«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘНФИТТӘР МИЛЛӘТТЕ ҺҮРӘТЛӘГӘН
+  - 

Үткән быуаттың 20-30-сы йылдарында "Ҡыҙыл Октябрь" кондитер фабрикаһы "Федератив кәнфиттәр" тигән атама менән тәмлекәстәр етештерә башлай. Кәнфит ҡағыҙының тышында милли кейемле төрлө милләт халыҡтары һүрәтләнгән була. Улар араһында - башҡорттар, татарҙар, ҡырғыҙҙар, тау халыҡтары, чечендар, мордвалар, яҡуттар... Хатта Рәсәйҙең төньяҡ Европа өлөшөндә йәшәүсе һәм фин-уғыр төркөмөнә ҡараған аҙ һанлы халыҡ - лопырҙар (лопарҙар, йәғни лапландтар) ҙа ҡалмаған кәнфит ҡағыҙында, ә бына был "карнавалда" рус халҡын йәшәгән губерналары буйынса "милләттәргә" бүлеп биргәндәр булып сыҡты, әйтәгүр: "Рязань халҡы", "Түбәнге Новгород халҡы", хатта "Пенза менән Курск милләттәре" лә һүрәтләнгән булған унда.

Рәсәйҙең "тәмле" тарихы

Элекке кәнфит ҡағыҙҙары, шулай итеп, бөгөнгөләргә ҡарағанда күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булып сыҡты. Әле бит тәмлекәстәр тышына тауыҡтар, һыйырҙыр, тағы әллә күпме төр хайуандар, унан ҡалһа, аңлашылып етмәгән ниндәйҙер һүрәттәр төшөрөлә, ә элек кәнфит етештереүселәр ҡулланыусыға тотош ил тарихы тураһында һөйләргә тырышҡан. Ә, ғөмүмән, фантиктар ҡасан барлыҡҡа килгән һуң? Кәнфит ҡағыҙҙары әллә ни боронғо асыш та түгел түгелен. Уның авторы, бынан тыш тағы ла фонограф менән электр лампочкаһын да уйлап сығарған кеше - Томас Эдисон 1872 йылда парафинлы ҡағыҙ уйлап тапҡан. Бер аҙ ваҡыттан һуң ул ҡағыҙға кәнфит төрөп сығара башлағандар. Ә уға тиклем тәмлекәстәрҙе ҡағыҙ эсенән ҡатлап ҡурғашҡа төрөр булғандар, ләкин ике ҡат төрөү ҡиммәткә төшкән. Өҫтәүенә, ябай ҡағыҙ эсендә кәнфитте оҙаҡ һаҡлап та булмаған, күрәһең. Шуға күрә лә парафинлы ҡағыҙ сыҡҡанға тиклем кәнфиттәрҙе етештерелгән көнөндә үк ҡулланыу өсөн махсус быяла һәм фарфор һауыттарға һалғандар һәм уның эсенән бәләкәй генә ҡыҫҡыстар менән эләктереп алғандар. Бында һүҙ йәмғиәттең ниндәй ҡатламы хаҡында барыуы аңлашылғандыр, шәйт. Крәҫтиәндәр иһә сәй эскәндә шәкәрҙе әҙләп кенә тешләп ашағандар, әлбиттә. Кәнфит ҡағыҙының барлыҡҡа килеүе тәмлекәстәрҙе күпләп сығара башлауға юл асҡан. 19-сы быуат аҙаҡтарына кондитер фабрикалары күбәйә башлаған, улар бер-береһе менән ярышып, һатып алыусыға нимә менәндер булһа ла оҡшарға тырышып эшләгәндәр. Рәсәйҙә ул ваҡытта тәм-том сығарыусы иң эре етештереүселәр булып "А.И. Абрикосов һәм уның улдары" менән "Эйнем" ширҡәттәре, шулай уҡ "Леновтар", "А.Сиу һәм К" сауҙа йорттары иҫәпләнгән. Кондитер ризыҡтар тышын биҙәүгә улар Михаил Врубель, Иван Билибин, ағалы-ҡустылы Васнецовтар кеүек бөйөк рәссамдарҙы йәлеп иткәндәр. Үкенескә, уларҙың күп эскиздары юғалған, шунлыҡтан, ул ваҡыттағы кәнфит ҡағыҙҙарына төшөрөлгөн һүрәттәрҙең авторын билдәләүе ҡыйын.

Милләттәр һәм халыҡтар

Фантиктар һәм кәнфит ҡумтаһы эсенә һалына торған ҡағыҙҙар ул саҡ революцияға тиклемге Рәсәйҙең милли составы хаҡында һүрәттәре менән бергә ниндәйҙер мәғлүмәттәр биргән һәм Рәсәйҙән ситтә йәшәгән халыҡтар хаҡында ла һөйләгән. "Эйнем" кондитер фабрикаһы "Ер шары халыҡтары" тигән карточкалар коллекцияһы сығарған. Какао йә шоколад һатып алып, әлеге коллекцияның тулы йыйынтығын тупларға мөмкин булған. 19-сы быуат аҙағында Япония менән әллә ни яҡшынан булмаған мөнәсәбәттәр һәм Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы төҙөү буйынса пландар ҙа кәнфит ҡағыҙҙарында сағылыш тапҡан.

Советтар Союзы революцияға тиклемге традицияны дауам итеп, шулай уҡ граждандарға күп милләтле совет халҡы иҫәбенә ингән милләттәр һәм халыҡтар хаҡында мәғлүмәт биреүҙе дауам иткән. 1920 йылда "Ҡыҙыл Октябрь" (шул уҡ элекке "Эйнем"компанияһы) "Федератив карамель" тип исемләнгән кәнфит сығара һәм унда баяғы әҙ һанлы халыҡтар хаҡында ла, хатта (лопарҙар, мәҫәлән) иҫкә алына. Тәмлекәстәр ҡағыҙында шулай уҡ бөгөн беҙҙең өсөн ятыраҡ булған атамаларҙы ла осратырға тура килгән, мәҫәлән, "малоросстар". Тик бөгөн украиндар был атамаға ҡарата үпкә белдерә. Ә бына ул саҡтағы үзбәктәр менән тажиктарҙы "һарттар" тип йөрөткәндәр.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.23 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru