«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТТӘШЛЕК КИҢӘЙӘ
+  - 

Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин Рәсәйгә дәүләт визиты сиктәрендә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге университеттары менән Ҡытай университеттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

- Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетының Ҡытайҙың 15 университеты менән хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүе бар. Уҡыу йорто аспиранттары һәм профессор-уҡытыусылар составы партнер вуздарҙа PhD программаһы буйынса белем ала, йыл һайын йәйге мәктәптәр, стажировкалар, ҡытай телен өйрәнеү курстары ойошторола. Үҙ сиратында БДМУ Ҡытай студенттарын стажировкаға ҡабул итә. Берлектә ғилми проекттар, мәҡәләләр баҫтырыу эшмәкәрлеге алып барыла. Медицина университеты уҡытыусылары - Ҡытай, Ҡытай университеты уҡытыусылары БДМУ студенттарына лекциялар уҡый.

- Башҡорт дәүләт аграр университеты 2018 йылда Наньчан университеты менән меморандум төҙөй. Документҡа ярашлы, уҡытыусылар һәм студенттар менән алмашыу программаһы эшләй, "йәйге мәктәп" программаһы, берлектәге тикшеренеү проекттары тормошҡа ашырыла.

- Ҡытай Халыҡ Республикаһының 32 студенты М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Педвуз Чанчунь ҡалаһының Төньяҡ-көнсығыш педагогия университеты менән "педагогика" йүнәлеше буйынса ике дипломлы белем алыу программаһын, фәнни стажировкаларҙы тормошҡа ашыра. 2023-2024 йылғы уҡыу йылында Аҡмулла университеты партнерҙар өсөн 2 урын бүлгән һәм алда атап үтелгән килешеүҙе оҙайтыу документтарын әҙерләй. Башҡортостан педвузы шулай уҡ Ҡытайҙың Цзянсий фәнни-техник педагогия университеты, Цзянсий һәм Ланфан педагогия университеттары менән килешеү төҙөгән.

- Өфө Фән һәм технологиялар университетында Ҡытайҙан 19 студент белем ала. Бөгөн ҠХР-ҙың 14 вузы менән әүҙем хеҙмәттәшлек алып барыла, ә студенттар менән алмашыу программаһында 100-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Университет Ляонин, Цзилинь химик-технологик университеттары, Шэньян технологик институты менән берлектә "Иҡтисад", "Филология", "Химик технология", "Электромеханика һәм автоматлаштырыу" йүнәлештәре буйынса ике диплом алыу программаһын тормошҡа ашыра. Яҡын киләсәктә Ҡытай студенттары өсөн перспективалы материалдар һәм заманса технологиялар буйынса йәйге мәктәп ойоштороу, Ҡытайҙың вуз-партнерҙары менән студенттар алмашыуҙа ҡатнашыусылар һанын арттырыу, Нанкин технология университеты базаһында берлектәге институт асыу күҙаллана.

- 1990 йылдан алып Өфө дәүләт нефть-техник университеты 225 Ҡытай студентын уҡытып сығара, вуз Ҡытайҙың 12 юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итә. 2020 йылдан Ҡытайҙың партнер вуздары менән берлектә "Электротехника һәм автоматлаштырыу", "Төҙөлөш технологияһы" һәм "Нефть химияһы процестары технологияһы" бакалавр программалары буйынса хеҙмәттәшлек алып барыла. Киләһе уҡыу йылына был программаларға 114 Ҡытай студентынан ғариза бар ҙа инде.

- 2021 йылда "Роснефть", Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм Цинхуа университеты араһында берлектә кадрҙар әҙерләү өлкәһендә килешеү төҙөлә, 2022 йылда ӨДНТУ уҡытыусыларын өс программа буйынса Цинхуа университеты белгестәре онлайн рәүештә уҡыта.

- Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге менән РФА Юғары пластик металдар проблемалары институты фәнни ҡорамалдар базаһын яңыртыу сараларында әүҙем ҡатнаша. Өфө федераль тикшеренеү үҙәге бүлексәләре химик технологиялар, фармацевтика өлкәһендә фәнни ойошмалар һәм ғалимдар менән хеҙмәттәшлек итә, берлектә ғилми тикшеренеүҙәр уҙғара.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.23 | Ҡаралған: 100

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru