғыр уҡыр, халыҡ эркелеп килер ине. Шундай шиғри һүҙҙең баһаһы күтәрелгән заман яңынан килер ул, тик ул икенсерәк булыр, бәлки. Йәштәрҙең ижадын күҙәткәндә күренә, улар яңы форма эҙләй: кемдер - виртуаль донъя аша, кемдер ниндәйҙер роликтар төшөрөп үҙенең уҡыусыһын таба. "Ҡош юлы" үҙе бер проект, ул да шул уҡ әҙәбиәт, шиғриәт. Уларҙың кимәле, әлбиттә, төрлөсә, әммә һәр береһе үҙенең ҡаҙанында ҡайнап торған ижади процесс. Йәмғиәт үҙенең кәрәкле бер нөктәһенә килеп терәлгәс, үҙенең нәфис һүҙгә һыуһағанын аңлаясаҡ. Ә әлегә кеше әҙәби процесты фон итеп кенә ҡабул итә, ихласлап тыңламай ҙа, ныҡлап әһәмиәт тә бирмәй. Кәрәге килгәс, уҡый ҙа, тыңлай ҙа башлаясаҡ, аңларға ла тырышасаҡ. Был йәһәттән киләһе йылдарҙа әҙәби процесс йәнләнеп китер тип уйлайым.
Бөтөн донъя өсөн яңы тарихи осор башланды, тип әйткәйнек инде, ул осор, әлбиттә, еңел булмаясаҡ, ҡыҙғаныс ваҡиғалар ҙа булыр, дәүләттәр, кешеләр, ғаиләләр өсөн бик күп юғалтыуҙар ҙа буласаҡ. Бына шундай ысын ҙур көрсөк осоронда халыҡ ғәҙел, дөрөҫ, аҡыллы һүҙгә мохтажлыҡ кисерә, ысын йәмғиәт фекерен бөтөн донъяға еткерә алырлыҡ лидерҙар эҙләй башлай һәм уларҙы таба. Шундай һынылыш осоронда әлеге йәш таланттар үҙҙәрен асып ебәрерҙәр, тип ышанам. Шуға ла мин йәштәргә өмөтләнеп ҡарайым.
Былтыр мине ысынлап ғәжәпләндергән тағы бер ваҡиға булды башҡорт мәҙәниәтендә. Ул режиссер Булат Йосоповтоң "Шағир көндәлеге" фильмы. Фильм, Рәми образы аша яңырыу буласаҡ, тигән бер ниндәйҙер сигнал биргән һымаҡ булды киләсәккә. Шиғри һүҙ кәрәк кешеләргә, шиғри һүҙ менән дә донъяны үҙгәртә алам, ти шағир һәм үҙенең принциптарына мәңгегә тоғро ҡала. Был фильм ошо яңы килә торған йәштәрҙең, минеңсә, ниндәйҙер бер ауазы булып ҡабул ителә. Әйтерһең, ул киләсәктән килеп хәбәр итеп китте, кешеләр юғалып ҡалмағыҙ, өмөтһөҙ булмағыҙ, тип. Фильм аҙағында ҡояш күтәрелә, йәш Рәми самолетҡа ултырып, осоп киткәндә үҙең дә, әйтерһең, ошо самолет менән яңы тормошҡа осоп китәһең. Яңы килә торған замандың бер хәбәре тип ҡабул итәм был фильмды. Ысын ижадсыларҙың рухы азат булған, халҡына һүҙ әйтә торған, яңы "Табыныу"ҙы тыуҙыра торған, яңы ижадсыны бирә торған замандың.

Һәр кеше уникаль

Йондоҙнамәгә лә, мөсәлдәргә лә ышанмайым һәм йылға уларҙан сығып пландар ҡормайым. Тормош иптәшем астрономия менән ҡыҙыҡһына, мин дә уның менән бергә йыһанға ҡағылышлы китаптарҙы уҡып барам һәм был донъяның ни тиклем ғәжәйеп икәненә хайран ҡалам. Унда астрологияға урын юҡ, йондоҙҙарҙы һанай башлаһаң, әллә ниндәй ҡеүәтле компьютерҙың да хәтере етмәйәсәк. Беҙ белгән йондоҙлоҡтар бер нисә генә, ә улар - меңәрләгән.
Донъяла 8 млрд кеше, тибеҙ, һәр береһе бер принциптан сығып йәшәһә, бик ҡыҙыҡ булыр ине. Күҙ алдына килтерегеҙ, был донъяла нисә миллион ҡуян, нисә миллион ҡыҫалалыр инде, йондоҙнамәлә яҙылғанса, уларҙың яҙмышы бер төрлө була аламы икән ни? Үҙем Ҡуян йылында тыуғанмын. Ҡуян булһынмы, уны бесәй йылы ла тиҙәр, был ике йәнлек тә миңә яҡын, уларҙы мин бик яратам, өйөбөҙҙә бесәй ҙә бар. Ҡуяндың ни тиклем аҡыллы икәнен һунарсылар, урмансыларҙан ишетеп беләбеҙ, ҡурҡаҡ түгел ул, киреһенсә, көслө, ҡыйыу. Ҡуян алыу еңел генә эш түгел, бының өсөн тәжрибәле һунарсы булырға кәрәк. Аҡыллы, ҡоролған ҡапҡандарҙы тойоп, урап үтә. Гел алға йүгерә һәм тиҙ йүгерә. Символик рәүештә мин быларҙы ҡабул итәм, тормошта ла ауҙарға эләкмәйенсә, ҙур тиҙлек менән алға йүгерергә тигән принциптан сығып, йылмайып ҡына ҡарайым. Бесәй ҙә ҡупшы, аҡыллы, уларҙы яратһаң, улар ҙа кешене ярата белә. Өйҙәге йылылыҡты улар һаҡлап тора. Мин үҙем дә өй кешеһемен, миңә өйҙә, ғаилә менән рәхәтерәк, ошонан кинәнес табам.
Ә былай шуныһына инанғанмын: һәр кеше үҙенсә уникаль, бер кеше лә бер-береһенә оҡшамаған. Хатта нисә миллиард кеше булмаһын, ДНК-лар ҙа төрлөсә. Тәбиғәт бына шулай ғәжәйеп, аҡыллы. Кеше бер-береһенә оҡшамаһа, бер фекерҙә генә булмаһа, бер хис-тойғолар менән генә йәшәмәһә - кешелектең матурлығы һәм бәхете шундалыр. Бер ҡалыпҡа һалып үлсәһәк, ниндәй трагедияларға килтерәсәген аңлайбыҙ бит инде. Тарихтан сығып ҡараһаң, бөтәһен дә бер ергә тупларға тырышыу бер төрлөлөккә килтерәсәк, ә донъя төрлө төҫтәргә бай булырға тейеш.

Шулай итеп...
Ысын ижадсы һәр ваҡыт заманынан алдараҡ барырға тейеш. Ҡунағыбыҙҙың тормошҡа, киләсәккә, киләсәк хужалары - йәштәргә, тимәк, телебеҙгә, йәшәйешебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә ҡарата әйтелгән фекерҙәре күңелдәрегеҙҙе имләп ебәргәндер, тип ышанғы килә. Донъяға ҡарашыңды үҙгәртеү менән үткәнең дә, киләсәгең дә үҙгәрә: яҡшы яҡ еңәме, насарымы - быныһы үҙеңдән тора. Яңы йылға яҡты ниәттәр, яҡты уйҙар менән аяҡ баҫайыҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.23 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru