«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЛГӨРҘӘР ӨЛГӨЛӨ БУЛА
+  - 

Үтә күренмәле заманда йәшәйбеҙ. Ер шарының төрлө тарафтарында булған хәл-ваҡиғалар менән хәбәрҙарбыҙ. Мәғлүмәттең киңлеге ялҡытып та китә, валлаһи! Әммә Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында бейеп йөрөүсе башҡорт балалары төшөрөлгән видеороликты күргәндәр социаль селтәрҙәргә рәхмәт әйтеп, ҡыҫҡа һәм танһыҡ тамашаны ҡат-ҡат өйрөлтөп ҡарағандарҙыр.

Һай, оҫта бейейҙәр бит, күҙ теймәгерҙәр! Кемдәр улар ил үҙәгенең төп майҙанында тыпыр баҫыусылар? Яуап шундай: Баймаҡ ҡалаһының Радик Бакиров етәкселегендәге "Саптар" өлгөлө балалар хореография студияһы бейеүселәре улар! Өлгөлө ансамблдең өлгөр бейеүселәре!
Беҙ, тамашасылар, тамаша ҡылып һоҡланыу менән генә сикләнәбеҙ, ә бит өлгөлө студия исеменә лайыҡ булыу, артабан мәртәбәле дәрәжәне саф килеш һаҡлау өсөн күпме хеҙмәт, сабырлыҡ кәрәклеге тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Бында төп көс ансамбль етәксеһе Радик Бакиров иңенә төшәлер.

Күгәрсен районының Моҡас ауылында тыуып, мәктәпте Баймаҡта тамамлаған Радик ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, оҙаҡ уйламай, Стәрлетамаҡҡа бейеүсегә уҡырға китә. Һөнәр алғас, һигеҙ йыл Борайҙа мәҙәниәт йортонда эшләй. Шул осорҙа ул өс бейеү ансамбле төҙөп, шуларҙы етәкләй. 2013 йылда Баймаҡҡа Халыҡ ижады йорто директоры булып эшкә ҡайта. Ике йылдан тәжрибә туплау өсөн Татарстанға сығып китә һәм Сарман районында мәҙәниәт йорто директорының ижад буйынса урынбаҫары булып эшләй, режиссер ҙа була, сценарийҙар ҙа яҙа, бейеп тә ала, йәғни сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә таныш булған тынғыһыҙ хеҙмәт юлын үтә.
Кире Баймаҡҡа әйләнеп ҡайтҡас, "Саптар" бейеү ансамбленең яҙмышы башлана һәм һигеҙ йыл дауам итә. Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй бейеү фестивалендә беренсе урын алыу ҙур хеҙмәттең лайыҡлы бер һөҙөмтәһе булып тора ла инде.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров әйтеүенсә, "Саптар" бейеү ансамблендә 4 йәштән алып 15 йәшкә тиклем 250-нән ашыу бала шөғөлләнә. Күптәренең атайҙары махсус хәрби операцияла. Ул балалар, һис шикһеҙ, атайҙарын һағына торғандарҙыр. Улар менән атайҙарса ла, педагог булараҡ та аралашырға тура килә Радик Шамил улына, шуға ла балаларҙың әсәйҙәре, өләсәйҙәре уға үҙҙәренең сикһеҙ рәхмәтен еткерә.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.23 | Ҡаралған: 100

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru