«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҢЫШЛЫ ТӘЖРИБӘМЕ?
+  - 

Ил терәге - ир, тигән. Ил яуһыҙ булмаҫ; Ил яҙмышы ир ҡулында; Ир ҡайғыһы - илдә... Ил менән ир берлеге хаҡында халҡыбыҙҙың быуаттар буйына һыналған, күп томлыҡ романдарға һыймаҫ әллә күпме аҡыл хазинаһы - ҡанатлы әйтем-мәҡәлдәре бар.

Беҙҙең заманға ла төштө был һынау - ил яҙмышы ир-егет яҙмышына әйләнгән хәл иткес дау. Уға аҫыл улдарын ебәргән халҡыбыҙҙың йөрәгенә төштө, быуынын алды был. Шуға ҡарамаҫтан, республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙамға тупланды: йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, медицина тауарҙары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары тейәп, әллә күпме гуманитар йөк ебәрҙе һәм был эш әле лә дауам итә. Махсус операцияға киткәндәр араһында балалыҡ йәшенән сығып бөтмәгәндәре лә, күп балалы ғаилә терәге булған атайҙар ҙа бар. "Халҡыбыҙ илдә килеп тыуған хәлде аңлап ҡабул итте, - тине үҙенең Яңы йыл мөрәжәғәтендә Президент Владимир Путин. - Рәсәй тарихының бөтөн ҡатмарлы осорҙарындағы кеүек үк, күп милләтле халҡыбыҙ был юлы ла Ватаныбыҙ һаҡсыларын һүҙе менән дә, эше менән дә яҡлап-ҡурсылап, ҡаһарманлыҡ һәм сабырлыҡ күрһәтә", - тине ул.
Ошо тәңгәлдә, ҙур аҡсалар менән эш итеүсе, миллионлап эш хаҡы алыусы бизнес әһелдәре, юғары чиновниктар, депутаттар нисек ҡатнаша һуң махсус операцияға, һалдаттарыбыҙға ярҙам итеү буйынса бөтөн халыҡ эшендә, тигән һорау ҙа тыуа ул. Дөрөҫ, улар ҙа ситтә тороп ҡалмағандыр, халыҡ һәм армия бәйләнешенә үҙ өлөштәрен индерәлер, ләкин был хаҡта беҙгә ҡараңғы, ҡыҙғанысҡа. Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, илебеҙ халҡы күптән инде "кредит энәһендә" ултыра. Үткән йыл урталарындағы мәғлүмәттәргә генә ҡарағанда ла, Рәсәй граждандарының банктарға бурысы... 25 триллиондан ашып киткән. Үҙәк матбуғат яҙыуынса, һәр икенсе рәсәйле елкәһендә берәр генә булһа ла кредит түләүе бар, һәм уларҙың күпселеге ауырлыҡ менән түләнә. Кредиттарҙың яртыһы самаһы ҡулланыу проблемалары - көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү ихтыяждарынан сығып алынған, бәғзеләре иһә бурысын түләр өсөн икенсе, өсөнсө ҡатлы бурысҡа батҡан. Былтыр июлдәге мәғлүмәттән күренеүенсә, ипотека буйынса кредит бурысы булған граждандар бөтөн төр кредит алыусы бурыслыларҙың 50 процентын тәшкил иткән. Өҫтәүенә, кредитҡа йәшәүҙе норма тип иҫәпләүсе быуын үҫеп етте, һәм улар, шуға өмөтләнеп, үҙҙәренең шәхси ихтыяждарын сикләргә ашыҡмай. Ә тормош ҡиммәтләнә бара...
Ошондай шарттарҙа үҙенең популистик тәҡдимдәре менән билдәле Дәүләт Думаһы депутаты, "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" фирҡәһе башлығы Сергей Миронов Махсус хәрби операцияны финанслау өсөн махсус тәғәйенле облигация сығарып, халыҡтан аҡса йыйырға тәҡдим менән сығыш яһаны. Финанс министры Силуановҡа яҙған хатында ул 1942-1945 йылдарҙа сығарылган хәрби займдарҙы иҫенә төшөрөп, быны "уңышлы тәжрибә" тип атай. Ә иҡтисад фәндәре докторы Сергей Пахомов яҙыуынса, ул саҡта был ирекле заем тип әйтелһә лә, асылда, мәжбүри сара була һәм 1947 йылда аҡса реформаһы үткәрелеп, хәрби займдар 1:3 нисбәтендә конвертациялана һәм, һәр ваҡыттағыса, халыҡ аҡсаһыҙ һемәйеп ҡала. Эксперттар фекеренсә, халыҡтың бөгөнгө йәшәү кимәле шарттарында финанс башлыҡтары депутат Сергей Миронов тәҡдим иткән бәхәсле аҙымға бармаҫ, моғайын, сөнки беҙ бит хәҙер ХХ быуат уртаһында йәшәмәйбеҙ. Әлбиттә, халыҡ бер ваҡытта ла үҙ иле хаҡына һуңғы тинен генә түгел, йәнен дә йәлләмәҫ, тик бына башҡарма власть әһелдәре, хөкүмәт ағзалары, депутаттар ҙа ошо йәһәттән өлгө күрһәтһен ине.

Әйткәндәй, был һанды әҙерләгәндә шул билдәле булды: РФ Дәүләт Думаһы бөтөн кимәлдәге депутаттарҙың килем күләме, күсемһеҙ милке хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе хәҙер әҙәм күҙенән йәшереү маҡсатында декларацияны элеккесә матбуғатта һәм башҡа мәғлүмәт сараларында баҫып сығарыуҙы 1 марттан тыя торған закон ҡабул итте. Бына һиңә - мә!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.23 | Ҡаралған: 158

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru