«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНМӘГӘН АЗАТ
+  - 


Сибай концерт-театр берекмәһенең музыканты, автор-башҡарыусыһы Азат Исҡужинды Сибай ҡалаһында, Урал аръяғында, республика киңлектәрендә яҡшы беләләр. Уның башҡарыуындағы йырҙар бер ҡаршылыҡһыҙ күңелгә уйыла ла ҡуя, йырсы менән тыңлаусы араһында илаһи бәйләнеш барлыҡҡа килә. Башҡа телдәргә тулы мәғәнәһендә тәржемә итеп булмаған моң төшөнсәһе киң булғанда ғына шулай булалыр, моғайын, төнгө йондоҙло йыһан киңлегенә баҡҡандағы һымаҡ... Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булған Азат ун бер йәшенә тиклем тыуған ауылы Йәнтештә (Хәйбулла районы) йәшәй. Атай-әсәһе, туғандары, күрше-тирәһе, тиҫтерҙәре, ғөмүмән, Тыуған яҡ тип аталған күңел ҡәлғәһе ҡурсауында үтә уның ғәмһеҙ бала сағы. Мөмкинлектәре сикләнгән, тигән ярлыҡ бар икәнен дә тоймағандыр ул йылы мөғәмәләр ҡурсауында. Әммә ир булыр кеше ғүмер буйы итәккә йәбешеп йөрөмәҫ, яҙмышы буласаҡ сәнғәт әһелен Өфө ҡалаһының 28-се махсус мәктәбенә йүнәлтә. Тәүге тапҡыр көҙгө каникулдарға бер үҙен Өфөнән тыуған ауылы Йәнтешкә маршрут автобусына ултыртып ҡайтарыуҙарын тулҡынланып иҫкә ала ул. Район үҙәгенә килеп еткәс, әсәһенең "Есть тут маленький человек?" тип, водителгә өндәшкән тауышын ишеткәс, илап ебәрә ул. Артабанғы һүҙҙе Азаттың үҙенә бирәйек:

Махсус мәктәп

Интернатта уҡып йөрөгәндә сығышы менән Учалы районы Таңғатар ауылынан булған уҡытыусым Рима Раил ҡыҙы Бикҡужина, үҙҙәренең диалектында, һин йырҙай беләһең бит, тине. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек тыйнаҡлыҡ булмағандыр инде, эйе, йырлайым, тип, бик ҡыйыу яуап бирҙем. Бер аудиторияға алып барҙылар, тәүҙә ритм тикшерҙеләр. Әйҙә, ниндәй йырҙар йырлай алаһың, тигәс, өс куплетын яттан белгән "Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө"н йырлап күрһәттем. Оҡшаттылар. Апрель айында отчет концерты була, шунда ошо йырҙы йырларһың, тигәс кенә шаңҡып ҡалдым. Ауыл клубында ғына йырлаған кеше Өфөнөң үҙендә йырлаһын әле! Шулай башланып китте йырсылыҡ башы.

Музыка мәктәбе

Музыка мәктәбе интернат бинаһының эсендәге өс-дүрт бүлмәнән торған айырым блокта урынлашҡайны. Фортепьяно, баян кластары айырым эшләнгән. Унда уҡыуға теләктәре көслө булғандарҙы, һәләтлеләрҙе генә йәлеп итәләр. Беҙҙең менән күреү һәләте булғандар ҙа уҡыны. Уҡыу алты йыл дауам итә, аҙаҡ танытма бирәләр. Башта йырлап ҡына йөрөнөм, шунан баянда уйнарға өйрәндем. Һәр бер музыкант тәүҙә үҙе яратҡан көйҙө уйнарға өйрәнеүҙән башлай. Миңә "Хәтирә" көйө оҡшай торғайны. Уны ауылда саҡта олатайҙың баянында, уның күрһәтеүе буйынса, тысҡылдата торғайным. Шулай баянда ла өйрәнәм, яңы йырҙар ҙа йырлай башланым. Ул саҡта баянға өйрәнгәндәр бүлмәләр өсөн талашып та ала инек, сөнки ике баянсы бер бүлмәлә шөғөлләнә алмай бит инде. Өлгөрһәң, бүлмәлә уйнайһың, өлгөрмәһәң, икенсе ҡатҡа йоҡо бүлмәһенә менергә мәжбүр булаһың.
Тәүге йыл шулай үтеп тә китте. Икенсе-дүртенсеһе лә музыка мәктәбе менән ҡуша барҙы, алтынсы класты бөтөүгә баян буйынса ҡулға ҡағыҙ алдым. Бер мәл йәйге каникулға хатта баянды ауылға ла биреп ҡайтарҙылар. Ауыр ғына "Рубин" баянын йөкмәп ҡайттым. Тырышҡанмындыр инде, каникулдан килгәс, һинән һәйбәт баянсы сыға, тип ҡыуанып киттеләр. Шулай алтынсы класта баян курсын тамамланым. Музыка мәктәбен тамамлағас та баянсылар ансамблен күтәрмәләп йөрөнөк. Күстәнәскә шоколад биргәндәре хәтерҙә. Шулай эшләргә өйрәттеләр, сәм барлыҡҡа килде.

Салауат ағай

Унынсы класта уҡығанда, кемдәр ноталар өйрәнергә теләй, шуларға сольфеджио буйынса дәрестәр була, тинеләр. Минән һорап та торманылар, һиңә мәжбүри, тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов директор урынбаҫары булып эшкә килгән икән. Ун бишләп уҡыусыны уның кабинетына алып барҙылар. Салауат ағай мәрхүм беҙҙең менән танышып сыҡты, кемдең ниндәй музыка ҡоралында уйнауын белеште. Арабыҙҙа күргәндәр ҙә бар ине. Һәр беребеҙҙе айырым тикшереп сыҡтылар. Һайлап алған ун кеше араһында мин дә бар инем. Яйлап ҡына ноталар, музыкаль диктанттар (уйнағанды нотаға күсереү) яҙа башланыҡ. Аҙнаһына ике тапҡыр сольфеджиоға йөрөйбөҙ, йырлайбыҙ, Салауат ағай биргән махсус китаптарҙы өйрәнәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа, Салауат ағайҙа мин йыл ярым ғына уҡып ҡалдым. Ул беҙҙе күберәк музыка буйынса әҙерләне. Тырыштарға ваҡытын күберәк бүлә ине, ун кешенән һигеҙ тороп ҡалдыҡ. Һәйбәт, көслө уҡытыусы булды Салауат ағай. Музыка серҙәрен тәрәнерәк аңлай башлағас, үҙенең студияһына саҡырып, өҫтәмә дәрестәр бирә ине. Һин артабан уҡыр өсөн ошоларҙы белергә тейеш, тип өйрәтә торғайны. Йәне йәннәттә булһын, арабыҙҙан бик иртә китте.

Сәнғәт колледжы

Уҡып бөтөп, Хәйбуллаға ҡайттым. Көҙ еткәс, бәләкәй һеңлем мине Сибай сәнғәт колледжына уҡырға барырға өндәй башланы. Минең Сибай институтындағы музыка факультетына уҡырға инергә уйым бар ине, әммә күргәндәр араһында уҡыуы ҡыйын булыр тип уңайһыҙланып йөрөй инем. Һеңлемдең тәҡдименә күндем шулай ҙа. Бәхеткә күрә, колледжға барып, директорҙың ҡабул итеү бүлмәһе эргәһендә тапанғанда вокал буйынса уҡытыусы Динар Мират улы Ласынов тап булды. Ул мине директор Азат Ғәйнитдин улы Ҡамбулатовҡа алып инде. Директор Ҡудашева Гөлсинә Ғәйнислам ҡыҙын саҡырҙы һәм улар бергәләп тыңлап ҡарағас, мине уҡырға алырға тип ҡарар иттеләр. Беренсе сентябрҙә уҡырға килдем. Илһам Мөхәмәтшин исемле егет менән танышып, дуҫлашып киттем, уға мәңге рәхмәтлемен - ул мине һәр саҡ етәкләп оҙатып йөрөнө. Уҡыуҙа артыҡ проблемалар булманы тиерлек. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, урындар ала башланым, сөнки ундай сараларҙа сығыш яһар алдынан миндә артыҡ уйланыуҙар булмай торғайны. Мин дә шул уҡ кешемен, тик башҡалар һымаҡ жюриҙарҙы күрмәйем, маҡсат ҡуям да, нисек бар, шулай сығам да йырлайым. Ҡай саҡ уңышлы килеп сыға, ҡай саҡ - юҡ, сөнки һин күрәһеңме, күрмәйһеңме, артыҡ роль уйнамай, һин дә бер үк программа буынса уҡығанһың бит...

Аҡъярҙан Сибайға

Диплом алғас, Аҡъяр мәҙәниәт йортона эшкә саҡырҙылар. Һигеҙенсе август көнө эш башлап, төрлө тамашаларҙа ҡатнаша башланым. Илһам дуҫым Сибай филармонияһында эшләй башлағайны. Бында эшләүе ҡыҙыҡ, гастролдәргә йөрөйбөҙ, ти ҡыҙыҡһындыра. Йыл ярым эшләгәндән һуң миндә лә шундай хыял уяна башланы. Берҙән-бер көндө бәхетте һынап ҡарарға тип Сибайға сыҡтым да киттем. Филармония директоры Ҡотошов Айбулат Миңлеғәли улына ингәйнем, ярай, йырҙарыңды ебәр, тыңлап ҡарарбыҙ, алырғамы-юҡмы, яуап бирербеҙ, тине. Икеле уйҙар менән сыҡтым. Сығып барғанда Рәмил ағай Туйсин тап булды. Минең директорҙа булыуымды, уның көтөргә ҡушыуын ишеткәс, Рәмил ағай: "Ярай, мин уның ҡолағына үҙем өрөп ҡарайым әле", - тип директорға инеп китте. Ун биш-егерме минуттан Рәмил Париж улы шылтырата: "Һине эшкә алабыҙ, беренсе февралдән беҙҙә эш башларға тейешһең". Шулай итеп, унда эш башланым. Шунда уҡ "Сулпан" балалар театры ҡуйған бер спектаклгә көйҙәр яҙырға ҡуштылар. Аллаһҡа шөкөр, яҙған көйҙәремде ҡабул иттеләр, спектакль уңышлы ғына килеп сыҡты, маҡтағастары, дәртләнеп киттем.

Филармонияла

Колледждың беренсе курсында уҡып йөрөгәндә үк йырҙар яҙа башланым, әле йөҙләп йырым барҙыр. Үҙемде әҙерәк музыкант та, йырсы ла тип һанайым, әммә икеһен дә бергә алып барғы килә. Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләүемә өс йыл да булып китте. Илһам дөрөҫ хыялланған, гастролдәргә йөрөү - иң яратҡан шөғөлөм. Дөрөҫөн әйткәндә, уңайһыҙлыҡтар тураһында уйларға бында хут бирмәйҙәр, коллектив менән бергә йөрөһәң, эш менән тәьмин итеп торһалар - иң мөһиме шул. Күп уҡырға, күп белергә тейешбеҙ, тип уйлайым, шуға музыканың һәр төрлө жанрын да өйрәнәм, тыңлайым. Музыкаль инструменттарға килгәндә, фортепьяно өсөн яҙылған әйберҙәрҙе тыңларға яратам. Ҡурайҙы яратам! Үҙемдең мөйөш, ҡыйыҡ аҫты булырға тейеш, тип, оҙаҡ уйландым һәм фатир һатып алдым. Бешеренергә яратам. Ашамлыҡтар һатып алырға коллегаларым ярҙам итә. Үҙ фатирың булыуы шәп. Нимә эшләгем килә, шуны эшләп ҡарайым, тип, беренсе тапҡыр бешеренеп йөрөүем иҫтә. Башта тоҙо артығыраҡ, икенсеһендә - әҙерәк, өсөнсөһөндә таман булды. Белмәгәнде һорашам, белешәм, ҡасан да булһа өйрәнергә тейешмен бит. Әлбиттә, ғаилә ҡороу, өйләнеү - минең дә хыялым.
Аллаһы Тәғәләнән йорт-ил тыныс булһын, тип һорайым, күпме ғүмер бирелгән, шуны ахырынаса матур итеп йәшәргә яҙһын. Мөмкинлектәр бар бит, төшөнкөлөккә бирелергә, үҙеңде йәлләтергә ярамай. Һәр бер атҡан таңға рәхмәтлемен, дуҫтарым, ижадым, музыка, туғандарым йәшәтә мине был донъяла.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Азат йор һүҙле, юморға бай кеше. Бер мәл филармония автобусында Баймаҡ районы ауылдары буйлап йөрөп ҡайттыҡ. Асфальт бөтөп, соҡор-саҡырлы юлға төшкәс, Азат водителгә әйтеп ҡуйҙы: "Соҡорҙарҙы күрмәйһеңме әллә, ҡана, алға ултырып, юлды күрһәтеп барайым". Икенсе бер лаҡабы ла хәтерҙә. Бер коллегаһы: "Ҡайҙа юғалдың, бер ҙә күренмәйһең", - тигән. "Мин дә һине күрмәйем", - тип яуап биргән ул. Ҡай саҡ аптыратып та ҡуя ул. Бер көндө: "Дим дә эшкә килгән", - ти уның машинаһына ымлап. Машинаның мауышынан таныйҙыр, тиер инең, моторы һүнгән ине... Ә замана телефоны менән нисек оҫта ҡулланыуын белһәгеҙ, бөтөнләй иҫегеҙ китер. Шундай ул мөмкинлектәре сикләнмәгән Азат!

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.23 | Ҡаралған: 127

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru