«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫН ҺӘР БАЛА ӨЙРӘНҺЕН!
+  - 

Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәптәрҙә тыуған төбәк тарихын уҡытыуҙың берҙәм ысулдарын әҙерләргә ҡушҡайны.

"Үкенескә, һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә тыуған яҡты өйрәнеү предметы программанан төшөрөп ҡалдырылды һәм бының менән белем-тәрбиә биреү эшенең мөһим бер өлөшөнә ғәфү иткеһеҙ битарафлыҡ күрһәтелде. Ә бит Рәсәй үҙенең төбәктәре менән көслө, тибеҙ. Һәм, ысынлап та, Рәсәй илендә элек-электән 200-ҙән ашыу милләт вәкилдәре һыйышып, тыныс йәшәй. Уларҙың һәр береһенә үҙ йола-традициялары, тел һәм рухи-мәҙәни -тарихи хазиналар күп төрлөлөгө хас һәм былар бөтәһе лә ватаныбыҙҙың уртаҡ ҡиммәттәре иҫәпләнә. Шулай булас, һәр милләт халҡы туған телен, тарихын өйрәнергә, рухи-мәҙәни хазиналарын һаҡларға бурыслы. Ә былар бит мәктәптәрҙә өйрәнелергә тейеш. Шуға күрә лә ил Президенты Владимир Путиндың мәктәптәрҙә тыуған яҡ тарихын уҡытыуға берҙәм ҡараш булдырыу мәсьәләһен әҙерләргә ҡушыуы - бөгөнгө талап", - тип сығыш яһаны беҙҙең гәзит биттәрендә лә тарих фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының ағза-мөхбире, Башҡортостан тарихы буйынса ике бүлектән торған дәреслектәр (2004, 2006 йылдар) авторы Айбулат Аҡманов.
Әйткәндәй, республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Башҡортостан тарихы"н уҡытыу буйынса концепция һәм яҡынса дөйөм белем биреү программаһын әҙерләүгә конкурс иғлан ителгән. Унда айырым авторҙар ҙа, 2-5 кешенән торған авторҙар коллективы ла ҡатнашырға мөмкин. Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 20 февралгә тиклем ҡабул ителә. Документтарҙы registoriyarb@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк (Өфө, Минһажев урамы, 120, 213-сө бүлмә). Конкурс ике этапта уҙғарыла. Беренсе этап ағымдағы йылдың 17 мартына тиклем дауам итә (Башҡортостан тарихын уҡытыу концепцияһы проекттарын һайлап алыуҙы үҙ эсенә ала). Икенсе этап 2023 йылдың 10 апреленә тиклем бара. Ул Башҡортостан тарихын уҡытыуҙың яҡынса белем биреү программаһын әҙерләүҙе күҙ уңында тота.
Шулай итеп, белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында башланғыс кластарҙан алып тарихҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй башларға кәрәк. Тыуған яҡ тарихын уҡытыуҙы тергеҙеү, шулай итеп, мөһим, төп фәндәрҙең береһенә әйләнергә тейеш. Икенсенән, тарих дәреслектәренә талаптар ҙа ҡәтғи ҡуйыла. "Башҡортостан тарихы" уҡыу ҡулланмаларын да, һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәрҙе лә өҫтәп, тулыландырып, яңынан баҫтырып сығарырға кәрәк.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.02.23 | Ҡаралған: 209

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru