«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨНЛӘШЕҮ - УЛ СӘЛӘМӘТ КҮРЕНЕШ, ЙӘКИ ТӘБИҒИ ТОЙҒОЛАР ТУРАҺЫНДА БЕР НИСӘ ҺҮҘ
+  - 


Беҙ, ғәҙәттә, көнләшеү, асыу, ҡайғырыу, ҡурҡыу кеүек психологик күренештәрҙе насар тойғолар иҫәбенә индерәбеҙ. Һәм ул тойғоларҙы төрлө юлдар менән булдырмаҫҡа тырышып, бала саҡтан уҡ уларға ҡаршы көрәшә башлайбыҙ.

Ә бит уларҙың бөтәһе лә тәбиғәт тарафынан кешеләргә тыумыштан уҡ бирелгән тәбиғи тойғолар. Йоғошло ауырыу һымаҡ, кемдәндер күсмәгән. Иң мөһиме: тәбиғәт кешеләргә бер ваҡытта ла яуызлыҡ уйламай, киреһенсә, йәшәһендәр, тип, бөтә шарттарҙы булдырырға тырыша. Шуға, үрҙә һанап киткән хис-тойғоларҙы ла беҙгә кәрәк булһын тип биргән ул. Уларҙың һәр береһе бала саҡтан кешелә ниндәйҙер һәләтте йәки сифатты барлыҡҡа килтерә. Тик ул тойғолар үҙенең тәбиғилеген юғалтырға тейеш түгел. Әйтәйек, көнләшеү йәки асыу тойғоһо барлыҡҡа килде икән, улар күңелдә ояларға түгел, ә күңелдән сығып китергә тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тәрбиә уларҙы тыйыуҙы маҡсат итеп ҡуя һәм төрлө юлдар менән баҫырға тырыша. Әгәр ул тойғолар тыйыла йәки баҫыла икән, улар тәбиғилеген юғалта һәм кешегә кире йоғонто яһай башлай. Ни өсөн тигәндә, һәр тойғоноң психик энергияһы була. Утһыҙ һыу ҡайнамаған һымаҡ, энергияһыҙ эмоция барлыҡҡа килә алмай. Шуға, баҫылған тойғоноң энергияһы ла сығып китмәй, кире күңеленә - йөрәгенә инеп ята. Баяғы тойғоларҙың негатив булыуын иҫәпкә алһаҡ, энергиялары ла бысраҡ булып иҫәпләнә. Һәм улар кешелә йыйыла башлай. Ә был бик ҡурҡыныс күренеш. Ул, беренсенән, кешенең үҙен ашай, унда ниндәйҙер ауырыу барлыҡҡа килтерә. Икенсенән, ҡасан да булһа ул барыбер ташып, тышҡа сыға. Ул ваҡытта инде был тойғо тәбиғилеген юғалтып, ниндәйҙер "монстр"ға әйләнәсәк. Ә быныһы йәмғиәт өсөн бигерәк тә зыянлы. Әйткәндәремде яҡшыраҡ аңлатыу өсөн һәр бер тойғоға айырым туҡталып китәм...

Көнләшеү һәм көнсөллөк

Көнләшеү - ул тәбиғи тойғо, ул балаға шәхес булып формалашырға ла ярҙам итә. Мәҫәлән, бала ағаһы йәки апаһының уҡый-яҙа белгәненә көнләшә һәм уның да шул һәләттәргә эйә булғыһы килә башлай. Күрше малайҙар һымаҡ, футбол тибергә, конькиҙә шыуырға өйрәнә, хатта уларҙан да яҡшыраҡ булырға хыяллана. Ул баланы сәмләндерә, алға этәрә, үрҙәргә әйҙәй. Ғөмүмән, көнләшеү - ул сәләмәт тойғо. Балаға көнләшергә ирек бирелә икән, киләсәктә ул был тойғонан тиҙ генә ҡотолорға ла өйрәнәсәк. Хатта көнләшеүе һоҡланыу тойғоһона әүерелеүе лә мөмкин. Әгәр тәбиғи торошо һаҡланһа... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә көнләшеү иң насар тойғолар рәтенә индерелгән. Уға ҡаршы ҡаты көрәш бара һәм уны төрлө юлдар менән тыялар. "Башҡаларға ҡарап көнләшеү яҡшы түгел - булғанына риза булып йәшәп өйрән", - тип тәрбиә бирәбеҙ балаларға. Шундай йөкмәткеле йырҙар, шиғырҙар ижад ителә. Хатта мәктәптәрҙә берҙәм кейем формаһы индерелеүенең дә бер сәбәбе - балалар бер-береһенән көнләшеп өйрәнмәһендәр, имеш...
Шундай мораль аҫтында тәрбиәләнгән балалар көнләшеү тойғоларын баҫып өйрәнәләр һәм ул ғәҙәткә әйләнеп китә. Ҙурайғас та ул күренеш дауам итәсәк. Бына шулай, көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа килһә лә, ул сығып китмәй, ә баҫылып, күңел төптәрендә йыйыла һәм үҙгәреш кисерә - көнсөллөк барлыҡҡа килә (халыҡ телендә уны "ҡара көнләшеү" тип тә атайҙар). Ә көнсөллөк - ысынлап та, иң насар тойғоларҙың береһе. Ундай тойғоло кешеләр уңышҡа өлгәшкәндәргә, алда барғандарға ҡарап үҫергә ынтылмайҙар. Ә, киреһенсә, уларға нисек тә булһа аяҡ салырға тырыша башлайҙар. Шунан башлана инде ғаиләләрҙә, коллективтарҙа һәм башҡа урындарҙа ыҙғыш-талаштар...

Ҡайғырыу һәм депрессия

Ҡайғырыу... Тормошта шундай ваҡиғалар була: ниндәйҙер ҡәҙерле әйбереңде йәки яҡын кешебеҙҙе юғалтабыҙ. Был тәбиғи күренеш. Донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгел, теләмәһәк тә, улар менән ҡайһы берҙә хушлашырға һәм ҡайғырырға тура киләсәк. Шуға, ҡайғырыу ҙа - тәбиғи тойғо ул. Һәм кешеләр уны бала саҡтан уҡ тойоп һәм үткәреп өйрәнергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ул тойғоно яратмайбыҙ. Балаларға ла: "Илама, оят була! Ҙур үҫкәнһең бит инде! Бәпестәр генә илай ул!" - тип аҡыл бирәбеҙ. Бына шулай, балалар үҙҙәренең ҡайғырыуҙарына ҡаршы көрәш башлайҙар һәм, әлбиттә, уны баҫырға өйрәнәләр. Бигерәк тә малайҙар ныҡ тырыша, сөнки, ысын егет иларға тейеш түгел, тигән моралде баштарына һеңдерәбеҙ бит. Шулай итеп, ҡайғырыу тойғоһо боҙола - ул депрессияға әүерелә. Ни өсөн тигәндә, ҡайғырмаҫҡа өйрәтһәк тә, тормоштағы юғалтыуҙарҙы бөтөрә алмайбыҙ шул. Ҡайғырыуҙы кисереп өйрәнмәгәндәргә ҡасан да булһа шул юғалтыуҙар менән осрашырға тура киләсәк. Һәм, әлбиттә, шул ваҡиғаларға ярашлы ауыр тойғолар ҙа тыуыуы ихтимал. Улар бит илап өйрәнмәнеләр... Һәм уларҙа депрессия башланасаҡ. Ә уның эҙемтәләре бик ҡурҡыныс булырға мөмкин: эскелек, наркомания, суицид...

Асыу һәм яуызлыҡ

Асыу - шулай уҡ сәләмәт тойғо. Әгәр тәбиғилеген юғалтмаһа, ул баланы "юҡ", "мин риза түгел" тип әйтергә өйрәтә. Ул тойғо ярҙамында тормоштағы ғәҙел булмаған күренештәргә ҡаршы торорға тәжрибә туплай. Асыуланған ваҡытта кеше менән дөрөҫ һөйләшергә, шулай уҡ асыуҙы ҡабул итергә һәм үткәреп ебәрергә өйрәнә. Йәғни ваҡыт үтеү менән ул тойғо нисек килеп инә, шулай уҡ тиҙ генә сығып китәсәк. Әгәр инде, асыуыңды тыйып өйрән, кешегә күрһәтмә, тип тәрбиә бирәбеҙ икән - бала асыу тойғоһон баҫырға ғәҙәтләнеп китә. Уны сығарырға өйрәнмәй, ул кешелә йыйыла башлай һәм бер көн килеп шартлаясаҡ. Бына шул ваҡытта асыу тәбиғилеген юғалта - ул яуызлыҡ һәм үс алыу тойғоһона әйләнә. Ә был тойғоларҙың кешелек йәмғиәтенә ниндәй зыян килтереүен һанап тороу кәрәкмәйҙер. Әгәр инде бөтә халыҡтың асыуы баҫтырылһа, уның һөҙөмтәһе атом бомбаһынан да ҡурҡынысыраҡтыр...

Ҡурҡыу һәм шомланыу

Ҡурҡыу тойғоһо тураһында... Ул балала һаҡлыҡ сифатын тәрбиәләй. Йәғни ҡурҡҡан кеше һаҡ булырға өйрәнә. Ә һаҡлыҡтың төп маҡсаты - физик һәм психик һаулыҡты һаҡлау. Шулай уҡ ҡурҡыу ашыҡмаҫҡа, уйлап эшләргә өйрәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ: "Ҡурҡыу - насар нәмә, ул ҡурҡаҡтарҙың ғына эше. Һин батыр булырға тейешһең", - тип тәрбиә бирәбеҙ. Ә бит ҡурҡып һәм уны үткәреп өйрәнергә кәрәк. Шуға ҡурҡыуҙы баҫып, уны кисереп өйрәнмәгән балалар, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, ул тойғо менән нимә эшләргә белмәйҙәр. Сөнки ул килә лә килә, килә лә килә... Бигерәк тә бөгөнгө мәғлүмәтле тормошта. Һәм ҡурҡыу оҙаҡҡа һуҙылған шомланыу тойғоһона әүерелә башлай. Ә ул, үҙ сиратында, кеше тормошонда бик күп проблемалар тыуҙырасаҡ...

Йомғаҡлау

Һөйләгәндәремде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: көнләшеү, асыу, ҡайғырыу, ҡурҡыу - былар бөтәһе лә балала психологик иммунитетты булдырыу өсөн тәбиғәт тарафынан бирелгән бүләк. Улар ул тойғоларҙың бөтәһен дә кисереп, үҙҙәре аша үткәреп өйрәнергә тейештәр. Шул ваҡытта ғына ниндәйҙер ауырлыҡтарға ҡаршы торорлоҡ психологик сифаттар, йәғни иммунитет барлыҡҡа килер. Һәм үҙаллы тормошта аҙым һайын осраған проблемаларҙың күбеһен үҙҙәренә һәм башҡаларға зыян килтермәй генә хәл итерҙәр. Шуға беҙҙең тәрбиә - ул тойғоларҙы тыйыу булмаһын, ә, киреһенсә, улар менән дуҫ булырға тейешбеҙ.

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.23 | Ҡаралған: 343

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru