«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Бында ата-бабалар һәм ут культына бағышланған яңынан терелеүсе тәбиғәт байрамы - Науруз (Наурыз) кеүек иң ныҡ хөрмәт ителгән бөтөн халыҡ байрамдары уҙғарылған. Зороастризм дине үҙенсәлектәренең береһе сифатында һәр бер тәбиғи күренеште ҡурсалаусы баш илаһтың дөйөмләштерелгән кеше һыны (образы) йөҙөндә кәүҙәләндерелеүен атарға була. Бына, мәҫәлән, Урта Азия кешеләре Науруз байрамын ҡурсалаусыны йәш егет рәүешендә күҙаллаһа, бөтөн тереклек һәм ҡоштар донъяһын яҡлап-һаҡлап тороусы затты боронғо төркиҙәрҙең эпик геройы Хуми итеп һүрәтләгән. Боронғо ирандарҙың мифологияһында уға "бай мал көтөүҙәре менән балҡып торған" Иима, ә башҡорттарҙа - Һөмәй (Һомай) тап килә. Тикшеренеүселәр әүәлерәк үк Хуми-Иима - Һөмәй мифик образдарының һәм уларҙың башҡа варианттарының бер үк дини ҡараштар нигеҙендә барлыҡҡа килеүе хаҡында уртаҡ фекергә килгән ине. Иҫкә алынған Науруз һәм Хуми эпик персонаждарының икеһе лә сак-массагет дәүерендәге Урта Азия халыҡтары хаҡындағы яҙма сығанаҡтарҙа теркәлеп ҡалған: улар борон-борондан башҡорттарға ла билдәле булған. Мәҫәлән, Һөмәй (Һомай) алиһәһе төбәктең мал аҫраусы ҡәүемдәре тормошонан алынған сюжеттарға бай булған "Урал батыр" героик эпосының һәм башҡа күп риүәйәттәрҙең төп персонаждарының береһе булып тора.
Әле бәйән ителгән мәғлүмәттәр Көньяҡ Уралдың дах-массагет, исседон ҡәбиләләренә һәм уларҙың күршеләренә зороастризм пантеонына ҡараған төп илаһтарҙың таныш булыуын раҫлай. "Урал батыр" эпосының һәм Урта Азияның боронғо халыҡтары мифологияһы сюжеттарындағы персонаждарҙың ғәжәп яҡын параллеллеге лә ошо хаҡта һөйләй. Идея-композиция яғынан башҡорттарҙың "Урал батыр" эпосы Азия һәм Европаның боронғо халыҡтарының мифологияһынан бер нисек тә айырылып тормай. Сюжет нигеҙендә тормоштоң барлыҡҡа килеүе һәм үҫешенең ике ҡапма-ҡаршы башланғыс көрәше берлегенән: изгелек һәм яуызлыҡтан, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡтан тороуы хаҡындағы дуалистик дини-фәлсәфәүи ҡараштар ята. Ошо тема башҡорт эпосында бер туған булған ике заттың - Урал һәм Шүлгәндең ҡапма-ҡаршылығы аша бирелә. Изге көстәр башында торған Урал, тере һыуҙы эҙләп табып, ерҙә үлемде еңеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ошо һыуҙы эҙләп, донъя гиҙгән сағында яуызлыҡ эйәһе булған бер туғаны - Шүлгән менән бер нисә тапҡыр осраша. Һуңғыһы менән яуыз заттар яғынан кеше ашаусы Ҡатил батша, аждаһаларҙың ҡот осҡос батшаһы Ҡәһҡәһә һүрәтләнә. Улар бер нисә мәртәбә Урал батырҙы үлтерергә теләй - йә иләмһеҙ ҙур үгеҙҙе, йә күп башлы аждаһаны уға ҡаршы сығара. Әммә Урал батырҙы яҡлаусылар ҙа була. Уға Һомай - ҡояш ҡыҙы, ҡоштар һәм йәнлектәр алиһәһе ярҙамға килә. Ул Урал батырға ҡанатлы ат - Аҡбуҙатты бүләк итә, тере һыуҙы табырға булышлыҡ итә. Кешеләргә бәхет килтерергә теләп, ул тере һыуҙы барса тирә-яҡҡа бөркә, һәм ер сәскә атыусы йәшеллек менән ҡаплана. Урал батыр айырым кешеләрҙе түгел, ә тәбиғәтте, ерҙе үлемһеҙ итә. Ул үҙен дә үлемдән ҡурсалай алмай һәм Шүлгән менән көрәштә һәләк була, Урал батырҙың үлеменән һуң Уралда Һомай һәм уның улдары ҡала. Улар менән тауҙарға ҡоштар һәм йәнлектәр эйәләшә. Уралдың улдары булат ҡылыс менән тауҙарҙы яра һәм бынан тулы һыулы йылғалар - Яйыҡ, Ағиҙел, Нөгөш һәм Һаҡмар йылғалары ағып сыға.
Үрҙә күрһәтелгән персонаждарҙан Һарай һаҡлаусы - үгеҙ һәм йыландар батшаһы - аждаһа Ҡәһҡәһә образдарында Урта Азия һыҙаттары бар. Урта Азияның боронғо халыҡтары мифологияһында уларға Һарайҙы, йәғни власты һаҡлаусы шул уҡ үгеҙ һәм Даххака тура килә, уларға бер үк сифаттар хас. Персонаждарҙың идея йөкмәткеһенең тап килеүе һәм исемдәренең оҡшашлығы нигеҙендә "Урал батыр" эпосы персонажы Ҡәһҡәһәнең исеме Даххак исеменең башҡортса варианты булыуы хаҡында фараз итергә була; тикшеренеүсе С.П. Толстов фекеренсә, ул зороастр дине персонаждарының береһе булған Аж-Дахак исеменә барып тоташа. Эпоста аталып киткән, йәнлектәр, ҡоштар һәм йылан-аждаһалар менән бәйле персонаждар төбәктең иң боронғо халыҡтарының тотемистик ҡараштарын асыҡлау мөмкинлеген бирә. "Урал батыр" эпосының иртә тимер быуатындағы Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең идеологик ҡараштары хаҡында фекер туплау өсөн тарихи сығанаҡ булараҡ мөһим булыуы айҡанлы уның яҡынса ҡасаныраҡ ижад ителеүен билдәләү актуаль булып тора. Б.э. тиклем VI-I быуаттарҙа Урта Азия халыҡтары мифологияһы сюжеттары һәм персонаждары менән үрҙәрәк билдәләп кителгән параллелдәрҙән башҡа шул уҡ моменттар буйынса иртә урта быуаттарҙағы (VI-X бб.) Дала Евразияһы халыҡтарының эпик ҡомартҡылары менән киҫкен айырмалар булыуын мөһим критерий итеп ҡарау фарыз. Һуңғылары иртә феодал дәүләттәр һәм иртә ислам эпохаһында барлыҡҡа килгән дини-фәлсәфәүи ҡараштарҙың асыҡ сағылышы булып тора (Төрки ҡағанаты, иртә урта быуаттарҙағы Хорезм, Согд һ.б.). Ошо ике ҡапма-ҡаршы булған аргумент "Урал батыр" эпосының б.э. VI быуатынан һуңыраҡ ижад ителмәүен, һәм, моғайын, дах-массагет һәм исседон ҡәбиләләре дәүерендә, йәғни иртә тимер быуатында уҡ өлгөрөп еткән рәүештә ҡулланыла башлауын раҫлау мөмкинлеген бирә.
Мифология, рухи мәҙәниәттең специфик өлкәһе булараҡ, күрше йәшәүсе халыҡтар тарафынан, мәҫәлән, техник ҡаҙаныштар кеүек, еңел генә үҙләштерелә алмай. Мифты ҡабул итеү һәм таратыу өсөн тейешле шарт - уны яңы быуындарға һәм яңы кешеләр төркөмдәренә тапшырыусы сифатында этностың үҙенең мотлаҡ ҡатнашыуы фарыз. Бынан ошондай һығымта яһарға була: б.э. тиклем V - I быуаттарҙан бирле (киңерәк алғанда, б.э. тиклем VI быуат - б.э. V быуаты арауығында) Көньяҡ Уралда "Урал батыр" эпосында сағылыш тапҡан дини-фәлсәфәүи һәм космогоник ҡараштарҙы тыуҙырыусы этнос йәшәгән. Ошо йәһәттән ул дәүерҙәге дах-массагет, исседон ҡәбиләләрен, боронғо башҡорт этносы формалашыуында мөһим урын биләп, уның иң боронғо компоненттарының береһе рәүешендә ҡарарға була.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.23 | Ҡаралған: 153

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru