«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Археологтар ошондай системалы нығытмалары булған ҡаласыҡтарҙың Урал аръяғы өсөн яңы күренеш булып, уларҙың барлыҡҡа килеүен ошо төбәк ҡәбиләләренең бынан алдағы дәүерҙән бирле шундай архитектура хас булған Арал буйы ҡәүемдәре менән бәйләнештә йәшәүе һөҙөмтәһе итеп аңлата.
Горохов ҡәбиләләренең мәҙәниәте һәм йәшәү рәүеше күп кенә сифаттары буйынса көньяҡ далалары күскенселәре мәҙәниәтенә яҡынлаша. Мәҫәлән, улар үлгәндәрҙе һай ғына ҡәберҙәргә ерләп, уларҙың өҫтөн ҡурған тибындағы ер өйөмдәре менән ҡаплаған. Түңәрәк төплө, тарая барған тура муйынлы һауыт-һаба шулай уҡ Көньяҡ Урал далаларының иртә күскенселәре өсөн типик күренеш. Ҡорал әйберҙәре (ҡылыстар, уҡ башаҡтары) һәм биҙәүестәр (көҙгөләр, мәрйендәр) типтары буйынса күскенселәрҙекенән бер нисек тә айырылмай. Горохов мәҙәниәтенең үҙенсәлеге күп һанлы ҡорбан килтерә торған таш мәзбәхтәрҙә (алтарҙарҙа) сағылыш таба, уларҙа һарыҡ тәкәһе баштары һәм бронзанан ҡойолған кеше фигуралары һынландырылған.
Тикшеренеүселәр горохов мәҙәниәте ерлегенә яҡын булған (Тубыл йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары бассейнында), саргат тип нарыҡланған мәҙәниәт булыуын билдәләй, уның төп территорияһы Көнбайыш Себерҙең барса урманлы далаларын биләгән. Уның йәшәү ваҡыты - б.э. тиклем VI - б.э. V быуаттары. Саргат ҡәбиләләре мәҙәниәтенең иртә этабында (б.э. тиклем V - II быуаттар) горохов мәҙәниәтенән принципиаль айырмаһы юҡ. Был уларҙың торлаҡтары планировкаһының, өйҙәренең яҡынса бер төрлө булыуынан, ҡулланған әйбер инвентары составынан (керамика һәм башҡалар) асыҡ күренә. Гороховсылар кеүек үк, саргат ҡәбиләләре үлгәндәрҙе ерләгәндә бар ерҙәрҙә лә ҡурған һалыу алымын ҡулланған. Ошо параллелдәр горохов мәҙәниәтен үтә киң таралған саргат мәҙәниәтенең Урал варианты тип атау дөрөҫөрәк булыуы хаҡындағы һығымтаға ерлек бирә.
Үрҙә аталып кителгән ҡәүемдәрҙең иң яҡын күршеләре - барса Көньяҡ Урал аръяғы далаларына хужа булған күсмә ҡәбиләләр. Уларҙың мәҙәниәте, башлыса, ҡурған ҡәберлектәре аша билдәле, улар Көнбайыш Урал буйындағыларҙан ғәмәлдә бик аҙ айырыла. Таш ҡатыш ер өйөмлө ҡурғандар, мәйетте ергә ҡаҙып урынлаштырыу йолаһы үтәлгән (грунттағы) ҡәберҙәр күберәк осрай. Әммә мәйетте ер өҫтөнә (грунтҡа) һалып ҡалдырыу, ҡәбер соҡорҙарының япмаларын яндырыу осраҡтары ла бар. Тикшеренеүселәр ошондай дөйөм ҡағиҙәнән тайпылыу осраҡтарын Арал буйы сактары мәҙәниәте йоғонтоһо менән аңлата, сөнки уларҙың айырым төркөмдәрендә әле бәйән ителгән йолалар ҡәҙимге күренеш булған. Иртә тимер быуатына ҡараған Көньяҡ Урал аръяғы ҡомартҡыларын өйрәнеүсе төп тикшеренеүсе А.Д. Таиров бай археологик материалдар нигеҙендә йәшәү рәүеше һәм мәҙәниәтенең иң мөһим сифаттары буйынса ошо дәүерҙәге Урал аръяғы ҡәбиләләренең Ҡаҙағстан һәм Арал буйы ҡәүемдәре менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүен билдәләне. Мәҫәлән, ул ошо ҡәбиләләрҙең көньяҡтан төньяҡҡа һәм кирегә даими меридианаль күсеп йөрөүе, дала Евразияһының ҡәүем-ара мөһим ваҡиғаларында әүҙем ҡатнашыуы хаҡында фараз итә.
Иртә тимер быуатындағы Көньяҡ Урал аръяғы ҡәбиләләренең этносәйәси тарихын ошолай итеп реконструкциялау Көньяҡ Урал буйынса шундай уҡ реконструкция менән тулыһынса тап килә. А.Д. Таировтың Көньяҡ Урал төбәге ҡәбиләләрендә көнсығыштан көнбайышҡа табан һәм кирегә миграция булыуы хаҡындағы фекере лә иғтибарға лайыҡ, был, күрәһең, улар өсөн ҡәҙимге күренеш булған. Ошо проблема буйынса баҫылған мәҡәлә авторҙарының берҙәм фекеренә ярашлы, б.э. тиклем VII - II быуаттарҙағы Көньяҡ Урал аръяғының дала күскенселәре ҡурғандары үҙҙәренең төҙөлөшө һәм табылдыҡтар составы буйынса ошо уҡ дәүерҙәге Көньяҡ Урал һәм Урал буйы ҡомартҡыларынан әллә ни айырылмай, ә был уларҙы ошо ҡәбиләләрҙең берҙәм этномәҙәни массивының бер өлөшө итеп ҡарауға ерлек бирә.
Ошо айҡанлы тағы ла бер нәмәне айырымлап билдәләп үтеү кәрәк: Көньяҡ Урал төбәгенең иртә күсмә ҡәбиләләре ҡурғандарын тикшереүсе төп авторҙар уларҙы этник яҡтан савромат һәм сарматтар менән бәйләй, ә был, беҙҙең ҡарамаҡҡа, фәндең хәҙерге кимәленә тура килмәй. Бындай фекерҙәр Көньяҡ Урал археологияһының башланғыс осорона ҡарай; хәҙер инде савромат һәм сарматтарҙың, яҙма сығанаҡтарға ярашлы, Азов буйы далаларында көн итеүе, шул уҡ дәүерҙә Көньяҡ Урал төбәгендә беҙ алдараҡ бәйән иткән сак, массагет, дай һәм башҡа ҡәбиләләр йәшәүе хаҡында мәғлүмәтлебеҙ. Тимәк, ошо ҡәбиләләр мәҙәниәтен беҙгә билдәле булған атамалар, мәҫәлән, дах-массагет йә иһә даик, тип атау урынлы булыр ине: даик этнонимы (дахо, дай) тик Көньяҡ Уралға ғына хас, ул туранан-тура Яйыҡ йылғаһы атамаһы менән бәйле. Беҙ иткүл, горохов һәм саргат мәҙәниәттәренә ҡараған кешеләрҙең Геродот иҫкә алған ҡәбиләләрҙән булыуҙарын ышаныслы рәүештә раҫлайбыҙ. Иртә тимер быуатының ошо ҡәбиләләрен уларҙың дөйөмләштерелгән исеме менән атау уларҙың тарихын өйрәнеү өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән алға табан бер аҙым булыр ине. Ошоға миҫал итеп б.э. II - III быуатына ҡараған Һаҫыҡкүл ҡәберлеге материалдарын килтерергә була, бында көньяҡ төбәктәргә хас булған әйберҙәр айырыуса күп табылған (мәрйендәр, фибулалар, балсыҡ һауыт-һаба, ҡоралдар).
Былар барыһы ла далаларҙан күсеп килгән ҡәбиләләрҙең ошо төбәктә төпләнеүе процестарының көсәйә барыусы этаптарын һәм урындағы фин-уғыр халҡын ассимиляциялауын сағылдыра.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.23 | Ҡаралған: 93

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru