«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӨГӘН АЯҠҠА - ЙҮРМӘ, ЙҮРМӘ БУЛМАҺА – ЯРМА
+  - 


Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы таныуынса, кеше ҡабул иткән аҙыҡтың 40 проценты ярмаларҙан торорға тейеш икән. Сөнки улар көс-ҡеүәт биреүсе ҡатмарлы углеводтарҙан тора һәм һаулыҡҡа, хәл-торошобоҙға бик ыңғай тәьҫир итә.

Ә бит беҙҙең халыҡ борон-борондан сәсеп үҫтергән һәм ҡулланған ярма-игенде. Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо замандарҙа уҡ иген үҫтереү менән шөғөлләнгәнен "сәсеү" һүҙенең мәғәнәһенән дә күрәбеҙ. Көньяҡ Уралда көн күргән боронғо арийҙарҙың санскрит һүҙлегендә "sasya", йәғни башҡортса "сәсеү" һүҙе бар. Уларҙан әҙерләнгән бутҡа һәм өйрә, ыумас ашы кеүек ризыҡтар атамалары ла бар телебеҙҙә. Халыҡ ижадына мөрәжәғәт итһәк, был турала мәғлүмәт ярайһы ғына күп теркәлгән:

Бутҡа бешерһәң, майың етерлек булһын.
Бутҡа майҙан туймай.
Кеше өйрәһе үҙеңдең бутҡаңдан тәмлерәк күренә.
Бутҡаң майлы булһа, эшең яйлы булыр.
Көн дә майлы бутҡа булмай.
Өйөндә өйрә эсә алмаған,
кешегә барып бутҡа ашаған.
Һарандың бутҡаһы шыйыҡ булыр.
Һүҙҙән бутҡа бешмәҫ.
Эш майлы бутҡа түгел.
Эш яйы менән, бутҡа майы менән.
Бергә бешергән өйрә ҡуйы булыр.
Өйрәне өйҙә һыуыт.
Өйө бейектең өйрәһе шыйыҡ.
Итле өйҙә ике кис, өйрәлелә бер кис.
Өйрәлелә бер кис, бутҡалыла ике кис.
Эйе, "Ас хәлен туҡ белмәй", тигән заманда йәшәп, ризыҡ ҡәҙерен белмәгән быуындар үҫте хәҙер. Шуға күрә үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән, беҙгә тәғәйен аҙыҡтар тураһында һөйләшеүҙе дауам итеп, онотолғанын иҫкә төшөрөп, уларҙың әһәмиәтенә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтеп, ярмалар төрө, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләшеп алыуҙы кәрәк тип таптыҡ.
Ямғыр, яу, яу, яу,
Иген үҫһен тау-тау
Арыштан, бойҙайҙан-
Беҙ һорайбыҙ Хоҙайҙан!
Был теләктән күреүебеҙсә, иң тәүҙә иҫкә алыу кәрәкле бөртөклө ашлыҡ ошо икәүҙер.

Арыш (рожь) - оҙонса нәҙек орлоҡло, ҡыяҡ япраҡлы ашлыҡ, шул үҫемлектең орлоғо. Дөрөҫ туҡланыу ниәтенән ҡараһаҡ, арыш үҙенең үҙенсәлектәре менән күберәк файҙалы. Арыш ярмаһы һәм оно бойҙайға ҡарағанда һаулыҡ өсөн әһәмиәтлерәк, тип таный белгестәр. Бойҙайҙан айырмалы рәүештә, унда бөртөк ашлыҡтағы аҡһым матдә-елемсә (клейковина) әҙерәк. Бөтә Рәсәй Орлоҡ һәм уны аҙыҡҡа эшкәртеү буйынса фәнни-тикшеренеү институты (ВНИИЗ) раҫлауынса, арыш орлоғон ҡулланыу, уның составында аминокислоталар һәм аҙыҡ сүстәре күп булыу сәбәпле, иммунитетты күтәреү һәм ҡан ауырыуҙарына дусар булыуҙан һаҡланыуҙа иң беренсе урында тора.
Е, А и РР витаминдарына, фосфор, кальций, магний һәм тимергә бай арыш ярмаһы һәм оно бик файҙалы ашамлыҡ. Халыҡ та быуаттар буйына уға тейешле баһа бирә килгән: Арыш икмәге ашаһаң, быуының ныҡ булыр. Арыш икмәген майлап аша (әйтем). Арыш сәсһәң, икмәк ашарһың. Арыштың хисабы һуҡҡас беленер. Атың барҙа арыш сәс.

Бойҙай (пшеница) - орлоғонан аҡ икмәк һәм башҡа ҡамыр аштары бешереү өсөн әҙерләй торған башаҡлы үҫемлек һәм шул үҫемлектең орлоғо. Халыҡ ижадында ул түбәндәге мәҡәлдәрҙә бик мәғәнәле ҡулланылған: Бойҙай сәсһәң, башағын йый, шалҡан сәсһәң, тамырын йый. Бойҙай яҡшыһы ерҙән, ҡатын яҡшыһы ирҙән. Бары ла яҡшы - беҙ яман, бары ла бойҙай - беҙ һалам. Ирҙәр - имән тамыры, ҡатындар - бойҙай ҡамыры. Бойҙай ҡылсыҡһыҙ булмаҫ.
Химия юлы менән ағартылған бойҙай онона төрлө тәмләткестәр ҙә ҡушып ебәреп, төрләндереп бешерелгән ҡамыр ризыҡтарына һалышты халыҡ. Ә бит аҡ икмәк, аҡ ҡалас ҡасандыр тик байрам ашы тип кенә һаналған. Уларҙы көндәлек ҡулланыу аҙыҡ эшкәртеү юлын тотҡарлап, яй үҙләштерелеп, кәүҙә ауырлығын арттырыуҙа ҙур роль уйнай! Бойҙай ононан күпертеп бешергән аҡ икмәккә ҡаршы, арыш ононоң үҙәсеткеһендә бешергән икмәктең файҙаһы тураһында мәғлүмәт һәм рецепт менән уртаҡлашып, күптән Башҡорт Википедияһында мәҡәлә яҙып ҡуйғайным. Беҙҙең халыҡ шул идеяны эләктереп ала һалмай, магазиндан алған агрессив әсетке (дрожжи) менән мауығыуын дауам итә, үкенескә күрә.

Арпа(ячмень) - орлоғо ярма, һыра һәм фураж әҙерләү өсөн файҙаланыла торған оҙон ҡылсыҡлы ашлыҡ. Тибет белгестәре был аҙыҡтың тәнебеҙҙәге "ел-һауа" элементын һәм үт һыуын баҫыуҙа, тынысландырыуҙа,быуындарҙа йыйылған ағыулы матдәләрҙән арындырыуҙағы әһәмиәтен билдәләй. Арпа-бойҙай аш булды, алтын-көмөш таш булды. Арпа алтмыш көндә өлгөрә. Арпа сәскән бойҙай урмаҫ. Бәхетһеҙ кеше бойҙай сәсһә, арпа үҫер. Ошондай мәҡәлдәрҙән күреүебеҙсә, халыҡ уны бойҙайҙан кәмерәк күргән һымаҡ. Әммә тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, арпа ярмаһы А, Е, В, РР витаминдары, үҫемлектең ҡабығын барлыҡҡа килтерә торған матдә (клетчатка), тимер, йод, калий һәм фосфорға бай булараҡ, бик файҙалы ризыҡ. Арпа бәүел ҡыуыу, тәнде төрлө токсиндарҙан таҙартыу һәләтенә лә эйә икән. Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалала "Детокс-үҙәктә" дауаланыу үткәндә көн дә тәлбинә тигән шыйыҡ бутҡа рәүешендәге эсемлек бирелә ине. Ашханала эшләүсе ҡатындарҙан шул ризыҡты арпа онон һөттә бешереүҙәрен төпсөнөп белеп ҡайттым һәм уны йыш ҡына үҙем дә әҙерләп алам.

Борсаҡ (горох) - ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, баҡсала, йәки баҫыуҙа үҫтерелә торған түңәрәк орлоҡло бер йыллыҡ үҫемлек. Һүҙ берегеп, килешеп эшләү осрағын халыҡ - борсағы бешеү; маҡтаныу, шапырыныу, кәрәгенән артыҡ шаштырып һөйләүҙе борсаҡ һиптереү, шыттырыу тип кинәйәләһә, мәҡәлдәрҙә лә ул иҫкә алына: Асҡыс йоҙағы менән, борсаҡ ҡуҙағы менән. Хаҡ ярым хаҡ, бот ярым борсаҡ.
Мин үҙем борсаҡты баҡсала үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа йәшел ҡуҙаҡлы килеш туңдырғыста һаҡлайым. Әммә магазиндан алған борсаҡ ярмаһын да ҡулланам. Бешеүе оҙаҡ булғаны өсөн тәүҙә ярманы бер нисә сәғәт һыуҙа тотоп торам. Ҡыҙҙырылған кишер, һуған, ашҡабаҡ, картуф, киптерелгән йә туңдырылған йәшел үлән тәмләткестәре ҡушып бешергәндән һуң блендерҙа иҙеп әҙерләгән өйрәне ваҡ шаҡмаҡтар рәүешендә киптергән шөкәрә менән ашарға бик яратабыҙ.

Ҡарабойҙай (гречиха) - аҡ, баллы сәскәле, өс ҡырланып торған көрән орлоҡло иген үҫемлеге. Шул үҫемлектең аҙыҡҡа ҡулланылған орлоғо. Ҡарабойҙай ярмаһында протеин, кальций, цинк, А, В, Е һәм РР төркөмөнә ҡараған витаминдар етерлек. Составында 12 процент аҡһымға 3 процент ҡына май тура килеүен һәм 100 грамм ярманың 313 ккал биреүен иҫәпкә алып, бөтәүләй һәм ваҡланған ярманы диетологтар күптәргә тәҡдим итә. Ошо сифаты менән ҡарабойҙай ярмаһы эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләй, холестеринды кәметеп, шәкәр диабеты һәм гипертония сирҙәрен иҫкәртә. Был ярма иң оҙайлы һаҡлау ваҡытына ла эйә икән, хатта дымлы урында ла күгәреүгә бирешеп бармай.

Тары (просо) - ваҡ ҡына йоморо орлоҡло, киң ҡыяҡ япраҡлы, ялбыр башаҡлы ашлыҡ. Шул ашлыҡтың орлоғонан ярма эшләнә (пшено). Дары, тарҡалыу һүҙҙәре уға тамырҙаш. Тарыға бәйле мәҡәлдәрҙең күплеге был ашлыҡтың беҙҙең халыҡта борондан ҡулланылғанына дәлил: Донъя киң тип, таралма: таралған тарыны тауыҡ сүпләй. Табылмаған мал тары бөртөгөнән дә күп. Тамаҡ, бахыр, тары төйҙөрөр. Барыҫ йылы барын сәс, һис булмаһа, тары сәс. Бер тарынан бутҡа булмаҫ, бутҡа булһа ла йортҡа булмаҫ. Танһыҡҡа - тары бутҡаһы. Тары бутҡаһы танһыҡҡа ла килеште, таҡыя ташлап кереште. Тауыҡ төшөнә тары инер. Торна күҙе тарыла. Торнанан ҡурҡҡан тары икмәҫ. Тәңре көнө тарынан да күп. Тупраҡ игеп, тары урмаҫһың. Тауҙай тырышлыҡ биргәнгә, тарылай бәхет бир.
Тары бутҡаһы, тары ҡоймағы кемгә генә таныш түгел! Тултырма эшләгәндә лә ит араһына тары ярмаһы ҡушып ебәрелә. Тибет медицинаһы тарыны кәүҙәне тығыҙландырыуға, ауырайтыуға булышлыҡ итеүсе аҙыҡ тип таный, тары ризыҡтарын һынған, сатнаған һөйәктәрҙе бөтәштереү маҡсатында ҡулланырға тәҡдим итә.

Һоло (овес) - ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, ялбыр башлы, көплө орлоҡло һабан ашлығы, шул ашлыҡтың орлоғо. Ат тартмай, һоло тарта. Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу. Һоло ашамаҫ арғымаҡ япраҡҡа моң булған. Түлһеҙ ҡатындарҙы имләүҙә ҡулланылған. Балаһы булмаған ҡатын итәгенә һоло һалып, яңы ҡолонлаған бейәне ашатырға тейеш.
Һыны, рәүеше килешһеҙ, оҫталығы, таһыллығы булмағанды һолһоҙ тип атауҙары ла ошо һүҙгә бәйле булып сыға түгелме?
Бөтәүләй һоло ярмаһын тирмәндә тарттырып, шул ондан ҡойған буҙа кемдәргә генә көс-ҡеүәт өҫтәмәгән?
А, В, Е витаминдарына, калий, магний, цинк һәм бета-глюканға ифрат бай һоло бутҡаһының ҡанды артыҡ холестериндан таҙартыуын, ҡандағы шәкәр кимәлен көйләп, аҙыҡ эшкәртеү процесын тиҙләтеүен иҫбатлай был өлкәләге тикшеренеүҙәр. Беҙ магазиндан һатып алған "овсянка" (геркулес) ярмаһының файҙалылығы кәмерәк, сөнки ул көбөһөнән таҙартылған. Шулай ҙа ярманың был төрө шәкәр һәм төрлө тәмләткестәр ҡушып тиҙ бешә торған итеп сығарылған әҙер бутҡаларҙан өҫтөрөнөрәк. Һуңғыһын ҡулланыуҙың зыяны, файҙаһына ҡарағанда күберәк, тиҙәр белгестәр.

Дөгө (рис) - ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған башаҡлы, аҡ оҙонсараҡ орлоҡло, йылы яҡтарҙа һуғарып үҫтерә торған үҫемлек. Шул үҫемлектең ашлыҡ өсөн алынған оҙонсараҡ аҡ орлоғо. Был ярма беҙҙә үҫтерелмәһә лә, күптән ҡулланыла торған ризыҡ. Дөгөнән әҙерләнә торған милли аш-һыу төрҙәре киң таралғаны һәр кемгә мәғлүм. Ә дөгөнөң тибет медицинаһында эс китеү һәм ҡоҫҡо килеүҙе туҡтатыу, енси яҡтан көсһөҙлөктө дауалағандарын, бәлки, кемдәрҙер белеп бөтмәйҙер. Шулай уҡ дөгөнө йылы миҙгелдә ҡулланыу яҡшыраҡ, сөнки уның организмды һалҡынайтыу, ҡыҙыуҙы һүндереү, тынысландырыу кеүек үҙенсәлектәре йылы яҡта һыуҙа үҫеүенә бәйле.

Ярма өсөн ҡулланылғандарынан тыш, ҡыҙҙырып ашала торған орлоҡтар ҙа бар. Шуларҙың береһе тарма (конопля). Һабағынан сүс, орлоғонан май һығып алына торған тарбаҡай ботаҡлы бейек үлән; киндер. Уның файҙаһын ата-бабалар төрлө яҡлап күргән: киндер сәсһәң, күлдәк кейерһең. Ҡара икмәккә туйған ас булмай, киндер күлдәккә туйған яланғас булмай. Беҙҙең халыҡта был үҫемлектең орлоғо менән туйыныу миҫалдары ла етерлек. Бына шуларҙың береһе менән "Таң" гәзитендә (15/11/2019) Ләлә Заманова уртаҡлашҡайны:
"...Әсәйем эшләп йөрөнө, ул-былды йүнләүгә шәп ине. Өйҙәге эштәр өләсәй елкәһендә. Ул киндер ҙә һуҡты. Тарма беҙҙең баҡсала күп үҫте. Орлоғо бешкәс, башта тарманың орлоғон һуғып алып, ҡыҙҙырып, килелә төйә һәм йомарлап алып, сәй эскәндә беҙгә балғалаҡ башындай ғына итеп тәмләргә бирә ине. Уның тәмлелеге! Майлы ғына була торғайны..."
Беҙ ҙә ашаныҡ ул киндер орлоғон бала саҡта. Август-сентябрь айҙарында орлоҡ өлгөрөп, ҡойолоп, турғайҙар сүпләп өлгөргәнсе, мин уны әле лә әҙерләп алам. Арыш ононан икмәк бешергәндә ҡушып ебәрһәм, ашағанда сырт-сырт итеп ҡалыуы бөтәһенә лә оҡшай.

Көнбағыш (подсолнечник) - оҙон һабаҡлы, эре һары сәскәле, таҡыя башлы (емештәре ҙур тәрилкә һымаҡ түңәрәккә урынлашҡан), орлоғонан май алына торған ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ингән бер йыллыҡ үҫемлек. Шул үҫемлектең ҡабыҡлы орлоғо, емеше. Перула, Инка мәҙәниәтендә, Мексикала ацтектарҙа Ҡояш Тәңреһе символы булып тора. Рәсәйгә Голландиянан Петр батша алып ҡайта. Көнбағыш һабағы менән һатылмай, тигән мәҡәл-әйтемде кем нисек аңлайҙыр? Көнбағыш орлоғон ҡулланыу ҙа халыҡ араһында ярайһы уҡ киң таралғанға күрә, ҡулланыуға айырым реклама ла кәрәкмәй.
Ошо урында үҙемдең ҡунаҡ йыйғанда ғына яратып әҙерләп һыйлай торған бер ашамлыҡтың рецебы менән бүлешәйем әле. Мин уны Грецияла эшләгән сағымда өйрәнеп ҡайтҡайным. Игендең һәм башаҡлы, ҡыяҡлы үләндәрҙең орлоғо һәм ҡаты ҡабыҡлы төрлө орлоҡтоң эске өлөшөнән (семечко; ядро, ядрышко) әҙерләнә ул. Бөтәһен бергә атаһаҡ, ем һәм емештәрҙән тора инде. Алдан 1-2 тәүлек йылыла берәй стакан яҡшы сортлы, таҙа бойҙай еме шыттырып алам. Яртышар стакан грек сәтләүеге, миндаль, көнбағыш орлоғон ҡыҙҙырып, әҙерләп ҡуям. Бер гранаттың емештәрен таҙартып, шуныңса йөҙөмдө ҡайнар һыуҙа йыуып бешекләп алғас, барыһын бергә бутайым. Ике-өс печеньены ҡырғыстан ҡырып, йә шөкәрә онтағы ла өҫтәп ебәрелһә, бик үҙенсәлекле тәм менән туҡлыҡлы, көс-ҡеүәт биреүсе ашамлыҡ килеп сыға. Сәй менән ашарға башҡа бер ниндәй ризыҡ та кәрәк булмай. Тиҙ кибеп, оҙаҡ һаҡлап булмау сәбәпле, ҡунаҡ һыйлағанда ғына отошло уны әҙерләү. Яҙғы өҙлөккән мәлдә, ураҙа ваҡытында бик килешә был ашамлыҡ.

Кукуруз ярмаһы тураһында ла белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрәйек. Беҙҙең ата-бабалар уны үҫтермәгән, беҙҙең ерлеккә хас түгел был үҫемлек. Кулинарияла йышыраҡ консерваланған килеш, йә булмаһа, уны сәкәне менән бешереп ашау ҡулланыла. Әммә кукуруз бутҡаһы ла иғтибарға лайыҡлы ризыҡ. Ашҡаҙан-эсәктең микрофлораһын көйләү, таҙартыуҙа, В ,Е, А, Н витаминдары, триптофан, лизин, тимер, кальций, магний, фосфор менән байытыуҙа, ашҡаҙан, үт ҡыуығы, бауыр ауырыуҙарын булдырмауҙа уның әһәмиәтен баһалай тикшеренеүселәр. Иң юғары температурала әҙерләү ҙә кукуруз ярмаһының файҙаһын юҡҡа сығара алмай икән!

Шулай итеп, Грецияла йәшәгән бер йылымда уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙебеҙҙеке менән сағыштырып, күп уртаҡлыҡтар барлығын арыу ғына өйрәнгәйнем. Иҫемдә, мин йәшәгән ғаиләнең хужабикәһе Сулла ханым, аш төрләндереп әҙерләүҙән ялҡып китәмелер, ҡайһы саҡта чечевицанан өйрә генә бешереп ҡуя ине. Хужа кеше Янис әфәнде был хәлгә һис күнмәй, хатта кәйефе төшөп китә торғайны. Шул сәбәпле ирле-ҡатынлы был ишәй менән ҡушайҙың араһында була торған әрепләшеп китеүҙәренә йыш ҡына шаһит була инем. Теге ағай ашауҙан ҡәнәғәтлек кисерһә, ҡатынынан: "Аврио ти ҫафаме? (Иртәгә ни ашайбыҙ, ни бешерәһең?)" - тип һорай. Көйһөҙөрәк сағы булһа, әбейе: "Факи!"(Беҙҙеңсә, өйрә) - тип кенә ҡуя тегегә. Шул саҡта Янис әфәнденең күҙенән хатта йәштәре килеп сыҡҡанына иғтибар итеп, был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, бының сәбәбен үҙенән ипләп кенә һораным. Һөйләшеүгә ихлас кеше булараҡ, ағай миңә был хәлдең серен асты. 1945 йылғы был икәүҙең бала сағына Икенсе донъя һуғышынан һуңғы йәшәү кимәленең насар осоро тура килгән. Шул заманда әсәһе иртәле-кисле чечевица өйрәһе (факи) бешергәнгә күрә, ул ризыҡтан ғарҡ булып бүгеү хәтерендә ҡалған икән уның!

Бындай күренешкә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдереү "Иртән дә өйрә, кис тә өйрә, был ҡорһаҡтар ни күрә", "Күп ашаһаң борсаҡты - тишеп сығыр ҡорһаҡты" тигән мәҡәл-әйтемдәр аша беҙҙә лә һаҡланған икән дә баһа! Ошоға оҡшаш хәлгә үҙебеҙҙең ғаиләлә лә тарығаным булды. Әсәйем мәрхүмә, "Танһыҡҡа тары бутҡаһы", тип, шул аҙыҡты әҙерләр булһа, атай мәрхүм дә: "Ҡуйсәле, әсәһе, фәҡирселек теләп, бешермә шул тарыңды!" - тиер ине.
Тимәк, бер үк төрлө аҙыҡты йыш ҡулланыу туйҙыра ғына түгел, бүктерә, хатта уны ҡабул итмәҫлек кире тойғоға ла килтерә икән шул. Шуға күрә һәр нәмәлә сама белеп, алтын урталыҡты тотоу фарыз аш төрләндергәндә.

Ҡур тураһында. Эйе, был мәҡәләбеҙҙә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тағы бер тапҡыр үҙ еребеҙҙә үҫеп, ҡеүәт йыйған бөртөклө ашлыҡтарҙан яһалған ярма аҙыҡтарының ашамлыҡ әҙерләүҙә төп урынды биләргә тейеш икәнен асыҡларға тырыштыҡ. Ергә ерегеп көн күргән алдағы быуындар халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ йәшәү тәжрибәһен мәҡәл-әйтемдәргә төйнәп ҡалдырған. Уларҙың күпкенәһендә дөрөҫ туҡланыуға бәйле талаптар һаҡланған. Орлоҡтарҙа дөйөм бер башланғыс көс, ҡеүәт барлығын белгән боронғолар. Хә-ҙерге фәнгә орлоҡтоң химик составы билдәле, шуға нигеҙләнеп, ғалимдар яһалма орлоҡ уйлап тапһалар ҙа, ул орлоҡтан бер ниндәй ҙә үҫемлек үҫеп сыға алмаясаҡ. Сөнки уның үҙәгенә Абсолют Аң, Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәбиғи орлоҡта йәшәү барлыҡҡа килтерер көс, Бөйөк Башланғыс ҡур һалынмаған! Ошо көс, кәрәкле кимәлдә йылылыҡ, еүешлек кеүек уңайлы шарттар тыуҙырылғанда, мәле еткәс, яңы үҫемлеккә башланғыс бирәсәк. Айырым бер шарттар үтәлгәс, шул уҡ үҫемлек етешеп, үҙенән яңы орлоҡтар яралтасаҡ! Бына шул йәшәүгә һәләтлелек ҡеүәте һалынғанға күрә, үҙ ерлегебеҙҙә үҫкән иген культураларынан әҙерләнгән бутҡаларҙан йөҙ сөйөрмәйек, милләттәштәр! Ураҙа айында ит ризыҡтарынан бер аҙ арынып, күберәк һәм йышыраҡ бутҡалар менән туҡланып, сәләмәтлегебеҙҙе көйләргә ниәтләйек!
Ере барҙың еме бар, еме барҙың име бар. Маңлайҙан аҡҡан әсе тир ергә тамһа, ем булыр, тигән аҡыл төйөндәренән сығып, үҙ еребеҙҙә, үҙебеҙ үҫтергән үҫемлек аҙыҡтарынан көс-ҡеүәт алып йәшәргә өйрәнәйек!

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.23 | Ҡаралған: 162

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru