«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫНМАҪ ҺЫН ҠАЛДЫРЫРҒА!
+  - 

Яҙыусы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, "Тормош һабаҡтары" программаһы, "Йәйләү" балалар ял итеү үҙәге, "Башҡортостан ынйылары", "Урал батыр мәктәбе" проекттары авторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында ике көн дауамында "Бураҡаева уҡыуҙары" тип аталған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.

"Ейәнсура районы хакимиәте башлығы юбилейымды районда уҙғарырға тәҡдим иткәс, йырлап-бейеп кенә байрам уҙғарғым килмәне. "Бураҡаева уҡыуҙары" ойошторайыҡ, тинем. "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге, мәғариф бүлектәре, Иҫәнғол башҡорт гимназияһының ҙур тырышлығы менән үткән был саранан ҡәнәғәтмен", - Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ошо һүҙҙәре уның булмышын тулыһынса аса ла ҡуя. Ғәҙәти юбилей сараһына ғына ҡайтарып ҡалдырмай, уҡытыусыларға фәһем алырлыҡ конференция ойоштороуҙа ла уның киләсәк быуынға тәрбиә бирәсәк уҡытыусылар аша тотош милләт хаҡында уйлауы сағыла. Мәрйәм апайҙы һәр беребеҙ, һис шикһеҙ, тап ошолай итеп беләбеҙ: һәр һүҙе тәрән аҡыл, һәр әйткәне - тәрбиә һабаҡтары. Этнопедагогикаға арналған бындай сара тәүге тапҡыр 1993 йылда уҙа һәм уның ҡарары буйынса башҡорт мәктәптәрендә "Тормош һабаҡтары" фәне уҡытыла башлай. Был юлы уҙғаны ла белем усаҡтарына халыҡ педагогикаһы нигеҙендә уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙе яңынан ҡайтарыу, уҡыусыларҙа туған телгә, тарихҡа, фольклорға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, уларҙы ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы һәм үҙ ҡорона Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Саха (Яҡут) республикаһынан барлығы 100-гә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы. Фәнни-ғәмәли конференцияның тәүге өлөшө юҡҡа ғына М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатында булманы. 1990-1991 йылдарҙа илдә инновацион уҡыу йорттарына юл асылғас, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы "Тормош һабаҡтары" программаһын булдырыу уйы менән эшкә тотона. 1992 йылда тыуған яғына ҡайтып, 1-се Иҫәнғол мәктәбендә гимназия кластары астырыуға өлгәшә алған Мәрйәм апайҙың тырышлығы, ныҡышмалылығы менән 1993 йылдың 1 сентябрендә Ейәнсура башҡорт гимназия-интернаты үҙ ишектәрен аса. Исеме аҙаҡтан Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты тип үҙгәртелһә лә, маҡсаты үҙ асылында ҡала - халыҡ педагогикаһы нигеҙендә белем, тәрбиә биреү, балаларҙың тәбиғи һәләтен үҫтереү уның төп йүнәлешенә әйләнә. Мәрйәм апай директор вазифаһында ла эшләп ала бында.
2021-2022 уҡыу йылын иһә белем усағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты тигән исем менән башлап ебәргән. Гимназия директоры Эльвира Садиҡова билдәләүенсә, бөгөн бында балаларын уҡырға алып килергә теләк белдереүселәрҙе үҙенсәлекле мөхит, белем биреү һәм тәрбиә алымдары ҡыҙыҡһындыра. Илен һөйә белгән, туған телендә һөйләшкән шәхестәр тәрбиәләнә бында. Һәм, әлбиттә, Мәрйәм Бураҡаеваға ихтирамлы мөнәсәбәт һиҙелеп тора был уҡыу йортонда, тип билдәләне сарала ҡатнашыусылар ҙа.
Сараның пленар ултырышы Мәрйәм Бураҡаеваның ижадына, мәғариф мәсьәләләренә арналды. Уның үҙенең сығышы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланды.Ҡала шарттарында ла балаларының туған телен, йолаларын, тамырҙарын белеп үҫеүен, тормошта уңышҡа өлгәшеүенең серен дә ябай итеп аңлатты Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. "Мин уларҙы үҙ ҡалыбында тәрбиәләнем. Уларҙың ҡалыбы - башҡорт булыу", - тине ул. Ғөмүмән, ултырыштағы һәр сығыш үҙенсәлекле фекерҙәр менән айырылып торҙо. Тәҡдимдәр ҙә күп булды. Башҡорт әҙәбиәте дәреслегенә Мәрйәм Бураҡаеваның балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрен индерергә, халыҡ педагогикаһын өйрәнергә, тергеҙергә, "Бураҡаева уҡыуҙары"н йыл һайын уҙғарырға һ.б. "Һәр халыҡтың үҙенең үҫеш ҡалыбы бар. Балаларҙы шул үҫеш ҡалыбында үҫтерһәң, халыҡ тәрбиәле була. "Урал батыр" эпосында "һын" тигән төшөнсәгә ҙур урын бирелгән. Һын - ул арҡа һөйәге. Кешенең һыны арҡа һөйәгенә бәйләнгән. Арҡа һөйәге ныҡ икән, ул кеше сәләмәт була, ауырымай. Балаларҙа һынмаҫ һын ҡалдырырға кәрәк", - Мәрйәм Бураҡаеваның был теләге ошо сарала ҡатнашыусының һәр береһенең күңеленә һеңеп, уҡыусыларының булмышында сағылыш табырына ышанайыҡ.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.23 | Ҡаралған: 171

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru