«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫР ЙЫРЛАНҺЫН ҮҘ ТЕЛЕҢДӘ
+  - 

"Йәшәү бәхете - өмөт, хеҙмәттә.
Йәшәү бәхете - дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете - илең, халҡың өсөн
Көрәш аша тыуған шатлыҡта", тип яҙған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева. Ә бына ошо көндәрҙә баш ҡаланың әҙибә исемен йөрөткән 140-сы башҡорт гимназияһында үткән "Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады" Республика ижади проекттар конкурсында ҡатнашып, йәшәү бәхете - лайыҡлы алмаш үҫтереүҙә лә булыуын күрҙек.

Унынсы тапҡыр үткәрелгән конкурста быйыл Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Улар башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә ижади эштәр башҡарҙы, ораторлыҡ оҫталығын һынаны, әҙибәнең әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙе. Быйыл ойоштороусылар уҡыусыларға ижади проекттарын "Ир-егеттәр иле, халҡы өсөн Азат уйҙар менән баш һала" тигән атама аҫтында илһөйәрлек темаһын сағылдырыуҙы маҡсат итеп атҡарырға тәҡдим иткән. Ә бына ораторлыҡ оҫталыҡтарын һынау "Беҙ атлайбыҙ ерҙе йәшәртеп..." тип нарыҡланғайны, унда уҡыусылар З. Биишеваның әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләне, үҙ иншаларын уҡыны, тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте.
Бер тема буйынса сығыш яһауға ҡарамаҫтан, балаларҙың бер-береһен һис ҡабатламауы ғәжәпләндерҙе. Телмәр тотоусылар яҙыусының "Мөхәббәт һәм нәфрәт", "Бәхет-ҡыҙ хаҡында әкиәт", "Тылсымлы ҡурай", "Йәшел йүгән", "Яҡтыға", "Һөнәрсе менән Өйрәнсек", "Хәтер сатҡылары" әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгәйне. Улар жюри алдына сығып, ҡоро һүҙ генә һөйләп торманы, сығыштарын презентация материалдары, моң менән дә биҙәне. Жюри Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Вилдан Шәмсетдиновтың сығышын бер тауыштан юғары баһаланы. Ул "Тылсымлы ҡурай" драматик поэмаһындағы Кинйәбай образына мөрәжәғәт итеп, үҙенең илһөйәрлек, ир-егет өсөн дан һәм шөһрәт төшөнсәләре тураһындағы фекерҙәрен еткерҙе.
Ә бына Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Азалия Ишкинина З. Биишеваның ижадын һәм тормош юлын сағылдырған "Уңышҡа ете аҙым" тигән онлайн марафон үткәреү проектын тәҡдим итте. Быға ярашлы, ҡатнашыусылар ете көн дауамында төрлө темаларға арналған һәм уларҙың төрлө оҫталыҡтарын күрһәткән фото-видеоларҙы социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырып барырға тейеш. Азалия был проектын үҙе уҡыған белем усағында бойомға ашырыр алдынан тиҫтерҙәренең фекеренә лә ҡолаҡ һалған: улар ҡатнашыр инеме, йыл да үткәрергәме-юҡмы, тигәнерәк һорауҙарға яуаптар алған. Ҡыҙ был заманса проекты өсөн "Ижади ҡараш" номинацияһында еңеүсе булды.
Ораторлыҡ оҫталығы секцияһында жюри рәйесе, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, "Йөрәк һүҙе" проекты авторы Наилә Сәфәрғолова уҡыусыларҙың сығыштарын юғары баһаланы һәм: "Балаларҙың башҡорт әҙәбиәтенә булған ҡыҙыҡһыныуҙарын күреп, Зәйнәб апайҙың ижадын төптән аңлап, уны яратып һәм теләп өйрәнеүҙәренә һоҡланып ҡайттым. Балаларҙың хайран ҡалырлыҡ береһенән-береһе оҫта ижади эштәре, уларҙың үҙенсәлекле һәм талантлы булыуҙары миндә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы!" - тип һоҡланыуы менән уртаҡлашты.
Шулай ҙа был конкурстың иң сағыу өлөшө З. Биишева әҫәрҙәрен сәхнәләштереү булғандыр. Уҡыусылар "Алтын йомортҡа", "Бүре һәм кәзә", "Яңғыҙ сыйырсыҡ яҙ килтермәй", "Яҡтыға" әҫәрҙәренә мөрәжәғәт иткән. Конкурстың был өлөшө балаларҙың телмәр оҫталығын, актерлыҡ һәләттәрен асыҡ сағылдырҙы. Абруйлы жюри ағзалары З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһының "Кәмһетелгәндәр" романы буйынса ҡуйылған "Шәшке уйнатыу" күренешен һоҡланып ҡараны һәм иң юғары баһа бирҙе. Конкурстың жюри рәйесе, журналист һәм драматург Сәрүәр Сурина һәр сәхнәләштереүгә тәрән анализ яһап, кәңәштәрен еткерҙе, балаларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙың эшен баһаланы. Ә беҙ "шәшке уйнатыусылар"ҙың береһе, 12 йәшлек Руфина Хәлитова менән һөйләштек: "Беҙ 5-се, 6-сы һәм 7-се кластарҙан 8 ҡыҙ ҡатнаштыҡ. Сәхнәләштереүҙе бер аҙна әҙерләнек, тиҙ генә ятланыҡ. Йыл да ҡатнашам бындай сәхнәләштереүҙәрҙә, шиғырҙар һөйләргә яратам. Бөгөн беҙ яҙ көнө һигеҙ ҡыҙҙың урамда нисек уйнауын күрһәттек. Улар ярлылыҡта йәшәгәндәр, сынаяҡтар урынына ярсыҡтар ғына булған. Беҙ үҙебеҙ ҙә улар кеүек уйнайбыҙ ул, тик беҙҙең күлдәктәр ҙә матур, төрлө уйынсыҡ һауыт-һабаларыбыҙ ҙа күп. Тик бындай уйынды мин ауылға өләсәйемә барғанда ғына уйнайым, ҡалала уйнап булмай", - ти ҡыҙ.
Был сараны ойоштороусылар - З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһының уҡытыусылар коллективына, директоры, шағир Фәнил Бүләковҡа, шулай уҡ Калинин районы ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Риф Иҫәновҡа был күңел байрамы өсөн рәхмәт әйтергә генә ҡала. Был конкурс башҡа йылдарҙағынан йөкмәткеһе, рухы йәһәтенән бер башҡа айырылып тороуы менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Гимназияның "Шатлыҡ" йыр ансамбле тәрбиәләнеүселәренең сара һуңында "Ҡалдыр эҙеңде үҙ илеңдә, үҙ ереңдә! Һал бар көсөңдө, йыр йырланһын үҙ телеңдә!" тип йырлауы ла ошо белем усағының яңы һулышына, яңырыуына ишара булды.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.23 | Ҡаралған: 122

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru