«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ОЯЛСАН БУЛҒАНБЫҘ...
+  - 


М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры асылған йылдарҙан алып тиерлек унда актриса булараҡ эш башлаған, өс тиҫтә йыл эсендә бик күп спектаклдәрҙә матур ролдәр башҡарған һәм ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова менән ижад юлы, остаздары һәм йәштәр тураһында әңгәмәләштек.

Утыҙ йыл эсендә театр һәм һеҙ ниндәй үҙгәрештәр кисерҙегеҙ?

- Был ваҡыт арауығында театр ҙа, мин дә олпатландыҡ: тәжрибә тупланыҡ, оҫтарҙыҡ, байыныҡ. Мин эшкә килгән генә йылдарҙа йәш, бер аҙ ҡыйыуһыҙыраҡ булһам, хәҙер тупланған хеҙмәт тәжрибәм етерлек. Ул саҡта йәш һәм өлкән быуын актерҙары ғына эшләгән театрҙың хәҙер урта йәштәге үҙ актерҙары бар, талантлы яңы көстәр ҙә килде. Репертуары ла икенсе төрлөрәк, мәғәнәлерәк һәм етдиерәккә әйләнде.

4 Һеҙ башҡарған ролдәр араһында булмышығыҙға яҡындары ла, холоҡ-фиғел йәһәтенән бөтөнләй яттары ла булғандыр. Тағы берҙе хәтергә төшөрөп китәйек әле...

- Бик күп характерлы образдар тыуҙырҙым сәхнәлә. Театрға эшкә килгәс тә "Аҡ ҡалфаҡ" спектаклен сәхнәләштерҙек, уҡытыусыбыҙ Ғабдулла Ғиләжев эшләне. Мин Ғәфиә ролен башҡарҙым, әле лә һағынып иҫкә алам. Азат Нәҙерғолов "Һинд ҡыҙы" спектаклен ҡуйғайны, бик оҙаҡ йылдар барҙы ул һәм мин романтик та, лирик та Кәбирәне уйнаным. Йәш саҡтан апайҙар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр образында йыш булдым мин. М. Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме"ндә Көнбикә, "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"та Оло Инәй ролдәрен яратып башҡарам. Улар эске булмышыма тап килә. Хатта "Ханума" спектаклендәге кирерәк персонаж булып күҙ алдына баҫҡан Кабато тиҫкәреләнеп, ҡырыҫланып киткән саҡтарымды сағылдырғандай. Әлбиттә, актерҙар гел үҙеңә оҡшаған, яҡын ролдәрҙе генә уйнамай. Минең дә холоҡ-фиғелен күңелем менән ҡабул итә алмаған геройҙарым булманы түгел, булды. Шундайҙарҙың береһе "Ҡуш моңлолар" тигән спектаклдән бәләкәй генә бер роль ине, персонажымдың исемен дә хәтерләмәйем хәҙер хатта. Әммә тамашасыға хәшәрәт бер әҙәм булып күренгән был образды тыуҙырыуы бик ауырға төшкәне һаман да иҫтә. Ғөмүмән, миңә башҡа кешеләргә ҡарата тупаҫ, алдашыусы, йәберләүсе, кеше алдында артыҡ ҡыланыусы, маҡтансыҡ холоҡлоларҙы уйнауы ҡыйын. Кешеләрҙә тап ошо сифаттарҙы үҙ итмәйем.

Быйыл Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылы. Һеҙҙең дә остазығыҙ булғандыр?

- Остаздарым бер нисәү минең. Өфө сәнғәт институтына уҡырға килгән йылда драма актерҙарын йыйманылар, шуға, ҡурсаҡ театры курсына эләктем. Шунда беҙгә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Павел Романович Мельниченко һөнәребеҙ буйынса нигеҙ белемдәр бирҙе. Атайҙарса хәстәрлекле педагог ине. СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова сәхнә теле буйынса уҡытты, диплом спектакле ҡуйҙы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев кәрәк саҡта шелтәләп тә, тура юлдан яҙлыҡтырмай һәр студентты ҡурсып торған кафедра мөдире булды. Шулай уҡ режиссер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лек Вәли улы Вәлиев ҡуйған спектаклдәрҙә уйнарға тура килде һәм уның да кәңәштәре һаман булһа хәтеремдә. Институтты тамамлап, Йәш тамашасылар театрында (хәҙерге М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры) эш башлағас, художество етәксеһе булған Олег Закир улы Ханов эшкә өйрәтте. Остаздарымдан уңдым, шөкөр.

Һеҙҙең ижад итергә көс туплау, илһам сығанаҡтары ниҙә? Театрға һөйөү ҡайҙан барлыҡҡа килде?

- Тыуған илем, тыуған еремдән туплайым көс-ҡеүәт. Мин Балтас районының Түбәнге Һикияҙ ауылында тыуғанмын. Һағынып-һағынып ҡайтам ауылымды һәм атай-әсәйемде. Сәнғәткә һөйөүем дә тап уларҙан башланды. Әсәйем ғүмер буйы фельдшер булып эшләне, әммә бик шиғри күңелле: үҙе ижад иткән оҙон-оҙон шиғырҙарын 84 йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, әле лә һис яңылышмай яттан һөйләй. Атайым иһә, бик матур итеп йырлай. Ҡыҙғанысҡа күрә, атайымдың моңло тауышы миңә бирелмәгән. Бөтөнләй йырламайым түгел, шулай ҙа сәхнәләрҙә айырым сығыш яһарлыҡ шундай илаһи моң эйәһе түгелмен. Әлбиттә үҙ ғаиләм, улым да көс биреүсе сығанаҡ, ҡыуанысым. Ә инде театрға һөйөү хаҡында әйткәндә, мин бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ булып үҫтем. Бәләкәй генә көйөнсә урамда уйнарға сыҡҡан арала ла йырлап йөрөргә яратҡанмын. Ауылдаштар мине ҡыҙыҡ күреп йырлатып, бейетеп йә шиғыр һөйләтеп, кәнфит-маҙар тоттороп та ҡайтарғандар. Ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә тимер сүместе әйләндереп тотоп, мандолина итеп "сиртеп", ҡушылып йырлап ултырғаным хәтеремдә. Аҙаҡ инде мәктәп йылдарында ла бик әүҙем булдым, бейеүгә йөрөнөм, төрлө сараларҙа сығыш яһаным. Ә өйҙә өләсәй иртәнсәк тороу менән радионы ҡабыҙып ебәрә торғайны. Башҡортса радиопостановкалар йыш яңғыратыла ине, шуларҙы яратып тыңланыҡ. Ул замандың популяр артистары тураһында гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләр, фотолар ҡырҡып алып тупланған альбомым да бар ине. Сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуым юғары булһа ла, оялсанлығым, баҫалҡылығым баштан уҡ был өлкәгә килергә ҡамасау итте. Шулай ҙа яратҡан һөнәремә юлды таба алдым, шөкөр.

Йәштәр театрының йәштәре ниндәй бөгөн? Эштә быуындар айырымлығы тойоламы?

- Хәҙерге йәштәр беҙҙең һымаҡ түгел. Улар шул тиклем үткер, үҙҙәренә ышаныстары ҙур, саялар. Ҡайсаҡ уларға ҡарап, шаҡ ҡатам, беҙҙең быуында ундай сифаттар һирәк була торғайны, уғата ныҡ оялсан булғанбыҙ. Театрыбыҙға эшкә килгән йәш актер һәм актрисалар араһында төплө белемле, үҫешкә ынтылған, маҡсатлы, әҙерлекле, рухи яҡтан да көслө, актер өсөн кәрәкле һығылмалыҡ, йәнлелек, һәләт яғынан да бынамын тигәндәре лә бихисап. Хәҙерге йәштәрҙең тағы бер сифаты мине аптырашта ҡалдыра: улар бер урынға йәбешеп ятмай, гел хәрәкәттә булырға, үҫешергә, күберәк белергә ынтыла. Беҙ тик бер урынға эшкә киләбеҙ ҙә, шунан ебәреп ҡуймаһындар, тип йәбешеп ята торғайныҡ. Ә йәштәр улай түгел, улар үҙҙәренең ошо сәскәләй матур осорон күңелдәренә ысынлап ятҡан урынды эҙләп табыу, төрлө өлкәлә үҙҙәрен һынап ҡарау яғында.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Итәғәтле, асыҡ күңелле, әсәйҙәрсә күңел йылыһы бөркөп торған актрисаларҙың береһе ул Альбина Рәфис ҡыҙы. Уның ниндәй роль башҡарырға хыялланыуы тураһында һорағас: "Үҙебеҙҙең халыҡтың матур ғына бер әҫәрендәге яғымлы, яҡшы образды сәхнәгә сығарғым килә", - булды яуап. Ошо хыялы тормошҡа ашһын, ижад ҡомары һүрелмәһен, тамашасыһын тағы ла яҡты ролдәре менән ҡыуандырһын халыҡ һөйөүен яулаған актрисабыҙ!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 108

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru