«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠМУЛЛА ИСЕМЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫЛЫҠ – УҠЫУ ЙОРТОНОҢ ТӨП ҠАҘАНЫШЫ
+  - 


Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты үҙенең 30 йыллығын билдәләне. 1978 йылдан уҡ уҡыу йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләнһә лә, факультеттың тыуған көнө 1992 йылдың апреленән, айырым структура барлыҡҡа килгәндән, алып иҫәпләнә. Башҡорт теленә дәүләт статусы бирелгәс, шул уҡ ваҡытта ошо йүнәлештә уҡып йөрөгән студенттарҙың һан яғынан күп булыуы, яңы кафедралар барлыҡҡа килеүе ул ваҡыттағы институтта өр-яңы факультет формалаштырыу мөмкинлеге бирә лә инде. Был йүнәлештә иң төп эште башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире булып эшләгән Фирҙәүес Хисамитдинова алып бара. Ошо кафедра нигеҙендә башҡорт филологияһы факультеты үҫеп сыға. Был юлы уҡыу йортоноң ошо 30 йыл эсендә башҡарған эштәре, проблемалар һәм киләсәк хаҡында факультет деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә ХӨСӘЙЕНОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Сәлимә ТАҺИРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Зәки ӘЛИБАЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Әлбиттә, педагогик вуз булараҡ, республика мәктәптәренә уҡытыусылар әҙерләү эше күптән алып барыла, әммә айырым факультет эшмәкәрлеге - ул маҡсатлы йүнәлеш. Ошо осор эсендә Башҡортостандың мәғрифәтселегенә һәм фәненә факультетығыҙ ниндәй өлөш индерҙе, ниндәй ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ?

Ләйлә Хөсәйенова:
Педагогик вуз булараҡ, туранан-тура республика мәктәптәренә белгестәр - уҡытыусылар әҙерләү көн ҡаҙағына тура килә һәм тәүмаҡсат булып тора. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында республиканың һәр мәктәбе, сит өлкәләрҙә асылған милли мәктәптәр өсөн уҡытыусылар тап ошонда әҙерләнә һәм ҡабул итеү комиссияһы башҡорттар күпләп йәшәгән өлкәләрҙән махсус рәүештә студенттар йыя, ошо төбәктәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу өсөн белгестәр әҙерләү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. 90-сы йылдарҙа йәмәғәт башланғысындағы башҡорт теле буйынса олимпиада, башҡорт теле буйынса йыл уҡытыусыһы бәйгеһе, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсы һәм республикала булған Мәғариф министрлығы майҙансыҡтарында әҙерләнгән барлыҡ сараларҙа нәҡ беҙҙең факультет белгестәре туранан-тура ҡатнашып, артабан инде уларҙы үҫтереү буйынса үҙҙәренең өлөшөн индерә. Кадрҙар йәһәтенән мәктәптәргә генә түгел, башҡа өлкәләргә лә тәғәйен белгестәр әҙерләү һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала. Әле балалар баҡсаһына белгестәр кәрәк һәм улар өсөн тәрбиәселәр, башҡорт телен белгән логопедтар һәм башҡа белгестәр әҙерләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта башҡорт телен халыҡ-ара кимәлгә күтәреү өсөн дә ярайһы уҡ эштәр башҡарабыҙ.
Зәки Әлибаев: Һәм шуны ла әйтергә кәрәк: факультеттың тағы бер маҡсаты туранан-тура методик эшмәкәрлекте күҙаллай. Мәҫәлән, мәктәп программаһында үтелгән барлыҡ дәреслектәрҙе алып ҡараһаҡ, һәр бер кластар буйынса ла дәреслектәр авторҙары тап бына ошо факультетты бөткән, ошо факультетта эшләп йөрөгән белгестәр. Мәктәптә туған тел булараҡ, дәүләт теле булараҡ өйрәнгән варианттарҙа башҡорт телен уҡытыуға программала нисә сәғәт бирелһә лә, шул программа эсенә ниндәйерәк материал индерергә, телде нисегерәк өйрәтергә - ошо үҙенсәлектәрҙе һәр хәлдә беҙҙең методистар бик яҡшы белә. Ысынлап та педагогик вуз - ҙур бер фәнни майҙансыҡ ул.
Һәм факультеттың тағы ла үҙенсәлеге - 19-сы быуаттағы мәғрифәтселәр ижадын тулыһынса тергеҙеү һәм халыҡ араһында таратыу. Был ябай ғына идея заманында кафедра мөдире Әхәт Вилдановтың кандидатлыҡ диссертацияһының төп темаһы булып тора. Ошо фәнни ҡарашта бөрөләнгән идея уҡыу йортона исем биреүгә һәм халыҡ-ара кимәлдә бөгөн Аҡмулла университеты тип аталыуыбыҙға этәргес була, бәләкәй кенә кафедрала тыуған идеяларҙың тормошҡа ашыуын раҫлаусы миҫал был. Ул исем буштан-бушҡа бирелмәгән. Бөгөн беҙ ошо XIX быуат аҙағы - XX быуат башы мәғрифәтселәре тураһында тарихтан ғына түгел, шул ваҡыттарҙа сыҡҡан ваҡытлы матбуғат, китаптар аша бик яҡшы беләбеҙ, иҫке төрки телендә, ғәрәп шрифтында яҙылған әйберҙәрҙе әле лә табып һоҡланабыҙ икән - уларҙың, тап бына ошо университет ерлегендә ныҡлап өйрәнелеп, артабан инде фәнни тикшерелеүе, туранан-тура Аҡмулла университетына бәйле һәм был беҙгә, университетҡа, факультетҡа халыҡ-ара кимәлгә сығырға мөмкинлек бирҙе. Беҙ әлеге ваҡытта Аҡмулла конференцияһын, симпозиумдарҙы халыҡ-ара кимәлдә үткәрәбеҙ, уларҙа сит илдәрҙән бик күпләп ҡатнашалар, сөнки мәғрифәтселек ул һәр бер халыҡ өсөн үтә торған этаптарҙың береһе. Ошо йәһәттән инде беҙҙең XIX быуаттағы көслө мәғрифәтселек мәктәбен айырым шәхестәр тип кенә ҡарарға ярамай, йәғни XIX быуатта барлыҡҡа килгән уҡыу-уҡытыу системаһы көслө булған һәм беҙ ябай ғына мәҙрәсә тип ҡараған уҡыу йорттары - бөйөк уҡыу йорттары булған. Ошо күҙлектән сығып, хәҙерге көндә тотош университет буйынса "Акмулловедение" курсы уҡытыла һәм унда башҡорт мәғариф системаһының нигеҙҙәре һәм ни өсөн уның сит төбәктәрҙе - Урта Азия республикаларын һәм Кавказды йәлеп итә алыуы өйрәнелә. Ошо методиканың тотош башҡорт ерлегендә булыуы XIX быуатта мәғариф системаһының алдынғы булыуын күрһәтә. Был йәһәттән беҙҙең 30 йыл ғына түгел, хатта ул 130 йылға етерлек тәжрибәбеҙ бар. Уҡыу-уҡытыу системаһын алып ҡарағанда ла ул тап ошо ерлектән башланалыр, сөнки 1939 йылда асылған Уҡытыусылар институтының программаһы ла ошоға нигеҙләнгән. Быны ни өсөн әйтәм - беҙҙең ҙур традиция бар, ошо традицияларҙың береһен дә юғалтмайынса, артабан дауам итеү зарур. Беҙҙең педагогик вуз - ул республикала берҙән-бер педвуз һәм туранан-тура уның йүнәлеше йәки маҡсаттары педагогик кадрҙар әҙерләүгә хеҙмәт итә һәм шул уҡ ваҡытта республикаға кәрәк булған белгестәрҙе әҙерләү һәм республиканың ниндәйҙер кимәлдә туранан-тура дәүләт заказын үҫтереү буйынса төп эштәрҙе башҡара.

Дәүләт заказы тигәндән, был бөгөн иң актуаль мәсьәлә, сөнки ауылдарҙа мәктәптәрҙә балалар һаны әҙ, йылдан-йыл кәмей һәм бер уҡытыусы бер нисә предметты уҡыта...

Зәки Әлибаев:
Университетта хәҙер өсөнсө курстан һуң студент икенсе йүнәлеште үҙе һайлай ала. Мәҫәлән, филология факультетында уҡып, өҫтәмә биология уҡытыусыһы булырға теләйһең икән, өсөнсө курстан һуң икенсе профиль, хатта өсөнсө профиль алырға мөмкин. Шуға беҙ профилдәрҙе киңәйтергә тырышабыҙ, быға бер кем дә ҡаршы килмәй. Ике профиль - бушлай уҡытыла һәм уларҙың стандарт сәғәт һандары билдәле. Өсөнсө һәм дүртенсе профилде алырға теләүселәр булһа - улар түләүле һәм база белеме ҡабатланмай, ә һин махсус ошо йүнәлеш буйынса ғына белем алаһың. Профилдәр гуманитар өлкәгә генә ҡағылмай, хатта физкультура уҡытыусыһы йәки ер ҡоролошо буйынса белгес һөнәрен дә һайлау мөмкинлеге бар.

Бөгөнгө көндә бик йыш, методикалар иҫкергән, дәреслектәр иҫкергән, тигән зарланыуҙар ишетелә. Ул дәреслектәр әҙерләү, методика эшләү бөгөнгө заман ағышы темпына өлгөрәме, әллә һуңлабыраҡ барлыҡҡа киләме? Ни өсөн шундай ҡапма-ҡаршылыҡтар килеп сыға?

Сәлимә Таһирова:
Заман ағышына тура килә тип уйлайым, сөнки Башҡортостан Республикаһы уҡытыу-методик комплекстарҙы, шул иҫәптән башҡорт теле буйынса ла, башҡорт әҙәбиәте буйынса ла тәүгеләрҙән булып Рәсәй кимәлендә реестрға индереп, тәүгеләрҙән булып раҫланған уҡытыу-методик комплекстарын тәҡдим итә. Әлбиттә, дәреслектәрҙе йыл һайын сығарып булмай, был федераль дәүләт белем биреү стандарттарына бәйле. Ошо стандарттарға ярашлы программалар һәм уҡытыу-методик комплекстар төҙөлә. Әле бөгөнгө көндә лә был өлкәлә актив эш бара, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһының өс уҡытыусыһы программалар төҙөүҙә ҡатнашты.
Ысынлап та, методика бөгөн камил, тип тынысланырға ярамай һәм бер ваҡытта ла тынысланып булмаясаҡ, сөнки ул шуныһы менән дә ҡыҙыҡлы фән - заман, сәйәсәт, стандарттар, ҡанундар менән бергә үҙгәреп тора. Студенттарға ла, кисә актуаль булған ысулдар һәм технологиялар бөгөн бик актуаль булмаҫҡа мөмкин, шуға күрә уңышлы юлдарҙы өйрәтергә һәм һөҙөмтәгә алып килергә тейеш икәнлегебеҙҙе аңларға бурыслыбыҙ, тип уҡытабыҙ. Беҙҙә методика уҡытыуға элек-электән иғтибар ҙур булды. Мәҫәлән, 1995-1996 йылдарҙа уҡыу пландарына ярашлы, 4-6 ай педагогик практикалар була торғайны. Был студенттарға шул осорҙа эш башлап, үҙҙәренең районында эш урынын табып, хеҙмәт кенәгәһен астырып, бер ни тиклем тәжрибә туплап, мин дә мәктәптә эшләй алам, тигән ышаныс яуларға мөмкинлек бирелә ине. Бөгөн дә практикалар байтаҡ, әлбиттә, әммә улар бүлгеләнгән, шуға күрә уларҙы оҙайлы итеп биреү мөмкинлеге юҡ һәм хәҙерге уҡыу пландарының үҙенсәлеге ошонда: беҙ РФ Мәғариф министрлығына ҡарайбыҙ һәм бөтә педагогик вуздар кеүек "Педагогик белем биреү үҙәге" ("Ядро педагогического образования") тигән методик тәҡдимдәргә ярашлы, бер системаға килтерелгән, берләштерелгән уҡыу пландары менән эшләй.
Зәки Әлибаев: Тағы бер өҫтөнлөгөбөҙ - доцент Вадим Толомбаев цифрлаштырыу аша башҡорт телен өйрәтеү буйынса махсус курстар үткәрә. Үҙе ошо йүнәлештә магистратура тамамлап, әлеге ваҡытта, мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу процесында нисегерәк итеп хәҙерге заман технологияларын ҡулланырға өйрәтә. Уның республикала, сит төбәктәрҙә үткәргән курстарына бик теләп яҙылалар. Был башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға сәғәттәр әҙ бирелгән, шулай уҡ китаптар етешмәгән, башҡа төрлө проблемалар булған ваҡытта бик актуаль.
Университет үҙе айырым, мәғариф системаһы үҙе айырым йәшәмәй, беҙ һәр ваҡыт асыҡбыҙ, аҙнаһына 2-3 тапҡыр мәктәптәргә йәмәғәт башланғысында осрашыуҙарға йөрөйбөҙ. Уҡытыусылар, уҡыусылар менән актуаль проекттар эшләйбеҙ һәм беҙҙең база мәктәптәрендә - баш ҡаланың Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһында, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһында әҙиптәрҙең рухи мираҫын мәңгеләштереү, уларҙың ижадын төплө өйрәнеү буйынса эш алып барабыҙ, улар менән туранан-тура эшләйбеҙ.
Бына әле беҙҙең тағы ла ҙур яңы башланғысыбыҙ старт алып тора: Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен балалар баҡсаһынан туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнергә кәрәк, тине. Ошо йәһәттән иң тәүгеләрҙән булып беҙҙең факультет ерлегендә "Остаз" тип аталған программа төҙөлдө, һәм ул Әбйәлил, Стәрлебаш, Борай райондарында һынау үтте. Ни өсөн ошо өс район, сөнки улар өсөһө өс диалектҡа ҡарай һәм был тәжрибә аша бына ошо диалекттарҙа туған телде өйрәнеү, башҡорт телен өйрәнеү нисегерәк була икәне тикшерелде. Ниндәй дәреслектәр булырға тейеш, ниндәй ҡулланмалар ҡулланырға һ.б. - быларҙың барыһы ла студенттар өсөн генә түгел, республика балалар баҡсаһы етәкселәре өсөн дә асыҡ.

Факультетта махсус үҙәктәр ҙә бар бит...

Сәлимә Таһирова:
Иң билдәлеһе - Көнсығыш телдәре үҙәге, тиергә мөмкин. Уның етәксеһе - филология фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы Айтуған Ҡуланчин. Кафедрала башҡорт теленән тыш, ғәрәп, төрөк, ҡырғыҙ, ҡытай телдәре өйрәтелә. Башҡорт филологияһы факультеты икәнебеҙҙе иҫтә тотоп, студенттар башҡа телдәрҙе башҡорт теле аша, уларҙың уртаҡ яҡтарын ҡарап, сағыштырып, эҙләнеүҙәр алып барырға һәм эш шуның нигеҙендә ойошторолорға тейеш, тигән ҡараштабыҙ. Былтыр улар "Беҙҙең Аҡмулла" тип аталған проект менән Рәсәй кимәлендә грант алыуы был үҙәктең төп йүнәлештәренең һәм уңыштарының береһе булды. Һөҙөмтәлә "Көтөпхана" асылды. Тағы ла тәүге кафедра мөдирҙәренең береһе Рәйсә Халиҡова исемендәге Студенттарҙың төрлө яҡлап белемен үҫтереү үҙәге эшләп килә. Исеменән үк күренеүенсә, ул студенттарҙың педагогик күнекмәләре менән бәйле. Шулай уҡ "Әсә теле" проекты төркөмө сиктәрендә башҡарылған башҡа эштәр ҙә ошо үҙәккә ҡарай.
Факультетта Башҡорт теле хеҙмәте эшләй. Ул тәржемә эштәре менән шөғөлләнә, шулай уҡ һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, ҡала мәктәбен тамамлап килгән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән студенттарға уҡыу барышына инеп китергә ярҙам итә. Ер шарының ҡайһы төбәгендә булһа ла башҡорт телен дистанцион өйрәнергә теләгәндәр өсөн 2015 йылда эшләй башланған Халыҡ-ара башҡорт телен дистанцион өйрәнеү платформаһы эшләнеп бөттө. Ул өс кимәлле һәм шуныһы ҡыуаныслы: башҡа онлайн ресурстар менән бергә уны беҙҙең студенттар ғына түгел, мәктәп уҡытыусылары ла теләп ҡуллана.
Ректорыбыҙ Салауат Сәғитовтың, белем биреү усаҡтарында стеналар ҙа тәрбиәләргә тейеш, тигән ҡарашы һәм башланғысы менән һәр бер корпуста исемле аудиториялар булдырылды. Буласаҡ уҡытыусы үҙенең йүнәлеше буйынса бөйөк шәхестәрҙе, уларҙың хеҙмәттәрен белергә һәм уларҙың эштәрен дауам итергә тигән ниәт менән мәктәпкә барһа - был дөрөҫ ҡараш. Быға тиклем Аҡмулла кабинеты бар ине, ул өр-яңынан яңыртылды, бынан тыш, тағы ла ике профессорға исемле аудитория асылды. Береһе Марат Зәйнуллинға, икенсеһе ошо факультетта оҙаҡ йылдар эшләгән Әхмәт ағай Сөләймәновҡа. Кабинеттар уҡытыусыларыбыҙға ихтирамыбыҙҙы ла, рәхмәтебеҙҙе лә сағылдыра. Был аудиториялар бикләнеп ҡуйылған аудитория түгел, лекция, дәрестәр шунда алып барыла, студенттар шөғөлләнә. Улар заманса йыһазландырылған һәм сит илдәр менән бәйләнешкә сығыу, проекттар эшләү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Шулай ҙа, факультетты факультет итеп йәшәтеүселәр, төп байлығығыҙ һәм төп көс - ул студенттар. Улар хаҡында ла бер-ике һүҙ әйтеп китегеҙ әле.

Ләйлә Хөсәйенова:
Был, ысынлап та, шулай һәм студенттарға беҙ белем генә биреп ҡалмайбыҙ, ә һәләтен төрлө яҡлап үҫтереү йәһәтенән да эшләйбеҙ. Һуңғы ваҡытта иң ҙур йүнәлеш алған яҡ - ул фәнни үҫеш. Бөгөн балалар баҡсаһына тәрбиәселәрҙән башлап бөтә баҫҡыстар өсөн кадрҙар әҙерләһәк тә, белгестәр заман менән, фән менән бергә барырға тейеш. Әйткәндәй, быйыл Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Фән һәм мәғрифәт йылын иғлан итте. Уҡытыусы һәм педагог йылында тап педвузда белем алған студенттарҙың республикабыҙҙа, хатта Рәсәй кимәлендәге ҙур фәнни форумдарҙа иң һәйбәт, йөкмәткеле, перспективалы, лайыҡлы проекттар эшләүҙәре иғтибарға лайыҡ.
Йыл һайын уҡыу, фән буйынса һәм шулай уҡ йәмғиәттә төрлө мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып еңеү яулаған студенттар исемле стипендияларға лайыҡ була. Былтыр - өс, быйыл бер студент Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булды. Ике студент - Аҡмулла, бер студент Рауил Бикбаев исемендәге стипендия ала. Шулай уҡ Рәсәй кимәлендә степендия алған студенттарыбыҙҙың уңыштары менән ғорурланабыҙ. Эшебеҙҙең бер ҡаҙанышы булараҡ йыл һайын бюджет урындары артыуын айырып әйтә алабыҙ, сөнки факультетҡа килеүселәр күп, конкурс ҙур, юғары балдар менән, олимпиада еңеүселәре килеүе ҡыуаныслы.
Студент тормошоноң иң күңелле ваҡыты - практикалар, фольклор һәм диалектология буйынса ойошторолған экспедициялар. Пандемия осоронда был эш әҙерәк кенә туҡталып ҡалғайны, былтыр Ейәнсураға, Ғафуриға барып ҡайттылар. Быйылға Силәбегә экспедиция планлаштырылған. Студенттар был экспедицияларҙы, практиканы бик көтөп алалар. Башҡортостан һәм башҡорттар йәшәгән төбәктәргә сығып, әле һаман халыҡ араһында һаҡланған телебеҙ ынйыларын табып ҡайталар.

Әңгәмәлә Рәйсә Халиҡованың исеме телгә алынғас, шундай сетерекле мәсьәләгә лә ҡағылып үтмәй булмай. Һуңғы ваҡытта ул бигерәк көнүҙәк, сөнки беҙҙең бөтөн ауыҙ-тел ижадын, фольклорҙы һ.б. ян-яҡҡа тартҡылайҙар, үҙҙәренә алырға тырышалар... Әммә барлыҡ төркиҙәр өсөн уртаҡ булған иҫке төрки теле башҡортта иҫке төрки теле булып йөрөй, ә татарҙарҙа һәм башҡа сығанаҡтарҙа ул иҫке татар теле булараҡ теркәлгән. Улар Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың, "беҙҙең татар теле сығатай һәм башҡорт теленән барлыҡҡа килгән", тигәненең "беҙҙең татар теле" тигән өлөшөнә генә иғтибар биреп, хатта Өмөтбаевты ла татар яҙыусыһы, тип ебәрәләр. Һеҙҙә фән кандидаттары, докторҙары, ғалимдар эшләй - ошо мәсьәләне ни рәүешле хәл итергә һәм башбаштаҡлыҡҡа кәртә ҡуйырға була? Сөнки Рәйсә Хәлил ҡыҙы ла заманында башҡорт теленең беҙҙең шәжәрәләр теле булыуын яҙып ҡалдырған.

Ләйлә Хөсәйенова:
Иҫке төрки теле - ул Урал-Волга буйы төркиҙәренең рәсми әҙәби теле, ул телдә һөйләшмәгәндәр, ул яҙма тел генә һәм яҙыу формаһында ғына һаҡланған. Һәм бөтөн Урал-Волга буйында йәшәгән төрки халыҡтары уны уртаҡ мираҫ булараҡ ҡабул итеп, шул телдә яҙып киләләр. Ә иҫке татар теле тигәне - ул революцияға тиклемге XIX быуаттағы тел. Иҫке татар яҙма теле иҫке төрки теле нигеҙендә барлыҡҡа килә, сөнки ул ваҡытта татар тигән төшөнсә, ғөмүмән, төрки халыҡтарының дөйөм атамаһы була. Бөгөнгө татарҙар һәм уларҙың яҙмаһы һәм иҫке төрки теле нигеҙендә барлыҡҡа килгән иҫке татар яҙмаһы араһында тигеҙлек билдәһе ҡуйып булмай. Революцияға тиклем ижад иткән шағирҙарыбыҙ ижадтарын ошо иҫке татар яҙма телендә баҫтырып сығарған. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа килгәндә, уның хеҙмәте лә "Татар нәхүәсе" (йәғни "Төрки нәхүәсе") тип атала.
Әйткәндәй, бик актуаль тема. Ҡоролтай быйыл Фән һәм мәғрифәт йылын иғлан иткәс, шуның менән бәйле уларға ла революцияға тиклем башҡорт теле грамматикаһын иҫке төрки телендә яҙған ғалимдарҙың хеҙмәтен хәҙерге башҡорт теленә ауҙарып халыҡҡа еткереү тураһында фекер тыуҙы. Үкенескә күрә, беҙҙең грамматикалар, нигеҙҙә, революциянан һуң, рус ғалимы Дмитриевтың грамматикаһына нигеҙләнгән. Ә ул рус грамматикаһын күсергән, шуның өсөн һәр ваҡыт проблема килеп тыуа. Хәҙер, әлбиттә, рус теле грамматикаһына нигеҙләнеүҙең хата икәнен аңлайбыҙ, әммә заманы өсөн ул кәрәк булған. Әлеге күҙлектән, бөтөнләй икенсе системаға ҡараған телдең грамматикаһын күсереү телебеҙҙең күп кенә күренештәрен асыҡлау мөмкинлеге бирмәгән. Рәйсә Хәлил ҡыҙы үҙе лә иҫке төрки теле буйынса белгес булған һәм уның аспиранттары ла байтаҡ - шуларҙы табып, уларҙың хеҙмәттәре менән танышҡанда, грамматикала булған ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе лә табыр инек. Был тикшереүҙәрҙә беҙҙең Көнсығыш телдәре үҙәге төп үҙәк булып тора ала.
Бөтә нәмәне сит халыҡтар тартҡылай, тип дөрөҫ әйтәһегеҙ - яңы ғына ҡаҙаҡтар менән осраштыҡ, декабрҙә беҙҙә күренекле ҡаҙаҡ профессоры булды. Үҙ сығышында Аҡмулланы ҡаҙаҡ аҡыны тип, Аҡмулла Мөхәмәтйәр улы, Камалетдин уның үгәй атаһы, тип һөйләүе беҙҙең алда байтаҡ эштәр тороуын билдәләй. Беҙ тарихи документтар нигеҙендә Аҡмулла хаҡында мәғлүмәт бирәбеҙ, Аҡмулла Башҡортостанда ғына түгел, башҡорт ғаиләһендә тыуған, тип раҫлайбыҙ. Ошо һуңғы килгән профессорға бишбармаҡ тураһында һүҙ сыҡҡас: "Уны ла ҡаҙаҡтыҡы тиһегеҙҙер, беҙ ҙә үҙебеҙҙеке тибеҙ", - тием. Ул: "Мин башҡорттарға бишбармаҡты бирергә ризамын, ҡаҙаҡтыҡы булмаһа, булмаһын, әммә Аҡмулланы бирмәйбеҙ", - ти. Уға ике көн Аҡмулла беҙҙеке, тип һөйләнек, аңлаттыҡ. Ҡаҙағстанда бөтә дәреслектәрҙә Аҡмулла ҡаҙаҡ милләтенән тип яҙылған, тиҙәр. Был йәһәттән дә, Аҡмулла - беҙҙеке, тип әйтеү генә етмәй, бында иң беренсе бөгөнгө йәштәргә, эшләп йөрөгән ғалимдарға, телселәргә, тарихсыларға ошо йүнәлештә эҙләнеүҙәр алып барырға кәрәк. Быны Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәргә лә таратырға, документтарҙы күрһәтергә кәрәк. Был беҙҙең эш. Ситтән ҡаҙаҡтар йәки башҡалар килеп, беҙҙең документтарҙы ҡарап ултырмай. Бында фәндең йөкмәткеле, төплө, нигеҙле, дәлилле булыуы менән алдырырға кәрәк.

Бөгөн йәштәрҙең күптәре вуз тамамлап, һөнәре буйынса эшләмәй, диплом ала ла, бөтөнләй икенсе йүнәлеш буйынса китә. Ни өсөн 5 йыл ваҡыт әрәм итеп йөрөнөң, тиһәң, атайым-менән әсәйем теләне шунда уҡыуымды, тиҙәр. Кеше үҙенең буласаҡ һөнәрен һайлап, белеп, яратып килһен өсөн нимәлер эшләп буламы?

Ләйлә Хөсәйенова:
Ул проблема барлыҡ вуздарҙа ла барҙыр ул. Бында төп эш һөнәри йүнәлеш һәм мәктәптә уҡытҡан уҡытыусыға төшә, тип һис икеләнмәйенсә әйтеп була, сөнки уҡытыусы 10 йыл буйына уҡыусыларының һәләтен күрә. Шуға, һәр ваҡыт мәктәптә баланың һәләтен күреп, дөрөҫ йүнәлеш биргән коллегаларға рәхмәтлебеҙ. Маҡсатлы, теләп килгән студенттар булһа, беҙгә эшләүе күпкә еңелерәк. Шөкөр, ундайҙар барыбер күпселек.
Ата-әсәләре, үҙем шунда уҡығайным, тип алып килеүселәр ҙә, балам юғары белемле булһын, кеше араһында кәм-хур булмаһын, дипломһыҙ ҡалмаһын, ниндәй ҙә булһа вузда уҡыһын, тип килтергәндәр ҙә бар. Ундайҙар менән ауырыраҡ, төрлө хәл була. Әгәр уҡытыусы һөнәре уларҙыҡы түгел икән, тәүге курстарҙан уҡ китеүҙәре хәйерле. Был йәһәттән беҙҙең университет нимәһе менән айырыла - 1-се курстан уҡ мәктәпкә практикаға сығыу мөмкинлеге бар. Беҙ уларҙың буласаҡ эш урындарын күрһәтәбеҙ. Медуниверситетта ла шулай бит. Был дөрөҫ йүнәлеш, тип уйлайым.
Әлбиттә, 1-се курсҡа 72 кеше алғанбыҙ икән, барыһы ла уҡыуын тамамлаһын тип теләйбеҙ, әммә бигүк килеп сыҡмай. Ә бына 2021 йылда 56 кеше уҡырға ингәйне, 58 кеше тамамланы. Шундайыраҡ күренештәр ҙә бар. Йәшерен-батырын түгел - райондарҙан, ауылдарҙан килгән уҡыусылар күбеһе Өфөлә ҡалырға тырыша, сөнки эш урындары күберәк.

Шулай итеп...
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы факультеты һәм уның эшмәкәрлеге, яңы асылған һөнәрҙәр һәм аспирантура, башҡа яңылыҡтар тураһында әллә күпме әңгәмәләшергә, ә белгестәр үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һис ялҡмай һөйләргә мөмкин. Бөгөнгө мәғлүмәт - ул бер тамсы ғыналыр, моғайын. Ә тамсынан диңгеҙ йыйыла...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.23 | Ҡаралған: 163

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru