«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛДӘРГӘ ҠОТ ҺӘМ БӘРӘКӘТ ҠУНДЫРҘЫЛАР
+  - 


Ошо көндәрҙә Асҡын районы үҙәгендә уҙғарылған "Ҡот һәм бәрәкәт - милли кейем һәм биҙәүестәрҙә" район-ара семинары халҡыбыҙҙың "Кейемен күр ҙә хәлен бел", тигән тапҡыр һүҙҙәрен раҫ ҡылды: был төбәктең ҡатын-ҡыҙҙары зауыҡлы, иманлы, ғәмле, тамырҙарына тоғро һәм хәлле кешеләрҙең вариҫтары икән. Район башҡорттары ҡоролтайы, Ҡашҡа ауылы әүҙемселәре һәм "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ойошторған күркәм сара быны асыҡ сағылдырҙы.
Асҡын ауылы Мәҙәниәт йортоноң аяҙ көндөң сағыу ҡояшынан балҡып торған иркен фойеһы башҡорт милли кейемендәге ҡатын-ҡыҙҙар тауышынан гөр килеп тора: улар күргәҙмәгә алып килгән кейем өлгөләрен, ҡул эштәрен теҙә. Уларға ҡарап, ҡояш нурҙарынан да, иҫ киткес матур әйберҙәрҙән дә күҙҙәр сағыла. Сараның башланыуын белдереп, барыһы ла күргәҙмәнең бер осона йыйыла һәм Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәйрүзә Юнысова тантаналы рәүештә оҫтабикәләр менән таныштыра. Тәүгеләрҙән булып Иҫке Ҡаҙансы ауылы ағинәйҙәре һүҙ ала һәм үҙҙәрендә борондан һаҡланған кейем өлгөләрен, әлеге көндә үҙҙәре тегеп кейгәнен күҙҙән үткәрергә саҡыра. "Был күлдәк һәм кәзәки минең ҡартинәйемдәрҙән ҡалған. Бишенсе быуын булып һаҡлайым, тимәк, тегелгәненә 250 йыл тирәһе, - ти Мәмдүнә Зарипова. - Ҡыҙыл төҫтәге күлдәктең балитәктәре миҙгелдәрҙе, улар араһындағы бөрөп тегелгән һыҙаттары - айҙарҙы, ә бына еңдәрендәге һәм түшендәге бөрмәләр менән бергә иҫәпләгәндә тәүлектә 24 сәғәт барлығын белдерә. Бына шундай тәрән мәғәнә һалып теккән күлдәктәрен беҙҙең ҡыр-танып ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары. Күлдәк менән бергә сейә ҡыҙыл төҫтәге кәзәки һаҡлана, уның ситтәре алтын уҡалы. Тимәк, минең ата-бабаларым эшсән, бай йәшәгән башҡорттар булған, шуны белеп ҡыуанам һәм балаларыбыҙға ла һөйләйем..."
Күргәҙмә менән артабан танышыуҙы дауам итеп, Солтанбәк ауылы ағинәйҙәре сығышын тыңлайбыҙ: "Беҙҙең ауылда ла боронғо күлдәктәр һаҡланып ҡалған. Бына был 1910-1920 йылдарҙа тегелгән сейә ҡыҙыл төҫтәге күлдәк һәм сағыу ҡыҙыл алъяпҡыс күрше ауылдан килен булып төшкән Суфия Ғәббәсованыҡы, уны әле килене Гөлшат һаҡлай. Был күлдәктең балитәктәренә һирәкләтеп-һирәкләтеп тәңкәләр ҙә баҫылған булған, тик һуңыраҡ балалар өҙөп алып бөткән. Балыҡсы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары күлдәктәренең төп үҙенсәлеге шунда: иҙеүҙәре түштә, итәге арттан оҙонораҡ һәм балитәге лә алъяпҡыс ҡапламаған ерҙән генә һалынған. Күргәҙмәгә шулай уҡ Самия Ғиләжеваның 1930-1940 йылдарҙа тегелгән, Хәмдиә Хәлиуллинаның 1950 йылдарҙағы, Нәфисә Лотфуллинаның 1970 йылдарҙағы, Тәғзимә Йүһүдәк ҡыҙының 1970-1980 йылдарҙағы күлдәк һәм камзулдарын алып килдек. Беҙҙең яҡта күлдәкте алъяпҡысһыҙ кеймәгәндәр һәм уларҙы байрамға, эшкә айырым теккәндәр. Ҡара төҫтәге шыма сигеүле алъяпҡыстарыбыҙ ҙа булған. Бөгөн беҙ, ағинәйҙәр, Суфия Ғәббәсованың кейеменә ҡарап, үҙебеҙгә матур милли кейемдәрҙе тегеп кейҙек", - тип һөйләй ете бала әсәһе, ауылдың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Суфиянова.
Күргәҙмәлә Урмияҙ, Кубияз, Ҡарткиҫәк ауылдары ағинәйҙәренең дә ихлас әҙерләп алып килгән әйберҙәре урын алған. Улар ауылдарындағы һандыҡтарҙан яҡындарының төҫө итеп һаҡланған кейемдәрҙе сығарып, ошондағы өлгөләр буйынса үҙҙәренә милли кейемдәрҙең әллә нисә төрөн тегеп кейгән. Ә иң мөһиме, барыһы ла кейемгә ҡарап ауылдарының тарихын, күршеләренең яҙмышын да, үҙҙәренең тамырҙарын да хәтерҙә тота. "Беҙҙең ауылдаштарҙа һаҡланған иң боронғо күлдәктәрҙең береһе 1911 йылда тыуған Ҡәтифә Тажетдинова исемле әбейҙең әсәһе Мөғәллимәнеке. Ҡәтифә әбей хәҙер Ҡариҙел районына ҡараған Тайкаш ауылында тыуып, беҙҙең яҡҡа килен булып төшкән. Алһыу төҫтәге күлдәк тураһында ул: "Әсәйемдең төҫө итеп һаҡлайым, был француз күлдәге", - тип һөйләр булған. Бик сифатлы тауарҙан тегелгәнлеге күренеп тора, бәлки, Франциянан алып ҡайтылған булғандыр. Күлдәктең иң осонда бер ҡат балитәге лә булған, балалары ҡырҡҡыслап ҡуйған уныһын. Йәшел кәзәкиһе лә һаҡланған. Ә бына был итәктәренә ҡыя шаҡмаҡ һәм түңәрәк формаһында тауарҙан биҙәктәр һалынып, бөрөлгән урындары төймәләр менән биҙәлеп тегелгән ике күлдәк Миңзада Хәйруллина һәм Фәйхүнә Ҡиямоваларҙыҡы. Алдан япҡыс бәйләп йөрөгәнгә күрә, итәктәре тик арттан ғына биҙәлгән. Бына шундай үҙенсәлекле өлгөләр һаҡлана беҙҙә", - тип һөйләй Ҡарткиҫәк ағинәйе Фәнирә Нәбиуллина.
Ә бына "Айыҡ ауыл - 2022" конкурсының район кимәлендә беренсе урын алып, әле республикала көс һынашырға торған Ҡашҡа ауылының әүҙемдәре үҙҙәренең зауыҡлы ҡул эштәрен алып килгән. Оҫтабикәләр ниҙәр генә эшләмәй: бәйләм бәйләй, сигеүҙең дә төрлө алымдарын ҡулланалар, ҡорама, биҙәүестәр ҙә эшләйҙәр. Унда Фәрзәнә Ильясова, Зәриә Усманова, Эльза Ибраһимова, Мауза Латипова, Тәнзилә Вәлиева, Әнүзә Ғирфанова, Зилә Әфризунова һәм башҡа уңғандарҙың ҡул эштәре күрһәтелде.
Бына шундай бай күргәҙмәне байҡап сыҡҡандан һуң, барыһы ла мәҙәниәт йортоноң тамаша залына үтеп, сараның рәсми өлөшөнә - фекер алышыу һәм белгестәрҙең кәңәш-төңәшен тыңлауға көйләнде. Асҡын районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәеваның "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып, бик матур һөҙөмтәләргә өлгәшкән яҡташтары тураһындағы ҡыҫҡа ғына докладын тыңлағандан һуң, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов һүҙ алды. Ҡашҡала 700-гә яҡын кеше йәшәй, был ҙур ауылдың мәктәбендә йөҙҙән ашыу бала уҡый, клубтарын яңыртыуҙан һуң асырға йыйыналар, ә милли кейемгә арналған семинар улар үткәргән төрлө сараларҙың береһе генә. Сөнки халыҡ үҙенең үткәндәренә киләсәген ялғап, айыҡ, аңлы, сәләмәт тормошта йәшәүҙе өҫтөн күрә. Өфө ҡалаһынан килгән "Тамға" студияһы етәксеһе, энограф һәм дизайнер Зөлфиә Краснова, гәзитебеҙҙең баш мөхәррире, "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, Туймазы районы биләмә-ара клуб системаһы директоры Гөлнар Сабирова һәм уның коллегалары, Асҡын районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Йәриә Ялалтдинова ҡашҡаларҙың һәм төбәк ағинәйҙәренең эшен хуплау һәм маҡтауҙан башҡа һүҙ тапманы. "Мин һеҙгә милли костюмдарҙы тергеҙеү буйынса тәҡдимдәр менән доклад әҙерләп килгәйнем, әммә күргәҙмәне ҡарап сыҡҡас, хайран ҡалдым: һеҙ районығыҙға ғына хас боронғо милли кейемдәрҙе күптән тергеҙеп, уға яңы һулыш өрөп, бөгөн ғорурланып кейеп йөрөйһөгөҙ икән! Күргәҙмәлә лә боронғо ҡомартҡылар - быуындан-быуынға тапшырыла килгән милли кейемдәр күрһәттегеҙ. Уларҙың тарихын, шәжәрәһен дә өйрәнгәнһегеҙ. Һеҙ - афариндар! Был кейемдәрҙең һәр береһе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ, һоҡланғыс һәм улар ерле халыҡтың матди-мәҙәни мираҫы, донъяға үҙенсәлекле ҡарашының сағылышы. Көндәлек кейемдәрегеҙҙә лә ошо семтеп һәм ҡайып тегелгән буйҙарҙы ҡулланығыҙ. Был үҙенсәлектәр Рәсәй һәм донъя дизайнерҙарының иғтибарына лайыҡ", - тине Зөлфиә Краснова.
Артабан ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемдәрен ентекле өйрәнеүсе этнодизайнер булараҡ, үҙенең эҙләнеүҙәре, музейҙарҙағы үрнәктәр тураһында телмәр тотто һәм Асҡын ағинәйҙәренә кәңәштәрен еткерҙе. Зөлфиә Рәшит ҡыҙы һәр кейемдең шәжәрәһенә - уны кемдәр, ҡасан, ҡайҙа кейгән, тегелеш һәм биҙәк үҙенсәлектәренең аңлатмаларын белеүҙе мөһим тип иҫәпләй, шулай уҡ боронғо кейемдәрҙә сифатлы фотосессия ойоштороу һәм төбәк-ара, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу зарурлығын да телгә алды.
Башҡорт халҡының рухи һәм матди ҡомартҡыларын киләсәк быуындарға еткереү өсөн хәҙерге заманда был эштәр ысынлап та бик кәрәкле шул. Асҡын ауылынан барыһы ла күңелдәренә ҡот һәм бәрәкәт ҡундырып ҡайтҡандыр, моғайын. Ә беҙ был төбәктең ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарата ихтирам, һоҡланыу ҙа тойҙоҡ: ҡайҙа әле шулай энәһенә-ебенә тиклем төпсөнөп, үҙ кейемдәрен өйрәнеп, тамырҙарын барлап торалар? Боронғоса берсә ябай, берсә зауыҡлы итеп кейенгән был гүзәл заттар шундай һығымталар ҙа яһатты: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, ни тиклем генә бай булмаһын, арзан ялтырауыҡтар, кәрәкмәгән биҙәктәр, хатта алъяпҡыс нағышына болонда булмаған сәйер төҫлө сәскәне лә сикмәгән - "сама" тигәнде тоя белгән. Асҡын ағинәйҙәре лә әсәй-өләсәйҙәренән килгән шул матур сифаттарын тергеҙеп, ғәҙәттәренә индерергә ашҡынып тороуы, ихласлығы менән күңелдәрҙе арбаны. Киләсәктә улар йөрәктәрендәге ошо дәрт менән үҙ төбәктәрендәге башҡорт ир-егеттәре кейемен дә тергеҙеүгә тотонһон ине, тигән уй-теләк тыуҙы. Ә был уйҙы тормошҡа ашырыуҙа әле Туймазыла йәшәп, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәрен тергеҙеүсе этнодизайнер Зөлфиә Краснова мотлаҡ ярҙам итәсәк. Ул үҙе лә шуға ышандырҙы.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.02.23 | Ҡаралған: 240

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru