«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕРҘӘГЕ ОЖМАХ
+  - 

Балалар, уҡыусыларым, мәктәп алдында үҫеп ултырған ҡайынға текәлеп уйға батҡан. Ҡайынға ҡарап, баштарына ниндәй уйҙар килеүе тураһында инша яҙырға ҡушҡайным...

Ҡырҡ ата балаһы ни тураһында уйлайҙыр, әлегә мәғлүм түгел. Ниндәй зифа ҡайын, тип һоҡланалыр, бәлки, береһе. Икенсеһе, был ҡайынды тураҡлағанда дүрт-биш бағана сыға, тип фаразлайҙыр. Түмәрҙәргә бысып, ярып һатҡанда, биш мең аҡса эшләп була, тип, хаҡ ҡуйыусыһы ла барҙыр. Бәлки... Ниңә балалар өсөн уйлайым әле, улар аҡыллыраҡ, һәр хәлдә, мәрхәмәтлерәк. Тормош бит һәр беребеҙҙең тәбиғәткә, эргә-тирәләребеҙгә ҡарата булған мөнәсәбәтебеҙҙән тора. Һинең ҡулыңда алтындан эшләнгән арыҫлан һыны. Ҡайһылай матур эшләнгән, тип һоҡланһаң, алтынды күрмәйәсәкһең. О, был бит алтын, тип иҫең китһә, арыҫланды күрмәйәсәкһең. Тормош шулай ҡоролған - Әлмисаҡтан алып Ахырға тиклем!
Был донъяла һәр беребеҙҙең әлмисағы һәм ахыры бар. 25 йәшендә миллионер булған, Apple компанияһына нигеҙ һалыусы Америка миллиардеры Стив Джобстың һуңғы һүҙҙәре тәрән уйға һала. Ул 56 йәшендә генә рактан ауырып үлә. Дауаханала ул ошоларҙы яҙып ҡалдырған: "Бизнеста мин ҙур уңышҡа өлгәштем. Әммә эштән башҡа артыҡ ҙур ҡыуаныстарым юҡ. Төптән уйлаһаң, байлыҡ - ул ғәҙәтемә әйләнгән факт ҡына. Әлеге мәлдә, ауырып йығылғас, үткән ғүмеремде хәтерләйем һәм аңлайым: ҡотолғоһоҙ үлем алдында байлығымдың да, билдәлелегемдең дә бер мәғәнәһе лә юҡ.
Үҙегеҙҙе иркәләгеҙ, башҡаларҙы хөрмәт итегеҙ. Олоғайған һайын аҡылға ултырабыҙ һәм яйлап аңлай башлайбыҙ: 30 долларлыҡ сәғәт тә, 300 долларлығы ла бер үк ваҡытты күрһәтә. Аҡса янсығыбыҙҙың хаҡы 30 доллар, йә 300 доллар булыуға ҡарамаҫтан, бер үк суммалағы аҡсаны һыйҙыра ала.
150 мең долларлыҡ автомобилдә лә, 30 мең долларлығында ла бер үк араны үтеп, тәғәйен урынға барып етәбеҙ.
300 квадрат метрлыҡ өйҙә лә, өс меңлегендә лә үҙеңде бер үк кимәлдә яңғыҙ тояһың.
Һеҙҙең ысын бәхетле булыуығыҙ был донъяның матди әйберҙәренә бәйле түгел.
Әгәр ҙә беренсе класлы йә эконом-класлы самолетта осһағыҙ ҙа, ул ҡолаһа, бергә ҡолайһығыҙ.
…Аңларһығыҙ тип өмөт итәм, эргәгеҙҙә дуҫтарығыҙ, йә иһә һеҙҙе аңлаған кеше булһа, ысын бәхет - шул! Бәхәсһеҙ биш факт бар: балаларығыҙҙы бай бул, тип тәрбиәләмегеҙ, бәхетле булһын, тип ниәт ҡылығыҙ. Шулай булғанда, улар, үҫеп еткәс, әйберҙәрҙең хаҡын түгел, ҡиммәтен беләсәктәр.
Ашаған ризығығыҙ дарыу булһын. Шулай булмаһа, дарыуҙарҙы ризыҡ урынына ашарһығыҙ.
Кемдәр һеҙҙе ярата, бер ваҡытта ла ташламаҫ, хатта 100 процент сәбәптәре булһа ла, ир кешеме ул, ҡатын кешеме -һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа көс табасаҡ. Кеше булыу һәм кешелекле булыу араһында бик ҙур айырма бар. Алға тиҙерәк барғығыҙ килһә, яңғыҙ атлағыҙ! Йыраҡҡа юл тотһағыҙ, бергәләп барығыҙ!".

Шулай итеп...
Ҡайынды күҙәткән балалар ни тураһында уйлай икән? Һеҙҙең баштан ниндәй уйҙар үтте? Тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Аллаһы Тәғәләгә мөнсәбәтегеҙ ниндәй? Аңлайым, бөтәбеҙ ҙә бер иш уйламайбыҙ. Сөнки, әлеге лә баяғы, мөнәсәбәттәребеҙ менән айырылабыҙ. Ҡөрьәндәге Аллаһ һүҙҙәрен күңелебеҙ менән ҡабул итеп, бөтәбеҙ ҙә бер иш аңлаһаҡ, Әлмисаҡҡа ҡайтһаҡ, ҡайын һынын бер иш ҡабул итһәк, ерҙәге ожмах кире ҡайтыр һымаҡ...

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.23 | Ҡаралған: 97

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru