«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ЕРЕНДӘ ЙӨҘӨМ ДӘ ҮҪӘ
+  - 


Баҡса күптәрҙең яратҡан шөғөлөнә әйләнә бара һәм халыҡ йығылып ятып йәшелсә-емеш үҫтерә бөгөн. Ҡалала йәшәп, баҡса эшен үҙ итеүселәр ҙә бик күп. Йырсы, ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ тә үҙе үҫтергән уңышты фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеп тора. Беҙҙе бигерәк тә Башҡортостан ерлеге өсөн ятыраҡ, тәбиғәт шарттары ҡатыраҡ булыу сәбәпле, тәрбиәләүе мәшәҡәтлерәк булған йөҙөм (виноград) ҡыҙыҡһындырҙы.

Сәғиҙулла, һеҙ шәп йырсы, актер ғына түгел, уңған баҡсасы ла икән?

- Баҡса менән махсус шөғөлләнмәйем ул былай. Йортоң, ерең булғас, баҡсаң да булырға тейеш, тигән фекерҙәмен бары. Шуға ла йорт менән бергә баҡса ла барлыҡҡа килде. Ерҙе яҡшылап кәртәләп алғансы, башта яртыһына картуф сәстек. Унан Иҫке Сибайҙан сейә алып килдек, ҡарағат, ҡырҙан балан алып ҡайтып ултырттыҡ. Бөрйән, Әбйәлил яҡтарында булғанда ҡарағай, шыршы ағастары алып килдем. Янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек нормалары буйынса, ағастарҙы өйгә яҡын ултыртырға ярамай, шуға уларҙы ситкәрәк урынлаштырҙыҡ. Үҙҙәре үҫеп сыҡҡан ағастар ҙа бар, мәҫәлән, ҡарама, ул беҙҙең яҡтыҡына оҡшамаған, ҡыуаҡ, уға форма биреп, киҫергә лә була. Миләште үҫтерә алмайбыҙ бына. Ғаилә менән бергәләп эшләйбеҙ инде. Кәләш иртә менән теплицаға редис сәсә. Томат-маҙарҙы теплицаға сығарырға ваҡыт еткәнсе, ул өлгөрә лә. Витамин аҙыҡ аша инһә, файҙалыраҡ бит. Варенье эшләмәйбеҙ, емештәр компот өсөн тотонола. Баланды ҡар төшкәс йыйып, джем яһайбыҙ. Кәбеҫтә менән һуғанды һатып алыу яҡшыраҡ, тигән фекергә килгәнбеҙ. Үҙең үҫтергән томатҡа ла бер нәмә лә етмәй. Шуға ла помидор ҙа, картуф та яратып үҫтергән йәшелсәләребеҙгә әйләнде.

Беҙҙең халыҡ картуфты сортын белеп сәсмәй нишләптер, һеҙ ниндәйенә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

- Мин дә шул башҡалар һымаҡ, аҡ, ҡыҙыл картуф тип кенә беләм уны. Нуғай ҡасабаһында ер аҫты һыуҙары өҫтә, шуға ла өйҙөң нигеҙе эсендә баҙ эшләп булмай. Бында баҙҙы ерҙең өҫтөнә яһап, йылытырға кәрәк. Шуға ла тиҙ шытып бармаған картуфҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ. Мәҫәлән, ҡыҙылы эре, тәмле, тик тиҙ шыта. Ә ағы яҡшы һаҡлана. Йыл да уңыш та булмай, ҡайһы йылда шул ҡыҙылы, ҡайһыһында ағы уңа. Яртылаш сәсәһең дә, отаһың. Тупраҡты ла ҡарарға кәрәк. Ауылда һыйыр тотҡан кешегә анһат, бында тиреҫте ҡиммәт хаҡҡа һатып алырға тура килә. Ике йылға бер тиреҫләп торам. 1990 йылдарҙа беҙҙе бит аслыҡтан картуф ҡотҡарҙы, был бер ҙә шаяртыу түгел. Икенсе икмәк, тип бушҡа әйтмәйҙәр инде. Хәҙер үҙебеҙҙең балалар студент, уларға ла кәрәк. Колорадо ҡуңыҙы билде яҙырға бирмәй инде былай, орлоҡто ағыулап сәсеп ҡараныҡ, тәме оҡшаманы. Шуға быйыл улай эшләмәҫмен тип торам.

Йөҙөм үҫтереүегеҙ тураһында ла һөйләгеҙ инде. Бындай затлы емеште үҫтереүе еңелдән түгел бит?

- Үҫентеһен кемдәндер алғайным, шуны ҡыш буйы гөл һымаҡ өйҙә үҫтерҙем. Ике төбө ерегеп китте, береһе - йәшел, береһе - ҡара йөҙөм. Уны үҫтерәм тип тырышыуымдың да маҡсаты - ҡапҡанан килеп ингәс тә, йөҙөм үҫеп ултырһа, матур ҙа инде. Интернетта видеолар ҡараным да, улар нимә кәңәш итә, шулай эшләнем. Унда башлыса йылы яҡта, Ҡырым яҡтарында үҫтергәндәрҙең видеолары күп. Йөҙөм ысынлап та бик нескә культура, йылы, ҡояш ярата. Ҡышҡылыҡҡа уларҙы ябып, ҡар ятҡансы өшөмәһендәр өсөн өҫтөн япраҡ менән булһа ла ябып ҡуям. Компоты бик шәп була, 1-2 тәлгәш йөҙөмгә 1-2 киҫәк лимон ҡушып эшләйһең. Тәме бик үҙенсәлекле. Миндә "Медовый" тигән сорты үҫә. Шуға хәҙер йөҙөм ҡыуаҡтарын күбәйтергә тырышып йөрөйөм. Көҙөн сыбығын ҡырҡып алам, ҡышын өйҙә тотам, тик асыҡ ерҙә үҫмәй ҙә ҡуя. Былтыр ҡышҡылыҡҡа ергә һалып ҡалдырған сыбыҡтар иһә япраҡ ярҙы, быйыл нисек ҡышлағандарҙыр ине. Яҙ ныҡлап үҙ хоҡуғына инмәйенсә, ҡояш ныҡлап йылытмайынса, япраҡ ярмай йөҙөм. Яҙҙың иртәме, һуңмы килеүен уларға ҡарап билдәләргә мөмкин.

Теманы дауам итеп:

Йылы яратыусы йөҙөм беҙҙең шарттарҙа емеш бирһен өсөн ныҡ тырышырға кәрәк. Республикала йәй йылы, хатта эҫе, ҡышын 42 градус һыуыҡтар булыуы ихтимал. Ҡыштың оҙайлы булыуы ла күп ауырлыҡтар тыуҙыра, күп үҫемлектәр өлгөрөп етмәй. Яҙын һауа торошоноң йыш үҙгәреп тороуы - йә йылытыуы, йә туңдырыуы һөҙөмтәһендә күпселек үҫемлектәрҙең тамыры туңа. Шулай итеп, йөҙөм үҫтереү буйынса кәңәштәр:

- Башҡортостанда виноградтың тиҙ өлгөрә, шулай уҡ һалҡындарға бирешмәй торған сорттарын үҫтереү кәңәш ителә. "Александр", "Башкирский ранний", "Мадлен ананасный", "Юбилейный", "Василий", "Мечта Скуиня", "Белое чудо", "Башкирский изумруд" сорттары беҙҙең төбәк өсөн сығарылған. Үҫемлекте йәшәгән ерегеҙгә яҡыныраҡ булған махсус питомниктан алырға тырышығыҙ.
- Башҡортостанда йөҙөм ағасын ҡырауҙар бөткәс, яҙ ултырталар. Иң ҡулайлы мәл тип май айы иҫәпләнә. Тупраҡ 10 градусҡа тиклем йылынған булырға тейеш.
- Төньяҡ елдәренән ышыҡланған көньяҡ яҡтағы ҡояшлы урынға ултыртығыҙ. Грунт һыуҙары ағып ятҡан ер булмаһын. Ҡыуаҡтарҙы бер-береһенән 1,5 - 2 м аралыҡта, төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай ултыртырға. Рәт аралары - 1 - 1,5 м. Соҡорҙо ҡаҙып, уға ашламалар һалғас, 0,5 - 0,6 м тәрәнлегендәгеһе иң ҡулайлыһы һанала. Ашлама - һәр ҡыуаҡҡа 2-3 биҙрә компост. Сыбыҡсанан үрсетәһегеҙ икән, 25 см ҡыҫҡа булмаған сыбыҡсаларҙы бер аҙ ҡыйшайтып һалырға ла, ерен тығыҙлап, 2-3 биҙрә һыу һибергә. Ер өҫтө кипкәс, 10 см тәрәнлегендә тупраҡты йомшартып сығырға.
- Ултыртҡандан һуң һәм тағы ла 2 аҙна интервал менән 2 тапҡыр яҡшылап һыу ҡойорға. Йөҙөм ҡыуағы ҡоролоҡҡа бирешмәй, тик бының өсөн уның тамырҙары нығынып, үҫеп китергә тейеш. Һыу йылы булһын. Сәскә атҡанда йәки сәскә атып бөткәс кенә һыу һипһәгеҙ, сәскәһе ҡойолоп бөтәсәк. Емеш өлгөрөп еткәндә һыу һибеү емештәрҙең ярылыуына, уларҙың өлгөрөп етмәүенә килтерә. Шуға ла һыуҙы артыҡ һипмәгеҙ.
- Ашлау яҙын һәм йәйен башҡарыла. Беренсе тапҡырында ҡыуаҡтарҙы ҡышлағандан һуң асырҙан алда 10 л һыуға 20 г суперфосфат, 10 г аммиак селитраһы, 5 г калий тоҙо менән ашларға. Был бер ҡыуаҡ өсөн. Ошо уҡ ашлама менән сәскә атырға 2 аҙна ҡалғас туҡландыралар. Емеш өлгөрөр алдынан суперфосфат һәм калийлы ашлама кәрәк. Азот ярамай. Ҡышты яҡшы сыҡһын өсөн уңыш йыйғас тағы ла калий менән туҡландырыу яҡшы.
- Яҙын - олондар буйлап һут йөрөй башларҙан алда, йәйен - яңы сыҡҡан үҫентеләрен ҡырҡырға. Августа - үҫеүенән туҡтап, емешкә һәм ҡышҡылыҡҡа көс йыйһын өсөн, көҙөн - уңыш йыйылғас ҡырҡалар. Климатты иҫәпкә алып, тәжрибәле баҡсасылар тәүге йылда йөҙөм ҡыуағын ҡышҡылыҡҡа ҡырҡмаҫҡа тәҡдим итә. Ҡалған ваҡытта нисек һәм күпме ҡырҡырға кәрәк - был турала мәғлүмәтте интернеттан ҡарарға була.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 102

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru