«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СТӘРЛЕТАМАҠ ТЕАТРЫНЫҢ ҺОҠЛАНЫП ТУЙҒЫҺЫҘ АЛМАҠАЙЫ УЛ
+  - 


Шаулап-гөрлөп уҙҙы Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театры актрисаһы Айгөл Зөбәйҙуллинаның юбилей бенефисы. Тап үҙе һымаҡ: матур, йыйнаҡ, баҫалҡы, тотанаҡлы. Һоҡланғыс! Була бит шундай төҫ тә ташламаҫ, холоҡ-ҡылыҡтары менән дә күркәм ҡатындар! Йылдар Айгөл алдында, ысынлап та, көсһөҙ. Йырҙарҙа йырланғанса, "кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған"дыр инде үҙенә! Альберт Шаһиевтың "Сәлимәкәй" йырына төшөрөлгән клипта ла Сәлимәкәй булып Айгөл йылмая, "Усаҡ" йырына төшөрөлгән видеотаҫмала ла уның йылы ла, һағышлы лы ҡарашы оҙата моңдо.

Айгөл Зөбәйҙуллина юбилейы айҡанлы Михаил Задорновтың "Килдең, киттең - хуш, байғош" ("Последняя попытка") әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә (режессеры Айҙар Зарипов) төп героиня Ирина Валерьевна ролен башҡара. Никахтарына теүәл 20 йыл булған көндө иренең хыянаты тураһында ишетә Ирина Валерьевна. Кемдән әле - иренең бер нисә йыл "яратышып" йөрөгән һөйәркәһенән. Бына хәҙер сәхнәлә һис юғы дауыл ҡубырға тейеш кеүек! Ошо хәлде башҡаса нисек күтәрһен егерме йыл ғүмерен иренә бағышлаған ҡатын? Нисек тыныс ҡына үткәреп ебәрһен? Айгөл режиссерҙы тыңлағанмы, режессер Айгөлдөмө - уныһы беҙгә ҡараңғы, әммә сәхнәлә барған ваҡиғаларҙың әйләнешендә мин Ирина Валерьевнаны түгел, Айгөлдө таныным! Үҙ яҙмышына яҙған һынауҙы ла бар донъяға яр һалмай ғына, тыныс ҡына үткәреп ебәрергә көс тапҡан Айгөл, баҫалҡы күренһә лә, ана ниндәй көс-ҡөҙрәткә эйә икән: иренең хыянатын тыныс ҡына ҡабул итеүсе героиняһының яҙмышын шул тиклем ышаныслы итеп уйнап буламы ни юғиһә! Һоҡландырҙы Ирина Валерьевна ролендәге Айгөл! Яҙмышына яҙған һынауҙы лайыҡлы үтеүе, лайыҡлы еңеүе менән һоҡландырҙы!
Бынан утыҙ йылдар самаһы элек, әле Республика мәҙәниәт техникумында Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңы асылған Башҡорт драма театры өсөн йыйылған махсус курста уҡып йөрөгөн йылдарында, Әнисә Дилмөхәмәтованың "Йософ һәм Алмаҡай" әкиәтендәге Алмаҡай роле менән килеп инә ул сәхнәгә. Ошо әкиәти Алмаҡайы инселәгән яҙмышымы - утыҙ йыл дәүерендә бер тапҡыр ҙа кире эмоциялар тыуҙырған ролдәр уйнарға тура килмәй уға: һәр роле һылыулығын, нәзәҡәтле һын-ҡиәфәтен, матур холҡон сағылдырыр өсөн махсус яҙылған кеүек. "Һәр ролемде яратып башҡарам. Үҙемде үҙ темпераментыма тура килмәгән, ярһыу характерлы, үҙ холоҡ-ҡалыбымдан айырылыбыраҡ торған ролдәрҙә лә һынап ҡарағым килһә лә, режессер мине теге йәки был ролдә нисек күрергә теләй, шул ҡалыпҡа һыйырға тырышам. Минең өсөн ролдең бәләкәйе, ҙуры юҡ. Булат Рафиҡовтың "Париж башҡорто" әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдә (режиссеры Ә. Абушахманов) "Мин һине яратам!.." тип өс һүҙ әйтер өсөн генә лә сәхнәгә сыҡҡаным булды. Асылда, иң ауыр ролем дә шул булғандыр әле, бәлки. Сәхнәлә һүҙһеҙ генә, күҙ ҡараштарың менән генә уйнау бер артисҡа ла еңел түгел. Тап шундай ролдәр кимәлеңде лә, кемлегеңде лә һынап ҡарау өсөн биреләлер..."
Ошо һүҙҙәренән һуң, "Артист булыу уйымда ла юҡ ине" тигән әңгәмәсемдең яҙмышын театр менән бәйләүен осраҡлылыҡ тип ҡабул итә алманым. Юҡ, осраҡлы ғына килеп инмәгән тетрға Айгөл, күңелен һәр ваҡыт сапсып торған хыялын эҙләп барғандыр, сәхнә тартҡандыр уны. Ата-әсәһе лә ауыл сәхнәһенән айырылмай: әсәһе бейей, атаһы йырлай, икәүләшеп спектаклдәрҙә уйнайҙар, ауылға килгән әртистәр уларға фатирға төшә. Бай мәҙәни тормош эсендә ҡайнаған Айгөлдөң күңелендә сәхнәгә ынтылыу йәшәмәгән тиһегеҙме ни! Йәшәгән, әлбиттә! Радиопостановкалар тыңлай торғас, артистарҙы тауыштарынан уҡ танып бөткән, улар уйнаған ролдәрҙе аулаҡ ҡалып ҡабатлап алырға ла күнеккән. "Минең артист булғым килә!" - тип яҡындарына ғына түгел, хатта үҙ-үҙенә лә ҡысҡырып әйтеү өсөн тәбиғи баҫалҡылығын ғына еңә алмағандыр. Күңеле менән Гөлли Мөбәрәкова, Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғизетдинова, Таңсулпан Бабичева кеүек сәхнә йондоҙҙарын илаһи заттар итеп ҡабул итеп үҫкән, ҡайҙа ти ул уларға тиңләшергә, улар юғарылығына ынтылырға тырышыу! Ағаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллин да, бәләкәйҙән гармунынан айырылмай сәхнәлә үҫһә лә, һуңлап ҡына аяҡ баҫа бит театр сәхнәһенә. Ана хәҙер бер ғаиләнән ике артист! Юҡ, осраҡлылыҡ түгел уларҙың театр сәнғәтен үҙ итеүе. Булмышынан ҡасырға тырышып, башҡа һөнәр һайлап та ҡарай. Мәҙәниәт техникумының бейеү бүлегенә уҡырға ингәс икәс, ят ҡалала, ят ерҙә бер үҙе ҡалыуҙан, туғандарынан айырым йәшәүҙән ҡурҡып, Өфө ҡалаһына төпләнгән апайҙары-ағайҙары эргәһенә барып һыйынып, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Ауылдашы, һәүәҫкәр композитор Рәмил Ғимраниҙың: "Айгөл, һинең урының сәхнәлә!" - тигән һүҙҙәре уның күңелендә ойоп ятҡан сәхнә шауҡымын уятып ебәрә булһа кәрәк, Мәҙәниәт техникумына яңынан юллана. Был юлы - театр студияһына. Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Гөлдәр Ильясова кеүек билдәле сәхнә остаздарының мәктәбе аша үтеү бәхете яҙа уға. Шунан бирле бына 28 йыл сәхнәлә. Башҡарған ролдәре утыҙҙан артып киткән. Быларҙан тыш, бихисап әкиәттәрҙә уйнай, концерттарҙы алып барыусы ла була. Театрҙың төрлө өлкәләргә гастролдәре ваҡытында, үҙенә тәғәйен ролдәренән тыш, бейеп тә хайран ҡалдыра ул тамашасыны.
Юбилей кисәһенә тиклем осрашып әңгәмәләшкәндә үтә лә сабыр, баҫалҡы, тыйнаҡ күренде миңә Айгөл. Үҙ теләге менән зооволонтер булып, ҡарауһыҙ ҡалған эттәрҙең йә бесәйҙәрҙең яҙмышын хәл итешеп йөрөүенә аптыраманым, ә бына ҡыйып ҡарағыһыҙ сибәр ҡатындың баҫалҡылығы ғәжәп тойолдо. Яратып кейәүгә сығып ҡорған тәүге ғаиләһендә, яҡынынан аңлау тапмай, күңел яралары кисерә. Яҙмышының шул өлөшө күҙҙәренә сабыр һағыш булып яғылып ҡалғандыр тип уйлап, шәхси тормошо хаҡында һорауҙар бирергә ҡыйманым. Сәхнәнән уның тормош иптәше: "Айгөлөм, ҡәҙерлем, мин һине яратам!" - тип өндәшкәс, ҡыҙыҡһыныуымды йәшерә алманым... Баҡһаң, яҙмыш уны ике бала менән йәшләй генә тол ҡалып, донъя йөгөн яңғыҙы тартҡан Филүс Иркәбаев менән осраштыра. Бына байтаҡ йылдар инде ул үҙенең - бер, Филүсенең ике балаһына әсәй булып йәшәй. Филүс менән сәстәрен сәскә бәйләгәненә бер минут та үкенгәне юҡ. Филүс эргәһендә һаҡлаулы, яҡлаулы ул, икәүһе бер бөтөн булып йәшәйҙәр, шөкөр, балаларының да күңелдәре бөтөн. Сәхнә тултырып сығып баҫҡан үҙенең туғандары ла, иренең туғандары ла һоҡландырҙы. Эй бәхетле ине Айгөл сәхнәлә! Күҙҙәрендә теге һағыштың осмотон да күрмәнем. Сәхнәһе, тамашасылары, ғаиләһе, туғандары, коллегалары менән бәхетле ине! Ә һылыу йөҙөнә йылмайыу, бәхетле йылмайыу нисек килешә! Стәрлетамаҡ театрының ҡарап туйғыһыҙ Алмаҡайы булып баҫып торҙо ул. Бәхетле йылмайып, тамашасыларына бәхетле минуттар бүләк итте.
Стәрлетамаҡ башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып инде утыҙ йылға яҡын ошо театрға тоғро хеҙмәт иткән Айгөл Зөбәйҙуллинаның ауыҙ тултырып әйтерлек маҡтаулы исеме булмауы ғына эсте бошорҙо. Уңайһыҙ булһа ла юбилярҙың үҙенән һораным был турала. Уның яуабы Илшат ағайса ярһыу, Айгөлсә аҡыллы булды: "Беҙ Илшат Йомағолов мәктәбен үттек. "Бер ҡасан да дан, дәрәжә, аҡса хаҡында уйламағыҙ. Эшләгән эшегеҙгә хаҡ һорап, дәрәжәләр тураһында уйлай башланығыҙмы, һеҙ ижад кешеһе булыуҙан туҡтайһығыҙ", - тип өйрәтте ул беҙҙе. Минең ул турала уйлағаным юҡ. Булғаны менән бәхетлемен".
Айгөлгә матурлығына бәрәбәр һөнәри бәхет тә теләйем. Театр тарихын яҙыусылар маҡтаулы исемдәргә, һис шикһеҙ, лайыҡ.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.23 | Ҡаралған: 227

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru