«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛЕМ БИРЕҮ ҺӘМ ТӘРБИӘ. УЛАР ХӘҘЕР ЙӘНӘШ БАРАСАҠ!
+  - 


Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа республиканың педагогик йәмәғәтселеге өсөн иң мәртәбәле, мөһим һөнәри ярыштарҙың береһе - "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурстарына йомғаҡ яһалды. Шулай уҡ беренсе тапҡыр республика кимәлендә уҙғарылған "Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы" тигән конкурста ла иң-иңдәр тәбрикләнде. Һөнәри ярыштарҙа барлығы 300-гә яҡын уҡытыусы ҡатнашыуы билдәле булды.

28-се тапҡыр ойошторолған "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсында ҡатнашыусылар "Медиавизитка" һәм "Педагогик эшмәкәрлекте күрһәтеү" һынауҙарын ситтән тороп үткән, ә бына "Дәрес", "Оҫталыҡ дәресе", "Тәрбиәүи сара" һәм "Матбуғат-конференция" тигәндәрендә Өфөгә килеп ҡатнашҡандар. Әйткәндәй, быйыл ярышҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Ханты-Манси автономиялы округы - Югранан, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләренең дөйөм белем биреү, һөнәри белем биреү учреждениеларынан 61 уҡытыусы килгән.
Улар араһында баш ҡалабыҙ кимәлендә үткәрелгән конкурста юғары уңышҡа өлгәшкән педагогтарыбыҙ ҙа булды һәм бағланған өмөттәрҙе аҡланылар: "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023" конкурсы еңеүселәре 114-се Айырым предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеүсе белем биреү үҙәгенән Яҙгөл Сирбаева менән 2-се "Смарт" Республика полилингваль күп профилле гимназиянан Юлиә Әбүбәкирова төбәк-ара конкурс лауреаттары тип танылды, ә 9-сы мәктәптән йәш педагог Ильяс Сағынбәк "Педагогик перспектива" номинацияһында билдәләнде. Шулай уҡ Йылайыр районы Йомағужа урта мәктәбенән Зөлфирә Таһирова, Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбенән Зифа Байморатова ла лайыҡлы рәүештә лауреаттар рәтенә инде.



Абсолют еңеүсе титулын Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина яуланы. Егерме йыллыҡ хеҙмәт стажы булған тәжрибәле уҡытыусы һөнәри бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнаша һәм ун йыл арауыҡ эсендә һынауҙарҙың үҙгәрештәр кисереүе, ярыш һаман да юғары кимәлдә ойошторолоуы, тулҡынландырғыс һәм урыны менән ҡатмарлы булыуын билдәләне.
- Быйылғы конкурсты үткәндән һуң 2013 йылда тәжрибәм әҙерәк булыуын аңланым. Шулай ҙа мин ул ваҡытта ла финалға үтеп, "Юғары педагогик оҫталыҡ" номинацияһында билдәләнгәйнем. Был юлы минең өсөн "Дәрес" һәм "Тәрбиәүи сара" һынауҙары иң еңеле булып тойолдо, сөнки уларҙа уҡыусылар менән эшләйһең, баһалама ағзаларына иғтибар итмәйһең. Ә бына улар алдында сығыш яһауҙы күҙаллаған һынауҙарҙа үҙемде имтихан тотҡан кеүек хис иттем. Конкурс тураһында әйткәндә, коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән бигерәк тә әһәмиәтле булды. Мин эшемдә ҡайһы йүнәлештәргә күберәк һәм аҙыраҡ иғтибар бүлеү кәрәклеген самаланым. Сөнки заман үҙгәргән һайын яңы технологиялар ҙа күбәйә, йәшерәк хеҙмәттәштәр нәҡ шуның менән йыш файҙалана икән. Дәрестәрҙә заманса ҡорамалдар, интернет, төрлө платформалар ҡулланып эшләүгә бирелеп китеп, ҡайһы ваҡыт йәнле аралашыуға, балаларҙың телмәрен үҫтереүгә ваҡыт ҡалмай. Мин үҙем уҡыусылар менән күберәк һөйләшеүгә, фекер алышыуға өҫтөнлөк бирәм. Юғиһә, улар былай ҙа тормошта атай-әсәйҙәре менән дә, үҙ-ара ла һирәк аралаша, бергә йыйылып ултырған саҡтарында ла һәр кеме үҙ донъяһына - телефонына сума. Шуға һүҙ байлыҡтары кәмей, фекерҙәрен дөрөҫ әйтә белеү оҫталыҡтары етмәй. Бигерәк тә үҫмерҙәр ниндәйҙер үҙҙәре аңлаған ғына телдә һөйләшә. Башҡортса ғына түгел, русса ла матур итеп һөйләй белгәндәр һирәгәйә. Йәш атай-әсәйҙәрҙең дә туған телгә ҡарашына бәйлелер был күренеш. Шуға башҡорт теле дәрестәрендә аралашыу күберәк булырға тейеш, тигән фекерҙәмен", - ти Гүзәл Сәғит ҡыҙы.
Шулай уҡ педагог үҙе эшләгән Нефтекама Башҡорт гимназияһында балаларға туған һәм дәүләт башҡорт теле дәрестәрен уҡытыу, башҡорт мөхитенә йәлеп итеү йәһәтенән тупланған тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Хәҙер ул сентябрҙә Ҡарасай-Черкес республикаһында үтәсәк "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында Башҡортостан намыҫын яҡлауға әҙерләнәсәк.
Ә инде "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2023" конкурсында Өфө ҡалаһы Ә.Ш. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһының математика уҡытыусыһы Артем Баянов абсолют еңеүсе булды. Ул конкурста ҡатнашҡан 150 коллегаһын һөнәри оҫталыҡта уҙып китте. Педагог уҡыусыларҙа тәнҡитле фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә өҫтөнлөклө иғтибар бүлеү кәрәк, тип иҫәпләй һәм конкурс барышында тап шул йәһәттән тәжрибә уртаҡлашҡан. Әйткәндәй, Артем Рауил улы көҙ көнө Мәскәү өлкәһендә ойоштороласаҡ "Йыл уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ.
Һөнәри ярыштар барышында шулай уҡ республиканың иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы тип Өфөнөң 45-се мәктәбенән Эмиль Сәғитов, татар теле уҡытыусылары араһында Бүздәк районы Ҡаран ауылы мәктәбенән Зөлфиә Мансурова, "Йәш йыл уҡытыусыһы" тип Дыуан ауылының Советтар Союзы Геройы Михалев исемендәге мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Валерий Швалев танылды. Ә бына быйыл беренсе тапҡыр республика кимәлендә ойошторолған "Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы" конкурсында 44 педагог араһынан Баҡалының һаулыҡ мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн коррекцион мәктәп-интернаты башланғыс кластар уҡытыусыһы Сажиҙә Залилова еңде.
Барлыҡ конкурсанттарҙы тәбрикләп, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҡытыусыларҙың ил өҫтөнә ябырылған һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүҙәре, эшмәкәрлектәренең баһалап бөткөһөҙ булыуын телгә алды: "Коронавирус ваҡытында тиҙ арала дистанцияла уҡытыуға күсеп, миллионлаған онлайн дәрестәр әҙерләнегеҙ. Хәҙер һеҙҙең иңдәргә тағы бер еңел булмаған бурыс - үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү, граждандар итеп үҫтереү һалына. Был Педагог һәм остаз йылы үҫешкә илткән этәргес бирәсәк йыл булыр, тип ышанам", - тине сығышында министр.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡортостан уҡытыусыларын тәбрикләп, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев үткән быуаттың 90-сы йылдары эҙһеҙ үтмәүен, күп яралар ҡалдырыуын һәм шуларҙың береһе - белем биреү һәм тәрбиә эштәренең айырып ҡаралыуын телгә алды. Тиҙҙән патриотик тәрбиә биреүгә ҡағылышлы яңы закон ҡабул ителәсәген әйтте. Уның телмәренән һуң зал көслө алҡыштарға күмелде. Сөнки өс тиҫтә йыл тирәһе үткәрелгән ошо конкурстарҙа Башҡортостан уҡытыусылары даими рәүештә был мәсьәләне күтәрә килде, улар һәр ваҡыт уҡытыу системаһында тәрбиәгә ҙур урын бүленергә тейеш, тигән ҡарашта булды. Ошо һынылышлы осорҙа ла беҙҙең педагогтар һынатмаҫ, ҙур уңыштарға өлгәшеп, баһалап бөткөһөҙ мөһим эшмәкәрлектәрен дауам итер, моғайын. Тик уларға иғтибар һәм ихтирам айырым тантаналы сараларҙа, исемле йылдарҙа ғына түгел, ә көндәлек тормошта булһын, коллектив аңдарҙа йәшәһен.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.23 | Ҡаралған: 193

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru