«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ БӘЙГЕЛӘ АЙЫҠЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШКӘНДӘР ҠАТНАША
+  - 


Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән республикала үткәрелә килгән "Айыҡ ауыл" бәйгеһе йылдан-йыл популярлыҡ яулай. Сәләмәт, айыҡ йәшәү рәүешен һайлаған биләмәләрҙең йәшәйешен башҡаларға күрһәтеү, уларҙы дәртләндереү йәһәтенән был сараның әһәмиәте ғәйәт ҙур. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ - Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы РӘСЕМБӘТОВА, Әбүбәкер ауылы мәктәбе директоры Наилә Рәхимйән ҡыҙы БИЛАЛОВА, райондың Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Динә Ревмир ҡыҙы АҠҠУЖИНА менән тап ошо конкурс, уның һөҙөмтәләре, ауыл тормошон йәнләндереүҙәге роле хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

Айыҡлыҡ өсөн көрәш һаман да йәмғиәттең актуаль проблемаларының береһе булып ҡаламы әле? "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһен ошо айыҡлыҡ өсөн көрәштең иң әүҙем, иң һөҙөмтәле сараһы тип әйтә алабыҙмы?

Р. Рәсембәтова:
Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, "Айыҡ ауыл" конкурсының бурысы - халыҡты айыҡтырыу ғына түгел. Башланғыс этабында, бәлки, шулай булғандыр ҙа. Шөкөр, ул икенсе кимәлгә күтәрелде хәҙер: халыҡты әүҙемләштереү, берләштереү һәм сәләмәт, айыҡ йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙе пропагандалай. Бөгөн был конкурста тап ошондай кимәлгә еткән ауылдар ҡатнаша. Былтыр райондың Вәзәм ауылы республика этабында беренсе урынға сыҡҡайны. Улар миҫалында ла әйтә алам: вәзәмдәр үҙҙәренең именлектәре өлгөһөндә башҡаларҙы ла тәрбиәләй, бына ошолай итеп тә йәшәп була, тип күрһәтә. Йәғни, ауылдар ошо именлек, сәләмәт кимәлгә етеп, шунан ғына ҡатнаша конкурста. Быйыл был сарала ҡатнашҡан Әбүбәкер ауылы ла шундайҙарҙан. Ғөмүмән, ҡоролтай "Айыҡ ауыл" конкурсын шундай юғары дәрәжәгә күтәреп, уның баһаһын арттыра алды, хатта бөгөн ниндәйҙер ауыл унда ҡатнаша икән, райондың да статусы күтәрелә, социаль йәһәттән башҡарған эштәре лә күренә. Шуға ла бәйге барышында райондар араһында үҙ-ара ҡаты көрәш бара, тип әйтһәм дә яңылышмаҫмын.
Н. Билалова: Тулыһынса был фекер менән килешәм: Әбүбәкер ауылы күптән үҙенең йәшәү рәүеше менән әҙер ине был бәйгегә. Бөтөн халыҡ, аҡһаҡалдар ҡоро, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, биләмәләге башҡа учреждениелар хеҙмәткәрҙәре бик сәмләнеп тотондоҡ был эшкә. Ниндәй генә сара үткәрмәнек: урамдар байрамы булды, йолалар күрһәтелде, хатта балыҡсылар ярышы ла үтте. Иң мөһиме, балаларҙы һәр сара уртаһында йөрөтөргә тырышабыҙ, быйыл да мәктәптә ауылдашыбыҙ, Чечня һуғышында һәләк булған Шамил Балдыбаев иҫтәлегенә ҙур спорт ярыштары булды, унда ир-егеттәр әүҙем ҡатнашты. "Әлибаев уҡыуҙары" әҙәби-ижади конкурсына йомғаҡ яһаныҡ, "Илһөйәрлек рухы һүнмәһен" тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙары әле бына тамамланып тора, уҡыусылар фәнни эшкә лә йәлеп ителә шулай. 11 йыллыҡ урта мәктәбебеҙҙе һаҡлап ҡала алдыҡ, мәктәп булмаған ауылдың киләсәге юҡ. Ағинәйҙәребеҙ тыуған яҡ ҡырҙарынан йыйылған үләндәрҙән "Әбүбәкер сәйе" әҙерләй, ул үҙенсәлекле брендҡа әүерелеп китте хәҙер. Гәләбәште тергеҙеп ебәрҙеләр, үҙебеҙҙең төбәккә хас селтәр биҙәүесе эшләйҙәр.
Р. Рәсембәтова: Әбүбәкер ауылы халҡы үҙенә башҡа ул, улар бик дәртле, тырыш, Наилә Рәхимйән ҡыҙы әйтмешләй, ауылдарына ғына хас шөғөлдәре бар. Лидерҙары көслө. Бәйгелә ҡатнашырға теләгән һәр ауылға "Көслө лидерҙарығыҙ булһа, уңаһығыҙ", тип әйтәбеҙ. Ауылда кемдер башлап йөрөргә тейеш. Иң мөһиме - был ауыл халҡы бөтөн нәмәне бергәләп эшләй: бергәләп саңғыға баҫалар, быйыл ауылдың һәр кешеһе ГТО тапшырырға сыҡты. "Ете егет" телевизион бәйгеһенә оҡшатыбыраҡ, ҡыҙҙар араһында "Ете ҡыҙ" тигән матур сара ойошторҙолар.

"Ете ҡыҙ" бәйгеһенең төп маҡсаты нимәлә?

Н. Билалова:
Ҡыҙҙар һөнәрле булһын, үҙ мәҙәниәтебеҙгә ылыҡһын, тинек. Һөнәре булғандар насар ҡылыҡтарға бирелмәй, тормошта юғалып ҡалмай. Бәйге 7 көн барҙы. 1-се көнөндә Миңзәлә Билалова - сигеүгә, 2-се көнөндә Гүзилә Әбүбәкерова - орсоҡ менән йөн иләргә, 4-се көнөндә үҙем стилләштерелгән селтәр эшләргә өйрәттек. 5-се көнөндә райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, район Мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ишемғолова - бишек йыры, 6-сы көнөндә ағинәйебеҙ Әлфиҙә Ултыраҡова бейеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. 7-се көнөндә ауыл старостаһы Рамаҙан Назаров яндан уҡ атыу серҙәренә төшөндөрҙө. Идея авторы - мәҙәниәт идаралығы начальнигы Мәмбәтова Лариса Рәшит ҡыҙы.
Р. Рәсембәтова: Райондың берәй ауылы "Айыҡ ауыл" бәйгеһендә ҡатнашырға теләк белдерһә, ниндәй саралар ойошторорға була, тип күмәкләп уйлайбыҙ. Бына был "Ете ҡыҙ" бәйгеһен башҡа ерҙә үткәреп булмаҫ ине. Ә Әбүбәкерҙә һөнәр белгән, уны башҡаларға өйрәтә алған апайҙар бар. Шуға ла уны Әбүбәкер ерлегендә күрһәтергә булдыҡ, башҡалар ҙа эләктереп алыр әле, бәлки, район кимәленә лә сығарырбыҙ.

Район "Айыҡ ҡатын" тигән проект эшләп, барыһын да аптырауға һалды, тиһәм дә яңылышмаҫмын. Күптәргә бик оҡшап етмәгән был проект ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейеш тип уйлайһығыҙ?

Д. Аҡҡужина:
Беҙ уны әле генә иғлан итеп тормайбыҙ, был хәрәкәт беҙҙә күптән бара. Тик ошо проблеманы йәмәғәтселеккә сығарыу ваҡыты етте, тип иҫәпләйбеҙ. Башҡалар ҙа күҙ йоммаһын ауылдарындағы эскән ҡатындар, эскән ғаиләләрҙең проблемаларына. Эсергә мәжбүр булғандар ҙа яңғыҙ тороп ҡалмаһын, бәлки, ғаилә хеҙмәтенән ниндәйҙер ярҙам кәрәктер, тип тә уйланылды уны ойошторорға ҡарар иткәндә. Ысынлап та, был проектты ҡабул итмәйерәк торалар. Ул маҡсатлы аудиторияға йүнәлтелгән. Ни эшләп атамаһы шундай, тиҙәр. "Айыҡ ҡатын" тигән һүҙбәйләнештең антонимы бар - "Иҫерек ҡатын". Был үҙе үк аяныс бер фажиғә булараҡ ҡабул ителә бит.
Р. Рәсембәтова: Был проблема йәмғиәттә бар, тик беҙ ул һаҙлыҡтағы кешеләрҙе күрмәмешкә һалышабыҙ. Улар менән эшләргә, уларҙы айыҡтырырға кәрәк. Эскән ҡатындар Хәйбуллала ғына икән, тип уйламағыҙ, улар һәр ауылда, ҡалала бар. Был проблемала иң ҡурҡынысы - балалар йонсой. Тик берәү ҙә күршем, ҡыҙым, киленем эскесе тип әйтмәй. Башҡорттарҙың менталитеты шулай бит, бәләне тышҡа сығарыу юҡ. Ә бит ваҡытында дауалаһаң, сир улай төпкә төшөп тә китмәҫ ине. Был проекттың үҙенсәлеге нимәлә - эсеүен ташлаған ҡатындар был турала асыҡтан-асыҡ һөйләй, беҙҙең менән бергә төрлө сараларҙа йөрөй. Яңыраҡ ҡына Бөрйән, Йылайыр райондарының "Айыҡ ауыл" бәйгеһендә ҡатнашыусы ауылдары менән Әбүбәкер ерлегендә ошо йәһәттән тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Берәү ҙә битараф ҡына тыңлап ултыра алманы.
Д. Аҡҡужина: Күптәр белмәйҙер ҙә, 2019 йылдан "Берҙәм Рәсәй" партияһы "Минең ғаиләм" тип аталған проект булдырҙы, уның "Яҡты юл" тигән реабилитация үҙәге бар, дауаланыу өсөн түләргә кәрәкмәй. Медикаментоз дауалау түгел, унда шәп психологтар эшләй. Теләк менән барғандарҙың, әлбиттә, һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ. Шулай ҙа 25 кешене ебәреп, уларҙың 5-әүһе сәләмәт йәшәүҙе һайлай икән, был да ҙур уңыш беҙҙең өсөн.
Р. Рәсембәтова: Бер тапҡыр 6 бала тәрбиәләгән әсәнең 1 аҙна өйҙә булмауы тураһында хәбәр килде. Опека органдары менән ул йортҡа юл тоттоҡ. Бәләкәй 5 бала, алтынсыһының, ике айлығының муйыны, саттары һөйәгенә тиклем сейләнеп бөткән, үҙемдең ҡулдарым менән алып сыҡтым уны. Бала үҫешмәгән, илай ҙа алмай, хәле лә юҡ. Өләсәйҙәре, олатайҙары иҫерек. Шул балаларҙың әсәйе дауаланды, балаларын үҙенә алды, әле ҡәҙимге генә донъя көтә. Ә 24 йәшлек бер ҡатынды ике ай буйына дауаланырға йөрөтөп тә, эскелек һаҙлығынан ҡотҡара алманыҡ, ике балаһы әсәй тәрбиәһенән мәхрүм. Ошондай ҡатындар, ошондай хәлдәр һирәк булһа ла бар. Уларҙы күргәндән һуң эскән ҡатындар проблемаһын инҡар итеп булмай. Проектта ла бит, "Әйҙәгеҙ, бөтөнләй өҫтәлгә ултыртмайыҡ спиртлы эсемлектәрҙе", тип саҡырабыҙ. Ултыртаһың, кемдер әйтмешләй, "культуралы" эсәһең икән, киләсәктә балаң барыбер эсәсәк, тигәнде аңлатабыҙ.

Мобилизацияланғандарға ла гуманитар ярҙамды былтыр йәй башында уҡ Хәйбулла ағинәйҙәре башлап ебәргәйне. Был эш нисек ойошторолған һеҙҙә?

Р. Рәсембәтова:
Ағинәйҙәр хәрәкәтен мин бик юғары баһалайым. Был хәрәкәттә бит элек уҡытыусы, табип, клуб хеҙмәткәре булып эшләгән, ауылдың юғары ҡатламы йөрөй. Уларҙың һәр эше генә түгел, үҙҙәренең йәшәү рәүеше үк өлгө. Әйтәйек, эскелек менән көрәштә лә флаг тотоп көрәшеүгә ҡарағанда, үҙеңдең өлгөңдә тәрбиәләү - иң дөрөҫө. Мин, ғөмүмән, эскелеккә ҡаршы көрәш тип әйткәнде яратмайым. "Айыҡ ауыл"да ҡатнашыу эскелеккә ҡаршы көрәшеү түгел, айыҡлыҡ өсөн көрәшеү ул. Шуға ла ағинәйҙәргә: "Әйҙәгеҙ, ҡырыныраҡ баҫҡандарҙы ла үҙегеҙҙең арбаға ултыртып алығыҙ", - тип әйтәм. Ҡайһы бер ауылдарҙа шулай итәләр ҙә.
Н. Билалова: Ысынлап та, беҙҙең ағинәйҙәр былтыр йәй башында уҡ ойоҡбаштар бәйләй башлағайны инде. Иң тәүгеләрҙән булып Әбүбәкер ҡоротон киптереп тә, һауыттарға тултырып та ебәрҙек, егеттәребеҙгә ул барып еткән, сәләмдәрен еткерҙеләр. Бөтөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йыйылып, клубта һалма ла йәйҙек, балаклава ла тектек, сәйҙәр ҙә төрҙөк. Әле бына Әбүбәкерҙең халыҡ театры Мәүлит Ямалетдиновтың "Ҡыҙыл итектәр" әҫәрен сәхнәләштерҙе лә, ауылдарға, хатта башҡа райондарға сығып күрһәтеп йөрөйбөҙ. 140 мең аҡса йыйылды, уға Әбүбәкер егете йөрөгән подразделениеға тепловизор һатып алып ебәрәсәкбеҙ.

Шулай итеп...
"Бәйге тамамланыуға табан бара, ошондай әүҙем йәшәү рәүеше ҡанығыҙға һеңеп бөттө инде, артабан нимә эшләйәсәкһегеҙ?" - тигән шаяртыуға хәйбуллаларҙың яуабы шулай булды: "Кеше бер юғарылыҡты ала икән, ул унан төшмәйәсәк!" Роза Раузат ҡыҙы бик хаҡлы билдәләүенсә, ауылдар бөтөп бара, ауылдарҙа эш юҡ, ауылдар эскелек һаҙлығына батҡан инде, тигән һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй бөгөн. Иң төпкөл тип иҫәпләнгән ауылда йәшәүселәрҙең дә тормошон барып күрегеҙ, бөтөн уңайлыҡтары булған зауыҡлы йорттар төҙөп, етеш йәшәй улар, бары тик тәүфиҡты, иманды арттырыу йәһәтенән эшләргә кәрәк. Ауыл бар, ауыл йәшәй, ауыл сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай - бәйгелә ҡатнашыусы ауылдар ошоно иҫбатлай.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.23 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru