«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨРКИӘ ФАЖИҒӘҺЕ
+  - 

6 февралдә Төркиәнең көньяҡ-көнсығышындағы көслө ер тетрәү бөтә Ер шарын дер һелкеткәндәй булды. Бындай 7,7 балл ҡеүәтле һәләкәт унда 1939 йылдан алып иң көслөһө булып сыҡты, уның һөҙөмтәһендә 8 февралгә 5 434 кеше һәләк булған, был һан сәғәтләп арта бара. Рәсәйҙең Новости агентлығы мәғлүмәттәре һәләк булыусылар һанын 7 меңдән ашты, тип хәбәр итә. 40 меңдән ашыу кеше һәр төрлө йәрәхәттәр алған.

Емереклектәр аҫтында ҡалғандарҙы сығарыу һәм эҙләүҙәр дауам итә әле. Төркиәнең көньяғындағы Хатай төбәгендә иҫән ҡалған кешеләр һөйләүенсә, емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләрҙең ярҙам һорап ялбарған тауыштары ишетелә, ләкин ҡотҡарыусылар бында килеп етә һәм өлгөрә алмай. 8 февралдә Төркиәнең үҙәк өлөшөндә 2,5 - тән алып 4,6 балға тиклем ҡабатлап тетрәүҙәр теркәлгән, бындай хәүеф илдең башҡа төбәктәрендә лә күҙәтелеүе мөмкин, ти сейсмологтар. Төркиә президенты Эрдоган әйтеүенсә, был ер тетрәүҙән теге йәки был дәрәжәлә зыян күргән кешеләр һаны 13 миллионға барып баҫа. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Был стихия шаңдауы күрше Сирияға ла ныҡ ҡына зыян килтергән, унда һуңғы мәғлүмәттәр буйынса 1,5 мең кеше һәләк булған һәм 3,5 мең кеше яраланған. Ер һелкенеүҙәре Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта, хатта Грузия, Әзербайжан менән Дағстанда ла һиҙелгән.
"Ниңә был хәлде алдан иҫкәртеп булмаған?" тигән һорау тыуа. Емереклектәрҙән ҡасып булмағанда ла, һис юғында, кешеләрҙе хәүефһеҙ төбәктәргә күсереү сараһы күрелер ине бит! "Известия" сайты хәбәр итеүенсә, ошо йылдың ғинуарында Рәсәй Фәндәр академияһының Ер тетрәүҙәрҙе күҙаллау теорияһы һәм математик геофизика институты ғалимдары әлеге һәләкәттең тап үҙәген аныҡ күрһәтеп, алдан әйткән булған һәм хатта магнитуданың 8 балға етәсәген дә күҙаллаған, ләкин быны ишетеүсе булмаған, сөнки бөгөнгө шарттарҙа илдәр властары менән фән белгестәре араһында бәйләнештең етешмәүе ҡамасаулай, тип иҫәпләй эксперттар.
Эйе, бөгөнгө сәйәси-иҡтисади шарттарҙа илдәр араһында бәйләнештәрҙең өҙөлөүе йүнлегә килтермәй, әлбиттә, ул ана ниндәй бәләләрҙе киҫәтеүгә ҡамасаулай! Ғалимдар аңлатыуынса, был һәләкәт Төркиә менән Греция биләмәләре буйлап үтеүсе Төньяҡ-Анатолий ярығы арҡаһында килеп сыҡҡан. Бындай төбәктәр сейсмологик йәһәттән бик хәүефле иҫәпләнә һәм бындай урында 30 йыл һайын ниндәйҙер кимәлдә тетрәнеүҙәр ҡабатланып тора. Нисек кенә булмаһын, был тетрәү уның эҙемтәләре хаҡында ла, сәбәптәре хаҡында ла бик күп имеш-мимеш һәм фараздар килтереп тыуҙырҙы. Ҡайһы берәүҙәр тарафынан, бигерәк тә Төркиәнең социаль селтәрҙәрендә, быны АҠШ-тың "йәшертен тектоник (сейсмологик) ҡоралы" һөҙөмтәһе тигән бәхәстәр ҡуйыртылды, сөнки, тип иҫәпләй улар, Америка һәр ваҡыт артыҡ үҙаллы сәйәсәт алып барыусы Төркиә президентының "тәртибе" менән ҡәнәғәтһеҙлек белдерә килде һәм шуның өсөн уны "аҡылға ултыртып" алырға теләгәндер, йәнәһе...
Ер тетрәү сәбәбен әҙ ҡеүәтле ядро бомбаһы шартлатыуҙан булыуы ихтимал, тип фаразлауҙар ҙа бар. Ни тиһәң дә, был стихия мәлендә ошо төбәктәге мөһим инфраструктура (порттар, нефть терминалдары) зыян күргән. Һәр хәлдә, быйыл май айында буласаҡ президент һайлауҙары алдынан һәләкәт арҡаһында Төркиәнең һәм айырыуса уның президенты Эрдогандың ошондай хәле Америка өсөн ҡулай, тигән белдереүҙәр ҙә бар. Ул тиклемен кем белһен, әммә сәйәсәт - бысраҡ эш, тигәнде һәр кем белә. Ахыр сиктә, уның фажиғәле эҙемтәләре барыбер халыҡ елкәһенә төшә икәнен дә белеп торалар.
Шуныһы бер аҙ күңелде йыуата: Төркиә өсөн ошо ауыр көндәрҙә сәйәсәт ығы-зығыһынан бер аҙ арынып, күп илдәр уға ярҙам ҡулы һуҙа, ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәте бригадалары, инженерҙар, янғын һүндереүселәр, төҙөүселәр отрядтары ебәрә. Һәм, әлбиттә, Рәсәй иң тәүгеләрҙән булып Төркиә менән Сирияға ҡотҡарыусылар төркөмөнөң өсөнсө эшелонын ебәрҙе, бынан тыш, байтаҡ гуманитар ярҙам оҙатылды. Ярҙам тәҡдим итеүселәр күп: Евросоюз илдәре менән бер рәттә АҠШ та бар. Бәлә берләштерә, тигәндәй, бындай берләшеү өсөн мотлаҡ фажиғә кәрәк булдымы икән? Әҙәм балалары ғүмерҙәренең, шулай уҡ илдәр һәм ҡитғаларҙың мәңгелек түгеллеге, ерҙәге кешелек цивилизацияһының теләһә ҡайһы минутта юҡҡа сығыу ихтималлығы хаҡында уйланырға мәжбүр итмәҫме был илдәр хакимдарын? Юғиһә бит, яңылыҡтар таҫмаһынан береһенән-береһе хәүефлерәк хәбәрҙәр килеүен дауам итә.
Әйткәндәй, Төркиәләге ер тетрәү айҡанлы журналистар биргән һорауға Өфө ғалимы, геология-минералогия фәндәре кандидаты Владимир Барышников Башҡортостанда яҡындағы осорҙа бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки республика тыныс төбәктә урынлашҡан, тип белдерә. Әлбиттә, һиҙелер-һиҙелмәҫ тетрәүҙәр булып алған хәлдә лә, ул хәүеф менән янамай һәм тиҙ тыныслана. Ә бына Өфө ҡалаһы өсөн 3-4 балл кимәлендәге тетрәнеүҙәр ҙә йорттарҙың һәм биналарҙың емерелеүенә килтереүе ихтимал, сөнки ҡала эсендә һаман булһа тығыҙ торлаҡ төҙөлөшө туҡталмай, һәм улар күп ҡатлы итеп төҙөлә. Ә бит баш ҡала тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән бушлыҡ өҫтөндә ултыра. Был хаҡта күп тапҡырҙар яҙылып та сыҡты, ләкин мөмкин тиклем бейек йорттар төҙөп, күберәк килем алырға теләүсе ҡомһоҙ төҙөлөш хужалары был хаҡта ишетергә теләмәй...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.02.23 | Ҡаралған: 198

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru