«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБЫЛДЫҠ-4
+  - 


Ҡайтып инде. Алып ҡайтҡанын әҙерләне лә уны банкаға ҡойоп, ауыҙына осон энә менән тишеп, имеҙлек кейҙергәс, эсемлектең эҫе түгеллеген самалап усында йомоп ултырҙы. Юҡ, былай бармай, аҙыҡты иң башта үҙеңә тәмләп ҡарарға кәрәк, ни тиһәң дә, аптека әйбере, ә ул аптекалар хәҙер ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәрҙәй аҙым һайын, билдәле, күп тауарға ышаныс аҙая һәм кәмей.
Шул берҙән-бер байлыҡ сығанағы сумаҙанынан күптән ҡулланмаған "Лесная" теш пастаһын, ҡылдары һабына уҡмашып йәбешеп ҡатҡан щетка, ирендәрен ел ярғанда ҡулланған "Тетрациклин" майын килтереп сығарҙы. Коридорҙың теге осонда урынлашҡан йыуыныу бүлмәһенә барып, ентекләп ике тапҡыр тештәрен таҙартты, тамаҡ төбөн һыу менән сайҡатып төкөрҙө, ирендәрен май менән эшкәртте. Араҡы, хәмер эсеүҙән уҙмаған йүнһеҙ ауыҙы ипкә килде һымаҡ. Бүлмәһенә инеп, ишекте ябып өлгөрөүе булды, бала тызылдап та ебәрҙе.
- Уяндыңмы, улым, йоҡоң да туйҙымы? Хәҙер һәйбәтләп тамаҡ туйҙырып алабыҙ! - Ауыҙына эсемлекте алып тәмләгәс, ризаһыҙ сытырайҙы. - Әсә һөтөнә нимә генә етһен инде, ни хәл итмәк, бар һыйым ошо, риза бул!
Ирендәренә йылымыс әйбер ҡағылыуын тойған бала имеҙлекте һоғоноп ҡапты ла ҡомһоҙланып имергә тотондо.
- Улай уҡ ашыҡма, эсеңдең ауыртыуы бар. Бына шулай... Тәк, бик һәйбәт...
Тамағы туйған балаға нимә инде, тағы ла йоҡоға талды.
- Арыныңмы? Батырға ла ял кәрәк, һин йоҡла, ә мин һине һаҡлап яныңда ултырып торормон...
Баланы тынысландырҙы, тамағын да туйҙырҙы һымаҡ. Ары ни эшләргә? Был яһалма ыштанды кейҙерергә ярамайҙыр, бәпес танауы менән түгел, тәне менән тын ала, тигәнде ишеткәне бар. Хәҙер простыня һатып алып, йүргәк хәстәрләргә кәрәк. Шуны самалап йыртһаң, сиратлап дүрт тапҡыр ҡулланыуға етә, еүешләнгәнен йыуып торор, әҙере менән йүргәр. Тороп тор, нимә ҡылана әле тағы? Табылдыҡты кисекмәҫтән полицияға илтеп тапшырырға кәрәк, ҡалғанын улар хәл итһен, уның ни ҡыҫылышы бар был ерҙә! Ике сәғәттән бала яңынан уянды. Был саҡта инде ул простыня алып ҡайтып, йүргәктәр әҙерләргә лә өлгөргәйне.
- Уяндыңмы, егет? Уянаһың инде ул, аҫтыңды еүешләгәнһең дә баһа! Хәҙер йүргәккә төрөп ебәрәйек, юрғаныңды ла алыштырайыҡ. Ә еүешләгәнеңде балконға сығарып элеп торорға тура килер! Мин һине даими йүргәп кенә торормон, нимәгә беҙгә яһалма ыштан! Беҙ бөтәбеҙ ҙә йүргәккә йүргәлеп үҫтек, һин дә бирешмәҫһең!
Килешһеҙ хәрәкәттәр менән ыҙалай-йонсой баланы йүргәне, матурлап үҙенең ябынып йөрөгән юрғанына төрҙө:
- Хәҙер ашап ал да полицияға! Миңә үпкәләмә берүк, башҡаса сараһы, юлы юҡ!
Тегендә кем генә хәстәрләһен, ҡайғыртһын инде баланы, шуға пакетҡа теге һатып алған әйберҙәрен һалды. Полицияла ла ҡатын-ҡыҙҙар эшләй, уларҙың баланы мәлендә ашатырға кәрәклеге, моғайын да, баштарына етер, бер бәғерһеҙе белмәһә, икенсе белеклеһе белер. Улай тиһәң, кешене хөкөм итеп, уларҙың күңеле әллә ҡасан ҡатып бөткәндер әле. Төргәкте ҡосаҡлап, сығыу яғына йүнәлгәйне генә бала сарғаланып мыжып ебәрҙе.
- Һе, унда барғым килмәй, тиһеңме? Һуң ҡалайтайым!
Кире карауатына барып ултырғайны, бала ла тымып ҡалды.
- Ошонда ҡулай, тиһеңме? Дөрөҫ фекерҙәһең. Дауаханала ла, приютта ла йылы, әҙәмсә мөнәсәбәт юҡ шул ул. Тик аңла, барырға кәрәк... Бына мин дә яңғыҙ көн иткем килмәй ҙә бит, ни хәл итмәк, маңлайыма яҙылғаны ошо... Әйҙә, киттек полицияға. Тура дауаханаға барыр инек тә ул, улар шундуҡ өҫтәренән яуаплылыҡ алыу уйынан полицияға оҙатасаҡтар, күр ҙә тор!
Йыйынып, ишек тотҡаһына тотонғайны ғына бала тағы тауыш бирҙе.
- Һин бик ныҡыш, үҙһүҙле малайға оҡшағанһың, һүҙеңдә шулай ҡәтғи тормаҡсыһыңмы? - Кире ҡайырылып барып ултырғас, эске ҡәнәғәтләнеү менән шулай һөйләнде. - Һиңә ышанам, тиһеңме? Ышан шул, ышанысыңды аҡларға тырышырмын һәр хәлдә... Әйҙә, әлегә былай хәл итәйек, бөгөнгә бергә ҡунайыҡ, йән биргәнгә йүн биргән, нисек тә тәүлекте үткәрербеҙ әле, ә һин шул арауыҡта ныҡ итеп уйлан, төплө фекергә кил. - Юрғанды тағатып, тағы һәрмәп ҡараны. - Тағы ла еүеш! Миңә эш табып ҡына тораһың бит. - Йылмайып, шулай һөйләнде. - Хәҙер аҫтыңды алыштырайыҡ та ашап ал, шунан тыныс ҡына ятып торһаң, мин тиҙ генә эргәләге "Йәшел баҙар" тигән ергә барып киләйем. Унда ауыл ҡатындары һыйыр ағы һата торғандар. Был хөкөмәт аҙығын маҡтаһалар ҙа рәте юҡтыр, ни тиһәң дә, яһалма аҙыҡ бит, һүҙе үк сифаты хаҡында әйтеп тора...
Баҙар лавкаһы буйлап ҡатындар теҙелгән, бер яҡта һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, ҡатыҡ, эремсек, икенсе рәттә баҡса емештәрен, башлыса тоҙланғандарын һаталар, йәнә киптерелгән дарыу үләндәрен.
Рәттәр буйлап китте лә килештереп аҡ халат кейеп алған йыуан кәүҙәле ҡатындың ҡаршыһында туҡталды:
- Һеңлем, бында кәзә һөтөн һатыусы берәйһе юҡмы икән?
- Бар, бында күгәрсен һөтөнән башҡаһын барыһын да һаталар. Теге оста бер әбей тора, шуға барығыҙ, тик тиҙерәк, ҡайтырға йыйына ине шикелле ул.
Ысынлап та, теге ергә барһа, урын буш, ә бер тәбәнәк буйлы әбей ҡапҡа яғына ҡарай йүнәлгән. Эргәһенә йүгерә-атлай барып етте:
- Инәй, кәзә һөтө кәрәк ине бит әле!
- Бар ул миндә. Тик уны ала һалып бармайҙар, һыйыр һөтөнә ынтылалар, бының шифаһын, файҙаһын, туҡлыҡлылығын һанға ла һуҡмайҙар. Күпме кәрәк?
- Бер шешә, юҡ, алғас алайым, бер литр кәрәк булыр.
Әбей самалағандай ҡулындағы бәләкәй бетонын һелккеләне:
- Бер литр уҡ сыҡмаҫ бынан, булғанын бирәм.
- Иртәгә килһәм, һеҙҙе мында осратырмынмы?
- Килә алмамдыр көн һайын, алыҫ ара бит. Ҡартым сирләп түшәктә ята, зарураттан ғына йөрөүем.
- Мин дә шул зарураттан ғына һорап тороуым инде.
- Улайһа, йортом ҡала ситендә, Баймаҡҡа киткән юлда тимер юлға етәрәк уң яҡҡа ҡараһаң шифер ҡыйыҡлы, урыҫ ҡапҡалы йорт.
Баҙар ауыҙында Валерий тап булды. Өлкән лейтенант ине, әле капитан погондарын тағып ебәргән.
- Һаумыһығыҙ, Мозафар Ғәлиевич!
- Здравия желаем, товарищ капитан! Тағы ла бер йондоҙ өҫтәлеү менән ҡотлайым.
Тегеһе илтифатһыҙ ҡул ғына һелтәне:
- Быныһы потолок, башҡаса бирмәҫтәр.
- Бирелгәненә шөкөр итә белегеҙ!
- Уныһы шулай. Бында ни сәбәптән һуғылдығыҙ әле?
- Кәзә һөтө артынан килеүем.
- Кәзә һөтө? Диетик аҙыҡҡа күсергә иттегеҙме?
- Кисә врачҡа күренгәйнем, үпкәлә сир тапты. Кәзә һөтө генә ярҙам итер, ти.
- Дауаланығыҙ улайһа, тик эсеүҙе кәметегеҙ, тартыуҙы ла. Юғиһә, бөтөнләй бирешерһегеҙ. Ятып китһәгеҙ, кемгә кәрәгегеҙ бар?
- Миңә бөгөндән башлап һис тә ятырға ярамай, хаҡым юҡ, не имею права.
- Быны аңлағасығыҙ, молодец, ары ла шулай тотоғоҙ курсты.
- Есть, товарищ капитан, прямо держать этот курс! - Шунан ихлас итеп йылмайҙы.

Китә биргәс, Валерий Леонтьев ҡайырылды:
- Мозафар Ғәлиевич, сырхап торһағыҙ ҙа бөгөн йөҙөгөҙгә нур ҡунған, тағы дәртле лә күренәһегеҙ!
Ҡайтыу менән кәзә һөтөн ҡайнатып, йылымыс хәлгә килгәс, үҙе тәмләп ҡарағандан һуң самалап бәпескә имеҙҙе.
- Ихлас һураһың түгелме, шилма? Һин дә тыуғаныңа яңы, ә тәбиғи аш менән яһалма аҙыҡты тиҙ айыраһың. Беҙҙең яҡтың ризығы үҙе бер башҡа, үләндәр ҙә төрлө, ҡылғаны ла бар, һыу ҙа саф...
Магазинға барып, аҙыҡ-түлек, көнбағыш майы һатып алды. Урамда шешәләштәренең береһен тап итте. Тегеһе эргәһенә килә һалып, тирә-яҡҡа алан-йолан ҡаранып, урлыҡ менән булышҡан кешеләй бышылданы:
- Иртә таң менән хәйер эстәп ултырылды. Бер эшкәлектәй төштө шулай ҙа. Әйҙә, ҡуш та, һиңә инеп сығырбыҙ!
- Бына нимә, миңә ике аяғығыҙҙың береһен баҫмағыҙ!
- Ниңә улай, көн уртаһында сығынсы аттай сығынлайһың? Тиҫкәренән тыуған берәй себен тешләнеме әллә? Улай тиһәң, әлегә себен терелмәгән, буғай.
- Әйттем - бөттө! Барыһына ла еткер! Килеп йөрөмәгеҙ!
- Үлергә йыйынмағанһыңдыр ҙа?
- Санаторийға китәм, теүәл бер айға! Әгәр килеп бүлмә ишеген ҡайырып асырға маташһағыҙ, минән яҡшылыҡ көтмәгеҙ!
- Вон оно как... Ярай, дуҫтарыңды улай йәберһетһәң, бер кәрәгербеҙ, тик беҙ генә булмаҫбыҙ...
- Кәрәгегеҙ бер тин! Пока, не болейте, и не кашляйте!
Ҡайтҡас, тәүге тапҡыр аҡсаһын киләһе көндәрҙе теүәлләп хисапланы: "Тәмәкене ташларға кәрәк, араҡыны ла ҡуйып торормон, уларға тотонолған аҡсаға баланың ашарына алырмын, исмаһам."
Көнбағыш майын ҡайнатып һыуытҡас, баланы тәҙрә төбөндәге ҡояшҡа һалып, түшен, арҡаһын, ҡул-аяҡтарын сиратлап майларға тотондо:
- Йә, нисек, йылымы, рәхәтме? Устарым һылауға яраҡлашмаған, ҡытыршыраҡ инде, уныһы ла ярап ҡалыр, өҫтәмә массаж...
Ғәжәбенә ҡаршы, бала үтә тыныс фиғелле булып сыҡты, ни эшләһә лә риза булып тик ята, ашатһаң артыҡ ҡарһаланмай ғына имә лә шундуҡ йоҡлап та китә.
Шул арала тасҡа һыу ҡойоп алып, тәҙрә төбөнөң, стеналарҙың туҙанын һөртөп алды, ентекләп иҙәнде йыуып сығарҙы, боҙолоп, карауат аҫтына ырғытылған, кәрәкһеҙгә иҫәпләнгән үтекте килтереп сығарып ремонтларға тотоноп китте, уныһын яйға һалғас, йүргәктәрҙе үтекләй башланы. Быларҙың барыһын да ниндәйҙер эске кинәнес, ҡәнәғәтлек тойғоһон кисереп башҡарҙы.
Кис еткәс, баланы эргәһенә алып, янына ятып бөршәйҙе, ябыныр ине лә юрғаны менән баланы төргән, шуға үҙе курткаһын бөркәнде. Төндө лә уяулы-йоҡоло үткәрҙе, һәр ике сәғәт һайын уянып, баланы имеҙҙе, үтек менән йылытып, йүргәктәрен алыштырҙы.
...Шул ятыуында кисәге араҡы шауҡымы һаташыуында күргән төшө иҫенә килеп төштө. Төшөндә ап-асыҡ итеп Зәбирәһен күргәйне бит. Ул ап-аҡ күлдәк кейеп алған, ҡулында аҡ төргәк, шуны уға һоноп тотторҙо ла былай тине: "Ошо инде беҙҙең балабыҙ, ә һин ғүмер буйы балабыҙ юҡлыҡҡа кәмһенеп, ғәйепте үҙеңдән эҙләгән булдың. Дөрөҫөндә ғәйеп миндә ине, бала саҡта ныҡ һыуыҡ тейҙереп ауырығайным бит, врачтар тикшергәндән һуң, бала таба алмайһың, тигән ҡәтғи диагноз ҡуйҙылар... Шуға фанилыҡтағы етешһеҙлегемде баҡыйлыҡта төҙәтәм, бала алып килдем һиңә... Уны һис ҡасан ташлама, ул да һиңә тоғро булыр!" Шулай тине лә томанда ирегәндәй юҡҡа ла сыҡты. Бына әле генә килеп айыҡ аҡылына барып етте, тикмәгә килмәгән төшөндә Зәбирәһе, уға өнөндә бала алып килгән. Нимә тине әле һуңғы һүҙҙәрендә: "Ташлама уны!" Тимәк, юҡҡа түгелдер был төшө, һис тә юҡҡа түгелдер. Оҙаҡ йылдарҙан һуң күңеленә тәүге тапҡыр йәш сағында йыш йырлаған мәғәнәле йырҙың моңло һүҙҙәре килде:
Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер...
Мөңгөрәп йырланы ла йылмайған килеш әүелйеп тә киткәйне, бер аҙҙан уны ҡабаттан баланың ҡыңғырау сыңлағандай тауышы уятты...

(Дауамы. Башы 10-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru