«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Шуныһы иҫ китмәле, Филиппов ҡурғаны табылдыҡтарының абсолют күпселеге шул уҡ дәүергә ҡараған Себер, Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Европаның көньяҡ өлөшө ҡурғандары табылдыҡтары формаларын ҡабатлай. Уларҙың бер үк һөнәр үҙәктәрендә эшләнеүе һәм мәҙәни яҡтан ҡәрҙәш ҡәүемдәр араһында таратылыуы шик тыуҙырмай. Шундай үҙәктәрҙең береһенең Көньяҡ Уралда, Көньяҡ һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан территорияһында булыуы мөмкин. Филиппов ҡурғанында яһалған асыш Көньяҡ Уралдың боронғо тарихын өйрәнеү йәһәтенән донъяуи әһәмиәткә эйә. Был төбәктең дах-массагет ҡәбиләләрендә бөткөһөҙ хазиналарға эйә булған кешеләр булыуын ышаныслы рәүештә раҫлаусы факт. Әгәр табылған предметтарҙың байлыҡтың бары тик алтынлата сағылышы ғына булыуын һәм улар артында меңәрләгән баш мал-тыуар, меңләгән бәйле кешеләр һәм икһеҙ-сикһеҙ ер биләмәләре булыуын иҫәпкә алһаҡ, б.э. тиклем V - III быуаттарҙа ниндәйҙер бер кешенең ырыуҙаштары һәм, бәлки, Көньяҡ Уралдың барса халҡы өҫтөнән ниндәй ғәмәли власть тотоуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Алтын, көмөш, бронза предметтарҙың һаны һәм төрҙәре, уларҙы эшкәртеүҙәге юғары художество оҫталығы буйынса Филиппов ҡурғанын ул замандағы Евразия күскенселәренең иң аҫыл ҡомартҡылары рәтенә ҡуйып була.
Филиппов ҡурғаны Көньяҡ Уралдың ошо типтағы йөҙәрләгән ҡурғандарының береһе ул. Улар Баймаҡ, Хәйбулла һәм Башҡортостандың башҡа көньяҡ райондарында, Ырымбур тарафтарында һәм Силәбе өлкәһендә бик күп. Ҡаҙағстандың Урал өлкәһендә бейеклеге 18 м, диаметры 160 м ҙурлыҡ ҡурған булыуы билдәле. Филиппов ҡурғаны менән сағыштырһаҡ, уларҙың барыһының да иртә тимер быуатына ҡараған иртә күскенселәр дәүләтенең иң арҙаҡлы шәхестәре ҡәберҙәре өҫтөнә ҡоролған ҡомартҡылар булыуын раҫларға мөмкин. Әммә, дах-массагет һәм исседон йәмғиәтенең иртә синфи характерҙа икәнлеген, уларҙың үҙҙәренең дәүләти берләшмәләре булыуын таныған хәлдә лә, Көньяҡ Уралдың үҙаллы мәҙәни-сәйәси үҙәк булараҡ әһәмиәтен арттырып күрһәтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Көньяҡ Уралдың малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләренең үҙҙәренең мәҙәниәтенең характеры, көнкүреше һәм сығышы буйынса Ҡаҙағстан, Арал алды-Каспий далалары күскенселәренең бер өлөшө булыуы шарттарында ижтимағи үҫеш кимәленең юғарылығын ошо төбәк халыҡтарының уртаҡ ҡаҙанышы итеп ҡарау фарыз. Ул заманда уҡ, һауа шарттарына бәйле, ат көтөүҙәрен көньяҡтан төньяҡҡа һәм кирегә табан күсереп йөрөтөүгә нигеҙләнгән малсылыҡ хужалығын алып барыу өсөн Көньяҡ Урал далаларының тейешле объектив фактор икәнлеген иҫәпкә алыу ҙа ошолай итеп фекер йөрөтөргә нигеҙ булып тора.

15-се һүрәт. Филиппов ҡурғаны материалдары буйынса ҡораллы күскенсе-яугир кейеменең реконструкцияһы (Л. Т. Яблонский буйынса).

Көньяҡ Уралдың урман һәм урман-дала зонаһы ҡәбиләләре

Йәшәгән ерҙәренең физик-географик шарттары төрлөсә булыуы төбәк халыҡтарының йәшәү рәүешендә һәм матди мәҙәниәтендә асыҡ сағылыш таба. Ошоға ярашлы урман һәм урман-дала райондары ҡәбиләләре дала күскенселәренән аныҡ билдәле булған ултыраҡ тормош алып барыуҙары менән айырылып тора. Улар араһынан бигерәк тә Көнбайыш Урал буйының ананьин һәм ҡараабыҙ, Көнсығыш Урал аръяғының иткүл, горохов һәм сармат мәҙәниәттәрен айырым ҡарау фарыз.

Ананьин мәҙәниәте ҡәбиләләре

Көнбайыш Урал буйының урман-дала райондарында дах-массагет ҡәбиләләре шартлы рәүештә ананьинсылар (Кама йылғаһы буйындағы Ананьин ауылы эргәһендә яҡшы өйрәнелгән тәүге ҡәберлектең атамаһына ярашлы) тип нарыҡланған ултыраҡ тормошло, малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән ҡәбиләләргә күрше йәшәгән. Б.э. тиклем VIII-II быуаттарҙа ананьин ҡәбиләләре Ағиҙел һәм Кама йылғалары, уларҙың барса ҡушылдыҡтары буйҙарында киң массив рәүешендә таралып йәшәй, һәм ошо йәһәттән Көнбайыш Урал буйындағы (Ағиҙел йылғаһы бассейнында) ананьинсылар төркөмдәре Кама йылғаһының бөтөн бассейнындағы күп һанлы, әммә сығыштары һәм мәҙәниәттәре буйынса ҡәрҙәш ҡәбиләләрҙең бер өлөшө генә булып тора. Күрәһең, Геродот Ҡара диңгеҙ скифтарынан төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан алыҫ урман төбәгендә йәшәүсе фиссагеттар - күп һанлы һәм үҙенсәлекле ҡәбилә хаҡында яҙғанында ананьин ҡәбиләләрен күҙ уңында тотҡан. Геродот уларҙың һунарсылыҡ менән көн итеүе, ошо яҡтарҙа уларға күршеләш булған иирк исемле кешеләр йәшәүе хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.23 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru