«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБЫЛДЫҠ-2
+  - 


Көйөк, кисә табындаштары ҡалдырған тын алғыһыҙ еҫтән күңеле болғанды. Ауырлыҡ менән карауатынан ҡалҡынып, өҫтәл ситендәге һарыға ҡатҡан ҡырлы стаканға шешәләр төбөн һарҡытырға маташты. Бер ни ҙә килеп сыҡманы, сөнки әшнәләре әлеге мәлдә әжәл дарыуына бәрәбәр араҡының тамсыһын да ҡалдырмағайны. "Асмәйел сиңерткә сиреүе! Миңә тимәһә, хәҙер үк ятып дөмөк, ҡайғыртыусы табылмаҫ!" Теле осона килгән әсе һүгенеүен көскә тыйып ҡалып, күңеленән шулай һөйләнде генә. Тәнтерәкләп ванна бүлмәһенә инеп, башын һалҡын һыу менән сылатты, таушалған, шырт баҫҡан биттәрен, иттәре кәмеп, һалынҡы тирегә ҡалып, ашалған балта һабылай сысайған мөсһөҙ муйынын еүешләп алды. Ҡайһылыр кимәлдә еңел булып ҡалғандай итте. Кире залға үтеп, иҙәндән төртәләнеп йөрөп эҙләнеп, бер-ике һурмалы төпсөк табып, балконға сыҡты. Тәмәке төтөнө йәнә күңелен болғатты, шуға ҡулындағын һүндереп тә мәшәҡәтләнмәй түбәнгә атты: "Инәңде!.." Асыу менән һүгенде был юлы, инеп, керҙән шыбаҡшыған сәстәрен ҡушуслап, тубыҡтарына терһәкләнеп кире карауаты ҡырына ултырҙы. Ятманы. Һенағастай һерәйҙе генә. Шул мәл һаҡ ҡына итеп ишек шаҡынылар. "Кем йөрөй икән был мәлдә, таң менән? Берәйһе бер йотмалыны тотоп күренһә, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине... Хәйер, көт уларҙан, һәммәһе лә ошо мәлдә дихлофостан алйыған себендәрҙәй ҡайҙа етте шунда тырпырап яталыр әле..."
- Килгәсең ин, нимә анда боҫҡанһың?
Ҡыҫылған ишеккә Дауыт тумалаҡ, түбәһе пеләшләнә төшкән йомро башын тыҡты:
- Инергә мөмкиндер, абзый, ә?
- Ә-ә-ә, Дауыт Хәйруллыч, - мыҫҡыллағандай һуңғы һүҙгә баҫым яһаны, - был һинме ни әле, килгәсең үт! - Тарһынманы, ҡатырғанманы, эргәһенән урын тәҡдим иткәндәй шылыңҡырап та ултырҙы хатта.
- Хәлдәрең нисек, Мозафар?..
- Үҙеңсә тылҡы әләйһә, Ғәлиевич!
- Эйе, Мозафар Ғәлиевич! Нисек йәшәп ятаһығыҙ, тим, как жизнь молодая?
- Күреп тораһың да!
- Вообще-то, да. Бына һеҙҙең йорт янынан уҙып барҙым да, туҡтәле, абзыйҙың хәлен белеп сығайым, тип боролорға иттем, так сказать, нежданно-негаданно.
- Ҡапыл ғына иҫеңә төшөп киттемме ни, ышанғы килмәй.
- Нимә уйланым, шуны әйттем. Алдаша, ялғанлай белмәйем мин.
- Шулай уҡмы? Хәҙер алдашмаған, урлашмаған берәйһе ҡалғанмы икән был донъяла? Не верю!
- О-о-о, һеҙ билдәле режиссер Станиславскийҙан былайыраҡ юғарынан бәрҙегеҙ! - Дауыт иләмһеҙ хихылданы.
- Ундай кешене белмәйем, ишеткәнем дә юҡ.
- Нисек инде белмәйһегеҙ, театр донъяһының бик билдәле генийы бит ул Константин Станиславский. Чеховтың "Вишневый сад", "Три сестры", "Дядя Ваня"һын сәхнәгә ҡуйған кеше!
- Башты ҡатырма юҡ-бар хәбәрең менән, хәл белергә индем, тиһең бит, әйт йомошоңдо!
- Абзый, шуны һорамаҡсымын, теге саҡ һүҙ араһында, ҡатынымдың ҡәберенә ҡиммәтленән таш ҡуйҙыртам, тип әйтеп ысҡындырған инең. Эшләттеңме шуны?
- Аҡса еткереп булмай. Хотя, йыйыштырып ҡарарға, тупларға уй бар.
- Йыйырһығыҙ микән? - Дауыт кинәйәләгәндәй өҫтәлдәге араҡы шешәләренә күҙ атты.
- Ништәп йыймай тигән, ҡулымдан килә минең!
- Һис һүҙһеҙ йыйырһығыҙ, ышанам, дүрт-биш йылдан, бәлки, унан да күберәккә һуҙылыр. Ә ул арауыҡта кем бар ҙа кем юҡ, тигәндәй...
- Дөрөҫ бытылдайһың, ысынлап та бер көнлөк өсөн тыуған күбәләктәр ише бер көнлөк хәстәрҙәр менән йәшәйбеҙ хәҙер, бөгөн барбыҙ, иртәгәһенә инде ағастай итеп һуҙып һалып, зыяратҡа алып китеп тә баралар...
- Бына шул шул. - Дауыт әйтелгәндәрҙе йөпләгәндәй һуҙҙы. - Шуға һәммәһен бөгөн, хәҙер үк, немедленно эшләп ҡалырға кәрәк, бына шул!
- Тел төбөңдө аңлап етмәнем, мырҙа, асыҡлаңҡырап һөйлә!
- Үткәндәге һөйләшеүгә кире ҡайтам. Ҡыҫынҡылыҡта йәшәйбеҙ бит, ә һинең бер үҙеңә ике бүлмәле фатир. Давай, алмашабыҙ. Алмашмайбыҙ, һеҙгә бер матур бүлмә табып бирәм. Фатирыңдың хаҡын тулыһы менән түләйем. Ул аҡса һиңә ҡәбер ташына ғына түгел, һаҡлап тотонһаң, әллә күпмегә етәсәк!
Өндәшмәй шымды бер аҙға. Дауыттың тәҡдимендә аҡыл ишараты бар һымаҡ. Ысынлап та, бер үҙенә ике бүлмә ни бысағыма! Йәнә квартплатаны түләү йылдың йылы ауырлашҡандан ауырлаша бара. Ярты пенсияһын тейерлек йота бит шул ҡабатлана килгән түләүҙәр. Квартплатаны түләйһең, капиталь ремонтҡа, утҡа, һыуға, газға аҡса сығарып һалаһың, унан ҡалһа, һалым органдары өҫкә менеп бара, үҙәгенә үтте, билләһи. Ә ул социализм осоронда тыуған кеше булараҡ, һәр нәмәне теүәл башҡарырға, бурысҡа ҡалмаҫҡа, батмаҫҡа өйрәнгән.
- Ну как, есть ведь рациональное зерно в моих словах? - Әйткәненең үтемлелеген һиҙгән Дауыт ҡабаланып һорай һалды.
- Уйларға кәрәк... Тиҙ генә ҡабул итәһе, ҡабалан эшләйһе эш түгел бит, иртәгә... Башты төҙәтәм дә, айыҡ баш менән, иртәгә...
- Иртәгә булғас иртәгә инде. - Ҡунағы ныҡышманы, ҡалҡып, кейемемә бысраҡ эләгеп сыҡмаһын, тигәндәй, салбарының арт яғын ҡаҡҡылап, иҙән таҡтаһын шығырҙата баҫып, тыңлаулы бала ише сығыу яғына ҡарай юрғаланы.
- Постой, брат! Туҡта әле... Ҡалған эшкә ҡар яуа, тиҙәр, бар, башты төҙәтергә бер ярты килтер ҙә, шунда һөйләшербеҙ...
- Ҡиммәтленән бер ярты, абзый! Бәлки, шунда уҡ юридические документы подпишем, ә?
- Ниндәй документтар тағы? - Аптырап, аңшайыңҡырап ҡалды Мозафар.
- Ҡалған эшкә ҡар яуа, тип үҙегеҙ яңы ғына әйттегеҙ ҙә баһа. Риза була ҡалһағыҙ, тип алдан сыймаҡлаштырып алғайным да.
- Кемдән?
- Таныш, бергә уҡыған юристан. Арыу егет ул, "Фемида" исемле юридик офис та асып ебәргән. Аралашып йәшәгәс беләм - белемле, ғәҙел.
- Бер әйттем бит, тағы ла ҡабатлайым, ғәҙелдәр юҡ әллә ҡасандан, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй! - Көтмәгәндә яңынан күңеле болғанды ла, уҡшығанын уртлап, бәҙрәф яғына ҡарай юрғаланы.
Кире сыҡҡанында Дауыт ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай һаман урынында тора ине.
- Нимә, осаға сыҡҡан сиҡандай һаман һерәйгәнһең, күрәһең бит, ашҡаҙандағы барлы-юҡлыны унитазға бушаттым, ос, давай!
- Ҡайҙа?
- Ҡайҙа булһын, кибеткә, теге документтарыңды ла килтер! Үлеп барыла: ҡырҡҡа ярылырҙай кимәлдә баш сатнай, тотош тән дерелдәй.
- Һеҙ тигәндә мин иҙәндә, абзый, айн момент!
Ысынлап та Дауыт араҡының ҡиммәтлеһен, "Царь" яҙыулыһын алғайны. Шул шешә батшалай өҫтәл түренә менеп ҡунаҡланы, килтерелгән мул, сифатлы аҙыҡ-түлек теленеп, ҡырҡылып, асылып, теҙеп һалынды.
- Ҡой! - Ни тиклем генә эсе өҙөлөп барһа ла кеше килтергән һыйға үрелергә ҡыйманы.
Ярты ҡырлы стакан араҡы ауыҙ ҡыуышлығын, ҡыҙыл үңәсте ҡытыҡлап төшөп китте лә ашҡаҙанын наҙлы йылытып ебәрҙе, икенсеһе инде шундуҡ башына бәрҙе, зиһенен сафландырҙы, нуры ҡайтҡан, өмөтһөҙлөк япҡан күҙҙәрендәге шыйыҡ томанды таратты. Һиллектән, күңел һәм йән тыныслығынан ирәйҙе. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа һуҙылған рәхәтлек был, ары ни булырын, күҙ менән ҡаш араһында ялтлап алған алдатҡыс йәшен сатҡыһының бер аҙҙан ҡара, суйындай ауыр болоттар менән ҡапланырын да яҡшы белә.
Оҙаҡ ҡыялдылар өҫтәл артында; ашанылар, эстеләр, тик әңгәмәләре генә берекмәне, сөнки улар икеһе ике донъя кешеһе, береһе, теге, үткән быуат урталарында, коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексы алға һөрөлгән, уның эстәлеге һанға һуғылған һәм тайпылышһыҙ үтәлгән йылдарҙа тыуған, икенсеһе иһә СССР тигән дәүләт емерелгәндән һуң, алыш-биреш ҡанундары аңды томалаған, аҡса йәшәйеш менән хакимлыҡ итә башлаған осорҙа яралған зат, ә ошо айырма инде аҡ менән ҡара, изгелек менән яуызлыҡ, гонаһ менән иман төшөнсәләре ише һис ҡасан йәнәш ҡала алмай, ҡушылмай ҙа, бер килеп, бәлки, иманһыҙлыҡ ҡаҙанына һалып болғанырҙар, ул сағында инде заман ахрыһының ҡиәмәт көнө килер.
Ултыра торғас, бәлйерәй төштө, булмышын яңынан араҡының иҫерткес ҡеүәте биләне, шулай ҙа күңелле ине уға. Күңелләнгәндә инде ул гел бер үк йырҙы һуҙырға ярата. Был юлы ла ауыҙы ситтәренән һарҡҡан ялтыр шайыҡты усы менән һыпырып алды ла үтә лә моңһоҙ итеп көйләп ебәрҙе:
Әрмеләрҙә йөрөп сәс үҫтерҙем,
Сәскенәйем етте лә үрмәгә...
Туған телен икмәк-тоҙлоҡ кимәлендә белгән Дауытҡа был йыр оҡшаманы, зиһенен ҡуҙғытманы, ҡасан ғына тамамланыр икән был екһендергес тамаша, тигәндәй, ҡарашын ситкә йүнәлтте, оҙон итеп иҫнәп тә алды. Йыр тамамланғас, ҡыҙыҡһына ҡуйҙы:
- Абзый, видимо вы в армии служили?
- А как же, төньяҡ флотта, өс йыл, ә һин, шул, бер йыл этеп-төртөп йөрөгәнһеңдер инде?
- Мин вообще не служил. Зачем? Кемде һаҡларға, ә? Это глупо.
- Нимә глупо? Армияла хеҙмәт итеүме, әллә боҫоп ҡалыумы?
- Бына һеҙ, мәҫәлән, өс йыл буйы диңгеҙҙә плавали, ниндәй маҡсат менән?
- Илемде һаҡланым, еремде ҡурсаланым, яҡындарым, туғандарым имен хеҙмәт итһен, тыныс йоҡлаһын, тинем.
- То, что вы говорите - пустышка, идеология бывшего социализма, абзый.
- Һин... һин үҙең пустышка, буш ҡыуыҡ, белдеңме? - Кинәт ҡалҡын ҡаршыһында ултырған Дауыттың яғаһынан бөрөп алып ҡалҡытты, йоҙроғон төйөп киҙәнде.
- Довольно, абзый, довольно, и пошутить нельзя! Һыйлап ултырам, ә һин минең яғанан алаһың!
Ҡыпһыуырҙай ҡаты бармаҡтарын яҙып, Мозафар кире урынына гөрһөлдәне. "Дөрөҫ, ниңә ерле юҡҡа янырға әле, алдында һый, тағы ни кәрәк?" Оҙаҡҡа һуҙылған уңайһыҙ тынлыҡтан һуң телен көрмәлдереп, ғәфү үтенгәндәй ҡунағына өндәште: - Теге документыңды әйтәм, ғәҙел яҙылған, тинеңме?
- Комар нос не подточит, тиҙәр урыҫтар!
- Улайһа килтер! Тик авторучка-фәлән, хатта ҡәләм осмото ла юҡ минең фатирҙа!
- Бөтәһе лә әҙер, все заранее подготовлено!
Алдына һалынған ҡағыҙҙарҙы уҡып мәшәҡәтләнмәй генә ҡултамғаһын сыймаҡланы ла башын өҫтәлгә һалды...
Бына хәҙер уның бында ярты йыл самаһы йәшәп ятыуы. Бүлмәле лә булды, ҡатынына ҡәбер ташы ҡуймалы аҡса ла ятты усына. Шунан артығы эләкмәне. Судлашып йөрөү файҙаһыҙ икәнен аңлап, маңлайға яҙғаны ошолор, тип ҡул ғына һелтәне.

(Дауамы. Башы 10-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.23 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru