«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮРАҒАНДАР ЮШ КИЛҺЕН!
+  - 


Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса 2023 йылда донъя менән ҡара төҫтәге ҡуян, йәғни кролик (дөрөҫөрәге, йорт ҡуяны) идара итәсәк. Был ике йәнлектең бер аҙ айырмалары булыуға ҡарамаҫтан, улар икеһе лә - ҡуян, ләкин кролик, ҡасандыр шулай уҡ ҡырағай йәнлек булыуға ҡарамаҫтан, ҡулға эйәләштерелгән. Яңғыҙ йәшәп, үҙ көнөн күреүсе ҡыр ҡуянынан айырмалы, йорт ҡуяндары күпләп үрсей һәм ҙур ғаилә булып йәшәй.

Ә ни өсөн ҡара ҡуян йылы? Был төҫ, әйтеүҙәренсә, "инь", йәки ҡатын-ҡыҙ билдәһе, шул уҡ ваҡытта ул ныҡышмаллыҡ, көс, ҡыйыулыҡ һәм маҡсатҡа ынтылышты сағылдыра, имеш. Ҡуян йыртҡыс йәнлек булмаһа ла, ул ҡәтғи һәм көслө холҡло булыуҙы хуплай икән. Ә шулай ҙа Юлбарыҫтан айырмалы, ул йомшаҡ, тыныс, бәхәс һәм ыҙғыштарҙы ене һөймәй, ләкин бер ҡатлы, ышаныусан һәм елбәҙәк тә түгел. Астрологтар киләһе йыл үҙенсәлектәренә ҡарата төрлөһө төрлөсәрәк фараз ҡыла, хатта ҡапма-ҡаршы фекерҙәр ҙә байтаҡ. Ә бит әҙәм балаһы гел генә яҡшыға өмөт итеп йәшәй, шунлыҡтан беҙ ҙә күрәҙәлек ҡылыусыларҙың күбеһенсә ыңғай фекерлеләренә ҡолаҡ һалырға тырыштыҡ: ни тиһәң дә, юраған юш килер, тиҙәр бит, шулай була күрһен!
2023 йыл тотороҡло, тыныс буласаҡ, ҡыр быуынға төшөрҙәй бәхәс, ығы-зығы һәм конфликттар артта ҡаласаҡ. Килешеү һәм солох, теге йәки был ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы урап үтеү, ундай хәлдәрҙән сығыуҙың тыныс юлдары һәм сараларын эҙләү көн тәртибендә буласаҡ. Ғаилә һәм туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, никахтар, донъяға балалар тыуыу - йорт ҡуяны ҡурсалауындағы ваҡиғалар теҙмәһе булараҡ ҡарала. Шул уҡ ваҡытта ҡуян егәрлеләрҙе, эштә етеҙҙәрҙе һөйә һәм уларға һөнәрҙәре буйынса уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Ә бына йондоҙнамә билдәләренә айырым алғанда ниҙәр вәғәҙә итә ҡуян?

ҠУҘЫ (21.03. - 20.04). Ҡуян йылында һеҙ шәхси уңыш түбәһенә күтәрелерһегеҙ, абруйығыҙ, йоғонтоғоҙ артыр. Айырыуса икенсе ярты йыллыҡта бөтөн икеләнеүҙәрегеҙҙе еңеп, үҙ юлығыҙҙы табырһығыҙ һәм был башланғысығыҙҙа, һис шикһеҙ, уңыш юлдаш булыр. Тик танауҙы күтәрергә ашыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе контролдә тотоғоҙ һәм сабыр, баҫалҡы булырға тырышығыҙ, башҡалар фекеренә ихтирамлы булығыҙ. Сәләмәтлегегеҙ донъяға ыңғай көйләнешегеҙгә бәйле булыр, шулай ҙа көҙгә табан йөрәк-ҡан тамырҙары, эске ағзаларығыҙ торошона иғтибар итегеҙ.

БУҒА (21.04 - 20.05). Ошоға тиклемге тормош йүнәлешегеҙҙе дауам итерһегеҙ, үҙ ҡарашығыҙҙан тайпылмағыҙ, башҡалар һүҙенә иғтибар итмәүегеҙ хәйерлерәк. Хеҙмәт карьерағыҙ үҙаллы ҡарар ҡабул итә алыуыҙға, ҡыйыу һәм етеҙ эш итеүегеҙгә бәйле үҫешер, күп эшләргә кәрәк булыр, шулай ҙа ваҡытында ял итергә, ғаиләгеҙ менән булырға форсат табығыҙ, юғиһә, көҙгә табан ғаиләлә аңлашмаусылыҡ һағалар, тик дыуамал аҙымға бармағыҙ, ғаиләлә "уңай, йылы һауа шарттары" һаҡлағыҙ, сөнки һаулығығыҙ йән тыныслығына бәйле булыр.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 - 21.06.). Яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ, фекерҙәштәрегеҙгә һәр саҡ таяна, ышана алаһығыҙ. Ваҡиғалар үҙәгендә булырһығыҙ. Ныҡлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынауҙар ҙа, көтөлмәгән яҙмыш бүләктәре лә булыр. Игеҙәктәр өсөн иң мөһиме шулай ҙа - үҙенең рухи торошо, шуға ла ваҡыт-ваҡыт яңғыҙ ҡалып, уларға эске донъяһын таҙартыу, медитация, ғибәҙәт ҡылыу, фекер төйнәп алыу кәрәк буласаҡ. Үткәндәргә ҡараш ташлауҙы ла фәҡәт унан һабаҡ алыу, фекер төйнәү өсөн файҙаланыу хәйерле. Сәләмәтлек йәһәтенән йыл буйына имен-һау, көр кәйефтә булыу өсөн әүҙемлек, хәрәкәтләнеү, спорт күнекмәләре менән дуҫлашырға, табипҡа күренеп, тикшерелеп тороу мотлаҡ.

ҠЫҪАЛА (22.06-21.07). Йыл һеҙҙең өсөн ғәҙәти генә булмаҫ кеүек. Һеҙ, ниһайәт, үҙегеҙҙе тотоп, ирекһеҙләп торған сиктәрҙән арынып, "билдәһеҙлеккә" һикереш яһай алаһығыҙ. Аралашыу мөхитегеҙ яңырыр, һеҙҙең сифаттарҙы баһалаусы фекерҙәш дуҫтар табырһығыҙ. Карьера өлкәһендәге уңыштарығыҙ көҙгә хәтлем финанс хәлегеҙҙе бигүк яҡшырта алмаҫ. Йөрәгегеҙ ҡушҡанды тыңлағыҙ һәм белеп ҡуйығыҙ: һеҙ - Юғары көстәр ҡурсалауында. Үҙегеҙҙе мөғжизәле йомғаҡ артынан барыусы тип хис итегеҙ, һәм һеҙ отолмаҫһығыҙ.

АРЫҪЛАН (22.07-22.08). Йыл һеҙҙең өсөн бөтә өлкәләрҙә лә һынауҙар менән барыр. Күп нәмәгә яңыса ҡарай башларһығыҙ. Һеҙҙе юғары баһалауҙарын белеп ҡуйығыҙ һәм ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа ҡыйыу һәм ышаныслы булығыҙ. Шул уҡ ваҡытта маһайып, үҙһүҙләнеп тә китмәгеҙ - хаталаныуығыҙ ихтимал. Көҙ аҡса мәсьәләһендә абай, һаҡ булырға кәрәк, алдауҙары бар. Һаулығығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа икәнде онотмағыҙ: артыҡ көйәләнмәгеҙ, һалҡын осорҙа йылы кейенегеҙ, туҡланыуығыҙҙы яйға һалығыҙ.

ҠЫҘ (23.08-22.09). Был йыл һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Өйрәнелгән көндәлек тормошоғоҙҙан ялҡып, офоҡ аръяғындағы серлелеге менән йәлеп итеүсе билдәһеҙлеккә, алыҫтағы хыялығыҙға ынтылырһығыҙ. Күңел елкәнегеҙҙе юлдаш итеп, үҙегеҙҙе саҡырған тарафтарға, аң-зиһенегеҙ тартылған мөхиткә һуҡмаҡ һалығыҙ, юлығыҙҙағы ҡаршылыҡтарға иғтибар итмәгеҙ, эргәгеҙҙә үҙегеҙ менән бер тулҡында булған фекерҙәштәр туплағыҙ. Уҡыу, белем кимәлегеҙҙе камиллаштырыу абруйығыҙҙы күтәрер. Көн режимын үтәгеҙ, туҡланыу, диета мәсьәләләрен контролдә тотоғоҙ.

ҮЛСӘҮҘӘР (23.09-22.10). Һеҙҙе ныҡышмалылыҡҡа һынау көтә, ләкин борсолмағыҙ: социаль әүҙемлегегеҙ һәм шәхес булараҡ үҫеш кимәлегеҙ артабанғы тормошоғоҙҙо билдәләйәсәк икәнен иҫтә тотоғоҙ. Иң мөһиме - яҡындарығыҙ, дүҫтарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ һәм башҡа бик күп кешеләр менән мөнәсәбәттәрегеҙҙә тигеҙлек, сабырлыҡ һаҡлағыҙ, уларҙы аңларға тырышығыҙ. Йылдың икенсе яртыһында карьерағыҙҙа үҙгәрештәр ихтималлығы бар; үҙегеҙҙе ниндәйҙер яңы өлкәгә бағышлау, икенсе һөнәр үҙләштереү йә булмаһа, сит тел өйрәнеү мәсьәләләре менән мәшғүл булыу мөмкинлеге тыуыр. Һаулыҡ торошона иғтибарлы булыу кәрәк, көҙгә тиклем аяҡ-ҡул быуындарын һаҡлағыҙ, диета буйынса туҡланыуға күсегеҙ.

САЯН (23.10-21.11).Был йыл шәхси тормошоғоҙҙа хәл иткес әһәмиәткә эйә буласаҡ, сөнки икеләнеүҙәргә сик ҡуйып, етди һәм оҙаҡҡа мөнәсәбәттәр ҡора башларһығыҙ. Осрашыу - көтмәгәндә, ә мөнәсәбәттәр күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә башланһа ла, шатланырға ғына кәрәк: был ҡыуаныслы ваҡиға. Икенсе ярты йыллыҡта, ниһайәт, хеҙмәт бурыстарығыҙға әйләнеп ҡайтырға форсат тыуыр. Карьера баҫҡысына үрләү "янамаһа" ла, башҡарған бурыстарығыҙҙан да ҡәнәғәтлек алып эшләрһегеҙ. Сәләмәтлек торошон хәстәрләгеҙ, физкультура-һауыҡтырыу курстары үтегеҙ.

УҠСЫ (22.11-21.12). Тәүге ярты йыллыҡта башығыҙ эштән сыҡмаҫ, ләкин был хәлегеҙгә тыныс ҡарағыҙ, сөнки шул ыңғайҙан эш һәләте, ижад мөмкинлектәре лә үҫешер, тормошоғоҙҙа шатлыҡ-ҡыуаныстарығыҙ артыр, яңғыҙаҡ Уҡсылар мөхәббәтен осратыр. Йәй ахырында алыҫ тарафтарға юл тотмау хәйерле булыр, күңелһеҙлектәр һағалар, һеҙҙең өсөн иң уңайлы, һәйбәт осор - көҙ. Финанс хәлдәрегеҙ һәүетемсә барыр, мәгәр был йәһәттән уйланмаған аҙым яһамағыҙ. Йыл дауамында травма алыуҙан, йә башҡа берәй сырхау сарпылыуҙан һаҡланып йөрөргә тура килер.

КӘЗӘМӨГӨҘ (22.12-19.01). Йыл һеҙҙең өсөн эшегеҙҙә, ижад өлкәһендә, ғаиләгеҙҙә һәм балаларығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙҙә бәхетле, шатлыҡлы ваҡиғалар менән тулы булыр. 2023 йыл тормошоғоҙҙағы иң ыңғай осорҙарҙың береһелер. Икенсе ярты йыллыҡта "оя" ҡороп йә булмаһа, йортоғоҙҙо тәртипкә килтерегеҙ һәм ул һеҙҙең ышаныслы нығытмағыҙға әүерелер. Икенсе яртығыҙ менән ғаилә тормошо "һикәлтәләре" артта ҡалды, еңел һулаһағыҙ ҙа була. Ниндәй генә осраҡтарҙа ла ысынбарлыҡты нисек бар, шулай, сәбәләнеү һәм ҡурҡыуһыҙ ҡабул итеп өйрәнегеҙ, һеҙ барыбер ундай ваҡиғаларға йоғонто яһай, үҙгәртә алмаясаҡһығыҙ, ә нервыларҙы һаҡларға кәрәк. Хеҙмәт карьерағыҙ һәүетемсә барһа ла, йылдың икенсе яртыһында көсөргәнештән бушанып, ял итеп алығыҙ, шул саҡ күңелегеҙ яңы проект һәм идеялар менән тулыланыр.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.23 | Ҡаралған: 169

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru