«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБЫЛДЫҠ-3
+  - 


Дауытҡа килгәндә, ҡиммәттән һалдырып бер айҙан ашыуға һуҙылған ремонт үткәргәндән һуң, фатирға күсенгән мәлдә "КаМаз" автомобиле кузовының осло мөйөшө баш мейеһенең сикә өлөшөнә бәреп, шунда ятып йән биргән. Шулай итеп, алдыҡ менән алған торлағында бер көн дә йәшәй алманы, тар, һалҡын ҡәбергә күсте. Фажиғә хаҡында ишетеп, уның ҡайҙа йәшәгәнлеге хаҡында әйтһәләр ҙә, ерләшергә барманы, аяҡтары тартманы. Дауытҡа үпкәләһә лә рәнйемәне. Ни тиһәң дә, баҙар шарттарына көйләнгән замана кешеһе ине бит ул. Әйләнә-тирәһенә әҙәмсә мөнәсәбәт күрһәтеп өйрәнмәгән мәрхәмәтһеҙ быуындан. Уларҙың бит төп тереклек итеү принцибы: "Кеше кешегә бүре, әгәр һин уны тамаҡламаһаң, иртәгәме, әллә һуңғараҡмы ул һине быуасаҡ!" Ә уның ишеләрҙе нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк. Алдап-һолдап, эләккәнен ялмап, эләкмәгәнен үҙ яғына ҡайырырға тырышып йөрөп ятыуҙары! Дауыт юғары белемле, ҡайһылыр кимәлдә мәҙәниәтте, әҙәбиәтте белһә лә, тыуған телен һанға һуҡмаған, күк менән ер араһында аҫылынып ҡалған, милләтһеҙ, ерһеҙ, рухһыҙ әҙәм ине, ундайҙар аҙым һайын хәҙер, ундайҙар менән донъя тулған!
Тағы бер килке ятҡас, фуражка эсенә йәшергән "тейеп булмай торған" һуңғы сигаретын ауыҙына ҡабып, балкон яғына ҡарай йүнәлде. Таң бите яйлап асыла башлағайны, һәр хәлдә, ылғый ҡараш ташлап алырға күнеккән тау киртләстәренә яҡтылыҡ осмото ҡунған. Тыңланды. Һирәк-һаяҡ унда-бында елеп үткән машиналарҙың фаралары таң бишегендә ойоған эреле-ваҡлы ҡала ҡаралтыларының шәүләләрен яҡтыртып ебәрә. Тиҙҙән ҡаршы яҡ йорт тәҙрәләрендә лә берәмләп уттар ҡабына башлаясаҡ. Иң тәүҙә уларҙың участковыйы Валерий Леонтьевтарҙың тәҙрәләре балҡып китәсәк. Иртәселдәр улар. Ҡатыны уҡытыусы, институтты тамамлағас, Зәбирәһе эшләгән мәктәпкә барғайны, әле лә шунда. Берҙәм ғаилә, әҙәпле кешеләр. Һәр хәлдә, Валерий ҙа, ҡатыны ла уны шәйләп ҡалһалар, үҙҙәре башлап сәләмләп уҙалар. Татыу йәшәйҙәр ҙә ул, әммә уларҙың да балалары юҡ. Ҡайҙа барһалар ҙа гел икәүһе генә. Ә икәү генә йәшәү бәхет килтермәй. Ҡартайырҙар бер килеп, кемеһелер беренсе булып күҙҙәрен йомор. Ары нимә? Уның асы яҙмышын ҡабатларҙармы? Төптән төшөп уйлай башлаһаң, ҡурҡыныс, бик ҡурҡыныс. Ошо хәлдә ҡалыу аяныслы булһа ла иң йәнгә тейгәне яңғыҙлыҡ, үҙеңде сүплеккә сығарып ырғытылған кәрәге ҡалмаған әйбер итеп тойоу!
Ана, ысынлап та Леонтьевтарҙың ғаиләһе уянды. Бөгөн шәмбе көн, икеһе лә эшкә бармайҙарҙыр, моғайын, ял итһәләрсе, йоҡоларын туйҙырһаларсы...
Сүп-сар һауыты яғынан килгән тызылдау тағы ҡабатланды. Һиҫкәнеп китте, сөнки ауаз бер ҙә генә эт көсөгөнөң шыңшыуына, йә бесәй балаһының мыяулауына тартмағайны. Тороп тор, ни булһа ла булыр, барып ҡарарға кәрәк. Әгәр тере йәндәргә, йортһоҙ ҡалған бесәйгә, йә берәй берәҙәк эткә тап булһа, үҙе менән алып ҡайтыр. Нисек тә йәшәрҙәр әле. Уларҙы асыҡтырмаҫ, һәр хәлдә асыҡтырмаҫҡа тырышыр. Яңғыҙлығы бер аҙ сигенә лә төшөр, бәлки, ни тиһәң дә өйгә тере йән инә бит. Яурынына курткаһын һалды, аяҡтарына иҫкерһә лә әле ныҡлығын юғалтмаған туфлиҙарын кейҙе. Ошо туфлиҙарҙы Валерийҙың ҡатыны Нина, кейеп ҡарағыҙ, оҡшамаһа ташларһығыҙ, тип килтергәйне. Башҡаларҙан кейем-һалым ҡабул итергә яратмаһа ла, ихтирам иткән кешеһе килтергәс, алды. Размеры ла уға тап-таман ғына икән дә баһа! Тышта апрель аҙағы. Көндәр йылы тора. Шулай булһа ла ҡояш нурҙары һирәк иркәләгән уларҙың ишек алды бик һуңға ҡалып ирей. Әле лә ялтырап ятҡан һуҡмаҡта бер нисә тапҡыр тайып китеп, саҡ йығылмай ҡалды.
Һаҡ ҡына баҫып, теге тауыш биреүсене өркөтөп ҡуйыуҙан һипһенеп, ҡый һауытына яҡынланы. Ян-тирәлә тере йән барлығы тойолмай, бары ашыҡ-бошоҡ, ҡайҙа етте шунда ырғытылған сүп пакеттары ғына вайран килеп сәселеп ята. Пластиктан эшләнгән дүрт тәгәрмәсле апаруҡ ҙур һауытты урап сыҡты, асыҡ күренмәһә лә, эйелеп, аҫ яҡҡа күҙ һалды хатта. Хаталанған. Өн яңылыштан ғына ҡолағына салынғандыр, күрәһең. Үртәлгәндәй ҙә итте, бына бит олоғайыу нишләтә: күрмәгәнде күрәһең ҡайһы саҡ, башҡалар иғтибар итмәгән ҡолағыңа яғыла.
Ҡайтыу яғына йүнәлгәйне генә ҡый һауытының эсенән сыйнау ҡабатланды. Бына ҡайҙа ырғытҡандар икән! Кире килде лә, ҡабаланып, ҡый пакеттарын уңлы-һуллы ян яғына ырғытып соҡона башланы. Апаруҡ мәшәҡәтләнде. Ярты һауытты бушаттым ғына тигәндә иҫке юрғанға төрөлгән төргәкте тартып сығарҙы һауыттан. Ул тыш яҡтан скотч менән ашыҡ-бошоҡ бер нисә тапҡыр уратылғайны, шуға күрә тағатылмағандыр ҙа. Юрғандың япмалы ерен ҡайырҙы ла, яңы тыуған баланың сей йөҙөн шәйләгәс, һиҫкәнеп артҡа ҡарай тартылды, нимәгә юлыҡтым әле, тигәндәй, ян-тирәһенә ҡурҡыулы ҡарашын атты. "Бына бит нисек, бүлмәмдә генә ултырһам ни булған, был хәлгә тарымаҫ та инем..."
Ҡулындағын ҡарһаланып кире ҡый һауытына һалды ла, хәүефтән өрккән кейектәй, артҡа сигенеп китә башланы, мейеһен: "Миңә тимәһә, теләһә нимә ҡыланһындар, бәләһенән баш-аяҡ!" - тигән уй ярып үтте. Подъезд ауыҙына килде. Икеләнеп урынында тапанды. Нишләп ҡалдырҙың мине, тигәндәй, арт яҡтан саҡырыу йәнә ҡабатланды. "Үлә бит был бала ошо урында ҡалһа... Быға саҡлы ла әллә күпме ятҡандыр әле... Алып та ҡайтты икән ти, көтмәгәндә бүлмәһендә йән бирһә, уны ғәйепләйәсәктәр бит, бәпесен тыуҙырған да артыҡ әйберҙәй сығарып ырғытҡан әсәне түгел, уны ғәйепләйәсәктәр... Әгәр хәҙер ҡул һелтәп инеп китһә, ҡасһа, һуңынан йәнде талаған выжданды ҡалайтырға, ғүмере буйы үҙ йәнен үҙе ашаясаҡ! Юҡ, былай ярамай, ул да бит тере йән, ярҙамға мохтаж..." Ҡәтғи ҡарарға килеп эләгә-йығыла кире йүгерҙе, ыңғай бер тайып йығылып та китте. Туң ергә бәрелгән тубығын ыуа-ыуа ары туйтаңланы, төргәкте эләктереп, ҡәҙерләп ҡосағына алып, подъездға инде, һалҡын стенаға башын терәп, онотолоп торҙо биниһая ваҡыт. Төймәләре эленмәгән куртка салғыйҙары менән юрғанды өҫтәп ябырға иткәндә унан йәнен албырғатҡан яҡынлыҡ, йылылыҡ килгәнлеген һиҙемләне, әллә үҙенә генә шулай тойолдо инде?
Инде. Бүлмәһендә утты ҡабыҙҙы. Төргәкте карауатына һалды. Тағатты. Юрған эсендәге бәпес тағы өҫтәп һиҙерәгән таҫтамалға төрөлгәйне. Туҡта, балкон ишеге асыҡ ҡалған бит. Уны япҡас, кире килеп төргәкте һаҡ ҡына тулыһы менән асып йәйеп ебәрҙе. Уға төбәлгән аҡыллы, иғтибарлы сабый күҙҙәрен күреп, тертләп китте. "Һаумы!" үҙе лә абайламаҫтан ҡутырлы ирендәренән сәләмләү ауазы һығылып сыҡты. Эргәһендә тере кеше барлығын тойған бала ла тызылдамай хәҙер, ептәй ике ҡулын, сей аяҡтарын тырпыратып ята бирә. "Һе, малайһың да баһа һин, шуға ла үҙеңде тыныс тотаһың, ҡыҙ балалай сарғаланып бармайһың!.. Күҙҙәрең асылғас, кисә генә лә тыумағанһың, шулай булғас, әсә иҫәпләнгән ҡатын йораты һине аңлы рәүештә, төплө ҡарарға килеп сығарып ырғытҡан, йәшенһә-йәшенер, боҫһа боҫор, әммә хоҡуҡ һаҡлау ойошмаларына ғариза яҙып, эҙләү һалып мәшәҡәтләнмәйәсәк. Эҙләмәһен, кәрәге лә юҡ!"
Баланы һаҡ ҡына итеп кире төрҙө лә алдына алып бәүелткән хәрәкәттәр яһаны. Ары хәүеф янамауын тойған бала әүелйеп тә китте щикелле. Уны карауаттың уртаһына һалды, өҫтәп юрғаны менән япты. "Ятып тор ошолай, йылыраҡ та булыр..." Килеп тыуған көтөлмәгән хәлдән иҫен йыя алмай биниһая ваҡыт һеңгәҙәп ултырҙы карауаты ҡырында, мәгәр баланы уятып ҡуймайым, тип, тамағын да ҡырманы, екһенгәнен белгертеп, ауыр итеп көрһөнмәне лә. Хәҙер йоҡоһо туйғас, бала уяныр. Ары ни эшләр? Һуң ни эшләһен, ашарға таптырыр бит, былай ҙа астыр әле. Ошо уйҙан ҡубып ҡалҡынып, карауаты аҫтына ҡуйылған сумаҙанды һөйрәп сығарып, документтары араһындағы пенсия аҡсаһын килтереп сығарҙы. Кисә квартплата түләй торған көн ине. Ярай әле түләмәгән. Эргәләге "Красное-Белое"нан һатып алған бер ярты суррогатты иҫәпкә алмағанда, аҡсаһы теүәл. Быныһы яҡшы. Сумаҙан төбөнән эшлектән сыҡҡанға иҫәпләнгән төймәле телефонын, зарядкаға ҡуя торған шнурҙы килтереп сығарҙы ла уны ҡаршы яҡ стенаға беркетелгән розеткаға тоташтырҙы, яңғыҙ түгелмен бит, шылтыратыуҙары бар, тигән уй үтте башынан.
Хәҙер магазинға барып, кисекмәҫтән балалар аҙығы һатып алырға кәрәк. Тәҙрәгә күҙ атты. Көн яҡтыра төшкән, әммә һатыу нөктәләре сәғәт 9-ҙан ғына эшләй башлаясаҡ. Ул ашыға тип кем генә өлтөрәп торһон тағы! Бәй, тәүлек әйләнәһенә эшләгән аптека бар ҙа баһа ҡаршылағы йорттоң беренсе ҡатында.
Кейенеп алып, шунда китте. Аптеканың тышҡы ишеге бикле ине. Ишеккә уйылған тәҙрәне оҙаҡ ҡына сиртергә тура килде. Бына тәҙрә асылып, йоҡонан йөҙө шешенгән йәш кенә ҡыҙҙың ризаһыҙ йөҙө күренде.
- Здравствуйте!
Сәләм алынманы, уның урынына ризаһыҙ һөйләнеү ишетелде:
- С утра спиртосодержащих препаратов не продаем, вообще то их нет в продаже!
- Мне бы детского питания!
- Что? - Көтөлмәгән һорау аптыратты шикелле фармацевты, ул күҙҙәрен шаҡмаҡландырҙы.
- Что-нибудь дорогое, качественное у вас есть?
- У нас все качественное. Порошок "Нан" хотите?
- Порошок? А он съедобен?
- Конечно. Это же самое качественное детское питание.
- А как его разводить?
- В горячей воде. Ложите чайную ложку порошка на стакан кипяченной воды, чтобы не образовались комочки, постоянно смешиваете. Как только остынет, смесь считайте готов. Его берут для недоношенных детей. Препарат без добавления сахара, без консервантов, близок к материнской молоке...
- Материнское молоко бывает только у матерей. Дайте банку... Как кормить ребенка?
- А сколько ребенку дней?
Юғалыңҡырап ҡалды:
- Примерно месяц. Не больше.
- Не поняла, сколько?
- Месяц. Сегодня с утра ровно тридцать дней!
- Вообще-то "Нан" предназначен для двух-трехмесячного ребенка.
- Может такое ограничение для девочек, а у меня здоровый пацан, весом более трех килограммов!
- Тогда можно.
- Еще детские штанишки, как они называются не знаю...
- Памперс. Вы меня удивляете, почему ваша жена или дочь не подошли, с раннего утра вы ходите? Зачем вам детский подгрузник?
- Много будешь знать, скоро станешь старухой.
- Мне еще нет и двадцати пяти! - Ҡыҙый, үпкәләгәндәй, ирендәрен турһайтты.
- Ладно, не обижайся, это я для связки слов, добавьте сюда еще баночку и соску помягче...

(Дауамы. Башы 10-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.23 | Ҡаралған: 113

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru