«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНСА ҺӨНӘР ОШО УҠЫУ ЙОРТОНДА БИРЕЛӘ
+  - 

Баш ҡаланың Йәштәр һарайында Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы үҙенең алтын юбилейын билдәләне. Белем усағын БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Адик Фәтхуллин, РФ "Сауҙа берҙәмлеге" профсоюздарының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Айҙар Ахунйәнов, БР Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина тәбрикләне.

1972 йылдың 24 февралендә РСФСР Сауҙа министрлығы бойороғо буйынса асылған Өфө Совет сауҙаһы техникумы ярты быуат эсендә төрлө осорҙар кисерә. Тәүҙә унда ни бары өс кенә һөнәргә уҡытыла: Йәмәғәт туҡланыуы продукцияһы технологияһы, Тауар белегесе, Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе. Эш башлауының тәүге ике йылында уҡыу биналары ҡуртымға алынһа, 1974 йылда уның үҙенең бинаһы ишектәрен аса. Тағы ла ике йылдан һуң инде студенттар өсөн ятаҡ төҙөлөп бөтә, уҡыу-производство ашханаһы төҙөлә башлай. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, совет йылдарында һәүетемсә генә эшләгән уҡыу йортона заман менән бергә атларға тура килә - унда коммерция, хоҡуҡ белгесе, менеджмент, маркетинг, ҡунаҡхана эшмәкәрлеге һ.б. буйынса яңы специальностар, хатта республикала иң беренсе булып студенттарҙың бизнес-клубы асыла. Әлеге ваҡытта Сибай һәм Нефтекама ҡалаларында колледждың филиалдары эшләй.
- Үҙенең ярты быуатлыҡ юлын уҡыу йорто Рәсәйҙең урта һөнәри белем биреү өлкәһендә лидер, өлгө булып ҡаршылай, сөнки былтыр беҙ методикалар буйынса федераль пилот майҙансығы булараҡ, Рәсәйҙә икенсе урын яуланыҡ, - тип уңыштарҙы барлай колледж директоры Ришат Сабитов. - Шулай уҡ былтыр "Рәсәйҙең иң яҡшы колледжы" конкурсында беренсе урынға лайыҡ булдыҡ. Беҙҙең иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ - ул төбәк иҡтисадында үҙ урынын тапҡан һәм юғары кимәлле белгес булып киткән сығарылыш студенттары. Барлыҡ уңыштарына колледж ошо йылдар эсендә педагогик коллектив хеҙмәткәрҙәренең көндәлек эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә өлгәште. Бөгөн Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында иң яҡшы студенттар белем ала. Улар үҙҙәренең һәр яҡлап алдынғы икәнен даими иҫбатлап тора. Ошо көндәрҙә беҙҙең команда бизнес буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының көмөш миҙалын яуланы. Спортсыларыбыҙ спорттың күп төрҙәре буйынса пъедесталдың юғары баҫҡыстарын биләй. Ансамблдәребеҙ республикалағы 96 колледж араһында алдынғылыҡты бирмәй.
Билдәләнеүенсә, бөгөн Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында 8 йүнәлеш буйынса 1600 студент уҡый, уларға 83 педагог белем һәм тәрбиә бирә. Мәғариф учреждениеһы иҡтисад, коммерция, ҡунаҡсыллыҡ тармаҡтары буйынса хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған белгестәр әҙерләй. Һуңғы ике йылда уҡыу йортонда донъя стандарттарына тап килгән туризм, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе, банк эше, отель администраторы, ресторан сервисы, кондитер эше, эшҡыуарлыҡ буйынса 7 оҫтахана булдырылған. Колледж республиканың "Байрам", "Лента", "Ашан" сауҙа үҙәктәре, "Башспирт" предприятиеһы, "Президент отель", "Азимут-Отель" отелдәре, "Дуҫлык", "Премьер" ресторандары, "Капитал Медстрахование", "Росгосстрах" страховка компаниялары, Росимущество, Росреестр идаралыҡтары, "Баштур Плюс", "CoralTravel" туристик компаниялары, "Открытие" һәм "Уральский банк реконструкции и развития" банкылары кеүек уңышлы ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итә.
- Беҙҙең ресторан бизнесы менән Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы араһындағы ныҡлы бәйләнешкә бары тик көнләшергә генә мөмкин, сөнки ошо дуҫлыҡ хаҡында Рәсәйҙәге коллегаларыма һөйләһәм, күптәр, ысынлап та, көнләшә, - тип һөйләне БР Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина. - Тағын шуны билдәләп китер инем: бындай уҡыу йорто менән эшләү - үҙе бер бәхет һәм ҡәнәғәтлек бирә. Сөнки улар менән эшләүе рәхәт, үҙҙәре теләгәндәр менән генә эшләүе еңел һәм уңышҡа өлгәшеп була. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы һәр саҡ нимәлер теләй. Уҙған һәр йылды алдағыһы менән сағыштырғанда һәр саҡ эшмәкәрлеге киңәйә бара, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылалар, һәр саҡ алға баралар... Эйе, ошо хеҙмәттәшлек һәм ҡулланылған башҡа саралар комплексы арҡаһында сығарылыш студенттарының 85 проценты бер ҡыйынлыҡһыҙ эшкә урынлаштырыла. Был ҡаҙаныштарҙы колледждың 2009 йылдан алып республика һәм Рәсәй кимәлендә яулаған еңеүҙәре, "100 иң яҡшы ссуз" Европа сифат билдәһе лә раҫлай. Бына шулай, 50 йыл дауамында колледж коллективы иң ауыр мәсьәләләрҙе хәл иткән һәм бөгөн дә кәрәкле сиселештәр тәҡдим итергә һәләтле.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 115

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru