«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ҠАЙҘАН БАШЛАНА?
+  - 


"Атайсал", йәғни "Кесе Ватан" тигәндә тәү сиратта тыуған ауылың йәки ҡалаң, һыуын эскән, һыуында ҡойонған шишмә-йылғаларың, сәскәле-еләкле яландарың, һин тыуып үҫкән, һин тәүләп тәпәй баҫҡан изге ер күҙ алдына баҫа. Үҫә килә офоҡтар киңәйә, тауҙар артында ла тауҙар, ауылдар, ҡалалар булыуын асыҡлайһың. Тора-бара ғорурланырлыҡ тарихлы, һоҡланғыс тәбиғәтле Башҡортостаның барлығына төшөнәһең. Уның Рәсәй уртаһында йөрәкте хәтерләтеүенә инанаһың. Рәми Ғарипов артынса: "Урал күкрәгендә йөрәк кеүек, Башҡортостан - тыуған илкәйем. Шул йөрәктең ҡан тамыры булып, Күкһелләнә Ағиҙелкәйем!.." - тип ҡабатлайһың.

Бына ошо күсәгилешлелек тәбиғи үҙләштерелгәндә генә Атайсалыңды ла, Оло Ватаныңды ла берҙәй һөйөү тойғоһо ярала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпмелер дәрәжәлә һаҡлана килгән ошо күсәгилешлелек айырыуса һуңғы өс-дүрт тиҫтә йыл эсендә аяуһыҙ рәүештә емертелде. Был осраҡта мин тәү сиратта туған телебеҙгә, халҡыбыҙ тарихына ҡарата алып барылған битараф сәйәсәтте күҙ уңында тотам. Дөрөҫ, башҡорт телебеҙ республикала дәүләт теле тип иғлан ителде, туған телде һаҡлау-үҫтереү йәһәтенән даими эш алып барыла, барса район үҙәктәрендә лә тиерлек башҡорт гимназиялары асылды, телде пропагандалау йәһәтенән бихисап саралар ойошторола, әммә туған телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһенә, балаларыбыҙҙың мәктәптәрҙә туған телендә белем алыуына, халҡыбыҙ тарихын өйрәнеүгә бәйле проблемалар тулыһынса хәл ителгән тип әйтеп булмай. Әсәйеңдең телен, атай-олатайҙарың яҙмышы менән яҙылған тарихты белмәй тороп, нисек илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләргә мөмкин! Бер үк мәлдә шуныһын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: туған телгә мөнәсәбәт Атайсалыңа бирелгәнлек тойғоһонан айырылғыһыҙ һәм уларға бәйле эш - туҡталыуһыҙ, йәғни көн дә башҡарыла торған изге ғәмәлдәрҙән. Әгәр ҙә ниндәйҙер бер дәүерҙә был мотлаҡ атҡарыла торған кешелек бурысы онотола икән - уны иртәме-һуңмы ысынбарлыҡ үҙе мотлаҡ иҫкә төшөрәсәк…
Бәхет юҡ ине, бәлә ярҙамға килде, ти урыҫ мәҡәле. Украина менән бәйле һуңғы осорҙағы ваҡиғалар юғарылағы етәкселекте айнытып ебәрҙе: тәрбиә эше менән, бигерәк тә илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләү йүнәлешендә даими һәм ныҡышмал эшләргә кәрәк икән. Бит мәғариф өлкәһендә нимәгә өҫтөнлөк бирелде: конкуренцияла бирешмәҫлек шәхес әҙерләнһен, ул дөйөм дәүләт имтихандарын бирә алһын, күберәк балл йыйһын да юғары уҡыу йортона инеп китһен. Ә баланың Кеше булараҡ өлгөрөп етеүе - артҡы планда! Шул нигеҙҙә үҙен генә өҫтөн ҡуйған, хатта ата-әсәһен дә бар тип белмәгән, ижади фекерләй алмаған, әҙер яуаптар менән генә эш иткән (сөнки тест һорауҙарына ижади уйлау кәрәкмәй, яҡшы тигән хәлдә лә хәтерҙең шәплеге менән генә ятланған яуаптар еткән) күпселегендә бына ошондай быуын формалашты. Уларҙың байтағы туған телен дә, Атайсал тарихын, мәҙәниәтен дә, Оло Ватандыҡын да белмәй. Әйтеп үткән күсәгилешлелек, тәбиғи рәүештә йәшәп килгән быуындар бәйләнеше, традицияларҙың, ыҙан-йолаларҙың, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренең ололарҙан йәштәргә тапшырыла килеүе өҙөлөр сиккә еткән. Уйланһаң, уйылып китерлек! Ләкин ҡойолоп төшөргә, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Телем, милләтем тип янған һәр кем ҡулынан килгәнен эшләргә тейеш.
Әйткәнемсә, илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоһо Атайсалыңды яратыуҙан башлана. Ә яратыу өсөн уны белеү кәрәк! Белмәгәнеңде нисек яратаһың? Тимәк, илеңде, халҡыңды һөйөү туған телеңде, халҡыңдың тарихын белеүҙән башлана. Халыҡта ябай ғына әйтем бар: "Оло йортҡа ни кәрәк, Кесе йортҡа шул кәрәк". Оло Ватанды берләштереүсе, нығытыусы дәүләт теле бар икән, ул йәшәй-үҫешә икән - Кесе Ватанды ла тәү сиратта тел берләштерә, халҡыңдың үткәнен белеү - уның менән ғорурланыу тойғоһон уята, илеңдең бөгөнгөһөнә үҙ өлөшөңдө индергең килә башлай.
Мәҫәлән, Уралына сат йәбешеп ятҡан, нисәмә-нисә ҡырғынсыларҙан ҡурсалап алып ҡалған атай-олатайҙар менән нисек ғорурланмайһың! Ялыҡ бей һуңғы ырыуҙашы ҡалғансы, Ҡармасан менән Сәрмәсән уландары һәләк булыуына, тотош ырыуын юғалтыуына, япа-яңғыҙы тороп ҡалыуына ҡарамаҫтан, татар-монгол яуына сая ҡаршылыҡ күрһәтә. Бошман бей ун дүрт йыл буйына был ҡара яуға ҡаршы тора. Уның нәҫелен дауам итеүсе Кинйә Арыҫланов Пугачевты үҙенең казактары тотоп биргәнсегә тиклем изге ихтилалға тоғролоҡ һаҡлай. Инде килеп совет осоронда Кинйәнең туранан-тура бүләләренең бүләһе Ғәфиәт Арыҫланов башҡорттарҙан беренсе булып фин һуғышында уҡ Советтар Союзы Геройы исемен аласаҡ. Ә Кинйә нигеҙләгән ауылдан, шулай уҡ уның шәжәрәһенә барып тоташҡан Ғайсин менән Биктимеров та Бөйөк Ватан һуғышында был юғары наградаға лайыҡ буласаҡ. Ҡырҡ өйлө генә бәләкәй ауылдан өс Советтар Союзы Геройы! Өсөһө лә бер үк тамырҙан! Тикшеренеүселәр Рәсәйҙә башҡа бындай ауыл юҡ, тип иҫәпләй. Бының менән нисек ғорурланмайһың! Бына ошондай мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп тәрбиәләргә тейешбеҙ йәштәрҙе.
Эйе, беҙҙең һәр беребеҙ Атайсалына изге ғәмәлдәр ҡылырға бурыслы. Мәҫәлән, мин үҙем тыуған ауылым тарихын яҙырға тотондом. Архивтарҙа эҙләнергә тура килде. Район гәзите төпләнмәләрен аҡтарҙым. Ауылдаштар, бигерәк тә оло йәштәгеләр менән бәйләнештәрҙе яңырттым. Ентекләп шәжәрәләрҙе өйрәндем. Материал туплауҙа ауылдаштарҙан айырыуса Фәнис Бикташев ныҡ ярҙам итте. Эш тамамланыу өҫтөндә. Алла бирһә, айырым йыйынтыҡ булып сығасаҡ. Был китап, йәш быуында тарихи хәтер тәрбиәләүҙә үҙенә күрә бер алыштырғыһыҙ сығанаҡ буласаҡ, тигән ҡараштамын.
Республика мәктәптәрендә "Регионоведение. Башкортостан" тигән предмет индереү күҙаллана. Ул - "Башҡорт теле" дәресен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә альтернатива рәүешендә индереләсәк. Башланғыс синыфтар өсөн программалар, әсбаптар эшләнде, баҫылып сыҡты. Төп автор һәм мөхәррир булараҡ, был эштәрҙе миңә эшләргә тура килде. Юғары синыфтар өсөн дә был йүнәлештә эш бара. Тик вазифалы иптәштәрҙе "башҡорт ихтилалдары" (ә башҡорт тарихында батшалыҡҡа ҡаршы беҙҙең ата-бабалар һикһәндән ашыу азатлыҡ көрәше ойошторған!) тигән һүҙбәйләнеш тертләтеү арҡаһында, тамамланыу алдында торған эш туҡталып ҡалды…
Үткәнебеҙҙе белһәк, быуаттар һуҙымында тупланған тәжрибәгә таянһаҡ, рухи байлығыбыҙҙы туплаған туған телебеҙҙә аралашһаҡ, иртәгәбеҙ, һис шикһеҙ, ҡояшлы буласағына, Атайсалыбыҙ ҙа, Оло Ватаныбыҙ ҙа күкрәп сәскә атасағына бер тамсы ла шикләнмәйем!

Фәнил КҮЗБӘКОВ,
яҙыусы, филология фәндәре докторы.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 93

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru