«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Ағиҙел йылғаһының урта ағымы бассейнындағы ананьин ҡомартҡылары материалдарының үҙенсәлекле булыуы археологтарға уларҙы үҙаллы ҡараабыҙ мәҙәниәте (б.э. тиклем V - б.э. II быуаттар) сифатында өйрәнеү маҡсатҡа ярашлы, тип раҫлау мөмкинлеген бирә. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, б.э. тиклем V - III быуаттарҙағы ҡомартҡыларҙың ҡараабыҙ төркөмөн берҙәм ананьин мәҙәниәтенең урта Ағиҙел (среднебельский) варианты тип нарыҡлау дөрөҫөрәктер. Шул уҡ ҡомартҡылар, әммә б.э. тиклем II быуаттан б.э. II быуатына тиклемге арауыҡта, Урта Кама һәм Ағиҙелдең түбәнге ағымы буйындағы синхрон ҡомартҡыларҙан әллә ни айырылмай тиерлек, һәм уларҙы пьянобор мәҙәниәте сиктәрендә ҡарау фарыз.
Ҡәберлектәр материалдары ҡараабыҙ ҡәбиләләрендә үҫешкән баҡыр һәм бронза металлургияһы булыуын раҫлай. Был уларҙа үтә матур бил ҡайыштарының, күкрәк биҙәүестәренең, сәсмәүҙәрҙең (сулпы), күлдәк итәктәренә тегелгән киң бронза пластиналарҙың, тишекле мәрйендәрҙең, шулай уҡ сымдан эшләнгән беләҙектәрҙең, алҡаларҙың, ҡолаҡҡа тағыла торған аҫмаларҙың күпләп таралыуынан беленеп тора. Ҙур бронза көҙгөләр, таралғы-ҡаптырмалар һәм башҡа предметтар киң ҡулланылышта була. Ҡәберлектәрҙә быяла мәрйендәрҙән эшләнгән муйынсаҡтар күп, улар көньяҡтан килтерелгән. Уларҙың Уралға сауҙа итеү һөҙөмтәһендә алып киленеүе шик тыуҙырмай. Ҡараабыҙ ҡәбиләләре мәҙәниәтенең бер үҙенсәлеге булып бында ҡоралдарҙың бай йыйылмаһы табылыуын атарға була - улар бронзанан, тимерҙән эшләнгән; уҡ башаҡтары һөйәктән, һөңгө остары һәм ҡылыстар - тимерҙән.
Әйтергә кәрәк, иртә тимер быуатында ике тарихи-хужалыҡ өлкәләренең - далалар зонаһындағы күсмә малсылыҡтың һәм урман-дала зонаһындағы малсылыҡлы ултыраҡ ер биләүҙең барлыҡҡа килеүе барса тарихи дәүерҙәрҙә, XX быуат баштарына тиклем үк, Көньяҡ Урал халыҡтарының ижтимағи-сәйәси һәм этномәҙәни үҫешенең иң мөһим факторҙарына әүерелә.

Иртә тимер быуаты эпохаһындағы Көньяҡ Урал аръяғы ҡәбиләләре

Һуңғы 2-3 тиҫтә йыл арауығында Көньяҡ Урал аръяғы ҡәбиләләренең мәҙәниәте һәм көнкүреше хаҡындағы белемдәребеҙ Силәбе археологтары коллективының барса эпохаларға ҡараған ҡомартҡыларҙы комплекслы рәүештә өйрәнеү буйынса уңышлы эшләүе һөҙөмтәһендә ныҡлап тулыланды. Көньяҡ Урал аръяғы ҡәүемдәренең һәм уларға йәнәш йәшәгән Көнбайыш Себер халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте Көнбайыш Урал буйындағыларҙың хәл-торошона оҡшаш үҫешкән. Ошо төбәк ҡәбиләләренең этник составы шулай уҡ бик сыбар була. Мәҫәлән, б.э. тиклем VII - II быуаттарҙа Урал тауҙарының үҙәк һырты һәм көнсығыш итәктәрендә иткүл мәҙәниәте ҡәбиләләре йәшәгән, уларҙан дүрткел һәм овал формалы ярым ер өйҙәрҙән һәм ер өҫтөнә бүрәнәнән һалынған өйҙәрҙән төҙөлгән ҡаласыҡтарҙың һәм асыҡ торлаҡтарҙың ҡалдыҡтары тороп ҡалған.
Уларҙа хужалыҡ итеүҙең төп йүнәлеше - көтөүле малсылыҡ. Бер нисә иткүл торлағында металлургия производствоһы эҙҙәре - ҡойоу формалары, улар өсөн яһалған матрицалар табылыуына иғтибар итергә була. Тимәк, иткүл ҡәбиләләрен бронза эпохаһының үҫешкән баҡыр һәм бронза металлургияһының туранан-тура вариҫтары итеп ҡарап була. Көньяҡ Себерҙең һәм Ҡаҙағстандың йәнәш ятҡан райондары ҡурғандарында табылған баҡыр-бронза әйберҙәрҙең химик составын анализлау уларҙың күбеһенең Көнсығыш Уралда (Иткүлдә) етештерелеүен раҫланы. Тимәк, иткүлселәр үҙҙәренең көньяҡ күршеләренең металға мохтажлығын ҡәнәғәтләндерә алған.
Б.э. тиклем VI - I быуаттарҙа Өфө (Ҡариҙел), Исәт, Мейәс, Уй, Тубыл һәм Ишем йылғалары бассейнында горохов мәҙәниәте ҡәбиләләре йәшәгән. Гороховсыларҙың көнбайыш сиктәре Йөрүҙән, Әй һәм Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының урта ағымы тарафтарына тиклем килеп еткән. Шулай булғас, горохов ҡәбиләләре Урал тауҙарының үҙәк һырты һәм көнсығыш итәктәрендә урындағы иткүл мәҙәниәтенә ҡараған ҡәүемдәр менән яҡын күрше булып йәшәп, бындағы ҡатнаш халыҡты хасил иткән. Горохов мәҙәниәте ҡомартҡылары ҡаласыҡтар, ҡасабалар һәм ҡурған ҡәберлектәре рәүешендә билдәле. Уларҙың торлаҡтары ярым ер тибындағы квадрат, дүрт мөйөшлө һәм трапеция формаһындағы, башлыса, коридор кеүегерәк итеп эшләнгән сығыу урындары булған өйҙәрҙән торған. Тикшеренеүселәр ҡайһы бер ҡаласыҡтарҙың оборона һыҙыҡтары системаһының камилыраҡ булыуына иғтибар итә: ҡаласыҡ ҡапҡалары алдындағы валдар һәм йырындар яҡшыраҡ нығытылған, уларҙың периметры буйлап алғараҡ сығып торған башня рәүешендәге бастиондар ҡоролған була.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 92

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru